Шундай үлән ул әрем. Әммә файҙаһы күп. Һеңлем, шул әрем арҡаһында былтырғы ҡышты ауырымай сыҡтыҡ тине. Мин иһә уның менән дуҫ түгелмен, быйыл таныштым, йыйып алдым, еҫен дә яҡын күрҙем әле.
Әсәйем, боронғо әбейҙәр уның менән иҙән дә һепергән, өйөнә элеп ҡуйған, йоҡлай алмаһа баш аҫтына һалып ятҡан, тип һөйләне.
Артыҡ күҙгә ташланмай, үҙенсә генә, ошо донъяла бар булғаны менән генә лә ҡәнәғәт булғандай йәшәп ятҡан кешеләр була. Данға ынтылмай, ялтырауыҡҡа ҡыҙыҡмай. Әммә күңелендә барыһына ла урын бар, яратыу бар. Һәр көнөн үҙенсә биҙәй, әлеге мәлдә ҡулынан килгән, күңеле ҡушҡанды эшләй. Һөйләшә, яҡындан таныша башлаһаң эсе тулы хазина. Бөгөн уларҙы әрем менән сағыштырғым килде. Миңә әрем оҡшай.
Ошонда тағы бер фекеремде әйтеп үткем килә. Үләндәр бар, сәскәләр... Һәр береһенең үҙ еҫе, төҫө, файҙаһы... Ул бар, яратылған һәм файҙа бирәм икән тип уйламай ҙа. Ромашка ла бар, цикорий ҙа, дегәнәк тә, әрем дә... Һәр береһе үҙенсәлекле, өйрәнә башлаһаң кәрәкле. Кешеләр ҙә шундай.
Гөлсина ЙОСОПОВА.