Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
9 Ғинуар 2022, 13:34

Ни өсөн кемгәлер бар нәмә еңел бирелә?

Ә кемдер тормош ҡараңғылығына сумған...

Ни өсөн кемгәлер бар нәмә еңел бирелә?
Ни өсөн кемгәлер бар нәмә еңел бирелә?

Ни өсөн кемгәлер бар нәмә еңел бирелә, ҡыуанып йәшәй, дәртләнеп эшләй, хыялдары ла тиҙ генә тормошҡа аша? Ә кемдер тормош ҡараңғылығына сумған, уңышһыҙлыҡтарға йыш осрай? Үҙен башҡалар менән сағыштыра, башҡаса йәшәү кимәленә лайыҡ түгелмен тип һанай...

Бөтә сәбәбе - башта.
Нимә уйлайбыҙ, ниндәй инаныуҙар менән йәшәйбеҙ... Беҙҙе бер кем дә язаламай, һынамай, үҙебеҙҙе үҙебеҙ аҡсаһыҙ итәбеҙ, алама мөнәсәбәттәр менән уратабыҙ. Һәм беҙҙең уңышһыҙлыҡтарҙа бер кем дә ғәйепле түгел. Ә ҡайҙан килеп сыға һуң тормош драмалары?

Барыбыҙ ҙа тыуғанда саф,эскерһеҙ, балалыҡ осоронда ла башыбыҙҙа ниҙер килеп сыҡмаҫ тигән шик-шөбһәләр, ҡурҡыуҙар юҡ.

Сабый өсөн әйтерһең дә бар ғаләм уның өсөн генә яратылған. Теләктәре үтәлеренә ышана, донъяға, кешеләргә бары тик ышанып һәм яратып ҡарай.

Үҫә килә яйлап был сифаттар кәмей бара. Үҫмер саҡта икеләнеүҙәре, хафалары арта, башында ҡапма-ҡаршылыҡлы уйҙары күп, кешеләр, тормош хаҡында айырым фекерҙәре, йәғни сикләп тороусы инаныуҙары барлыҡҡа килә.
Инде ул сабый саҡтағы һымаҡ бигүк ирекле түгел.

Ә олоғая килә кешене үҙгәртеүе икеле. Сөнки ул ғүмер эсендә күргән хәлдәргә ҡарап һығымта яһаған, шуға ярашлы бер генә хәҡиҡәткә ышанған...

Фото: Зиннур Боҫҡонов

Гөлсинә Йосопова

Ни өсөн кемгәлер бар нәмә еңел бирелә?
Ни өсөн кемгәлер бар нәмә еңел бирелә?
Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас: