1736 йылдың 24 ғинуары. Башҡорт ауылдарының көлөн күккә осороп йөрөгән Тәфтиләү (Тевкелев) өсөн сираттағы һөжүм урыны Асҡын районындағы Һөйәнтүҙ (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа – Һөйәнтөҙ) ауылы була.
Фажиғә 1735 – 1740 йылдарҙағы ихтилал менән бәйле. Рәсәй батшабикәһе Анна Иоановна, башҡорт ерҙәре аша үткән империя сиктәрен нығытырға ниәт итеп, төбәккә И. Кириллов етәкселегендә экспедиция ебәрә. Кирилловҡа ярҙамсы итеп суҡындырылған татар мырҙаһы Алексей Иванович (Ҡотломөхәмәт Мамеш улы) Тевкелев тәғәйенләнә. Экспедицияның бурысы – Башҡортостандың көньяғында яңы ҡала һалыу һәм сик буйлап терәк ҡәлғәләр төҙөү. Был ҡарар менән ризаһыҙ башҡорттар баш күтәреү хаҡында һүҙ ҡуйыша.
Баш күтәреүселәр Йосоп Арыҡов һәм Төлкөсура Алдағолов етәкселегендә Тевкелев һалдаттарын Балыҡсы, Мырҙалар улусы сиктәрендәге тау юлдарында көтөп алып, тар-мар итмәксе була. Балыҡсы улусы старшинаһы Сиҡат бында 700 кешенән торған ҡораллы отряд туплай. Әммә Һөйәнтүҙ ауылына килеп еткәс, Тевкелев башҡорттарҙың ниәтен белеп ҡала һәм ауыл халҡынан үс алырға ҡарар итә.
1736 йылдың 19 ғинуарында А.И. Тевкелев Һөйәнтүҙгә килеп инә һәм урындағы халыҡты вәхшиҙәрсә ҡырырға бойороҡ бирә. 24 ғинуарҙа Тевкелев ауылды юҡҡа сығарырға ҡуша. Был хаҡта Рәсәй тарихсыһы һәм крайҙы өйрәнеүсе П.И. Рычков былай тип яҙып ҡалдырған: «Был ауылда меңләп кеше – ҡатын-ҡыҙ, бала-сағаһы менән бергә атылып, штык ҡаҙап үлтерелде. Бынан тыш, 105 кеше аҙбарға ябылып, утта яндырылды. Шул рәүешле Һөйәнтүҙ кешеләре ҡатын-ҡыҙҙары, бала-сағаһы менән — сабыйынан ҡартына тиклем — бер төн эсендә ут, ҡорал менән ҡырып бөтөрөлдө, ә йорттары янып көлгә ҡалды».
Бынан һуң Тевкелевтың һәм полковник Мартыновтың язалаусы отрядтары Балыҡсы, Унлар, Ҡыр-Танып улустарында йәнә 51 ауылды талап, яндырып сыға, ике меңдән ашыу кешене үлтерә (хәҙерге Башҡортостандың Асҡын, Балтас, Ҡариҙел райондары биләмәһе).
Башҡортостандың был төбәгендә күпме ҡан ҡойош булғандыр, Хоҙай үҙе генә белә. Әммә шуларҙың иң ҡанһыҙы – гөрләп торған ауылды бер төн эсендә көл-күмергә ҡалдырған Һөйәнтүҙ фажиғәһе әле булһа онотолмаған.
Ҡара ла ғына урман ҡая бите,
Шаулайҙыр ҙа кисен ел саҡта.
Ташҡайҙарға соҡоп ҡарғыш яҙҙым,
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта.
(Башҡорт халыҡ йыры “Тәфтиләү”).
Сығанаҡ: “Башҡорт Википедияһы”