Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
8 Ғинуар 2022, 18:16

Бәхәсле йорт (хикәйә)

Үҙ атаһы кеүек күргән кешеһен юғалтып илаған 10 йәшлек малайҙан башҡа артыҡ күҙ йәшен түгеүсе булманы ла шикелле. Һәр хәлдә, ирем үлде, тип ҡатын да, туғаны­быҙҙы юғалттыҡ, тип апалары ла ҡайғыға батып ултырманы. Улар өсөн һүҙҙәренең өҫтөн сығыуы мөһимерәк булды, шикелле. Мәйет оҙатҡандағы талаш оло ғауғаның башы ғына ине. Фәрит ағайҙы ерләп аҙна үтеү менән йорт өсөн бәхәс китте. Әлфиә еңгәй, өс йылдан артыҡ йәшәүен сәбәп итеп, үҙен хаҡлы һананы. Ә ирҙең туғандары уларҙың законлы никахта тормауын үҙ файҙаһына борҙо. Ауыл советынан йорттоң килен төшкәнсе үк төҙөлөп бөтөүе тураһында справка ла алынды. Ике һәм өс туғандарға мөлкәттең бүленмәүен белгәс, Мәрхизә апай Фәрит ағайҙың Һарытау ҡалаһында йәшәүсе бер туған апаһы исеменән эш итә башланы. Ышаныс ҡағыҙын алыу өсөн шәхсән үҙе “ҡунаҡ”ҡа барып ҡайтты. Суд ике йылдан ашыу дауам итте.     

Бәхәсле йорт  (хикәйә)
Бәхәсле йорт (хикәйә)
Ауылды сығып барған яҡта, тау битләп матур йорт ултыра. Уны күргән һәр кем һоҡланып үтә: биҙәкләп эшләнгән ҡапҡа­ларҙан алып күгәрсенле ҡыйығына тиклем йәм биреп, матурлыҡ тарата. Ә семәрле тәҙрә яңаҡтары, һап-һарыға буялған стенаһы, бейек болдоро тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Ихатаны биҙәп ултырған келәт, һарай, мунса, аласыҡ, семәрле шаҡартмалар – барыһы ла был йортта уңған ир йәшәгәнен иҫбатлай кеүек. Ауылдың барлыҡ ҡатын-ҡыҙы, моғайын, ошондай йортта йәшәргә хыялланалыр...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йорт хужаһына бәхет килтермәне. Дүрт йыл элек Фәрит ағай мәрхүм булғандан һуң, ул туған-тыумасаһы, ғаиләһе араһындағы бәхәс алмаһы булып, суд юлын тапата. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ҡул көсөн, тирен, аҡсаһын түккән хужаны рәхмәт менән иҫкә алыусы ла юҡ. Киреһенсә, ҡарғыш яуҙыралар ғына. Ә уның бар ғәйебе – ваҡытһыҙ вафат булыуында һәм кешеләргә ышаныуында.
Фәрит ағай минең хәтерҙә баҫалҡы, йомоҡ һәм ир-егеттәргә хас булмаған ҡыйыуһыҙ кеше булараҡ һаҡлана. Тәби­ғәттән шулай булдымы, әллә бик йәшләй атайһыҙ ҡалып, тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татыу шулай тәрбиәләнеме – билдәһеҙ. Артыҡ һөйләшеп, аралашып бармағас, дуҫтары ла аҙ булды уның. Хәйер, үҙе лә яңғыҙлыҡҡа тартылды шикелле. Күп һанлы ике, өс туғандары иһә уны башлыса эштәре булғанда ғына иҫенә төшөрҙө. Ә ул ысынлап та алтын ҡуллы ине. Мәктәпте тамам­лағас, һөнәрселек училищеһында иретеп йәбештереүсе, шофер һәм умартасы һөнәрҙәрен үҙләштерҙе. Ә төҙөлөш эшенә бала саҡтан оҫта булды. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, колхозға эшкә ҡалып, ауылда төпләнде. Шул йылда уҡ тау битләүенән ер алып, әлеге өйҙө һала башланы. Күмәк көс талап ителгән эштәрҙе өмә менән баш­ҡарҙы, ә бына башҡаларын ул яйлап, күңеленә оҡшағанса шартына килтереп, барыһын да үҙе атҡарҙы. Семәрле кәрниз­дең нимәһендер оҡшатмайынса өс тапҡыр яңыртыуына үҙем шаһитмын. Ә баҡса шаҡартмаһын ул ауылда берен­селәрҙән булып биҙәкләп эшләне. Күңеленә хуш килеүен шат йылмайып, һәр һорашҡан кешегә тәсфирләп һөйләүенән үк аңларға була ине. Үҙе һөйләй, үҙе башын ҡырынайта биреп эшенең һөҙөмтәһен күҙәтә, ҡулдары менән биҙәк булып теҙелгән таҡталарҙы һыйпай. Теле телгә йоҡмай инде, ҡыйыу­һыҙлығы һыпырып алғандай юҡҡа сыҡҡан... Ниндәй уй-хыялдар, маҡсаттар менән төҙөнө икән Фәрит ағай был йортто? Һәр ағасын, ташын, таҡтаһын күңел биреп һалды бит ул!
Ҡыйыуһыҙлығы арҡаһында 30-ҙы уҙғансы өйләнмәне. Йөрөгән ҡыҙы ла булманы шикелле. Уңған, аҙып-туҙып йөрөмәгән егеткә ауылдаштары үҙҙәренең ырыу-заты, таныштары араһынан ҡатын-ҡыҙҙы күп димләне. Тик ниңәлер егет осрашыуҙарҙан һәр ваҡыт баш тартты. Туғандары ла уның яҙмышына ниңәлер битараф ҡала килде. Әсәһе мәрхүмә булғас, яңғыҙ ҡалған егет нимә ашай йәки нисек донъя көтә икән, тип борсолоусы булманы. Моғайын, донъя мәшәҡәттәренән арыптыр, Фәрит ағай ҡапыл ғына өйләнде. Аҙаҡ һөйләүҙәренсә, ағайыбыҙ ҡатыны менән күрше ауылға «шабашка»ға барғанда танышҡан. Көнө буйы бер һүҙ өндәшмәй эш менән булған ирҙең булдыҡлылығын һиҙенгән хужа уға бер бала менән ирҙән айырылып ҡайтҡан һеңлеһен димләгән. Әлфиә еңгәй ҙә үткер ине шул: күрергә тип кенә бер көнгә килде лә бөтөнләйгә ҡалды.
Тик ул уңған ағайға һис кенә лә иш була алманы. Семәрле шаҡартмалар артындағы баҡса менән ихата сүп үләненә батты. Ҡурсаҡ өйө кеүек итеп яһалған йорт та йыйыштырыу-йыуыуҙы һирәк күрҙе. Буялған иҙән аяҡ кейеме менән йөрөүҙән төҫөн юғалтты, йорттан ҡот китте. Ирҙең тамағы – йылы ашҡа, өҫтө таҙа кейемгә туйманы. Хужа яңғыҙ сағында көн дә һауылған һыйыр тәүге ҡышта уҡ һуғымға һуйылды. “Бындай ҡатындың булғанынан булмағаны артыҡ инде... Алманың аҫылын ҡорт кимерә, тигәндәре ошо инде”, – тип ауыр һуланы Фәрит ағайҙы йәлләүселәр. Күрше әбей йәш килен менән әрләшкәндә таҡҡан “йыбытҡы” ҡушаматы мәңгелеккә ҡалды. Әгәр ҙә уны тәүге көндән үк эшкә өйрәткән ҡәйнә йәки абруйлы ҡатын-ҡыҙ булһа, бәлки, өйрәнер ине. Тик ир туғандары Әлфиә еңгәйҙе тәүге көндән үк ситкә ҡаҡты. “Бушҡа эшләргә һин бит батрак түгел! Һин оялһаң үҙем һорайым!” – тип иренең эшенә хаҡ ҡуя башлағас, килендәрен бигерәк тә яратманылар.
Тора-бара Фәрит ағай эскегә һалыша башланы. Ҡыҙмаса булһа, ҡыйыуланып китеп кешеләргә, туғандарына бәйләнә, өйөндә лә тауыш сығарғыланы. Тәүгелә­ренә: “Нисек теләйем, шулай йәшәйем, ғаиләбеҙгә ҡыҫылмағыҙ! Эшкә тигәндә гел мин инем, ҡунаҡ булып бер кәсә сәйегеҙҙе эскәнем юҡ!” – тип һүҙ ташлаһа, ҡатынына: “Эш белмәгән бисә менән ғүмеремде әрәм үткәргем килмәй. Иртәгә үк әйберҙәреңде йый ҙа ауылдан һыпырт!” – тип ҡысҡы­рын­ды. Үҙе Әлфиә еңгәйҙең эйәрсен килгән улын үҙенекеләй күреп ихлас яратты. Ошо һөйөү уны ҡатынының ялҡаулығын да, яһиллығын да күп тапҡыр ғәфү итергә этәргес булғандыр, тип уйлайым. Нимә эшләһә лә, үгәй малайын эйәртеп йөрөнө, эшкә өйрәтергә тырышты. Ә ҡатыны, байтаҡ ҡына йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, бала табырға ашыҡманы.
Дүрт йыл элек Фәрит ағай ҡапыл вафат булды. Урамда ятҡанын күргәс, иҫеректер, тип йәштәр янына бармаған. Иренең эсеп урам буйында йөрөүенә күнеккән ҡатын да йоҡларға ҡайтмауына борсолмаған. Таң атҡас, көтөү ҡыуған ирҙәр “Тиҙ ярҙам” са­ҡырта. Һуң була шул, табиптар ҡотҡара алманы. Бар хәсрәтен эсенә йомоп йөрөгәс, йөрәге бөткән булған икән. “Ҡотолдо, бахырҡай...”– тип ҡуйҙы күрше-күләне.
Мәйет йорттан сыҡҡас та талаш ҡупты. Мәрхүмде оҙатып, йорт-йыһазды йыуа башлағас, Фәриттең ике туған апаһы Мәрхизә киленен әрләргә тотондо.
– Бысраҡҡа батҡан бындай донъяны күргәнем юҡ ине. Эсендә йәне булған кеше былай йәшәй алмай, Аллам һаҡлаһын! Аяҡ-ҡулың һау була тороп, ошондай көнгә төшөрһөң икән! Иреңдең өйҙә бер генә лә таҙа күлдәк-ыштаны юҡ бит! – тип болдорҙан ҙур япмаға төрөлгән кер өйөмөн тышҡа ырғытты. – Йыу йәки сүплеккә ташла. Анауындай ирҙе әрәм иттең!
– Нимә, апай булыуың иҫеңә төштөмө? Берәй тапҡыр килеп хәлен белгәнегеҙ булдымы? Алты йыл бергә йәшәп, ҡустың өсөн өҙөлөп торғаныңды күрмәнем!
– Һинең кеүек килен менән аралашмаҫ өсөн араларҙы өҙҙөм...
– Алдашма! Фәрит танышҡанда уҡ туғандарына зарланды. Һеҙ бит уны ялсы урынына тоттоғоҙ! Әлбиттә, мине яратмай­һығыҙ, килеп, ҡустығыҙҙың күҙен астым! Мунсаңды эшләргә 30 мең һум һорағас, бер ҙә унан эшләтмәнегеҙ, 5 меңгә ҡиммәтерәк хаҡҡа икенсе кешене ялланығыҙ. Лишь бы Фәриткә аҡса булмаһын, ивет?
– Тамаҡ хаҡына ла риза булыр ине! Һинең менән йәшәп, ул йылы, тәмле ашты онотто бит! Магазиндан алған билмәнде лә иҙелдермәй бешермәйһең. Аят табынына икмәгеңде ҡуйыуы оят: бер телемдә биш онло төйөр!
– Мин бешергән ризыҡта эшең булмаһын! Оҡшамаһа, үҙең бешергәнде алып кил!
Үҙ атаһы кеүек күргән кешеһен юғалтып илаған 10 йәшлек малайҙан башҡа артыҡ күҙ йәшен түгеүсе булманы ла шикелле. Һәр хәлдә, ирем үлде, тип ҡатын да, туғаны­быҙҙы юғалттыҡ, тип апалары ла ҡайғыға батып ултырманы. Улар өсөн һүҙҙәренең өҫтөн сығыуы мөһимерәк булды, шикелле. Һәр хәлдә, мәйет оҙатҡандағы талаш оло ғауғаның башы ғына ине. Фәрит ағайҙы ерләп аҙна үтеү менән йорт өсөн бәхәс китте. Әлфиә еңгәй, өс йылдан артыҡ йәшәүен сәбәп итеп, үҙен хаҡлы һананы. Ә ирҙең туғандары уларҙың законлы никахта тормауын үҙ файҙаһына борҙо. Ауыл советынан йорттоң килен төшкәнсе үк төҙөлөп бөтөүе тураһында справка ла алынды. Ике һәм өс туғандарға мөлкәттең бүленмәүен белгәс, Мәрхизә апай Фәрит ағайҙың Һарытау ҡалаһында йәшәүсе бер туған апаһы исеменән эш итә башланы. Ышаныс ҡағыҙын алыу өсөн шәхсән үҙе “ҡунаҡ”ҡа барып ҡайтты. Суд ике йылдан ашыу дауам итте. Һәр ике яҡ ялыу яҙа-яҙа, районда башланған конфликт республика кимәленә сыҡты. Мәрхизә апай гәзиттәргә мөрәжәғәт итһә, Әлфиә еңгәй интернет селтәре аша эш итте. Ахырҙа юғары суд, йорттоң дүрттән бер өлөшө – ҡатынға, ҡалғаны бер туған апаһына тейеш, тигән ахырғы ҡарар ҡабул итте. Йортто һатып, аҡсаһын бүлергә булдылар. Тик һаман да хаҡы буйынса килешә алмайҙар.
Суд ҡарары сығыу менән ирҙең туғандары килендәрен йорттан ҡыуып, ишегенә йоҙаҡ элде. Уныһы ла яуапһыҙ ҡалманы, ауыл араһында:
– Нигеҙе ҡороһон, тип сыуаш әбейенән сихырлаттым. Ул йортта бер кем дә бәхет күреп йәшәмәйәсәк, – тип хәбәр таратты. Әллә шуғамы, әллә хаҡы ҡиммәтме – уны һатып алырға теләүсе юҡ.
Ә йорт һаман да ауылға йәм биреп ултыра. Тик бер аҙ буяуы уңа башланы, шаҡартмаларының да бер нисә таҡтаһы ысҡынып төштө... Хужаһы күктән йәне әсенеп күҙәтәлер инде.
Йәй көнө мәсеткә барғанымда уларҙың күршеһендә йәшәүсе Ғәлиә әбей хәйер бирергә инде. Фәрит ағайҙың үлгән көнө икән.
– Кем донъяһы кемгә насип икән? Бына бит, күңел һалып, рәхәтләнеп йәшәрмен, тип йорт төҙөнө лә ята ике метр ергә һыйып. Ә былары мәңгелеккә килгәндәй булып, йорт бүлешә. Иҫкә алып, хәйер бирергә, доға бағышларға ла уйламайҙар. Бигерәк әрәм булды, Алла бәндәһе ине мәрхүмкәй... – тип иламһырап та алды
Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: