Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
31 Ғинуар 2023, 12:48

Зинһар, мине йәлләмәгеҙ!

Әсәйемә ауырға тура килгән... Күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙ егермеһен саҡ үткән йәш ҡатын. Ҡулығыҙҙа – үлем сигендә ятҡан сирле бала.

Зинһар,  мине йәлләмәгеҙ!
Зинһар, мине йәлләмәгеҙ!

Мин – 25 йәшлек ҡыҙ. Урамда осратһағыҙ, шунда уҡ көскә атлап йөрөүемә иғтибар итерһегеҙ. Мин – инвалид. Эйе, яһаған аҙымдарым башҡа кешеләр­ҙе­кенән айырыла. Ә бына күңелем һеҙҙеке кеүек үк.
Мин күм-күк ете айлыҡ булып тыуғанмын, ике килоға ла тулмағанмын. Өҫтәүенә – ДЦП һәм табип хатаһы. Ул ваҡытта йәш кенә әсәйемә мине үлә тип әйткәндәр. Шулай ҙа инкубаторҙа ятып, йәшәрлек хәлгә ингәнмен. Тик атайым быға ышанмаған, алып ҡайтҡандан һуң да күрше-күләнгә, туғандарына: “Үлә ул!” – тип һөйләп йөрөгән. Атайым артабан да мине тәрбиәләүҙә ҡатнашманы, аҡса менән дә ярҙам итмәне. Яраттымы икән ул мине? Яратамы икән? Хәҙер мөһим түгел. Бергә йәшәһәк тә, ул күптән минең өсөн өйҙәге ят бер ир кеүек.
Әсәйемә ауырға тура килгән... Күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙ егермеһен саҡ үткән йәш ҡатын. Ҡулығыҙҙа – үлем сигендә ятҡан сирле бала. Кеҫәгеҙ – буш. Ир бар, әммә терәк юҡ. Ни эшләргә һуң? Ул һуңға тиклем көрәшеүҙе һайлай. Рәхмәт, әсәй!
Тормошом, әлбиттә, һау кешеләрҙекенән айырыла. Ауырлыҡтар аҙым һайын осрап тора. Икенсе класҡа, әсәйемдән айырылып, тыуған йорттан биш йөҙ саҡрым алыҫта ятҡан ҡалаға барырға тура килде. Махсус мәктәпкә уҡырға. Русса белмәйем, гел әсәй итәгенә йәбешеп йөрөп өйрәнгәнмен, шуға тәүге йыл бик ауыр булды. Яҡынымды юҡһындым, һағынып иланым... Бер аҙҙан башҡа балаларға әүрәп, өйрәнеп киттем, дуҫтар таптым. Хатта һуңғы уҡыу йылдарында ҡайтҡы ла килмәй ине.
Дуҫтар таптым, тием. Аҙаҡ ул дуҫтар өсөн дә әсе йәштәр түктем. Беҙҙең ул мәктәптә барыбыҙҙың да һаулығыбыҙ насар ине. Ҡайһы бер дуҫтарым йәшләй генә был донъянан китеп барҙы. Ә ниндәй изге күңелле балалар ине! Күңелле интернат йылдарын, ул дуҫтарымды һағынырға ғына ҡала...
Ғүмеремдә төрлө кешеләр осраны. Әлбиттә, араларында йәберләгәндәре лә табылды. Көлөүҙәр, ҡырын ҡараштар, бармаҡ менән төртөп күрһәтеүҙәр... Шундай хәлдәрҙең береһе бәләкәй саҡта булды. Ул йәйҙә әсәйем менән шифаханаға барғайныҡ. Бер көн, телевизор ҡарарға тип, икенсе ҡатҡа, ҙур залға мендем. Унда минән башҡа балалар ҙа бар ине. Бер заман улар мине үсекләй башланы. Һәм, нисек килеп сыҡҡандыр, баҫҡыс янында торғанымда тегеләр мине аҫҡа этеп ебәрҙеләр. Әле лә башым менән баҫҡыстар һанап тәгәрәп төшөп барғанымды иҫләйем. Һөҙөмтәлә мейе һелкенеүе арҡаһында ай ярым тирәһе дауаханала яттым. Балаларға мин үпкә тотмайым. Нимә тиһәң дә, бала бала инде, улар барыһын да аңлап етмәй...
Ә бына аңлы йәштәге өлкән кешеләрҙән ауыр һүҙ ишетеү күпкә ҡыйыныраҡ. Бер хәлде һаман онота алмайым. Студент сағымда әхирәтем менән ҡала буйлап йөрөп килергә булдыҡ. Йәй ине, ныҡ эҫе. Шуға ла мин ҡыҫҡа шортик кейҙем. Бер заман беҙҙе өлкән йәштәге ҡатын туҡтатты һәм:
– Һинең аяҡтарың кәкре, нимә тип шортик ке­йеп алғанһың? Йәшереп йөрө, оҙон әйбер кей!” – тине. Нимә тиәһең инде ул кешегә? Ә бит шул бөтөнләй ят ҡатындың һүҙҙәре хәтерҙә оҙаҡҡа тороп ҡалды.
Үҫкәс, өлкәндәр тормошоноң мәшәҡәттәре алдыма килеп сыға башланы: ике дипломым булып та эшкә урынлаша алмайым. Теләгем ҙур, хатта бәләкәй генә эш хаҡына ла ризамын, ун ике сәғәт эшләргә әҙермен. Тик – алмайҙар. Миңә тейешле фатирға ла сират етмәй ҙә етмәй. Ҡуртымға алынған йорттарҙа йәшәү ҙә ялҡытты, үҙ өйөм булыуын теләйем. Тик нисек булырға? Ғүмер буйы сират көтөп ултыра ла алмайым, үҙ йортома аҡса йүнләр инем, эш тә таба алмайым. Ҡайһы бер һау кешеләр осон осҡа саҡ ялғап йәшәгәндә миңә нимә эшләргә икән тип уйлайым.
Бар ваҡиғаларҙан ҡалған ауыр уйҙар йыйылып китеп, бына-бына һынырмын кеүек, ләкин хыял йәшәргә көс бирә. Мин балалар тауышы һәм мөхәббәт менән тулған үҙ йортом тураһында хыялланам, киләсәктә былар барыһы булырына ышанам.
Бөтә кешеләр ҙә насар, аңһыҙ түгел. Тормошомда изгелек теләгәндәр һәм эшләгәндәр бик күп осраны. Ундай кешеләр барлығына бала саҡтан инандым. Икмәккә тип магазинға барғанымда булды был хәл. Унда бер ағай:
– Нимә теләйһең? – тип һораны.
– Чупа-чупс, – тинем.
Ул миңә теләгәнемде алып бирҙе, аҡса ла тотторҙо. Был хәтирә әле лә минең күңелемде йылыта. Шундай кешеләр күп осраны миңә, тәмлекәс йә аҡса биргәндәр түгел, ә һорамаһам да ярҙам иткәндәр, йылы һүҙ әйткәндәр. Мин үҙем дә кешегә көсөмдән килгәнсә ярҙам итәм. Бәлки, ҡылыҡтарым миңә изге ниәтле кешеләрҙе тарталыр ҙа тигән һығымтаға килеп ҡуям.
25 йыллыҡ ғүмеремдә күпте күрҙем, һынауҙар кисерҙем. Әммә мин бәхетлемен. Атайҙың яратыуынан мәхрүм ителһәм дә, әсәйемдең мөхәббәтен икеләтә тойҙом. Тулыһынса һау-сәләмәт булмаһам да, әүҙем тормош алып барам. Ғүмеремдә юғалтыуҙан үкһеп иларлыҡ дуҫтарым булды. Бөтмәҫ көлөүҙәр, кәмһетеүҙәр мине мәрхәмәтле булырға өйрәтте.
Үҫмер, студент саҡтарымда үҙбаһам менән дә проблемалар булды. Кем мине, ят ҡатын әйткәндәй, “кәкре аяҡлы” инвалидты, яратһын инде? Кейәүгә сығыу ғына түгел, берәйһе менән дуҫлаша ла алмаҫ кеүек инем. Эх, шул саҡтағы иҫәр ҡыҙсыҡҡа ҡайтып әйтергә ине: “Ташла ул уйҙарҙы! Бушҡа көйәләнмә, барыһы яҡшы буласаҡ! Һәр кемдең үҙ өлөшөнә төшкән көмөшө була!”
Эйе, миңә тигәне үҙен оҙаҡ көттөрмәне. Дүрт йыл элек мөхәббәтемде осраттым. Шул көндән алып мин тормош юлынан ышаныслы барам. Ошо йылдар буйы бергә булғандан һуң, законлы никахҡа индек. Алла бирһә, балаларыбыҙ ҙа булыр. Ирем минең – таянысым. Уның менән алға барыу ҙа ҡурҡыныс түгел.
Кемдәрҙер мине күреп уйлайҙарҙыр: “Быға ауыр, ыҙалай”, – тип. Зинһар, мине йәлләмәгеҙ. Мин бына шулай булып тыуғанмын, бер нәмәне үҙгәртеп булмай, башҡа ғүмерҙе белмәйем, мин – ул мин. Һәм мин бәхетлемен. Сөнки дуҫтарым да, туғандарым да бар, яҡындарым иҫән-һау һәм, иң мөһиме, мөхәббәтемде осраттым һәм ғаилә ҡорҙом. Бәхет өсөн тағы ни кәрәк?

Заһиҙә МУСИНА яҙып алды.

Автор:
Читайте нас: