Бер көнлөк ял
Үткән быуаттың алтмышынсы йылдары башы. Ул саҡта беҙ, 13—14 йәшлек ауыл малайҙары, уҡыу тамамланған көндөң икенсе иртәһендә үк колхоз эшенә тотона торғайныҡ. Был осорҙа башта – сенаж һалыу, унан бесән әҙерләү башлана һәм ул сентябрь аҙаҡтарына ҡәҙәр һуҙыла торғайны. Япраҡ аҙыҡ әҙерләү ҙә, һалам өйөү ҙә бына шул осорға тура килә. Был эштәр бөтәһе лә ул саҡта ҡул һәм ат көсө менән атҡарыла, ә беҙгә, малайҙарға, ат-арба беркетеп бирәләр ине.
Ауылда ҡышын да, йәйен дә ял көнө тигән нәмә юҡ, беҙ, малайҙар, өлкәндәр менән бергә көн дә баҫыуҙа. Бесән ваҡытында кәбән ҡойоу өсөн ат атланып көн оҙон сүмәлә тарттырабыҙ. Арыйбыҙ, әлбиттә. Әммә бәләкәй саҡта арыу тиҙ бөтә, иртәнгә йәнә колхоздың ат аҙбарына йүгерәбеҙ...
Бер йылды шулай, мәктәпкә барырға ике генә көн ҡалғас, эштә малайҙар менән шулай һөйләштек: бөгөн эшләйбеҙ ҙә, иртәгә эшкә сыҡмайбыҙ, бер генә көн булһа ла ял итәбеҙ! Ысынлап та, беҙ был бер көнлөк ялға лайыҡ инек.
Икенсе көндө беребеҙ ҙә ат аҙбарына барманы. Иртән ихатала йөрөй инем, бригадир Фахраз ағай килеп етте. Бер малай ҙа юҡ, ат егеп, эшкә сыҡ инде, энем, ти. Ысынлап та, мәктәптә уҡыу башлана тип, колхозда эш бөтмәй бит инде. Шуға мине өгөтләргә килгән. Бер кемдә тыңламағас, аптырап миңә юлланған. Ни өсөн миңә? Сөнки Фахраз ағай – миңә туған тейешле кеше, атайымдың бер туған энеһе. “Абыҡай” тип атай инек беҙ уны. Мин – туғаны булғас, тыңлар әле тип өмөтләнгәндер инде. Эй ялынды, эй ялынды, тәки ризалашманым. Бер көн булһа ла ял иткем килде. Абыҡай ныҡ үпкәләп, кире китте.
Быға 56 йыл ваҡыт үтте. Фахраз ағай күптән мәрхүм инде. Ә мин теге ваҡыттағы тиҫкәрелегем өсөн һаман булһа үкенәм. Тыңларға кәрәк булған. Бер көн ял итмәгәндән әллә ни булмаҫ ине әле...
Ҡабартыу
Беҙҙең ауылдың баҫыу-ҡырҙары, әрәмәләре, үләнле ҡалҡыулыҡтары, тәбәнәк тауҙары күп. Мин бәләкәй саҡта ферма малдары күп йөрөмәй, тау өҫтәрендә, тау итәктәрендә, әрәмәлә еләк зерә шәп була торғайны. Ҡайын еләге, ер еләге... Ҡала-тауҙа сейә күп була ине.
Беҙ, әле ат егеп эшкә йөрөр йәшкә етмәгән малай-шалайҙар, мәле етеү менән, еләккә йөрөй башлайбыҙ. Иң эреләрен, иң ҡыҙылдарын айырым йыябыҙ – “быныһы – инәйҙәргә”. Инәйҙәрҙе яратыуыбыҙҙы белдереүҙән тыш, әлбиттә, һәр беребеҙҙең улар алдында уңған булып, йәғни күберәк еләк йыйған булып күренгебеҙ килә. Шуға күрә, ҡайтҡанда, ауылға етәрәк, һауыттарҙағы йыйған еләкте “ҡабартып” алабыҙ. Ул былай эшләнә: һауытты ауыҙы менән ҡорһаҡҡа ҡаплайбыҙ ҙа, өҫкәрәк янтайтабыҙ. Ҡайта-ҡайта баҫылған еләктең күләме шаҡтай күберәк күренә башлай. Быныһы әсәйҙәребеҙ: “Эй-й-й, минең улым бигерәк күп йыйған!” — тиһен өсөн инде.
Эшләгәнеңде күберәк итеп күрһәтергә теләү, йәғни ҡабартыу, шул ҡабартыу арҡаһында маҡтау һүҙе ишетеү теләге ана шулай бәләкәйҙән килә, күрәһең, кешегә. Өлкәнәйгәс инде был теләк бәғзе берәүҙәрҙә дауалап булмаҫтай ауырыуға әүерелә. Улар шул ҡабартыу арҡаһында маҡтау һүҙҙәре генә ишетеп ҡалмай, орден-миҙалдар, маҡтаулы исемдәр ала, бейегерәк бүкәнгә үрмәләй. Бәғзе берәүҙәрҙә генә түгел, хатта тотош йәмғиәттә лә бөтмәй был ҡабартыу сире. Беҙ, ҡабартылған уңыштарға ышанған кеше булып, ҡәнәғәтлек кисерәбеҙ, шуның менән йыуанабыҙ...
Бәләкәй саҡтағы еләк ҡабартыуҙы хәтерләгәс тыуҙы инде был уйҙар...
Яңауылға – ялан аяҡ
Үткән быуаттың алтмышынсы йылдар аҙағы. Миңә ул саҡ 11—12 йәштәр самаһы булғандыр. Колхозда урып-йыйыу эштәре гөрләгән мәл. Баҫыуҙарҙа һуғылған бөтә иген ауыл осондағы амбарға ташыла. Бында ул елгәргес тип аталған ҡоролмалар ярҙамында сүптән таҙартыла. Ә ул ҡоролмаларҙың моторы – беҙ, малайҙар. Уның ҡырыйынан тырпайып торған ҙур тимер ручкаһын алмашлап әйләндерәбеҙ, ул ручка ҡоролма эсендәге барабан күсәренә тоташҡан, барабан әйләнгәндә хасил булған ел, сүптәрҙе осороп, игенде таҙарта. Эш ҡараңғыға ҡәҙәр дауам итә, ә йәй көнө ҡараңғы бик һуң төшә.
Был таҙартылған игенде район үҙәге Яңауылдан килгән машиналарға тейәп ебәрәләр, сөнки колхозда машина берәү генә, ул игенде баҫыуҙан амбарға ташыуҙан бушамай.
Бер көндө шулай, эңер-меңер төшкәс, район үҙәгенән сираттағы йөк машинаһы килде. Ҙур тимер һоҫҡолар менән күмәкләшеп тейәнек йөктө. Шофер йәһәт кенә кабинаһына инеп ултырҙы ла, тиҙ үк ҡуҙғалмаҡсы булды. Әммә амбар башлығы Рәиф ағай (ауыл халҡы уны Эрәй тип йөрөтә ине) шоферға сабыр итергә ишара яһаны.
– Кем машина менән Яңауылға бара? – тине ул, бер төркөм малай-шалайға мөрәжәғәт итеп. Беҙ өндәшмәйбеҙ.
– Кем риза? Ҡурҡмағыҙ, бөгөн үк кире ҡайтасаҡһығыҙ!
Беҙ өндәшмәйбеҙ.
– Йөктө оҙатып барған өсөн – бер һум!..
Бер һум ул саҡта бик ҙур аҡса, уныһы ла булмай торғайны әле, сөнки колхозсылар “ҡоро таяҡҡа”, йәғни хеҙмәт көнөнә эшләй торғайнылар.
Әллә шул бер һумға ҡыҙыҡтым, әллә Эрәй ағайҙың бойороҡҡа оҡшаш ҡәтғи тауышы тәьҫир итте, әллә уның һүҙен йыҡҡым килмәне, әллә пионер исеменә тап төшөрмәҫ өсөн, мин риза булдым. Бөгөн килеп, бөтәһе лә бергә булғандыр, тип уйлайым, шулай ҙа, иң төп сәбәпсеһе – өлкәндәрҙең һүҙен тыңларға күнеккәнлектер.
Иген алырға килгән машинаға ултыртып мотлаҡ кемделер ебәрә торғайнылар, был яуаплы бурыс күбеһенсә малайҙарға төшә ине. Мин бына шул яуаплы бурысты үтәргә тейеш инем инде...
Оло урамдағы өйөбөҙ эргәһенән выжлап уҙып киттек. Мин – машиналағы иген өҫтөндә. Сөнки унда – ҡыҙығыраҡ та, кабиналағы тынсыу бензин еҫе лә юҡ.
Ҡараңғы төштө. Яңауылға килеп еттек. Элеваторға элегерәк барғаным бар ине. Юлын бер аҙ беләм. Әммә беҙ ниңәлер башҡа яҡҡа киттек. Ниһайәт, поселок (ул саҡта Яңауыл эшселәр поселогы тип йөрөтөлә ине) ситендәге бер ағас өй алдына килеп туҡтаныҡ.
– Элеватор инде ябыҡ, йөктө иртәгә иртән бушатырбыҙ, бөгөн беҙҙә генә йоҡларһың, – тине шофер. Ҡапҡаны асып, машинаһын ихатаға кертеп туҡтатты.
Нишләйһең, ышандым инде, быларҙа төн сығырға тура килде. Урынды соланға йәйҙеләр. Таң алдынан ниндәйҙер тауышҡа уянып киттем. Ниндәй тауыш был? Аңлап алдым: былар ирле-ҡатынлы шым ғына машинанан аҙбарға иген бушаталар! Ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы йүнәтәләр! Бына ни өсөн беҙҙең ауылға ашлыҡ алырға һуң ғына килгән был шофер! Бына ни өсөн амбарҙан оҙатыусыһыҙ ғына китергә ынтылған! Яңынан йоҡлап киткәнмендерме, юҡмы, инде хәтерләмәйем, иртән элеваторға йүнәлгән шофер мине ниндәйҙер урамда төшөрөп ҡалдырҙы. “Мин бөгөн һеҙҙең ауылға бармайым”, – тип аңлатты ул бының сәбәбен.
Нишләйһең, төшөп ҡалдым. Ялан аяҡмын: шул уҡ көндө кире ҡайтам, тип уйлағайным бит инде мин кисә. Етмәһә, кеҫәлә бер тин аҡса юҡ. Ярай әле бындағы бер магазинда Сәлимә апайым эшләй ине. Уны эҙләп таптым. Килеп индем магазинға ялан аяҡ таш иҙәнгә тәп-тәп баҫып. Апайым ҡолап китә яҙҙы. Тиҙ-тиҙ хәлде аңлаттым да, нисәлер тин аҡса алып, автовокзалға тәпәйләнем.
Ҡайтып еттем ауылға. Ҡобараһы осҡан инәй, иҫән-һау икәнемде күреп, ҡосоп алырға, һөйөнөргә тейеш ине кеүек, ә ул ороша-әрләй башланы. Бәй, шулай итмәй ни, кисә кис өйҙәгеләрҙең береһенә лә әйтмәй ғәйеп булғас, мине юғалтҡандар, инәй меҫкен төндә таяҡ таянып эҙләргә сыҡҡан. Ярай әле ҡайҙа киткәнемде малайҙарҙан һорашып белгән. Уны ниндәй борсоуға һалғанымды ҡайтҡас ҡына аңланым. Алла итеп күргән изге кешем алдында бик-бик ҡыйын булды миңә ул саҡта...
Был ваҡиға хаҡында мин тиҫтә йылдар буйы иҫемә төшөрмәнем. Бала саҡтағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ эреле-ваҡлы башҡа мажаралар кеүек үк, онотолғайны ул. Һәм бына ошо иҫтәлектәрҙе яҙырға тотонғас, ирекһеҙҙән хәтерләнем уны. Етмеш йәшлек бабай күҙлегенән ҡараным мин малай сағымдағы был ваҡиғаға.
Теге ваҡыт мине алдаған, бер тин аҡсаһыҙ урамда ҡалдырған бәғерһеҙ шоферҙың иген урлағанын, бының өсөн махсус рәүештә бик һуң ғына беҙҙең ауылға килеүен аңлағайным бит. Әммә был хаҡта бер кемгә бер һүҙ өндәшмәнем. Яңауылда ла, ауылға ҡайтҡас та. Хәҙер уйлайым: берәйһенә, милицияғамы, амбар башлығынамы әләкләгән булһам, ул шоферҙы мотлаҡ ултыртҡан булырҙар ине. Урлашҡан өсөн закон ҡаты ине ул ваҡытта. Ә Сталин заманында иһә кеҫә төбөндә ҡайтҡан бер ус арыш өсөн дә төрмәгә оҙатҡандар. Хәҙер генә ул күберәк урлаған һайын хөрмәтлерәккә әйләнәләр... Эйе, мотлаҡ ултыртҡан булырҙар ине ул шоферҙы. Етмәһә, моғайын, бер тапҡыр ғына ҡабатламағандыр ул был трюкты. Хәҙер уйлайым: ошаҡламай дөрөҫ эшләгәнменме? “Дөрөҫ эшләгәнмен!” тип уйлайым әлеге барлы-юҡлы аҡылым менән. Сөнки ул шофер ултырып сыҡҡандан ғына илдә уғрылыҡ бөтмәҫ, ил байып китмәҫ, ә бына кеше яҙмышы, ә уның менән бергә ғаилә яҙмышы ла мотлаҡ селпәрәмә килгән булыр ине.
Уҡыусыларҙың берәйһе, ҡара әле, ҡараҡты аҡлай, ҡараҡты яҡлай, уны һатмауына һөйөнә, тип уйлауы бик ихтимал. Быға ҡаршы мин бөгөнгө күҙлектән ҡарап былай тим: ул йылдарҙа ябай халыҡҡа ҡоро эш хаҡына көн күреү мөмкин түгел ине. Шуға ла һәр кем тиерлек үҙенең хеҙмәт урынынан файҙа табырға ынтыла ине. Бының өсөн дөйөм милеккә ҡул һуҙған эш кешеһен түгел, ә уны был хилафлыҡҡа мәжбүр иткән системаны ғәйепләргә кәрәк! Һәр хәлдә мин шулай уйлайым.