“Кеше ғүмерен күк йөҙөндә атылған йондоҙға тиңләйҙәр. Тик был сағыштырыуҙың мәғәнәһенә үҙем олоғая төшкәс кенә ныҡлап төшөндөм. Йәш саҡта бит алдағы тормош юлы икһеҙ-сикһеҙ һәм тип-тигеҙ күренә.
Алтмышҡа аяҡ баҫҡанда ниңәлер алыҫта ҡалған бала саҡ, йәшлек йылдары, балаларҙың бәләкәй саҡтары бик йыш иҫкә төшә башланы. Йылдар ҙа хәҙер бер-береһен йылдам алмаштырғандай, ваҡыт иҫ киткес шәп үткәндәй. Ошоларҙы уйлаһаң, ирекһеҙҙән эс боша, үҙең дә һиҙмәҫтән күңел төшөнкөлөгөнә биреләһең. Әҙәм балаһы шулай яратылған – ул киләсәген әллә ни уйлап бармай, уйлаған хәлдә лә, уның бөтөн нескәлектәренә тиклем күҙ алдына килтерә алмай, тик яҡшыға ғына өмөт итә. Шулай булғас, миңә лә тик изгегә юрап, алда әле бихисап ғүмер юлы барлығына өмөт итеп йәшәргә генә ҡала.
Үҙем белгән-ишеткәндәрҙе ҡағыҙға теркәргә күптән уйлап йөрөһәм дә, ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып, һуҙып килдем. Һәм бына, ниһайәт, тотонорға булдым. Олоғайған һайын атай-әсәйемдең үткән ғүмер юлын, күргән-кисергәндәрен нығыраҡ белгем килә, ни эшләп улар тере саҡта күберәк һорашып ҡалмағанмын икән тигән үкенесле уйҙар килә. Берәй заман беҙҙең балаларҙың да күңелдәрендә шундай хис-тойғолар уяна ҡалһа, ошо яҙмам бер ни тиклем асыҡлыҡ индерер тигән уйҙамын. Һөйләнелгән ваҡиғалар – беҙҙең оло апайыбыҙ Таибә Мөхәмәт ҡыҙының һөйләгәндәренән иҫтә ҡалған тарихтар һәм үҙемдең бала саҡ хәтирәләре”, – тип яҙа Ишморат Ҡалдыманов үҙенең “Күңел йәдкәрҙәре” тигән китабында.
Ғүмер буйы төрлө урындарҙа етәксе булып эшләгән, хеҙмәт юлын әле лә дауам иткән Ишморат Хәбрахман улы Әбйәлил районы Туйыш ауылында йәшәй. Уға илебеҙҙең төрлө һынылышлы осорҙарында яуаплы һәм ғәйрәтле ваҡиғаларҙа ҡатнашырға тура килә, нисек кенә булмаһын, һәр ғәмәлде намыҫ ҡушҡанса башҡарырға тырышҡан ир-егеттең юлында төрлө кәртәләр ҙә осрай, әммә һәр саҡ үҙенә тоғро ҡала. “Күңел йәдкәрҙәре” исемле йыйынтығында ул нәҫел-затының тарихын ғына түгел, үҙе күргән-кисергәндәрҙе лә йәшермәй, асыҡтан-асыҡ тасуирлай. Тормош иптәше Рәйлә Заһретдин ҡыҙы менән өс ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, әле улар барыһы ла башлы-күҙле булып, үҙҙәре балалар үҫтерә. Рәйлә апай менән Ишморат ағайҙың донъялары ла ҡарап туйғыһыҙ матур, күпләп мал тоталар, баҡса үҫтерәләр, икәүләп йыл да берәй илгә сәйәхәт итеүҙе лә ғәҙәт итеп алғандар. Әле көҙ генә сикһеҙ тәьҫораттар менән Тунистан ҡайтып төшкәндәр. Иң һоҡландырғаны: уларҙың үҙ-ара йылы мөнәсәбәттәре, мөхәббәтле көнитмештәре. Ишморат Хәбрахман улының китабынан оло хөрмәт менән ата-олаталары хаҡында яҙған бер өҙөгөн һеҙҙең ҡарамаҡҡа ла тәҡдим итәбеҙ.
Тамырҙарыбыҙ
Элекке Ырымбур губернаһының Үрге Урал өйәҙенә ҡараған Туйыш ауылының 1760 йылдағы картаһы мәғлүмәтенә ҡарағанда, унда ни бары 12 хужалыҡ булған. Яҙыусы Илдар Исламовтың “Әбйәлил күбәләктәре” тигән китабында (Өфө, 2009 йыл) Туйыштың XVIII быуат башында барлыҡҡа килеүе теркәлгән. И. Исламов әлеге китабында бына ни яҙа: “...Йорт старшинаһы Балапан, үҙенең “Иҫке йорт” тип аталған урынынан хәҙерге Иҫке Балапан ултырған ергә күскәс, Кесе Ҡыҙыл буйындағы биләмәләрен Мәҫкәү исемле кешегә һата. Мәҫкәү Ҡабаҡ тауының битенә барып урынлаша, шуға күрә ауылдың исеме тәүҙә “Ярбаш” тип йөрөтөлә. Һуңыраҡ йорт старшинаһы хөрмәтенә ауыл Туйыш тип исемләнә башлай. Ә. Әсфәндиәровтың “Башҡортостан ауылдары тарихы” китабында килтерелгән мәғлүмәттәргә таянғанда, уның улдары Туғыҙбай (1742–1822), Хоҙайбирҙе (1757–1822) Туйышевтарҙың йәшәүе билдәле.
1820 йылдың тирә-яҡҡа ҡоштар тауышы яңғырап торған, бөтә донъя йәшелеккә күмелгән май айы Ҡалдыман Мөслимовтың ғаиләһенә оло шатлыҡ алып килде: бер-бер артлы донъяға килгән Әфләтун, Әбделвәхит, Йософтан һуң ҡатыны Мөхәрримә дүртенсе малайын тапты. Был ваҡиға әллә ни етеш тормош күрмәгән Мөслимовтар ғаиләһенә бер шатлыҡ өҫтәһә, ике хәстәр алып килде. Сөнки ҡул араһына ана инәм, бына инәм тип, ваҡ-төйәк эштәрҙә ярҙам итешеп йөрөгән оло улы Әфләтунға әле ни бары 11 йәш, 8 йәшлек Әбделвәхит менән 3 йәшлек Йософ урамдан бушамайҙар. Иртәле-кисле мал ҡыуышып, мал ҡаршылаған ҡатыны Мөхәрримә хәҙер йәш бала менән мәшғүл. Шулай итеп, Ҡалдыман хужалыҡта бөтөнләй ярҙамсыһыҙ ҡалды. Ауыл муллаһын саҡыртып, балаға Усман тип исем ҡуштырҙылар. Нисек кенә булмаһын, Ҡалдымандың күңеле күтәренке ине – ауылда бик һирәктәрҙең ҡатындары уҫлаптай-уҫлаптай малайҙар таба. Уларҙың улдары, ана, ай үҫәһен көн үҫеп, туптай тәгәрәшеп, буй еткереп тә киләләр. Илдәр тыныс торһа, мал-тыуарҙы ишәйтеп ебәргәндә, тип Ҡалдыман үҙен тынысландырып, күңелен күтәрергә тырыша ҡыйын саҡтарҙа.
Йылдар һиҙҙермәй генә бер-бер артлы үтә торҙо. Ғүмер үтеүенә бик бошмай Ҡалдыман, ул һәр кемдең маңлайына яҙылған хаҡ яҙмыш. Уның бәғерен өйкәп торған нәмә – үҙе ҡорған тормош ебенең төйөндәре күп булыуы. Ике йылға бер килеп торған ҡоролоҡ мал-тыуарҙы ишәйтергә мөмкинлек бирмәһә, иңдәренә ябырылған донъя йөгө уны ныҡ ҡына ҡужғытты. Оҙаҡ ҡына ауырығандан һуң, 1824 йылда, ир уртаһы йәшенә лә етә алмайынса, 54 йәшлек Ҡалдыман яҡты донъя менән хушлашты. Ағалары бер-бер артлы башлы-күҙле булып, һәр ҡайһыһы үҙ тормоштарын ҡорған йылдарҙа Усмандың әле нығынып та өлгөрмәгән иңдәренә олоғая барған әсәһен ҡарау, ғаиләлә төпсөк малай булараҡ, донъя йөгөн тартыу бурысы ятты.
Йәйҙең эҫе, ҡоро көндәренең береһе. Йомғаҡ тауында мал көтөүе утлай, көнө буйы мал артынан ялан аяҡ сабып арыған Усманға ла быйыл ун ике йәш тулды. Тик ул үҙенең урамда уй-хәсрәтһеҙ уйнап йөрөгән тиҫтерҙәренән күпкә үҙаллыраҡ, сөнки икенсе йыл инде ауылдың Дауыт исемле байында мал көтә.
Көн томра, һис бер ел әҫәре юҡ. Исмаһам, күктә ус аяһындай ғына ла болот күренмәй. Ауыл яғын байҡап Усмандың күҙҙәре талды. Ул Дауыт байҙың үҙенән бер нисә йәшкә олораҡ булған бер бөртөк улы Хәсәнде көтәүелләй. Алдан килешеү буйынса, Хәсән төш мәлендә йәш көтөүсегә көн һайын ризыҡ алып килергә тейеш. Ләкин Хәсән йыш ҡына атаһының һүҙенә әллә ни иҫе китеп бармай, уйынға әүрәп, Усманды ас ҡалдырған саҡтары ла була. Бөгөн дә шулай булыр, ахырыһы. Ауыл яғынан килеүсе күренмәгәс, Усман көтөүҙе Ҡарабай ҡойоһона ҡарай ҡыуаланы. Малдарҙы йылға буйындағы саңдауға төшөрөп, үҙе көпшә, ҡуҙғалаҡ йыйып, тамаҡ ялғарға йыйынды.
Дауыт бай үҙе әллә ни ҡырыҫ кеше түгел түгеллеген, тик ул ҡушҡан йомоштар көтөүҙән ҡайтҡас та эшләп бөтөрөрлөк түгел бәләкәй Усман өсөн. Малды айырып ябыу, һыйырҙарҙы һауышыу, быҙауҙарға бесән сабып алып килеү, бәрәстәрҙе айырып ашатыу, аттарҙы төнгөлөккә ҡырға ҡыуыу – барыһы ла Усман елкәһендә.
Ун һигеҙ йәшкә еткәндә Усман тиҫтерҙәренән күпкә айырылып торған ир ҡорона тулғайны. Оҙон буйлы, киң күкрәкле, ҡуйы ҡара сәсле Усман, байҙың баш бирмәҫ аҫау айғырҙарын да тотоп менеп, тирә-яҡта оҫта ат ҡараусы тигән дан алды. “Ат телен беләлер был егет – ул көткәндә бер йылҡы малы ла ситкә китмәй”, – тип иҫе китә ауылдаштарының. Хәсән дә буй еткерҙе. Тик уға күпселеген мал тәрбиәләүҙән торған йорт эштәре, донъя көтөү хәстәре ят ине. Барын ашап, әҙерҙе кейеп үҫкәнгәме, иртәгәһен уйламаны – төш еткәнсе йоҡланы, туйғансы ашаны, күңеле булғансы ял итте. Уның ни уйлағанын, нимә менән шөғөлләнгәнен ситтәр түгел, хатта ата-әсәһе лә аңлай алманы.
Тормош гел шулай бер көйө генә барһа икән дә!.. Туйышта бар халыҡ иҙрәп йоҡлай, тик Дауыт байҙың ғына күҙенә йоҡо эленмәй. Ул бына икенсе төн инде Үрге уралдан килгән сапҡын ҡалдырған ҡағыҙҙы тотоп ята. Хикмәтле ҡағыҙҙы көндөҙ ҙә, төндә лә ҡулынан ысҡындырмай – хатта ашауҙан яҙҙы.
Әлеге ҡағыҙ – яҡын-тирә ауылдарҙан әрмегә алынасаҡ егеттәрҙең исемлеге, унда Хәсән дә бар. Фарман ҡаты: үҙ аты, үҙ ҡорал-ярағы, кейеме менән өйәҙгә килеп етергә тиелгән. Бер көн кис шулай башын ташҡа орорҙай булып йөрөгән Дауыттың борсоулы уйҙарын Усмандың сағыу тауышы бүлдерҙе:
– Бай ағай! Мал-тыуарҙы ҡарап бөттөм. Бүтән йомош булмаһа, үҙ эшем менән күрше ауылға барып килергә ине! – тине уйнаҡлап торған туры ҡашҡа атҡа атланған егет. Байҙың өнһөҙ баш ҡағыуын ризалыҡ тип ҡабул иткән Усман саң туҙҙырып күҙҙән юғалды. Дауыт байҙың зиһене асыла төшкәндәй булды, уйҙары үҙҙәренән-үҙҙәре Усманға барып тоташты: “Бына, исмаһам, егет! Ундайҙы ер сигенә ебәрһәң дә юғала торған түгел – аждаһаның үҙе менән алышырға әҙер. Ә Хәсән?.. Уға килгәндә, һаман да бала һымаҡ – йоҡонан торғас үҙаллы кейемдәрен дә таба алмай. Хатта башҡалар ярҙамынан тыш ат эйәрләп тә менә алмай, әҙәм көлкөһө. Тик былар төп сәбәп түгел – уныһына тормош өйрәтер ине. Төп сәбәп – уның үҙенең берҙән-бер улын әрмегә ебәргеһе килмәүҙә ине.
Иртәнсәк Дауыт байҙың төнгө тынғыһыҙ уйҙарын йөпләгәндәй, күҙе төшөп йөрөгән һөйгән ҡыҙы Гөлбинәне күреп ҡайтыуҙан күңеле күтәрелгән Усмандың йырлай-йырлай көтөүгә мал ҡыуалған тауышы ишетелде. Ул көндө Усманға төшкө ашты Дауыт бай үҙе алып барырға булды. Мул ғына икмәк, йылҡы ите, ҡорот һалынған муҡсаны Усмандың алдына бушатҡас, һүҙҙе нимәнән башларға белмәгәндәй, сыбыртҡыһының һабын бер былай, бер тегеләй әйләндереп, байтаҡ ултырҙы. Шулай ултыра торғас, берҙән-бер улының киләсәген күҙ алдына килтереүҙәнме, әллә башҡа сәбәптәнме, күңеле тулып, күҙенә йәш килде. Иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем сәхрәлә йөрөп, күңеле тәбиғәт серҙәренә һиҙгер булған Усман ғәмһеҙ Хәсән кеүек түгел ине – ул ил-йортта барған һәр яңылыҡтан хәбәрҙар булырға тырышты. Бая ауыл яғынан байҙың ерән ҡашҡа аты күренеү менән уның күңеле ниҙер һиҙенгәйне: “Хужа тиктәҫкә йөрөмәҫ”. Әле бына күҙенә йәш алған бай әрме тураһында бер-ике ауыҙ һүҙ әйтеп өлгөрмәҫтән ул атаның күңелендәген шундуҡ аңлап алды – тимәк, уның яҙмышы хәл ителде. Усман бының шулай булырын алдан уҡ белеп йөрөнө инде, сөнки уның кеүек ярлы-ябағаның бай балалары өсөн әрмегә китеүе тирә-яҡта һирәкләп булһа ла, ишетелеп тора ине. Бер уйлаһаң, кемгә хеҙмәт итһәң дә, ярлы өсөн барыбер түгелме ни – бында байға, тегендә батшаға.
Иртәгәһенә иртүк Усманды юлға әҙерләү мәшәҡәттәре башланды. Байҙың барлыҡ хеҙмәтселәре лә тигәндәй эшкә егелде. Берәүҙәр юллыҡ ризыҡ әҙерләне, икенселәре кейем текте, кемдер юл кәрәк-яраҡтарын теүәлләне. Тыуған йорттан айырылып китеүҙе уйлап, күңелен яманһыу тойғолар биләгән егетте шул әҙерәк йыуата ине: Дауыт бай уны яратып менгән туры ҡашҡа атынан айырманы. Ул ғына түгел, бай Усманға үҙенең байрамдарҙа, ҡунаҡ-төшөмдәрҙә генә тотонған семәрле йүгәнен, көмөш өҙәңгеле эйәр-әпсенен бүләк итте. Шулай итеп, кисәге көтөүсе Усман Ҡалдымановтың тормошонда өр-яңы осор – әрме хеҙмәте дәүере башланды.
Ике аҙнаға һуҙылған оҙон юл хеҙмәттә сыныҡҡан Усманға әллә ни ауыр булманы. Тирә-яҡтан йыйылған үҙе кеүек егеттәр менән йырлаша-көлөшә алыҫ юлды ярайһы еңел үттеләр. Тик барыһының да эсен бошорғаны – алда торған билдәһеҙлек ине. Әрме хеҙмәтенең мөҙҙәте күпме? Берәүҙәр уны 10–15 йыл тип фараз ҡылһа, икенселәре 20–25 йыл тип тә ебәрә. Ләкин берәү ҙә анығын ғына әйтә алмай.
Егеттәрҙе командаларға бүлделәр, башлыҡтар билдәләнде. Көн дә тиерлек һуғыш алымдарын өйрәнеү уйындары үткәрелде. Ваҡыт үтә торҙо. Үҙе саманан тыш көслө, үҙе тыңлаусан, һуғыш алымдарын башҡаларға ҡарағанда тиҙ үҙләштергән Усманды тәүге көндәрҙән үк командирҙары яҡын күрҙе. Улар егетте яндарына саҡырып, үткән тормошо менән ҡыҙыҡһынып, аралашыр булып киттеләр.
Миҙгел артынан миҙгел алмашынып, һигеҙ йыл шулай үтеп тә китте. 1846 йылдың яҙы иртә килде. Ҡарҙар иреп бөтөү менән ғәскәри хеҙмәттәгеләр өсөн иркен тормош башлана. Отрядтар теҙелешеп ялан уйындарына сығалар, төрлө күнекмәләр үткәрәләр. Бындай уйындар, ғәҙәттә, көн оҙоно дауам итә һәм казактар арып-талып кисләтеп кенә казармаларға ҡайтып инә. Шундай көндәрҙең береһендә Усман иртәнсәктән үҙен насар тойҙо – буштан-бушҡа башы ауыртты, күңеле болғанды, әленән-әле эсе бороп алды. Берәй һалыу-фәлән булдымы, хәйерһеҙ!.. Шулай ҙа егет һыр бирмәне, иптәштәре менән бергә төрлө күнекмәләр яһаны. Белдермәҫкә тырышһа ла, кискә табаныраҡ Усмандың хәле тамам насарайҙы. Эсе ауыртыуына сыҙай алмайынса, атының башын ситкә бороп, оло юл ашаһындағы һаҙлыҡҡа табан елдерҙе. Юлды аша сыҡтым ғына тигәндә, ҡапыл туры ҡашҡа өркөп, ситкә һикерҙе. Эйәрҙә көскә ултырып килгән һыбайлы ни булғанын аңлап та өлгөрмәне – күҙ асып-йомған арала ергә тәкмәсләне. Хәрби күнекмәләрҙә өйрәтелгән ат хужаһы янына килә һалды, ғәфү үтенгәндәй, башын түбән эйеп, ҡатып ҡалды. Усман, аяғына баҫып, өҫтөн ҡағыштырҙы, ҡылысын төҙәтте, тирә-яғына ҡараштырҙы. Әммә шикләнерлек бер ни ҙә күренмәгәс, атына ҡарай атлауы булды, ике аҙым ситтә ҡара күн сумка ятҡанын шәйләп алды. Кемдеке был? Берәйһенеке төшөп ҡалғанмы, әллә ташлап киткәндәрме? Усмандың хәле уны-быны уйлап торорлоҡ түгел ине был мәлдә – табыштың тотҡаһынан эләктереп алды ла хәжәтен үтәргә ҡыуаҡ эсенә ҡабаланды. Хәжәтен үтәп, тәҡәтһеҙ иткән эс ауыртыуын баҫҡас, Усман сумканы асып ҡарарға булды. Затлы муҡсаның элгесен ысҡындырғас, егет телһеҙ ҡалды. Эсенең ауыртыуы ла, яҡындағы атының бышҡырыуы ла онотолдо – унда тыңҡыслап аҡса тултырылған ине. Төрлөһө бар: бер бүлкәтендә батша һүрәте төшөрөлгән ҡағыҙҙар, икенсеһендә – һәлмәк алтын, көмөш тәңкәләр...
Усман йомшаҡ ерҙе ҡылысының осо менән ҡаҙып, бәләкәй генә соҡор яһаны ла әлеге сумканы шунда күмеп ҡуйҙы. Әлегә ятып торһон, аҙағыраҡ күҙ күрер. Яфалаған эсе лә, күңеле лә бер аҙ тынысланған егет, хазина күмелгән урынды билдәләгәс, атына менеп, иптәштәре яғына ыңғайланы. Мең төрлө уйҙан башы ҡатҡан Усманда хәрби күнекмә ҡайғыһы юҡ ине, командирынан рөхсәт алып, атын казарма юлына борҙо. Төн үтте. Йүнләп йоҡлай алмаған егеттең башына бер ниндәй ҙә аныҡ фекер килмәне. Аҡсаны нишләтергә, һис юғы, кемдән кәңәш һорарға? Ул аҡсаларҙан хеҙмәттә йөрөгән Усманға ни файҙа?.. Уйлана торғас, ул икенсе көндөң кисендә берҙән-бер яҡын күргән кешеһе булған командирына килде һәм кисәге хәлде түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе. Байтаҡ тын ултырғандан һуң командир уға:
– Һин, Ҡалдыманов, ысын егетһең, афарин, – тине. – Ләкин был аҡсаны кемгә бирәбеҙ? Урлағанһың, тип ышанмаһалар? Берәйһен талап, юлбаҫарлыҡ ҡылғанһың тиһәләр? Ул саҡта башың төрмәгә китәсәк. Уның шауҡымы миңә лә тейеүе ихтимал...
Олпат командирҙың да тәүге мәлдә юғалып ҡалғанын күргән Усманға бер аҙна ваҡыт айҙай тойолдо. Ниһайәт, бер көндө кис командир үҙен теге табылдыҡ урынына алып барырға ҡушты. Усман һис бер яңылышыуһыҙ командирҙы һаҙлыҡҡа алып барҙы, сос, ышаныслы хәрәкәттәр менән баяғы сумканы ҡаҙып сығарҙы. Ғүмерендә күпте күргән, төрлө хәлдәр кисергән командир әле килеп ауыҙы яртылаш асылған сумкаға ҡарап телһеҙ ҡалды. Бер килке уйланып торғандан һуң, командир табылдыҡты кире урынына күмергә ҡушты һәм иртәгә төн уртаһында ошонда яңынан осрашырға һүҙ ҡуйышып, ҡайтыу яғына боролдо.
Икенсе көнөнә командир Усманға төш мәлендәрәк үҙе килде һәм ҡыҫҡаса ошоларҙы еткерҙе:
– Атыңды юлға әҙерлә, бөтә кәрәк-ярағыңды йый. Бына һиңә карта, документтарың. Һинең хеҙмәт мөҙҙәтең тулды, Ҡалдыманов, йортоңа ҡайт. Әгәр ҡайтҡас та тыныс, мул тормошта йәшәйем тиһәң, был хәлде бер кемгә лә һөйләмә, ныҡ бул. Бер ваҡытта ла маҡтанма, араҡы эсмә. Аҡсаны яйлап тотон, кешегә һиҙҙермә... Юлдан таймаһаң, бер айҙа тыуған илеңдә булырһың. Кеше күҙенә салынмаҫҡа тырыш, күберәк төндә хәрәкәт ит...
Төн уртаһында һаубуллаштылар. Командир Усманға сумкалағы аҡсаның тап яртыһын бүлеп бирҙе һәм яратҡан һалдатын ирҙәрсә ҡосаҡлап хушлашты. Усмандың күңелен был мәлдә бер ҡараһаң болоҡһоу, икенсе ҡараһаң, эскә һыймаҫ шатлыҡ биләп алғайны. Шулай булмай һуң – һигеҙ йыл ат өҫтөндә йөрөү, һис бер хат-хәбәрһеҙ ситтә булыу уны тамам биҙҙергәйне. Алда – ауыр юл. Кеше-маҙарға юлығыуҙан шикләнгән Усман, командирҙың кәңәшен тотоп, юлһыҙ ерҙәрҙән һәм башлыса төнөн хәрәкәт итте. Иң ҡыйыны, моғайын, оҙон көндәрҙе ҡасып-боҫоп үткәреү булғандыр. Аттарҙың иң аҡыллы мал икәнен дә, ғүмер баҡый ир-егеттең уң ҡанаты, тоғро юлдашы икәнен дә Усман күптән белә. Шулай булһа ла, был сәйәхәт ваҡытында ул үҙе һөйөп менгән туры ҡашҡаһының әҙәм һымаҡ аңлы булыуына хайран ҡалды. Ул барыһын да белә, аңлай, тик телгенәһе юҡ шул малҡайҙың! Шуныһы ғәжәп: ул Усман ятһа, ятты, торһа, торҙо. Хужаһының хәүеф-хафаһына төшөнгәндәй, атлағанда ла һаҡ баҫырға тырышты. Һыбайлы саҡ ҡына юлдан тайшанһа, хайуан һиҙгерлеге менән үҙе тойомлаған юлға төшөп алды. Юл ырап ҡалһын тигәндәй, төндә лә үҙ белдегенә йылдамыраҡ атлаған йәки юртҡан төҫлө ине ул. Тәжрибәле командиры өйрәткәнсә, төндәрен ижау йондоҙлоғонан күҙ яҙлыҡтырмай, уның өҫтөндәге Алтын ҡаҙыҡ йондоҙоноң гел төньяҡты күрһәтеп тороуын яҡшы белгән Усман әллә ни аҙашманы. Ел булһынмы, ямғыр яуһынмы – гел үҙе һиҙемләгән, аты тойомлаған йүнәлеш буйынса тыуып-үҫкән еренә ашыҡты.
Юлға сығыуының егерме алтынсы көнөндә Усман ғәзиз тыуған еренә хас булған ағастарҙы, үләндәрҙе сырамытҡанын, хатта үҙ яғында ғына һайрай торған ҡоштар тауышын таный башлағанын тойҙо. Бығаса күндәм генә килгән аты ла ҡапыл үҙгәреп, күҙҙәре осҡонланып, башын сайҡап, сабырһыҙ бышҡыра-бышҡыра юртты.
Төн уртаһы. Тулған ай нурынан көндөҙгө һымаҡ яҡты. Ҡараташ тауы башына бер һыбайлы килеп менде. Һирәк-мирәк өргән эт тауыштары яҡында ғына ауыл барлығын белдерә. Шылт иткән тауыш юҡ – халыҡ иҙрәп йоҡлай. Усман атынан төштө, уның муйынынан ҡосаҡлап иркәләне, тәки килеп еттек бит тигәндәй, ҡыуанысын уртаҡлашырға теләне һәм... телһеҙ ҡалды – туры ҡашҡа аттың ике күҙенән дә мөлдөрәп йәш аға ине. Ҡыуаныстан ат та илай икән?!. Быны күреп, Усман да түҙә алманы – үҙе лә ике ҡулы менән күҙҙәрен ҡаплап, илап ебәрҙе. Ошоғаса тормоштоң әсе-сөсөһөн мул татып, бер ваҡытта ла күңелдәре йомшармаған ике йән эйәһенең тыуған төйәктең ғәзизлеген тойоуҙан, уны күреүҙән кисергән шатлыҡ йәштәре ине улар.
Ваҡыт өсөн хәрби тормош ни ҙә, тыныс тормош ни – ул барыһын да бер иш үҙгәртә. Һигеҙ йыл эсендә ауылда ла байтаҡ үҙгәрештәр булып үткән икән. Усман ҡайтҡансы тирә-яҡҡа даны таралған Дауыт бай фани донъя менән хушлашҡайны инде. Уныһы ғәжәп түгел – бай йәшәрен йәшәгән, ашарын ашаған, тигәндәй. Ә бына уның берҙән-бер улы Хәсәндең атаһынан ҡалған мал-мөлкәтте туҙҙырып, һатып эсеп, аҙаҡтан үҙенең вафат булыуы, ысынлап та, ғәжәп һәм ғибрәт ине. “Үҙем тапҡан мал түгел, атайҙыҡы йәл түгел”, – тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер инде.
Оло ағаларының кәңәше буйынса Усман үҙен хеҙмәткә оҙатып ҡалған Гөлбинәһенә яусы ебәрҙе. Яусы ыңғай яуап менән әйләнеп ҡайтҡандан һуң әллә ни олонан ҡупмай ғына күркәм байрам ойоштороп, йәш кәләште оҙатып алып та ҡайттылар.
Йәш ғаилә һәүетемсә йәшәп алып китте. Тыныс тормоштағы эшкә һыуһап ҡайтҡан Усмандың күп ваҡыты йорт-ҡура йүнләү, мал-тыуарҙы ишәйтеү кеүек көндәлек хәстәргә китһә, йәш кәләш кейем-һалым, йорт ҡаралтыларын туплауға хәселен һалды. Усман бик теләгән хәлдә лә үҙенең нәфсеһен тыя белде, командирының хушлашҡанда әйткән һүҙҙәрен бер ваҡытта ла хәтеренән сығарманы. Уның тиҙ генә донъя теүәлләп алыуына күрше-күлән аптыраманы, ни өсөн тигәндә, улар тормош йөгөн тигеҙ тарттылар, иртә таңдан ҡараңғы төнгәсә ҡатыны менән икәүләп хужалыҡ мәшәҡәттәре менән булдылар. Хәрби хеҙмәттән ҡайтыуына дүрт-биш йыл да үтмәне – Усмандың ҡарағастан һалынған өр-яңы йорто, ялан тулы йылҡы, һыйыр малы бар ине. Ә ваҡ мал, ҡош-ҡорт тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Был ваҡытта ҡулынан киләме-килмәйме, әсәһенә ярҙам итәм тип аяҡ аҫтында буталып йөрөгән ҡыҙҙары Бәҙрисафа үҫеп килә ине.
Кеше менән тиҙ генә уртаҡ тел табыуға һәләтле, сос, башҡорт теленән тыш, урыҫ телен һыу һымаҡ эскән Усман Үрге Урал, Белорет ҡалаларына алыш-бирешкә йыш йөрөнө, таныштары, дуҫтары ла күбәйҙе. Йәй көндәрендә көтөү-көтөү мал-тыуары менән Көркәк тауҙарына, Биҙгенде йылғаһы буйҙарына йәйләүгә сыҡты. Сәхрәлә көбө-көбө ҡымыҙ әсетелде, үҙ-ара саҡырышып һимеҙ ҡуйҙар һуйылды. Тормош, майланған арба шикелле, үҙ яйы менән әкренләп булһа ла, алға тәгәрәне.
Туйыш ауылы ла тирә-яҡтағы башҡа ауылдарҙан ҡалышмайым тигәндәй, әкренләп ҙурая барҙы – яңы ғаиләләр барлыҡҡа килде, бала-саға күбәйҙе. Бына Усмандың ағаларын ғына алайыҡ: олоһо Әфләтун менән Гөлбаныу еңгәһенән тыуған улдар Мөхәмәтхәсән, Мөхәмәткирәй, Мөхәмәткөнәфи, Мөхәмәтсафа, уртансыһы Әбделвәхит менән еңгәһе Бәҙигөльямалдан Ҡунаҡбикә, Хөсниямал, Ғабдулла, Рәбиға, кесе ағаһы Йософ менән уның беренсе ҡатыны Бәлхисанан, икенсе кәләше Гөлсәғиҙәнән Ишмөхәмәт, Йомабай, Хәбибьямал, Мансур, Мөхәмәтмәғәфүр, Сәхипьямал исемле балалар тыуып, үҙҙәре бер урам булып, татыу ғүмер итәләр.
Усман да үҙенә иш һәм ярҙамсы булырҙай, Ҡалдымановтарҙың быуын сылбырын ялғап, нәҫелен дауам итерҙәй малай көтә ине. Һәм бына, ниһайәт, уның теләге Хоҙай Тәғәләгә барып етте шикелле – Гөлбинә көндәрҙән бер көндө малай табып бирҙе. Ата кешенең ҡыуанысының сиге юҡ ине – тирә-яҡтан оло ҡунаҡтар йыйып, ҙур мәжлес ойошторҙо. Ир балаға Мөхәмәт тип исем ҡуштылар. Усмандың күңеле булды, донъяһы түңәрәкләнгәндәй хис итте үҙен. Ул уғата дәрт менән сәмләнеңкерәп донъя көтөргә кереште. Малы ишәйҙе, кәртә-ҡураһы ҡош-ҡорт менән тулды. Ваҡ малдың ғына түгел, хатта йылҡы малының иҫәбен алыу ҡыйынлашты. Төбәктәге иң бай кешеләрҙең береһе булараҡ, уның даны тирә-яҡҡа таралды. Ләкин ни тиклем генә бай булмаһын, ул башҡалар һымаҡ ялсылар, хеҙмәтселәр тотманы. Йылҡыларын өйөр айғырҙары көттө, ваҡ малды ул үҙе, йә булмаһа, инде ҡул араһына инә башлаған улы Мөхәмәт ҡараштырҙы. Үрге Урал баҙарынан һатып алған бүре ҡиәфәтле эте лә иң тоғро ярҙамсыһына әүерелде. “Күк бүре” ҡушаматлы был ғәжәп аҡыллы эт һыйыр малдарын иртәнсәк ҡыуып алып китә лә оҙон көн буйы телен арҡыры тешләп уларҙы көтә, ә кис етһә, мәлен белеп, көтөүҙе ауыл яғына ыңғайлата ине. Ауылда уның аҡыллылығына ғәжәпләнмәгән, һоҡланмаған кеше юҡ ине. Бүтән эттәр темеҫкенә-темеҫкенә көн үткәреп, аяҡ аҫтында буталһа, Күк бүре, көнө буйы көтөүҙә йөрөүенә ҡарамаҫтан, ашарға һорап шыңшымай, үҙенә сират еткәнде көтөп сабыр ғына бер яҡ ситтә ята.
Көндәрҙән бер көндө Усманды оло уйға һалып, Күк бүре зым-зыя юғалды. Юғалды тигәс тә, уны бер кем дә урламаны, эт иртәнсәк көтөү ҡыуып китте лә һыуға төшкәндәй юҡ булды. Усман һыбай йөрөп, тирә-яҡты байҡап та ҡараны, тик эт үҙе лә, һөлдәһе лә табылманы. Ваҡыт үтә килә, донъя мәшәҡәттәре менән йөрөп, Күк бүре онотолғандай булды. Уның шикелле эт башҡа барыбер булмаҫ тип, Усмандың икенсе эт алырға күңеле төшмәне. Хәйер, Мөхәмәт ҡайҙандыр бер көсөк алып ҡайтҡайны ла, тик уныһы ихата тирәһендә тауыҡ баҫтырыуҙан башҡаға эшкинмәне. Күпмелер ваҡыт үткәс, бер төндә ауылда ығы-зығы ҡупты – тәүҙә ауыл эттәре төрлө тауыштар сығарып олорға, өрөргә тотондо. Бер аҙҙан, барыһы ла ҡапыл шымып, шыңшый-шыңшый ояларына боҫоп бөттө. Эттәр өргән, һыйырҙар баҡырышҡан тауыштарҙан һиҫкәнеп уянған Усман тәүҙә быны нимәгә юрарға белмәне, ахырҙа, ашыҡ-бошоҡ кейенеп, тышҡа сыҡты. Солан ишеген асып та өлгөрмәне, тышта түҙемһеҙләнеп шыңшып торған Күк бүре уға табан уҡталды. Эт хужаһына һырпаланып, уның ҡулдарын, битен яланы, оҙаҡ юғалып торғаны өсөн ярлыҡау һорағандай, шыңшый-шыңшый нимәлер аңлатырға теләне. Ҡыуанысы сиктән ашҡан Усман да яратҡан этен ҡосаҡлап алды, башынан һыйпаны, иркәләп арҡаһынан һөйҙө. Һаман да тыныслана алмаған Күк бүре, хужаһына ниҙер аңлатырға теләгәндәй, ситкә тартты. Ҡараңғыға бер аҙ күҙҙәре өйрәнә төшкән Усман бер ситкә ҡараны һәм ҡатып ҡалды – ялан кәртә уртаһында күҙҙәре һазлап, бер-береһенә һыйынышып, һигеҙ көсөк ултыра ине.
Ауылда хәбәр тиҙ тарала – иртәгәһенә Усмандың эте табылыуы, ләкин яңғыҙы түгел, ә ҡырҙа бүреләр менән өйөгөшөп, бер түгел, һигеҙ көсөк эйәртеп ҡайтыуы бөтә халыҡҡа мәғлүм булды. Усмандарҙың йортона халыҡ ағылды – балалар ғына түгел, хатта ҡыҙыҡһыныуҙарын еңә алмаған ололар ҙа бүре балаларын тамаша ҡылып, иҫтәре китте.
Туйыштағы был ваҡиға тирә-яҡтағы ауылдарға ла таралды. Быны төрлө кеше төрлөсә юраны, Усманға кәңәш биреүселәр ҙә булманы түгел. Был кәңәштәр, асылда, шуға ҡайтып ҡала ине: бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай. Ләкин Усман уларҙың береһенә лә ҡолаҡ һалманы. Тормош ҡуласаһы һәүетемсә генә әйләнә бирҙе.
Күк бүренең көсөктәре матур булып үҫеп еттеләр. Өлкәнәйә килә уларҙың, ысынлап та, бүре балалары икәнлегенә шик ҡалманы. Ҙурайған һайын улар тормошҡа ла бүресә ҡарай башланы – көн дә бирелгән ҡәҙимге ризыҡҡа мөрхәтһенмәйенсә, ҡан көҫәп, ауылдағы ҡош-ҡортто, ваҡ малды зыянлаған осраҡтары йышайҙы. “Инде быларҙы нишләтергә?” – тип уйланып йөрөгән көндәрҙең береһендә Усманға быйма табанлау, тун тегеү кәсептәре менән шөғөлләнеүсе Мотаһар осраны. Әлеге оҫта хәл-әхүәл белешеп, һөйләшеп тора биргәс: “Усман ағай, үҙеңә һыбай кеше төшөп ҡарарлыҡ, йәйәү кеше ятып ҡарарлыҡ шәп бүре туны тегеп кейҙерәйем, ул бүреләрең барыбер оҙаҡҡа бармаҫ. Берәй ҙурыраҡ ҡаза килтермәҫ борон рөхсәтеңде бир – миңә эш, һиңә яҡшы тун булыр”, – тине уйынлы-ысынлы итеп. Бындай уй башына ла килмәгән Усман шаңҡып ҡалды:
– Әллә? – тине ул аптыраған ҡиәфәттә. – Килешер микән? Халыҡ ни уйлар? Күк бүренең күҙенә нисек ҡарармын? Малай бар бит әле, ул ни әйтер? Башында ошондай аңҡы-тиңке уйҙар ҡайнаған Усман өйөнә табан ыңғайланы. Ҡайтып, ни күҙе менән күрһен – бүре балалары яңыраҡ ҡына үҙҙәре тотоп йыҡҡан ҡолон ите менән һыйланып, маз булып яталар ине. Мотаһарҙың тәҡдименә риза булыуҙан башҡа сараһы ҡалманы Усмандың. Ә бүре туны, ысынлап та, харап шәп килеп сыҡты – Мотаһарҙың ҡулының алтынлығына һоҡланырлыҡ ине шул.
Бәлә ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй тигәндәй, Усман йортона ла ҡаза уйламағанда килде. Бөтә тирә-яҡты шаңҡытҡан был ваҡиға айҡанлы күптәр ни уйларға ла белмәгән саҡта, бәғзе берәүҙәр уны бүре тунына бәйләп маташтылар, йәнәһе, көсөктәрен үлтергән өсөн Усманға этенең ҡарғышы төштө.
Ә эш былай булды: бер көндө киске тамаҡҡа Гөлбинә өйрәк итенән аш әҙерләгәйне. Бөтә ғаилә менән ултырып, аш ашанылар. Тыныс ҡына ризыҡланып ултырғанда Усман үҙе лә һиҙмәй ҡалды – тамаҡ төбөнә әллә ни ҙур ҙа булмаған һөйәк ярсығы ни ары, ни бире китмәй, ҡаҙалды ла торҙо. Башта бик иғтибар бирмәһә лә, тора-бара ауыртыуҙың көсәйә барыуы Усманды хафаға һалды. Иртәнсәк йоҡонан торғанда хәл ҡатмарлашҡайны – Усман инде һыу йоторлоҡ та түгел ине. Хәлдең мөшкөллөгөн күреп, тирә-йүнгә ат саптырҙылар. Туйышҡа билдәле им-томсолар йыйылды, ләкин өшкөрөүҙән ары китә алмаған баҡсылар ауырыуға бер нисек тә ярҙам итә алманылар.
Инде өс көн түшәктә ятҡан Усман, кискә ҡарай ҡәҙимге егет ҡорона еткән улы Мөхәмәтте эргәһенә ултыртты һәм әкрен генә васыяттарын теҙҙе: – Тиҙ байыным, – тине ул. – Һуңғы йылдарҙа, исмаһам, бер баш мал ҡазаланһасы... Хатта бер баш мал да юғалманы, этемә тиклем миңә ярҙам итеп торҙо... Бүренән тун тектерҙем... Боронғолар ҡаза малға килер, малға килмәһә, башҡа килер, ти торғайны. Минең был рәнйеүем дә башыма килде, күрәһең. Ныҡ бул, улым, йыйған бөтә байлығым һиңә ҡала. Бәхил бул...
Был хәл ауыл халҡын ғына түгел, бөтә тирә-яҡты тетрәндерҙе: кисә генә ер һелкетеп йөрөгән данлыҡлы бай бөгөн килеп гүр эйәһе булһынсы!?. Ләкин нисек кенә булмаһын, тормош үҙ яйы менән тәгәрәй, тереләр тереклеген итә – әҙәм балаһының тәҡдире шулай. Атанан йәшләй ҡалған Мөхәмәт тә билен биштән быуып, донъя, хужалыҡ мәшәҡәттәренең бөтмәҫ-төкәнмәҫ хәстәрҙәренә сумды. Ҡыҫҡаһы, кинйә артында донъя тигәндәй, уның иңдәренә атаһы бөртөкләп йыйған мал-тыуарҙы артабан ишәйтеү, мөлкәтте арттырыу бурысы ятты. Ул атаһы барҙа өйләнеп өлгөрмәгәйне, шуға күрә үҙенә ярҙамсы ла, кәрәк саҡта кәңәшсе лә булырҙай яҡшы ҡатын кәрәк ине. Уйлай торғас, егеттең күҙе төшөп йөрөгән Ҡыҙбикә һылыуға яусы ебәрергә ҡарар ителде. Ыңғай яуап алынғас, оҙаҡҡа һуҙмай кәләш алыу, ғаилә ҡороу йолалары атҡарылып, Мөхәмәт башлы-күҙле булды. Атаһынан донъя көтөү тәртиптәрен отоп алып, ниндәйҙер кимәлдә тәжрибә туплаған Мөхәмәткә хужалыҡ эштәрен юлға һалып алып китеүе әллә ни ауыр булманы. Мал ишәйгәндән-ишәйҙе, бер нисә йыл эсендә йылҡы малы ғына мең баштан ашып китте. Хәйер, һөйләп ҡалдырыуҙары буйынса, аттарҙың теүәл генә иҫәбен белеүсе лә булмаған – уны сама менән һанағандар. Әгәр уларҙы бер урынға өйөргән саҡта ике тау араһындағы үҙәк тулһа, тимәк йылҡы теүәл һаналған. Мөхәмәт тә ата-бабаларҙан ҡалған ғәҙәт буйынса, йыл һайын йәйләүгә сыҡты, йылҡыларын сыңратып, һыйырҙарын мөңрәтеп мал үрсетте. Йәй буйына рәхәтләнеп бейә һауҙылар, ҡаҙылар тултырҙылар. Ҡыҫҡаһы, туған-тыумаса, дуҫ-иштәр менән шау-гөр килеп донъя көттөләр.
Яңы Балапан ауылының көньяҡ тарафындағы тау-яландарында, Саңдүҙәк йылғаһы буйында йәйләү ҡоралар. Ләкин был өлкәлә аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ, сөнки яҙыусы Илдар Исламовтың “Әбйәлил күбәләктәре” китабында был хаҡта икенсерәк фекер әйтелә: “...Туйыштар йәйләүгә 33 хужалыҡтан (XVIII быуат аҙағы) 26 ылау менән 205 кеше сыҡҡан. Иртә яҙҙан Мәсәү, Әхмәр, Саңдүҙәк, Биҙгенде йылғалары буйында яҙлап, үлән үҫеп, бесән өлгөрөүгә, Байым халҡы менән ҡушылып, Ҡурташ буйына юлланғандар”. Шуға оҡшаш фекерҙе беҙ яҙыусы Мәүлит Ямалетдиновтың “Хәтер төбө хәтирә” тигән эссеһында ла осратабыҙ: “...Кирам бабай менән һөйләшеп ултырғанда “Саңдүҙәк” йыры хаҡында һүҙ сыҡты. Уның әйтеүенсә, Яңы Балапан ауылы эргәһендәге Саңдүҙәк тигән ер элгәре Туйыш ауылының төштәнәһе булған. Ә “төштәнә” тигәне йәйләүгә барышлай ҡунып китер урынды аңлата икән”.
Саңдүҙәк буйы сыр-сыу килгән бала-саға, ҡыҙ-ҡырҡын тауышынан гөрләп торҙо. Тирә-яҡтан ҡунаҡтар, ҡурайсылар, йырсылар саҡырылып, мәжлестәр, туйҙар үтте. Шундай бер йыйын ваҡытында Мөхәмәт бай: “Кем дә кем ошо Саңдүҙәккә арнап йыр сығара, шул кешегә бер баш йылҡы малы бирәм”, – тип иғлан итте. Табын яғынан, Яйыҡ буйынан килгән күҙгә зәғиф булған атаҡлы ҡурайсы әлеге Саңдүҙәк йырын сығарып, уны йырлап ишеттерә һәм вәғәҙә ителгән атты алып ҡайтып китә:
“Саңдүҙәккәй, һиңә күсеп барам,
Мал-тыуарым менән яҙ еткәс.
Саңдүҙәккәй, һиңә йыр сығарым,
Батыр ирҙәр йырлар мин үлгәс.
Саңдүҙәктә берәү бесән саба,
Үтер-үтмәҫ уның салғыһы.
Үтер ҙә ине уның, ай, салғыһы,
Матур ҡыҙҙа уның ҡайғыһы”.
Ғәҙеллек хаҡына шуны әйтеп үтеү кәрәк: был йыр тураһында ла фекерҙәр айырымлығы бар. Рәсми сығанаҡтарҙа “Саңдүҙәк” йырының авторы итеп күбәләк ырыуының мәшһүр шәхесе, үҙе ҡурайсы, үҙе ҡобайырсы һәм көйҙәр сығарыу оҫтаһы, хәҙерге Иҫке Балапан ауылында тыуған Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев күрһәтелә (“Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия”, Өфө – 1997, 313-сө бит). Илдар Исламов та, моғайын, ошо фекергә таянып: “Икенсе сығанаҡтарға ярашлы, “Саңдүҙәк” йырының авторы тип Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаев атала”, – тип яҙа. Ләкин нисек кенә булмаһын, был йырҙың донъяға пәйҙә булыуына беҙҙең олатабыҙ Мөхәмәт Ҡалдыманов (бәлки, Ҡалдыман олатай үҙелер) сәбәпсе була. “Саңдүҙәк” йыры башҡорт халҡының оҙон көйҙәре араһында үҙенең лайыҡлы урынын биләй һәм йырсылар тарафынан бөгөнгө көндә лә яратып башҡарыла.
Йәшәй килә Мөхәмәт олатайҙың күңелендә йөрөткән күптәнге хыялы тормошҡа ашты – ҡатыны Ҡыҙбикә 1913 йылдың алтын көҙ миҙгелендә ир бала тапты. Ҡыуанысы эсенә һыймаған бай мул итеп әҙерләнгән мәжлес уҙғарҙы, мулла саҡыртып, сабыйға Хәбрахман тип исем ҡуштырҙы. Әйткәндәй, тап шул йылда Мөхәмәт бай Туйыш ауылында мәсет төҙөтөп, уны ауыл мәхәлләһенә тапшырғайны.
Юл һикәлтәһеҙ булмағандай, тормош та тигеҙ генә бармай шул. Бер ниндәй хәсрәтһеҙ йәшәп ятҡанда тирә-яҡта береһенән-береһе шомлораҡ хәбәрҙәр ишетелә башланы. Ул хәбәрҙәр, күк йөҙөндә ҡапыл хасил булған ямғыр болоттары һымаҡ, ҡуйырғандан-ҡуйырҙы. Утһыҙ төтөн сыҡмай тигән кеүек, был насар хәбәрҙәр имеш-мимеш түгел ине – 1914 йылдың август айында Беренсе Бөтә донъя һуғышы башланып китте.
Һәр саҡтағыса ауылдан һуғышҡа ир-егеттәр күпләп алынды, ат, сбруй кеүек кәрәк-яраҡ әйберҙәр йыйылды. Ил эсендә барған социаль ризаһыҙлыҡтар тышҡы дошмандарҙың мәкерле сәйәсәтенә ҡушылып китте. Ил боларҙы. Ауыл халҡы араһында ла кешеләр, үҙҙәренең тормош кимәленә ҡарап, ике ҡатламға бүленеп бөттө. Ярлы-ябаға насар йәшәүенең сәбәбен байыраҡтарҙан күрҙе, тегеләре, киреһенсә, уларҙың үҙҙәренә япһарҙы. Элек бергә ҡайнашып көн иткән ауыл кешеләре араһында ла юҡ-юҡта төрлө ығы-зығылы хәлдәр сыҡҡылап торҙо. Был һуғыш Рәсәйҙәге былай ҙа көсөргәнешле, буталсыҡ хәлдәрҙе уғата ҡатмарландырып ебәрҙе. Булдыҡһыҙ батша ни иленә хужа була алманы, ни тышҡы дошмандарға ҡаршы йоғонтоло сара күрә алманы. Бөтә был буталсыҡ һәм фетнә, ахыр сиктә, 1917 йылғы Октябрь революцияһы менән тамамланды. Батша ҡолатылды, уның шауҡымы хатта төпкөл ауылдарға ла етте. Ата улды, әсә ҡыҙҙы танымаған заман тыуҙы. Һәр ауылда тиерлек, элек әллә ни күҙгә эленеп бармаһа ла, хәҙер килеп күкрәк киреп, оран һалып йөрөгән кешеләр күбәйҙе, активтар төҙөлдө. Ауыл халҡы яңы тормош менән ҡайнаны. Хәлле кешеләргә кулак мөһөрө тағылды, ярлы-ябаға коммун тип атала башланы. Шулай итеп, йәмғиәт бер-береһен күрә алмаған ике дошмансыл лагерға бүленде.
Һуңғы осорҙа булып үткән түңкәрелеш, уның аҙағынан тоҡанып, илде ҡаҡшатҡан граждандар һуғышы, үс иткәндәй, йыш ҡабатланып торған ҡоролоҡтар башҡорт ауылдарындағы былай ҙа еңел булмаған тормошто уғата ауырлаштырҙы. 1921 йыл бигерәк тә ҡаты килде – сатнама һәм ҡарһыҙ ҡышты ҡоро, эҫе йәй алмаштырҙы. Шуның һөҙөмтәһе булараҡ, тотош ил буйлап аслыҡ башланды. Тирә-яҡ ауылдарҙа, Туйыштағы кеүек, астан үлеүселәр күбәйҙе. Ошондай ауыр, һынылышлы дәүерҙә Мөхәмәт Ҡалдыманов үҙ мөлкәтендәге өс өйҙөң береһен бушатып, ауылдаштары өсөн “дөйөм туҡланыу” ойошторҙо. Көн һайын бер баш йылҡы һуйылып, халыҡҡа ит таратылды. Балалар ғына түгел, хатта бығаса күрелмәгән йот арҡаһында хужалыҡтары юҡҡа сығып, фәҡирлеккә дусар булған өлкәндәр ҙә алмаш-тилмәш көнөнә бер мәртәбә тамаҡ туйҙырып торҙолар. Мөхәмәт бай ойошторған был хәйриә сараһына хатта күрше ауылдан килеүселәр ҙә байтаҡ ине. Туйыштағы дөйөм туҡланыу хәтһеҙ кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итһә лә, уның менән генә бар илде, тотош башҡорт халҡын ҡотҡарып ҡалыу мөмкин булмаған хәл ине. Халыҡ әйтмешләй, “Иҙел һыуы бал булһа, илгә етмәй”. Шуның шикелле, Ҡараташ тауы артында аслыҡтан вафат булыусылар ерләнгән “Дауыт зыяраты” барлыҡҡа килде. Ул зыяратҡа Иҫке Балапан, Ғәбдин, Байым, хатта Туйыш ауылдары меҫкендәре күпләп дәфен ителде. Миктәгән халыҡ ысын мәғәнәһендә бөлгөнлөккә төштө. Эш шуға барып етте: ҡыш күмелмәй ҡалған мәйеттәрҙе яҙға сыҡҡас, арбаларға утын һымаҡ итеп тейәп, ер ҡуйынына тапшырҙылар. Ҡәһәрле 1921 йылда һәм унан һуң килгән 1922 йылда яҡын-тирәләге йылғалар менән күлдәр ҡороп бөттө. Был ике йыл эсендә хужалыҡтарҙағы мал-тыуар тыпа бөтөрөлдө, ауылдарҙа эт, бесәй ҡалманы. Ә инде ҡырҙағы ҡош-ҡорт, ҡарға, күгәрсендәрҙе әйтеп тораһы ла түгел. Ил өҫтөнә килгән был афәт ҡапма-ҡаршы төркөмдәргә бүленгән халыҡты бер аҙға берләштергәндәй булды, Мөхәмәттең абруйы бермә-бер артты. Йоттан иҫән ҡалғандарҙың уға әйткән рәхмәттәре менән ҡылған алғыштары бөткөһөҙ ине. Донъяла булып торған ауырлыҡтар, әҙәм башына төшкән бәлә-ҡазалар мәңгелек түгел.
Ҡөрьәндә әйтелгәнсә, һәр ауырлыҡтан аҙаҡ еңеллек килеп тороусан. Шуның һымаҡ ауыр йот йылдары артта ҡалды, тормош үҙ яйы менән дауам итте. Халыҡ әкренләп теремекләнде, бөлгән хужалыҡтарын аяҡҡа баҫтырырға тотондо. Был ваҡытта инде Мөхәмәттең ун йәштәге Хәбрахманы, ете йәшлек Шаһикамалы ҡул араһына инә башлағайны. Иш янына ҡуш булып, 1923 йылда Мөхәмәттең ғаиләһендә Биктаһир донъяға килде. Мосолман дине йолаһына таянып, Мөхәмәт шул осорҙа йәнә бер ҡатынға өйләнергә ҡарар итте. Күп тә үтмәй, Яйыҡ үрендәге Типтәр-Учалы волосынан йәш кенә типтәр ҡыҙын өсөнсө ҡатынлыҡҡа алып ҡайтты. Был өйләнеү йолаһы барышында ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә булып алды. Никах уҡытырға килгән кейәүгә ҡыҙҙың ата-әсәһе башта шикләнеңкерәп ҡараны, ни өсөн тигәндә, даны алыҫтарға таралған бай үгеҙ тиреһенән тегелгән яры салбар кейеп барғайны. Никах уҡытыу ваҡытында Мөхәмәттең әлеге яры салбар кеҫәһенән хәйергә алтын аҡсалар сығарып таратыуы һәм ҡыҙ өсөн ҡалымға ун баш йылҡы менән илле һарыҡ әйтеүе генә бар шиктәрҙе таратып ебәрҙе. Һуңынан ҡалым артынан килеүселәр иң яҡшы аттарҙы һайлап алдылар. Мал һайлағанда өс баш йылҡы ҡалым өйөрөнә ҡушылып киткәс, Мөхәмәт бай ҡул ғына һелтәп ҡуйҙы быға.
Тормош үҙ юлығын тапҡан йылғалай, артабан ағыуын дауам итте. Йәм өҫтөнә йәм өҫтәп, 1925 йылдың матур май айында өс улдан һуң, Ҡыҙбикә, ниһайәт, ҡыҙ бала тапты. Уға Таибә тип исем ҡысҡырттылар. Тыштан ҡарағанда барыһы ла үҙ көйө менән барғандай ине – тормош арбаһының тәгәрмәстәре әкрен генә алға тәгәрәй, балалар үҫә, мал-тыуар ишәйә. Шулай һәүетемсә генә йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит! Әммә әлеге тормош тигәндәре әҙәм балаһы уйлағанса ғына бармай шул. Бына тирә-яҡты шаулатҡан ваҡиғаларҙы ғына алайыҡ: ҡалаларҙа завод-фабрикаларҙы хужаларынан тартып ала башланылар. “Бөтә власть Советтарға!” тигән лозунгылар менән аңлағаны ла, аңламағаны ла шау-гөр килде. Ауылдарҙа ла коллективлаштырыуҙар башланды. Ярлы халыҡтың бергә ойошоуынан колхоздар барлыҡҡа килә башланы. Бөтә булған мал-мөлкәт берләштерелде, ауылдарҙа үҙҙәрен “актив” тип атаған әҙәмдәр күбәйҙе. Колхозға инмәгән хәллерәк кешеләргә “халыҡ дошманы” тигән ярлыҡ тағылды. Кисә генә бер телем икмәкте бүлешеп ашаған кешеләр бер-береһенең дошманына әүерелде. Туйыш ауылындағы актив рәйесе Мәжитов Шәһит бигерәк ныҡ ҡоторондо. Ауыҙынан йүнле һүҙ урынына “Байҙарҙы төбө-тамыры менән юҡ итергә, ауылдан ҡыуырға, ә кем дә кем буйһонмай, шуларҙы атып үлтерергә!” тигәнерәк янауҙар сыҡты. Үҙенең бығаса көткән донъяһында бер баш кәзәһе лә булмаған был кеше тиҙ арала ойошторолған коллектив хужалыҡтың ишле малына хужа булып та алды. Бер көн килеп Мөхәмәттең дә малын, өйөндәге барлыҡ мынаяттарын, кәртә-ҡураһын, хужалығындағы бөтә ҡорамалдарын колхоз милке тип иғлан иттеләр.
Ғүмер буйы тир түгеп тупланған бар мөлкәт бер нисә көн эсендә туҙҙырып ташланды. Ҡарағастан һалынған өйҙәрҙең береһен, ферма өйө була, тип һүтеп алдылар, икенсеһен колхозға келәт итеп алып киттеләр, ә өсөнсөһөн дөйөм туҡланыу йорто итеп тәғәйенләнеләр. Өй кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, йыһаз, сбруй кеүек әйберҙәр өй артына сығарып ташланды һәм колхоздыҡы тип иғлан ителде. Ләкин шулай тип әйтелһә лә, икенсе көнөнә үк бүре тун, кеше буйлыҡ еҙ самауыр, иң матур семәрле эйәр, затлы сбруйҙар һыуға төшкәндәй эҙһеҙ юҡ булдылар. Ашыҡ-бошоҡ төҙөп алып киленгән ҡағыҙҙарҙан Мөхәмәт шуны аңланы: ул бөтә ғаиләһе менән ауылдан 40–50 саҡрымда яңы төҙөлә башлаған Магнит ҡалаһына мәжбүри эшкә оҙатыла ине. Юлға тик бер этәмә арбаға һалынған ваҡ-төйәк әйберҙәр алып, улар өҫтөнә ҡыҙы Таибәне ултыртып, өс малайы менән ҡатыны Ҡыҙбикәне эйәртеп, Мөхәмәт иртә таңдан юлға сыҡты.
Төҙөлөштә яҡын-тирә ауылдарҙан йыйылған халыҡ әҙ түгел ине. Араларында мең баш малы булғаны ла, ике-өс баш аты, бер-ике һыйыры булғаны ла бар ине. Бер үк яҙмыш ҡорбандары булған был кешеләрҙе берләштереүсе уртаҡ һүҙ – “халыҡ дошмандары” ине.
Мөхәмәт илдә барған бөтә нәмәне күрә, аңлай, һәммәһен дә үлсәп ҡарап, ҡайһы бер ғәмәлдәрҙе кисерергә лә һәләтле ине. Тик уның бер күренешкә генә башы етмәй: ул кемгә яуызлыҡ эшләне, кемде рәнйетте? Йә булмаһа, донъяһын ҡош ояһындай туҙҙырып ташларлыҡ итеп кемгә этлек ҡылды икән? Ләкин күпме генә уйламаһын, уйҙарының осона сыға алмай, йәнен тынғыһыҙлаған бихисап һорауҙарына яуап таба алмай. Бынан алда ғына мал-мөлкәтен тотоноп, дөйөм туҡланыу ойоштороп, ауылдаштарының күбеһен аслыҡтан ҡотҡарыусы ул түгелме? Эшһеҙенә эш биреүсе, кейемһеҙенә кейем биреүсе кем? Йәнә ул түгелме ни? Рәхмәт урынына, таң атҡансы халыҡ дошманына әүерел дә ҡуй, имеш!
Кискә ҡарай колонна Яйыҡ йылғаһының ярына килеп туҡтаны. Бында ысын мәғәнәһендә мәхшәр ине – ҡайҙа ҡарама, ҡуҙғытылған ҡырмыҫҡа иләүе һымаҡ халыҡ мыжғый ине. Һәр кем үҙ яҡындары менән бергәләп урын биләү, морон төртөрлөк оя ҡороу хәстәре менән мәж килә. Берәүҙәр ситән үрә, икенселәре ерҙе ҡаҙып тәрән соҡор яһап, өҫтөн ни етте, шуның менән көпләп, землянка ҡороп маташа ине. Мөхәмәт тә ерҙе өңөп, бер нисә көн эсендә землянка әтмәләп, ғаиләһен шунда урынлаштырҙы. Төҙөлөштәге халыҡтың төп өлөшөн башҡорттар тәшкил итә ине. Барлыҡ эштәр ҙә ҡул көсө менән башҡарыла, һирәк-һаяҡ аттар, дөйәләр күренә. Был гигант төҙөлөш булараҡ иғлан ителгән Магнит заводының нигеҙен һалыу эштәренең башланып торған мәле ине. Ел-ямғыр, ҡар-буран тип тормайынса, ас-яланғас көйө башҡарылды был төҙөлөш эштәре. Халыҡтың ундағы күргәндәрен яҡшы кешенең эте лә күрмәҫ хатта. Ошондай аяныслы көнгә ҡалырмын тип башына ла килмәгән Мөхәмәткә бигерәк ҡыйын ине. Хафаланыуҙары, янып-көйөүҙәре үҙе өсөн түгел, ә кескәй Таибәһе, бер-бер артлы тиң үҫеп килгән һөйөклө уландарының киләсәктәге яҙмыштары өсөн ине. Бер-береһенә ялғанып биш йыл ғүмер үтеп тә китте. Төҙөлөш эштәре лә әкренләп алға барҙы. Магнит тирәһендәге яландар ҡәберлектәр менән тулды. Ауыр эштән, унан да былайыраҡ, түҙгеһеҙ тормош шарттарынан меңәрләгән башҡорт аттары һәм ир-егетттәре баштарын һалды был гигант төҙөлөштә. Иҫән ҡалғандары ла зәғифләнеп, ауырыуға һабышты.
Биш йыл эсендә Мөхәмәттең дә һаулығы ныҡ ҡаҡшаны. Уның инде аяғына ла баҫып тора алмағанын күргәс, тырыш хеҙмәтен иҫәпкә алып, тыуған яғына ҡайтырға рөхсәт иттеләр. Ҡыҙбикә әлеге этәмә арбаға ябығып, хәлдән тайған Мөхәмәтте тейәп, балаларын эйәртеп, Туйышҡа ҡарай юл тотто. Ике көн үтеүгә улар Кесе Ҡыҙыл буйындағы Тирәклеккә килеп туҡтанылар. Был саҡта ауылдарҙа 1937 йылдың аяуһыҙ закондары хөкөм һөрә ине. Ләкин ҡаты закондар менән генә ил халҡының тамағын туйҙырып булһа икән?! Ә халыҡтың хәлдәре һис тә маҡтанырлыҡ түгел ине – Мөхәмәттән ҡалған өйөр-өйөр малдың эҙе лә ҡалмаған, йорт-ҡуралар туҙҙырылған, мал-тыуар йә ҡырылған, йә иһә һуйылып, тотонолоп бөтөлгән.
Мөхәмәт үҙенең ғаиләһе менән ике аҙна буйы тирәк төбөндә ҡыуыш ҡороп көн итте. Ауылға бик инерҙәр ине лә, унда морон төртөр урын юҡ. Шуныһы ҡыуаныслы ине: ауыл халҡының күпселеге Мөхәмәттең элекке яҡшылығын онотмаған – кемдер ашарға ниҙер алып килә, кемдер ҡашыҡ-аяҡ тотоп килә. Былай ғына килеп, хәл-әхүәл белешеп киткәндәрҙең дә эҙе һыуынмай. Ул арала көндәр һыуына төштө, инде ҡышҡа ла күп ҡалмай. Тик Мәжитов ҡына Мөхәмәттең ғаиләһен ауылға индерергә ашыҡмай ине. Йән биргәнгә йүн бирер тигәндәй, уйламағанда уларға Аллаһы Тәғәлә үҙе ярҙамға килде, шикелле – Мәжитовты, коллектив хужалыҡтың мөлкәтен туҙҙырып бөтөү сәбәпле, Амангилде ауылындағы икенсе хужалыҡҡа күсереп ебәрҙеләр.
Туйыш ауылы халҡы, Мөхәмәттең ауыр йылдарҙа ҡылған изгелектәрен иҫәпкә алып, уның ғаиләһен ауылға күсереп алып ҡайтты. Улай ғына түгел, ниндәйҙер ғиллә менән урынында ултырып ҡалған бер өйөн кире үҙенә бирергә ҡарар иттеләр. Шулай итеп, уның мең михнәттәр аша үткән ғаиләһенә лә тыныс тормошта йәшәү насип булды. Тыуған ерҙең һыуы ла дауа тигәндәй, Мөхәмәт әкренләп нығына барҙы, һаулығы ла бер аҙ арыулана төштө. Ул бынан биш йыл элек, Магнит төҙөлөшөнә һөрөлөрҙән алда, байлығының бер өлөшөн аҡсалата, бер өлөшөн алтынлата ергә күмеп киткәйне. Ауылына ҡайтҡас, Мөхәмәттең бар уйы – әлеге байлыҡты ҡаҙып алып, тормош хәлен бер аҙ яҡшыртыу ине. Бер көнө ҡараңғы төшөп, ил аяғы һил булғас, шәм һәм көрәк-кәйләһен алып, әлеге хазиналарын эҙләргә сыҡты. Сама буйынса тоҫмаллап барып, байлығы күмелгән ергә барып еткәс, Мөхәмәттең иҫе-аҡылы китте – тирә-яҡ танығыһыҙ ҡола яланға әүерелгән, ҡасандыр шаулап үҫеп ултырған ағастарҙан елдәр иҫкән. Баҡһаң, ауыл халҡы аслыҡ, юҡсылыҡ йылдарында ҡырҙаныраҡ утын ташый алмайынса, яҡын-тирәләге күҙгә күренгән ағастарҙы утын итеп яғып бөткән икән. Мөхәмәт тоҫмал буйынса үҙе самалаған урындарҙы таң һарылары беленгәнсе, хәлдән тайғансы ҡаҙып, соҡоп бөттө, ләкин эҙләгән хазинаһын ғына таба алманы. Ул ошолай аҙна-ун көн самаһы мәшәҡәтләнгәндән һуң, күмеп ҡалдырған байлығын табыуҙан өмөтөн өҙҙө. Әллә урынын тура килтерә алманы, әллә күмгән саҡта берәйһе аңдып тороп, хазинаны алып китте – уны бер Хоҙай ғына белә инде. Ул ваҡыттарҙа байҙар артынан күҙәтеүселәр, байлыҡтарына ымһыныусылар бер Мәжитов ҡына түгел, улар күмәк ине бит.
Мөхәмәттең һуңғы йылдарҙа күргән-кисергәндәрен ул үҙе лә Хоҙай Тәғәлә генә беләлер. Бер уға ғына түгел, ә бөтә халыҡҡа, илгә ябырылған инҡилап дауылдары, граждандар һуғышы һалған һәләкәттәр, унан һуңғы социаль тетрәнеүҙәр типһә тимер өҙөрлөк әҙәмде лә ауырыуға әйләндерерлек ине. Элегерәк һаулығына һис зарланмаған Мөхәмәт тә был афәттәр арҡаһында күргән яфаларҙан бик ғазапланды – йәне әрнене, күңел тыныслығы юғалды. Иң ҡыйыны, моғайын, күҙенә ҡарап торған ҡатыны, үҫеп килгән балалары алдында үҙенең көсһөҙлөгөн танырға мәжбүр булыуы, бер нәмәне лә үҙгәртер ҡөҙрәте булмауылыр. “Кешене ни бөтөрә тиһәң, кешене уй бөтөрә” тигәндәре дөп-дөрөҫ икән. Күпме уйлаһа ла, ғазапланһа ла осона сыға алмаҫлыҡ уй-хәсрәттәрҙән миктәп, ныҡ ҡына биреште Мөхәмәт һәм көндәрҙән бер көндө түшәккә йығылды.
Ә бит йәш сағында Мөхәмәттең көс-ғәйрәте тураһында тирә-яҡта риүәйәттәр йөрөнө. Уның ҡышҡы һунарҙарҙа бүрене бер һуғыуҙа үлтерә һуҡҡанын ауылдаштары һаман булһа хәтерләй ине. Ә бер заман ул Ҡараташ тауы артынан оҙонлоҡҡа кеше буйлыҡ ҡалын ташты арбаға бер үҙе тейәп, уны өйөнә алып ҡайтып, күрше-тирәне хайран ҡалдырғайны. Кешеләрҙең: “Был ташты нимәгә алып ҡайттың?” – тигән һорауҙарына ул уйынлы-ысынлы итеп: “Үлһәм, баш осона ултыртырҙар”, – тип мәрәкәләгәйне. Әле килеп, ирекһеҙҙән шул хәл иҫенә килеп төштө. Бәндәнең һүҙе – Аллаһтың ғаләме, тигәндәр. Мөхәмәткә үҙенең шул әйткәне килде түгелме?
Бер көндө түшәктә ятҡан Мөхәмәт, оло улы Хәбрахманды эргәһенә саҡырып алып, ошо турала һөйләне лә:
– Улым, ул ваҡытта бер ни ҙә уйламайынса мәрәкә өсөн генә әйткәйнем, ысынлап та, ул-был була ҡалһа, шул ташты башым осона ултыртырһың, – тип васыяттарын әйтте. Был фани донъяларға кем килмәгән дә, кемдәр генә китмәгән – Мөхәмәттең вафатынан һуң да тормош ҡуласаһы артабан әйләнде. Ул арала ир-егет ҡорона етеп, егерме йәшен тултырған Хәбрахманды әрмегә алырға тигән ҡағыҙ килде. Көс-ғәйрәте ташып торған, типһә тимер өҙөрлөк Хәбрахман ил һаҡларға китте. Ҡыҙбикә оло улының иҫән-һау йөрөп ҡайтыуын теләп, хәйерҙәр таратты, уны изге доғалар уҡып, оҙатып ҡалды.
Мыҡты, ғәйрәтле башҡорт егетен пулеметсылар командаһына билдәләнеләр. “Максим” ҡушаматлы был легендар пулемет бик ауыр – патрон-ташы менән бергә ике боттан ашыу тарта, шуға күрә уны йөкмәп йөрөү һәр кемдең хәленән килмәй, тинеләр. Тынғыһыҙ әрме тормошона күнегеү бәләкәйҙән хужалыҡ эштәрендә сыныҡҡан Хәбрахманға әллә ни ҡыйын булманы – тыңлаусан, тыныс холоҡло егет тиҙ арала хеҙмәттәштәренең һәм талапсан командирҙарының ышаныстарын яулап та өлгөрҙө. Бына өс йыл да алты айға һуҙылған хеҙмәт мөҙҙәте үтеп тә китте. Тыуған яҡтарын, туған-тыумасаһын өҙөлөп һағынған Хәбрахман хеҙмәттән ҡайтыр көндө түҙемһеҙләнеп көттө. Түҙергә саҡ ҡына ҡалды – бына-бына демобилизация иғлан итергә тейештәр. Күңелгә шом һалып торған хәбәрҙәр ишетелеп ҡала ҡалыуын, тик улар тиҙҙән илгә ҡайтыу ҡыуанысы аҫтында күмелеп ҡала ине. Әлеге хәбәрҙәргә килгәндә, һалдаттар араһында төрлө һүҙҙәр йөрөй – берәүҙәр Гитлер һуғыш аса икән, тип һөйләй, икенселәре һуғыш булмай, ике ил араһында ныҡлы килешеү төҙөлгән, тип уларҙы инҡар итә. Кемеһенә ышанырға белеп булмай. Күңелдәрҙе шик тырнап торһа ла, һалдаттар: “Бәлки, үтеп китер, бәлки, буш хәбәрҙер, тиҙҙән тыуған илдәребеҙгә ҡайтып китербеҙ”, – тип бер-береһен йыуата.
Бына көткән көн дә килеп етте, шикелле – иртәнсәктән барыһын да мунсаға алып барҙылар, өр-яңы эске кейемдәр, сылғауҙар таратып бирҙеләр. Һалдаттарҙың ҡыуанысының иге-сиге юҡ ине – ҡайҙа ҡарама шау-гөр, көлөшөүҙәр, шаяртыуҙар, тик командирҙар ғына нишләптер бик ҡырыҫ күренә, йөҙҙәре борсоулы. Вагондарға һалдаттарҙы төндә тейәнеләр. Поезд уларҙы нишләптер көнбайышҡа табан алып китте. Ике-өс сәғәт самаһы барғас, ҡапыл ниндәйҙер көслө геүләү ишетелде, һалдаттар ни ҙә булһа аңлап өлгөргәнсе вагондар тимер юлдан ситкә сығып тәгәрәй башланылар. Был – улар өсөн Бөйөк Ватан һуғышының башланыуы ине... Хәбрахман өсөн дүрт оҙон йылға һуҙылысаҡ ҡанлы һуғыш юлдары нәҡ ошо сәғәттә – немец самолеттарының эшелон өҫтөнә яуҙырған бомбалары шартлауынан башланып китте. Ярты полк ҡыйралған вагондар аҫтында ятып ҡалды. Иҫән ҡалғандары ла, ҡайһыһы аяҡһыҙ, ҡайһыһы ҡулһыҙ килеш, имәнес тауыш сығарып, бомба артынан бомба ташлаған немец самолеттары һөжүменән яҡындағы урманға инеп, саҡ ҡотолоп ҡалдылар.
Бөтә һуғыш дауамында Хәбрахманды Хоҙай Тәғәлә үҙеме, әллә Уның изге фәрештәләреме һаҡлап, үлемдән ҡурсалап йөрөттөләр. Күпме уттар-һыуҙар кисеп, оҙон яу юлдарын үтте, күпме иптәштәрен үҙ ҡулдары менән ерләргә тура килде уға! Үҙе лә өс мәртәбә еңелсә яраланды, ләкин алғы һыҙыҡты хатта бер көнгә лә ҡалдырманы Хәбрахман. Ике тапҡыр немецтарҙың ҡамауын өҙөп сығырға тура килде уларҙың полкына, ләкин әжәл менән күҙгә-күҙ ҡарашып, ғүмерҙәре ҡыл өҫтөндә ҡалған саҡтарҙа ла ул йәшәүҙән төңөлмәне, тыуған яҡтарын ҡайтып күреү өмөтөнән биҙмәне.
Элекке СССР-ҙың бик күп ҡалаларын, илебеҙҙең биләмәләрен азат итеүҙә ҡатнашҡан Хәбрахман байтаҡ орден-миҙалдар, маҡтау ҡағыҙҙары менән наградланды, хатта Сталиндың маҡтау ҡағыҙы тапшырылды уға. Ә Хәбрахмандың был һуғышта күргәндәре! Айҙар буйы һалҡын һыу тулы окоптарҙа ятырға ла тура килде уға, сөнки саҡ ҡына башты күтәрһәң, ағас баштарында, ҡыуаҡлыҡтарҙа урынлашып алған “кукушка”лар көтөп кенә ултыра – саҡ ҡына һиҙгерлегеңде юғалтһаң, бөттө баш! Уның күпме яуҙаштары боҙло һыу тулы окоптарҙа ятып ҡалдылар?! Үпкәһенә һыуыҡ тейҙергәндән һуң һаулығы ҡаҡшаған Хәбрахман, иҫән ҡалыуына ҡыуанып, бирешергә теләмәне – артабан һуғышыуын дауам итте. Күп кенә һалдаттар, һаулыҡтары насарайыу сәбәпле, комиссия үтеп, тылға юлландылар, ә Хәбрахман, әллә үтә баҫалҡылығы, әллә яҙмыш ҡушыуы буйынса, көскә тын алып йөрөүенә ҡарамаҫтан, тешен ҡыҫып, артабан атлауын белде.
Бына оҙаҡ тилмереп көткән Еңеү килде илгә, Еңеү! Был ваҡыттағы дөйөм шатлыҡты ябай һүҙҙәр менән аңлатыуы мөмкин түгел – күңелдәрҙе елкендергән ҡыуаныслы уй-хистәр солғанышында булған совет һалдаттарына бөтә ғаләм нур сәскәндәй, улар менән бергә һөйөнгәндәй ине. Бөтәһенең дә уйында һәм телендә “Еңеү! Тиҙҙән тыуған илгә ҡайтабыҙ!” тигәнерәк уй-фекерҙәр ине был мәлдә. Әммә Берлинды алыу, фашистарҙы дөмөктөрөү менән генә эш бөтмәгән икән – Хәбрахманға был юлы ла тиҙ генә ҡайтып китеү тәтемәне. Инде һуғыш тамамланыуға йылдан ашты, ә ул һаман хеҙмәт итеүен дауам итте. Уйлаһаң, уйылып китерлек: ауылдан сығып киткәнгә туғыҙынсы йыл, ә Хәбрахман ошо ваҡыт эсендә, исмаһам, ҡош телендәй бер хат-хәбәр ебәрмәне тыуған яғына. Сәбәптәрҙең береһе – ваҡытында белем ала алмау булһа, икенсеһе – үҙенең бала саҡтан ныҡ баҙнатһыҙ, сабыр һәм йомоҡ холоҡло булыуы. Бығаса ул иҫән булһам, ҡасан да бер ҡайтырмын әле тигәнерәк уй менән йөрөп тик ятты. Һүҙ ыңғайында шуны әйтеп китергә кәрәк, ошо баҙнатһыҙлығы, үтә йыуашлығы уға алда әллә күпме мәшәҡәттәр, ауырлыҡтар тыуҙырасаҡ әле. Тик әлегә ул быларҙы белмәй һәм күҙ алдына ла килтерә алмай – уның уйында тиҙерәк илгә ҡайтыу, туған-тыумаса менән осрашыу. Эйе, ун йылға яҡын ваҡыт әҙ ғүмер түгел, уны уйлауы ғына анһат. Ер шарының ниндәй генә мөйөшөн алма, һәр ерҙә йыллап, айлап ҡына түгел, ә көнләп, сәғәтләп үҙгәрештәр булып тора. Шуның шикелле, Туйыш ауылында ла хәтһеҙ үҙгәрештәр булып үтте был ваҡыт эсендә.
Хәбрахман һуғышҡа киткәндә егет ҡорона инеп килгән Шаһикамал менән Биктаһир ҙа һуғыш башланыу менән әрме сафына алындылар. 1942 йылдың башында яуға киткән Биктаһир тураһында 1943 йылда “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙ килә. Һуғышҡа оҙатылғанда Биктаһир үҙенең бер туған һеңлеһе Таибәгә: “Мин барыбер командир булам һәм еңеп ҡайтасаҡмын”, – тип ҡат-ҡат әйтә. Ләкин егерме йәше тулыр-тулмаҫ Биктаһир Ҡалдыманов үҙенең ғүмере бик ҡыҫҡа булырын, үҙҙәрен нахаҡҡа рәнйеткән, бала саҡ бәхетен йүнләп татытмаған совет власы өсөн ҡорбан булырын ҡайҙан белһен ул саҡта?
Шаһикамал иһә һуғыштан яраланып ҡайтты. Уның бала саҡтан һүрәт төшөрөү һәләте көслө ине. Яралары уңалып та бөтмәгән килеш Шаһикамал рәсем төшөрөү шөғөлөнә ҡайтанан тотондо – бер ваҡыт ағартылған мейескә күмер менән Сталиндың һәм Лениндың портреттарын яһап ҡуйҙы. Был кемгәлер хилаф эш булып күренгәндер инде, сөнки тиҙ арала аноним рәүештә был ваҡиғаны тейешле органдарға еткерҙеләр. Оҙаҡ та үтмәй, Асҡарҙан НКВД хеҙмәткәрҙәре килеп тә төштө. Килеүен килделәр ҙә, тик, мейестәге һүрәтте күреп, телһеҙ ҡалдылар. Ни өсөн тигәндә, ике юлбашсының ғорур рәүештә баҫып торған портреттары шундай оҫта, килештереп эшләнгәйне. НКВД хеҙмәткәрҙәре берсә ҡыҙыҡһынып, берсә һоҡланып ҡарап торҙо-торҙолар ҙа, һүрәтте юйып ташла, тип әйтергә телдәре бармайынса, ҡайтып киттеләр.
Ауылдаштарының, туғандарының кәңәше буйынса Шаһикамал үҙенең төшөргән һүрәттәрен Мәскәүгә ебәрҙе, уҡыуға алыуҙарын һорап, ғариза ла яҙып һалды. Ләкин ҡайҙа ти ул оҙаҡ көтөп ятырға форсат? Ул ҡабаттан һуғышҡа алыуҙарын һорап хәрби комиссариатҡа барҙы, әммә яраһы ауыр булыу сәбәпле, “годен к нестроевой службе” тип ҡайтарҙылар. Бик ныҡышҡас, бер аҙҙан Белорет районында урынлашҡан хеҙмәт армияһына оҙаттылар уны. Шаһикамалдың хеҙмәт армияһына юлланыуына өс көн үткәс, Мәскәүҙән уҡырға килергә саҡырып яҙылған ҡағыҙ килде. Ләкин яҙмыштан уҙмыш бармы – был мәлдә Шаһикамал Инйәр яғындағы ҡара урманда ағас әҙерләй ине. Иң аяныслыһы – ул ошо китеүҙән иленә ҡайта алманы, ауыр хеҙмәттән, һуғышта алынған яраларҙан миктәп, 1944 йылда ҡарурман араһында ятып ҡалды...
Йәшерәк сағында тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә күп татыған Ҡыҙбикә өләсәй олоғая төшөп, ауылда яңғыҙына донъя көтөү ауырлашҡас, күршеләге Тайһары ауылына күсеп китте һәм үҙ хәленсә шунда көн итә башланы. Юҡ-юҡта: “Инде һуғыш бөткәнгә ни заман, малайҙар ҡайтманы былай булғас. Ҡарағайҙай өс баһадир уландар оҙатып, һис юғы берәүһе ҡайтып килһәсе!” – тип илаулап та алған саҡтары күп булды уның. Шулай һыуала барған һаран күҙ йәштәрен түгә-түгә уландарына йыл һайын аяттар уҡытты, уларға бағышлап хәйерҙәр таратты.
Бына ауылға бер һалдат инеп килә. Йәйәүләп оҙон юл үткәнгә оҡшай – арыған, талсыҡҡан. Ләкин фронтовик уны белгертергә теләмәй, шат күренергә тырыша, йөҙөндә ҡыуаныс нурҙары, түшендә орден-миҙалдары балҡый. Уға ҡаршы һәр нәмә менән ҡыҙыҡһыныусан бала-саға йүгерә: кем ул ҡайҙан, кемдәргә килә? Тиҙерәк белә һалып, ҡыуаныс хужаһынан һөйөнсө һорап өлгөрөргә кәрәк! Балалар, һалдаттың кемгә төбәп килеүен белгәс, шау-гөр килеп Ҡыҙбикә өләсәйҙе эҙләргә тотондолар, ләкин ҡапыл-ҡара таба алманылар, сөнки әбей мунсала тире эшкәртеп мәшәҡәтләнә ине. Ниһайәт, ауыҙҙары ҡолаҡтарына еткән малайҙар: “Инәй, һөйөнсө! Улың һуғыштан ҡайтып килә!” – тип кемуҙарҙан ҡысҡырышып, яу һалып мунсаға килеп инделәр. Ләкин Ҡыҙбикә өләсәй урынынан да ҡуҙғалманы: “Балалар, шаяртмағыҙ улай, мин бит оло кеше. Минең уландарым инде күптән гүр эйәләре” – тип илап ебәрҙе һәм иҫтән яҙып ҡоланы. Ҡыҙбикә өләсәй иҫенә килеп, күҙҙәрен асҡанда уның эргәһендә, ысынлап та, инде олоғая төшкән утыҙ биш йәшлек улы – Хәбрахманы ултыра ине.
Тыуған яҡтарҙа ла, бар илдәге кеүек, һуғыштың ауыр ипкене, зәһәрле шауҡымы һиҙелә ине: ҡайҙа ҡарама емереклек, аслыҡ. Элек гөрләп торған хужалыҡтар бөлгөнлөккә төшкән, халыҡ миктәгән. Илде аяҡҡа баҫтырыуҙа эшсе ҡулдар етешмәй. Һаулығы бигүк шәптән булмаһа ла, Хәбрахман, билен биштән быуып, эшкә егелде – мал көттө, бесән сапты. Тыныс тормошҡа һыуһап ҡайтҡан фронтовик ниндәй эшкә ҡушһалар ҙа, уны бөтә күңелен биреп, урын-еренә еткереп башҡарҙы. Бер аҙҙан ул Яңы Балапан ҡыҙы Миңлехаятҡа өйләнде һәм кәләшенең ауылына күсеп барҙы. 1947 йылда яңы ғаиләлә ир бала тыуҙы. Уға һуғышта ятып ҡалған ҡустыһы иҫтәлегенә Биктаһир тип исем ҡуштылар.
Ҡана һуң, тормош әҙәм балаһы теләгәнсә көйлө генә барһа! Уның беҙ белмәгән бөгөлдәре, һикәлтәләре аҙым һайын осрап ҡына тора. Миңлехаят баҫалҡы холоҡло Хәбрахманды үҙһенмәй, икенсе кешене яратыуын, уға кейәүгә сығырға йыйынғанын әйтте бер көн. Уйланған эш – эшләнгән тигәндәй, йәш кәләш йәүкәһенең артынса Әһел тигән егеттең өйөнә күсеп сыҡты ла китте.
Көнө буйы көтөүҙә йөрөп арыған Хәбрахман бер көндө кискә табан малдарын ауылға табан ҡыуып килә ине. Уйы – эҫелә себен-серәкәйҙән йонсоған мал-тыуарҙы ауылға индереп, үҙе лә ял итеү ине. Шулай бер ни уйламайынса, тағы бер хеҙмәт көнөм тамамланды, тип ауылға инеп килгәндә ҡаршыға таныш булмаған бер ҡатындың килгәнен күрҙе. Хәбрахман туп-тура үҙенә табан килгән ҡатынды үткәреп ебәрер өсөн бер аҙым ситкә атланы. Тик теге ҡатын үтеп китәһе урынға Хәбрахмандың ҡаршыһына килеп баҫмаһынмы! Арлы-бирле һаулыҡ һорашҡас, теге ҡатын:
– Хәбрахман, – тип һүҙ башланы. – Мин һине беләм, һәйбәт кешеһең. Мине кәләш итеп ал, бергә йәшәйек.
Көтөлмәгән тәҡдимдән Хәбрахман шаңҡып ҡалды, хатта таяғына таянып торған еренән бер аҙым артҡа сигә биреп ҡуйҙы. Бер аҙ торғас, шулай ҙа аптырауын белдереп:
– Һы-ы, – тигән булды.
Был билдәһеҙ ымлыҡҡа аптырау ҙа, яҙмышҡа буйһоноу ҙа, ризалыҡ та бергә ҡушылғайны. Ә был “Һы-ы” тигән һаран өндө сығартырға мәжбүр иткән ҡатын – быға тиклем кейәүҙә булып та тормошонан уңмаған Бәлхиә ине. Егет булып етеп килгән Батыр менән бәләкәй Ишһылыу янына Миңлехаят ике йәшлек кескәй Биктаһирҙы ла алып килеп ташлап киткәс, ишле генә ғаилә барлыҡҡа килде. Тормош ауырлыҡтарын күп күргән Хәбрахман, яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, баш баҫып эшләне лә эшләне. Уның төп кәсебе мал көтөү булды – йәй көндәре ауыл малын көтһә, ҡышҡылыҡҡа колхоз малын ҡарарға фермаға эшкә ҡуштылар. Яңы ғаиләлә йәнә өс малай донъяға килде: 1950 йылда – Марат, 1955 йылда – Ишморат һәм 1959 йылда Исламморат.
Ғәзиз кешеләрем
Тураһында иҫтәлектәр
Миңә үрҙә яҙылғандарҙы һөйләп ҡалдырған Таибә апайыбыҙ аяныслы ла, һоҡланғыс та ғүмер юлы үтте. Уның балалыҡ йылдары ата-әсәһе менән бергә Магнит ҡалаһын төҙөүҙә уҙа. Аҙаҡтан ауылға ҡайтҡас, ул үҙ урынын тыуған ерендә таба алмай. Ҡайҙа барһа ла, уға тирә-яҡтағылар бай балаһына, халыҡ дошманы нәҫелдәренең береһенә ҡараған кеүек тойола. Һәр хәлдә ул саҡтағы сәйәсәт бик күптәрҙең яҙмышына ҡара мөһөр һалып, уларҙың тормоштарын селпәрәмә килтергәнен беҙ китаптарҙан уҡып, киноларҙан ҡарап беләбеҙ.
Ун алты йәше тулғас, ул Туйыштан 15 саҡрым алыҫлыҡта Магнитогорск комбинатының яңы төҙөлгән йәшелсә үҫтереү бригадаһына – Калибровка утарына эшкә сығып китә. Күп тә үтмәй, йәше етмәһә лә ун ете йәшем тулды, тип справка юллап, Магнитогорск ҡалаһындағы быйма баҫыу цехына эшкә урынлаша. Ошо цехта утыҙ йылдан ашыу эшләп, хәтһеҙ маҡтау грамоталарына лайыҡ булып, хөрмәткә төрөнөп, хаҡлы ялға сыға. Мин уны белә-белгәндән алып диндән айырылманы, күргән-кисергәндәренән сығып, шиғырҙар яҙҙы, үҙ аллы гармунда уйнарға өйрәнде. Үҙе ниндәйҙер ябай һүҙҙәр менән аңлатып булмай торған эске моң, зар менән һуғарылған тауыш менән йырларға ярата ине. Үҙ ишен таба алмайынса, ғүмерен яңғыҙлыҡта үткәрһә лә, тормошто иҫ киткес яратты, айыҡ тормош алып барҙы. Бар нәмәгә һаҡсыл, бөхтә, тәртипле булды. Ғүмер буйы Хәбрахман ағаһының балаларына, йәғни беҙгә ярҙам итте, шунан йәм табып йәшәне. Хоҙайҙан даими рәүештә һорағаны уның шул ине: оҙаҡ ауырытмай торған еңел үлем. Күрәһең, Аллаһы Тәғәләгә ихлас ялбарғандыр – үҙе теләгәнсә, ҡапыл ғына 74 йәшендә беҙҙең аранан китеп тә барҙы. Үҙенең васыятына ярашлы, апайыбыҙҙы ҡәҙерләп, тыуған ауылыбыҙҙың зыяратына алып ҡайтып дәфен ҡылдыҡ. Күңелебеҙҙе шул ғына йылыта: һөйөклө апайыбыҙ юлланған ерҙә байҙар ҙа, коммунистар ҙа юҡтыр. Шулай уҡ унда йәберләүселәр ҙә, йәберләнеүселәр ҙә бер тигеҙ, улар бары тик ошо фани донъяла ҡылған ғәмәлдәре менән генә айырылалыр. Тик уларҙы инде беҙ түгел, ә Аллаһы Тәғәлә ғәҙел итеп хөкөм ҡыласаҡ. Был донъя әҙәм балалары өсөн тик һынау ғына, тиҙәр. Әгәр шулай булһа, Таибә апай үҙ иңенә һалынған һынауҙарҙы лайыҡлы үткәрҙе. Иманым камил: ул, үҙен йәберләүселәрҙән айырмалы рәүештә, йәннәттең түрендәлер.
Атайыбыҙ Хәбрахман һуғыштан ҡайтҡас та һаулыҡҡа мандый алманы. Бик йыш тын юлы, үпкә ауырыуы менән яфаланды. Шуны ла әйтеп китергә кәрәк – ул үҙенең атаһы Мөхәмәт ҡарттың васыятын тәки үтәй алманы. 1970 йылда дауаханаға китер алдынан егеүле санаға ултырғас, көтмәгәндә мине янына саҡырып алды ла:
– Улым, мин олатайыңдың һуңғы йомошон үтәй алманым, – тине. – Һин инде ҙурайғанһың, ул-был була ҡалһа, атайымдың васыят иткән ташын эҙләп табып, уны минең баш осома ултыртһаң, яҡшы булыр ине. Ҡуҙғалыр алдынан атайым ташты ситән һарайҙың ҡайһы тәңгәленән эҙләргә кәрәк икәнен күрһәтте. Дауаханала ятып сыҡһа ла, һаулығы яҡшырыуға барманы, унан ҡайтып күп тә тормай, илле ете йәшендә генә яҡты донъя менән хушлашты. Атай вафат булғандан һуң, ныҡышмалы рәүештә эҙләй торғас, оҙаҡ ятыуҙан ергә батҡан теге ташты ҡаҙып сығарҙым. Ләкин күмәк көсһөҙ уны хатта ҡыбырлатыу мөмкин түгел ине. Ун бишләгән ир-атты йыйып, арҡан менән һөйрәтеп, машинаға көскә тейәп, беҙ әлеге ташты атайыбыҙҙың ҡәберенә алып барып ҡуйҙыҡ. Был минең, ун биш йәшлек үҫмерҙең, атайыма ҡарата ҡылынған тәүге һәм һуңғы изгелегем ине. Улай тиһәм дә, үҙемде белә-белгәндән алып, мин атайға хәлдән килгәнсә ярҙам итергә тырыштым – Яңы Балапан, Ғәбдин, Яйҡар, Иҫке Балапан, Байым һәм үҙебеҙҙең Туйыш ауылдары халҡының көтөүҙәрен көтөштөм. Ҡояш бер ҡасан да байымаҫтай тойолған һәләк оҙон көндәр, ямғыры ла, эҫеһе лә бары тик үҙ ғүмерендә көтөү көтөп ҡараған кешегә генә таныштыр. Хәҙер бала саҡты уйлаһам, күҙ алдына иң элек көтөү артынан сабып үткәргән мәшәҡәтле йәйҙәр килеп төшә.
Ул ваҡыттарҙа атай-әсәйгә изгелек эшләү тураһында уйланылды микән? Юҡтыр шул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Әле лә күҙ алдымда: ҡойоп ямғыр яуа, өҫтәге бар ғына кейем лыҡа һыу. Көтөүҙән ҡайтып киләбеҙ: атай мине аяп, атҡа мендергән, үҙе оҙон плащын кейеп, алға эйелә биреберәк, арттан йәйәүләп килә. Шул ваҡытты уйлаһам, әй, оят булып китә инде!.. Хәҙер ғәфү үтенәм дә бит, тик атай ишетмәйҙер шул...
Халҡыбыҙҙа баҫалҡылыҡ хупланһа ла, ҡайһы саҡта үтә баҫалҡы булыу ҙа ярамайҙыр, тип уйлайым. Быны мин атайымдың тормошонан алып әйтәм. Шуны уйлаһам, әле лә йөрәк әрней, ирекһеҙҙән күҙгә йәш килә. Бәлки, уның баҫалҡылығы сабыр, төплө аҡыллы булыуына бәйлелер. Бынан тыш ул бик эшһөйәр, тормоштоң һәр күренешенә ҡарата айыҡ аҡыллы, кешеләргә изгелекле булды. Ихтимал, шул арҡала күп ауырлыҡтарҙы үҙ иңенә күтәргәндер. Бер мәл шулай һарыҡ көткәндә 30-лап ҡуй яҙғы ырашҡыла күшегеп үлә. Колхоз етәкселәре, аңын-тоңон белмәйенсә, тикшереп тормайынса, үлгән һарыҡтарҙың хаҡын уның елкәһенә һала. Икенсе бер ваҡыт ул көткән һыйыр көтөүендә иртә яҙ күтәртеп үлгән һәүкәштең хаҡын да унан түләтәләр. Әлеге шул өндәшмәүенән файҙаланыптыр инде, төнгө ҡарауылсы вазифаһын башҡарған саҡта ферма өйөнөң зым-зыя юҡ булған ишеге менән тәҙрәләре өсөн дә түләргә тура килә уға. Колхоз атына бәйле мажара, ғөмүмән, әҙәм көлкөһө һәм мәсхәрә. Атайым атты кискеһен бригада йортона алып барып тапшыра ла ҡайтып китә. Ә икенсе көнөнә әлеге аттан елдәр иҫкән була. Иң ҡыҙығы – аттың хаҡын да атайымдың елкәһенә һалалар (атты урлаусылар аҙаҡ мәғлүм була булыуын, ләкин эш үткән, хаҡы түләнгән). Ошоларҙы иҫкә алам да бындай хәлдәрҙән һуң баҫалҡы, итәғәтле булып йәшәп ҡара инде, тигән фекергә киләм.
Әсәйебеҙгә килгәндә, уның исеме Бәлхиә булғанлығын әйткәйнем инде. Ул 1914 йылғы ине. Ярайһы ҡатмарлы, еңел булмаған тормош кисерҙе, сөнки атайыбыҙ һаулыҡҡа мандымағанға күрә, донъя көтөүҙең бар ауырлыҡтары тигәндәй уның иңенә төштө. Ауыл көтөүен көткән өсөн хеҙмәт хаҡына өй беренсә йөрөп картуф йыйыу, утын-бесән ташырға бригадирҙан ат һорау, бесән сабыу, йыйыу, кәбән һалыу уның важибәтендә булды. Быларҙан тыш балалар ҡарау, хужалыҡтағы тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй торған ваҡ-төйәк эш-мәшәҡәттәр – барыһы ла әсәйҙең елкәһенә өйөлгәйне. Халыҡ араһында “уҫал” тигән яманаты ла сыҡты, сөнки бик тура һүҙле, үтә-бата әйтә торған кеше ине. Тик нисек кенә булмаһын, бер сетерекле мәсьәләнең дә осона сыҡмай туҡтамай торғайны. Ирҙәр менән ярышып ауыр хужалыҡ эштәрен үҙе лә намыҫ менән башҡарҙы, беҙгә лә әллә ни иркәләнергә форсат бирмәне. Намыҫлы, ғәҙел кеше ине беҙҙең әсәй, ғүмер юлында осраған төрлө ҡыйынлыҡтарға бирешмәҫкә тырышты. Беҙ, балалары, башҡаларҙан кәм булмаһын өсөн бөтә тырышлығын һалды, үҙе уҡымағанға күрә, беҙҙе хәленән килгәнсә уҡытырға тырышты.
Тормош инде яйға һалынды тигәндә, балаларының ҡыуанысын күреп йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит! Ләкин әсәй ҡапыл ғына ауырып, уйламаған-көтмәгәнгә беҙҙе ташлап әхирәткә китеп тә барҙы. Ғүмерем буйы әсәйҙең юҡлығын тойоп йәшәнем мин. Үҙем атай булғас та гел генә күңелдән булһа ла, атай, әсәй менән кәңәшләшеп, уларҙың рухтарына тап төшөрмәҫлек итеп йәшәргә тырыштым. Тормош булғас төрлө саҡтары була, күңелемә бик ҡыйын ваҡыттарҙа әсәйем ҡайҙалыр яҡында ғына йөрөй ҙә миңә ярҙам итеп ебәрер кеүек тойола торғайны. Уның яҡты рухы тормош юлымдағы байтаҡ ҡына бәлә-ҡазаларҙан аралап та ҡалды, шикелле, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙе генә күренмәне. Әсәйебеҙ йырларға яратты, тауышы моңло һәм матур ине. Йырлап бөтә лә артынса илап та ебәрә. Юҡсыллыҡта үткән тормошона әсенә инеме, әллә үҙенең күңеле шулай нескә булдымы? Миңә ҡалһа, икеһе лә булғандыр.
Донъялағы һәр бер әсәй һымаҡ, ул да беҙҙең ҙур кешеләр булып үҫеүебеҙҙе теләне. Уландарым гармунсы булдылар, тип ҡыуанып бөтә алмаҫ ине. Ә Марат ағайым шофер булып эшләй башлағас, әсәйҙең илап-илап ҡыуанғаны хәтеремдә. Бер ваҡыт күршеләренән берәү: “Хәлеңдән килһә, малайыңды силсәүит ит”, – тип мыҫҡыллаған. Шул һүҙгә әсәй бик көйәләнеп ҡайтҡан да, ғәрлегенә сыҙай алмай, илай-илай һөйләнә: “Силсәүит тә булырҙар, Аллаһы бирһә, улар кемдән кәм?” Әсәйемдең ул саҡтағы ярһып-ярһып әйткәне “Әҙәмдең һүҙе – Алланың ғаләме” тигәнгә тура килде, шикелле. Тик шуныһы: ул үҙенең юрағаны юш килгәнен күрә алмай ғына үлеп китте.
Тормошта ниндәй генә ҡыйынлыҡтар булмаһын, ниндәй генә юҡсыллыҡтар кисерелмәһен, бала саҡ барыбер кеше ғүмеренең иң яҡты осоро булып иҫтә ҡала. Шуныһы ғәжәп: әлеге дәүерҙә кисерергә тура килгән ауырлыҡтар онотола, ул саҡтың тик һәйбәт яҡтары ғына иҫкә төшә. Бына, мәҫәлән, ауылыбыҙҙа иң беренсе велосипед беҙҙә булды. Беҙ уны көндәр буйы мал артынан йөрөп, көтөү көткән аҡсаға алдыҡ. Ялтырап торған берҙән-бер хромка гармун да беҙҙә булды. Бының өсөн бөткөһөҙ рәхмәт һиңә, әсәй!
Хромка тигәс, иҫкә төшә: өйҙә гармун да бар, дәрт тә бар, тик күңелдә йырҙар байлығы ғына һайыраҡ. Отоп алыр инең дә, әммә радио, телевизор ул ваҡытта һәр кемдә лә юҡ шул. Бер көндө Ишбулат дуҫ менән киноға китеп барабыҙ. Заһретдинов Юлай ағайҙарҙың өйө тәңгәленә еткәс, ишетәбеҙ: бер ҡатын моңло итеп бығаса таныш булмаған бер йыр йырлай. Беҙ өй мөйөшөнә боҫоп ҡына йотлоғоп теге йырҙы тыңлайбыҙ. Шул саҡ ямғыр яуа башланы. Ишбулатҡа күңелһеҙ, ул киноға һуңлайбыҙ, тип мыжый. Ә минең ниәт – әлеге көйҙө тағы бер тапҡыр булһа ла ишетеү һәм гармунда уйнап өйрәнер өсөн тулыһынса отоп алыу. Ишбулат миңә ҡул һелтәп, киноға китте, ә мин ямғыр аҫтында һаман көтәм, тик теге ҡатын йырламай ҙа йырламай. Шулай күпме торғанмындыр, бер мәл Юлай ағайҙың тауышын ишетәм: “Йә, Тәнзилә ҡарындаш, теге “Зәңгәр күлдәк”те тағы бер йырлап ебәр әле”. Апай инәлтеп торманы, матур итеп теге йырҙы тағы ла йырларға кереште. Бына йыр бөттө. Лыҡа һыу булһам да, минең кәйеф шәп ине – теге йырҙы отоп алдым һәм онотмаҫ өсөн уның көйөн һыҙғыра-һыҙғыра өйгә йүгерҙем. Әле булһа, “Зәңгәр күлдәк” йырын ишетһәм, төндә яуған ямғыр аҫтында тороуыма ҡарамаҫтан, бәхетле һәм ҡабатланмаҫ бала сағым иҫкә төшә. Фәрит Бикбулатов:
Йәшлектәр үтеп китһә лә,
Үкенестәр ҡалманы.
Беҙҙең гармунлы йәшлектәр
Йырһыҙ, моңһоҙ булманы, –
тип йырлай. Был йыр юлдары беҙҙең дә дәрт һәм ниндәйҙер өмөт, ышаныс тулы йәшлегебеҙҙе сағылдырғандай.
Һай, ул йәшлек! Ғүмерҙең мәңге бөтмәҫтәй, үтеп китмәҫтәй булып тойолған матур дәүере. Хәтеремдә: күпер башындағы бетон тумбаға ултырып гармунда уйнайым. Туйыш, Байым ауылдарының йәш-елкенсәге “Өс таған” бейей. Таң атып килеүенә ҡарамаҫтан, ҡайтыу уйҙарында ла юҡ. Ошо булған икән беҙҙең мәңге ҡабатланмаясаҡ йәшлегебеҙ, тик беҙ уны һиҙмәгәнбеҙ, гел йәш, гел дәртле булырбыҙ, тип уйлағанбыҙ. Беҙгә ул саҡта барыһы ла тиҙерәк кәрәк булған, ҡайҙалыр ашҡынғанбыҙ, әллә ниндәй өмөттәр бағлап, хыял диңгеҙендә йөҙгәнбеҙ. Баҡтиһәң, бына ошо бөгөнгө ҡартлыҡҡа ашҡынғанбыҙ икән. Хәҙер уйлайым: әгәр тормоштоң беҙгә күрһәткәндәрен бизмәнгә һалһаң, уның яфаларына, ауырлыҡтырана ҡарағанда матурлыҡтары, яҡшылыҡтары барыбер ауыр тартыр ине. Шулай булмаһа, беҙ тормошҡа теш-тырнағыбыҙ менән йәбешеп, тырышып-тырмашып йәшәп ятмаҫ инек.
Тормош шундай бормалы, ҡатмарлы, әммә халыҡтың беҙ ҡапсыҡта ятмаҫ тигән һүҙе лә хаҡ икән. Ысынлап та, ғаилә тарихыбыҙҙың инде асылмаҫтай серҙәре лә уйламағандан сиселеп, әҙ аптыратманы мине. Үҙебеҙҙә һәүетемсә ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарып йөрөгәндә, район башлығы башта “Красная Башкирия” совхозына, унан “Калинин” хужалығына директор булып барырға өгөтләне, төрлө сәбәп табып баш тарта килдем. Күпмелер ваҡыттан һуң район хакимиәтенә тағы саҡырттылар. “Һуҡырҙың күҙе күрмәһә лә, тәне һиҙә” тигәндәй, йөрәк йыш-йыш тибергә тотондо. Күңел дөрөҫ һиҙенгән – был юлы “Амангилде” совхозы ине тәҡдим. Уның исеме генә тәҡдим инде, сөнки баш тартырлыҡ урын ҡалдырманылар. Бигерәк тә кадрҙар буйынса урынбаҫар ҡаты тотондо: йәнәһе, әгәр риза булмаһаң, ауыл Советы хакимиәте башлығы булып эшләүең-эшләмәүең дә һорау аҫтында буласаҡ. Уйларға өс көн мөҙҙәт алып, ҡайтып киттем. Хәлде нисек етте шулай, өҙә-һуға аңлатып бирҙем. Ғәжәпкә ҡаршы, Рәйлә был тәҡдимде әллә ни борсолмай ҡабул итте: – Ә ниңә барып эшләп ҡайтмаҫҡа? Һау булһаҡ, ҡасан булһа ла кире ҡайтырбыҙ әле. Өйгә ваҡытлыса кеше индереп торорбоҙ. Силсәүит эшенән дә ялҡтың инде, – тип күңелде күтәреп ебәрҙе. Рәйләнең күтәрмәләүе миңә ҡанат ҡуйып ебәргәндәй тәьҫир итте. Амангилдегә күстек. Ун өс ауылды берләштергән ҙур хужалыҡты бер көн эсендә әйләнеп сығып та булмай, унан да бигерәк, еңел булмаған ауыл хужалығы эшен тартыу... Шулай ҙа, күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй тигәндәй, Аллаға тапшырып, матур ғын эшләп киттем. 1998 йылдың апрель айы, көн салт аяҙ. Мин ултырған совхоз директоры бүлмәһенә оло йәштәге бер бабай килеп инде. Түңәрәк кенә ап-аҡ һаҡалы, мыйыҡтары үҙенә бик килешеп тора. Ҡарамаҡҡа теремек кенә әлеге ҡарт бик итәғәтле һәм инсафлы итеп сәләм бирҙе лә, тирә-яғына күҙ һалды. Урынымдан тороп ҡаршы барҙым, ҡуш ҡуллап күрешеп, түргә үтергә тәҡдим иттем. Бабай үҙен: – Камалов ағайың булам, – тип таныштырҙы ла, артабан дауам итте: – Минең бер йомошом да юҡ. Тик һинең Туйыш ауылынан булыуыңды ишеткәс, күреп сығайым тинем. Беҙҙең Амангилдегә һин, ҡустым, икенсе хужа булып килдең инде. Утыҙынсы йылдарҙа һеҙҙең ауылдан Мәжитов тигән берәү колхоз председателе булып эшләне беҙҙә. Тик оҙаҡ эшләргә тура килмәне уға – үҙе һымаҡ коммунистар башын ашаны. Иҫтә ҡалғаны шул: председателдең бик матур бүре туны бар ине. Ул әлеге тунын кейеп сыҡһа, һоҡланмаған кеше ҡалмай торғайны. Беҙҙең ул заманда бөтә нәмә менән ҡыҙыҡһынған малай саҡ. Бер көн атайыма эйәреп мин дә контора эргәһенә барҙым. Халыҡ күп йыйылған, әлеге Мәжитов бүре тунын кейеп, ҡулына сыбыртҡыһын тотоп, йыйылыусыларға ниҙер һөйләй. Бер ваҡыт оло юлдан НКВД-ның көплө ҡара машинаһы беҙҙең яҡҡа боролдо, уны күреп бөтә халыҡ шымып ҡалды. Председателдең йөҙө үҙгәреп китте, артынса тунын сисеп, янында торған атайыма тотторҙо ла былай тине: – Анау ҡоҙғон мине алырға киләлер, шәт. Был тунды рәхәтләнеп үҙемә кейергә насип булманы, ағай. Әйҙә, исмаһам, һин кейеп рәхәтлән. Ысынлап та, машина уны алырға килгәйне. Атайым оҙаҡ ҡына кейҙе бүре тунды, ул әле лә беҙҙең өй түрендә элеүле тора.
Юғалыуына алтмыш һигеҙ йыл үткәс, Мөхәмәт байҙың бүре туны Амангилделә эленеп тороуын ишетеү минең өсөн ҡыуаныслы ла, аяныслы ла ине. Мөхәмәт олатайыма бәйле тағы ла бер хәл бөгөнгөләй хәтеремдә: 2005 йылдың 9 майы ине. Ул саҡта мине Байым ауыл Советы ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы итеп яңынан һайлап ҡуйғайнылар. Бөтә халыҡ байрам итә, тирә-яҡ ап-аҡ сәскәгә күмелгән. Орден-миҙалдарын таҡҡан һуғыш ветерандары байрам тантанаһына ашыға. Ғәбдин ауылында йәшәгән Ғилметдинов Мөждәбә апа түшендәге орден-миҙалдарын зыңлатып хакимиәт бүлмәһенә килеп инде. Хәл-әхүәл һорашҡандан һуң, күҙенә тығылған йәштәрен көскә тыйып, инде алыҫта ҡалған һуғыш йылдарын, йәшлеген иҫкә алды һәм үҙенең күптән һөйләргә йыйынған һүҙен нимәнән башларға белмәй, туҡтап ҡалды. Бер аҙ тынысланғас: – Һуғыштан алда булды был хәл, – тип башлап алып китте. – Ауылда эш юҡ, ә тамаҡ аҫрарға кәрәк. Берәй эш-көш булмаҫмы тип, ауылдан дүрт егет урыҫ араһына барып ҡарарға ниәт иттек. Тәүҙә Тайһарыға барҙыҡ. Урыҫтар тыңлап торалар ҙа, эш юҡ шул, тип баш һелкәләр. Уны артта ҡалдырып, Ҡырһаға еттек. Өй беренсә йөрөй торғас, бер бейек, ҙур йорттоң хужаһы сәйгә саҡырҙы – йәлләп киткәндер инде. Беҙ ни, ҡыуанышып риза булдыҡ. Ҡулдарҙы йыуып, өйгә ингәс, беҙҙе өҫтәл артына саҡырҙылар. Ә унда мул итеп әҙерләнгән ризыҡ. Шул саҡта мин түр яҡтың иҙәнендә ҡайнап ултырған самауырҙы күреп ғәжәп иттем – шул яҡҡа әйләнәм дә ҡарайым, әйләнәм дә ҡарайым. Ғәжәпләнерлек тә шул: ялтырап торған еҙ самауыр кеше буйлыҡ уҡ булмаһа ла, шул сама бар ине. Минең ҡыҙыҡһынып ҡарағанды һиҙгән урыҫ: – Һеҙ ҡайһы тирәнән? – тип һораны. Беҙ кемуҙарҙан: – Ғәбдин, Байым яҡтарынан, – тигәс, хужа бер килке көлөмһөрәй биреп ултырҙы ла: – Был самауыр һеҙҙең яҡтан – Ҡалдыман байҙың самауыры, – тип ысҡындырҙы. Һин, улым, барып ҡайтһаңсы Ҡырһаға, алыҫ түгел бит. Әгәр тотонмаған булһа, бәлки, олатайыңдың самауырын алып ҡайта алырһың. Әлеге урыҫтың фамилияһын да онотмағанмын – Тимофеев. Әгәр үҙе үлгән булһа, балалары иҫәндер... Мөждәбә апаның һөйләгәнен тыңлап мин тәрән уйға сумдым. Күпме йылдар үткәс Мөхәмәт олатайҙың самауырының да, атаҡлы тунының да осо килеп сыҡты. Әй, был донъя!.. Әҙәм балаларын төрлө әүрәткестәре менән алдаштырып, уның һис кемгә буйһонмаҫ ҡуласаһы әйләнә лә әйләнә. Тик әҙәм балалары ғына бер нәмәгә лә иғтибар итмәйенсә, ығы-зығы килеп донъя малы артынан саба, икенселәр тапҡан мөлкәткә ымһынып, уны төрлө ысулдар менән тартып алырға тырыша. Донъя фани бит – уларҙың бүтәндәрҙән талап алған малы ла үҙҙәре менән китә алмай, ер йөҙөндә ятып ҡала.
Ишморат ҠАЛДЫМАНОВ.