Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күңел һандығы
29 Октябрь 2023, 20:34

НОЯБРЬ ГӨЛЛӘМӘҺЕ

—Теге донъяға ашығаһыңмы? Йәшәп ялҡтыңмы?—асыулы тауыш яңғыраны.

НОЯБРЬ ГӨЛЛӘМӘҺЕ
НОЯБРЬ ГӨЛЛӘМӘҺЕ

Айгөл халатын эләктерҙе лә тәҙрә янына килде. Ағастарҙа япраҡ ҡалмаған тиерлек. Һарғайып кипкән үләндәрҙе, ҡыйыҡты бәҫ ҡаплаған. Кисә ямғыр һибәләгәйне, төнөн һыуытты... Ноябрҙең ҡыш килеүен хәбәр итеүе шулдыр.

Айгөл ауыр көрһөндө. Тышта моңһоу, йөрәктә лә һағыш... Ял көнө ул тик өйҙә булды, күңелһеҙ ине уға...


***

Ул ваҡытта ла ноябрь ине. Төшкө аш мәлендә Айгөл офистарынан юл аша урынлашҡан кафеға йүгерҙе. Ҡапҡылап алырға берәй тәмлекәс алырға ине уйы. Коллега ҡыҙҙары менән гел шунан ашарға алалар. Тышта ямғыр һибәләй. Айгөл ҡулсатырын да алманы. Машина күренмәгәс, ҡыҙ йәйәүлеләр өсөн һыҙылған һыҙаттан йүгереп сыҡмаҡ булып алға ынтылды. Шул саҡ боролоштан джеп ғыжылдап килеп туҡтаны. Автомобиль тормозына баҫылған тауышҡа Айгөл ҡурҡып ҡатып ҡалды ла, ҡулы менән йөҙөн ҡапланы.

—Теге донъяға ашығаһыңмы? Йәшәп ялҡтыңмы?—асыулы тауыш яңғыраны.

Айгөл ҡулдарын төшөрөп, күҙҙәрен асты. Джип янында йәш ир тора ине.

—Тирә-яғыңа ҡарап йөрө. Тәгәрмәс аҫтында үлгең килһә, ана, проспектҡа сыҡ, унда машиналар күберәк,—тип ир ҡысҡырыуын дауам итте.

Айгөл ирҙең асыулы һүҙҙәренә түгел, бейек, мыҡты кәүҙәһенә, ыҡсым ғына итеп үҫтерелгән һаҡалына, матур йөҙөнә иғтибар итте. Ирҙең ҡара күҙҙәренән асыу сәселеп тора ине.

—«Текә» машинала йөрөгәс тә һеҙгә юл ҡағиҙәләре ҡағылмаймы? Бында светафор юҡ, зебра бар. Бынан йәйәүлеләр үтә ала. Мин түгел, һеҙ ҡағиҙә боҙоп йөрөйһөгөҙ,—тип Айгөл телгә килде.

Ир иғтибар менән ҡыҙға ҡараны.

—Мин ҡабалана инем. Ысынлап мин ғәйепле икән. Ғәфү итегеҙ,—тип машинаһына ултырып ҡуҙғалып китте.

Айгөл шаңҡып тора бирҙе: уны яңы машина бәреп китә яҙҙы ла баһа. Етмәһә, водителе ҡысҡыра.

Иртәгәһенә ямғыр юҡ ине. Айгөл ҡабаланмай ғына йәнә кафеға йүнәлде. «Зебралы» юлды үткәс тә ҡаршыһына бер ир килеп сыҡты. Ҡыҙ уны шунда уҡ таныны: кисәге джеп хужаһы.

—Нимә? Бөгөн дә ҡағиҙә боҙаммы әллә?—тине ҡыҙ йылмайып.

—Ғәфү итегеҙ. Мин һеҙҙе көттөм. Кисәге хатамды төҙәтергә ине. Ваҡытығыҙ булһа, минең менән кафела тамаҡ ялғарға ризалашығыҙ.

—Ә бөгөн ҡабаланмайһығыҙмы ни?—тине Айгөл.

Кафела сәй эскән арала Айгөл ирҙең бармағында балдаҡ барлығын күрҙе. Ҡатыны бар икән. Айгөлдөң кәйефе төшөнкөрәне. Ир юрист, ике ҡыҙы бар. Кәләшле булыуына ҡарамаҫтан, Айгөлдөң телефон номерын алып, шылтыратып, үҙенекен һаҡларға ҡушты. «Бәлки, юрист ярҙамы кәрәгер, һаҡлап ҡуй номерымды»,—тине.

Айгөл, әлбиттә, кәләшле иргә шылтыратырға йыйынмай ине. Ике көндән Рәсүл үҙе шылтыратты һәм ҡаланың икенсе осондағы кафеға саҡырҙы.

—Ситкәрәк китәйек. Ҡалала мине күптәр белә, ғәйбәт таралыуын теләмәйем,—тип аңлатты.

Айгөл үҙе үҙен аңламай ине. Тиҙҙән Рәсүл уның фатирына йыш килә башланы. Көтмәгәндә һәм бик аҙға килә ул. Ә ял көндәре һәм байрамдарҙа Айгөл гел яңғыҙ булды. Рәсүл бит алдан уҡ иҫкәртте: ҡатынын һәм ике ҡыҙын ташламаясаҡ.

Айгөлдөң башында мең уй. Ниңә улайһа ул килә? Мөнәсәбәттәрҙең тәрәнгә китеүен теләмәй бит. Ә ҡыҙ ғашиҡ. Ваҡытлыса ғына булған бәхетенә иҫергән.

***

 

Шәмбе Айгөл оҙаҡ карауатында ятты. Бер ҡайҙа ҡабаланмай. Ял көнө уға барыбер бер кем килмәй. Унан сәсен дә тарамайынса халатында тәҙрә янында торҙо. Шул саҡ ишеккә шаҡынылар. Айгөл уйлап та тормай барып асты. Ә унда—Рәсүл. Ир ҡабаланып килеп инеп, Айгөлдө һыға ҡосаҡланы ла, ваҡыты бик аҙ булыуын әйтте... Ҡапыл килеп ингән кеүек ҡапыл сығып та китте. Айгөл душ инеп сыҡты ла йәнә тәҙрә янына баҫты. Үлән өҫтөндәге бәҫ иреп юҡҡа сыҡҡан, асфальт та еүеш күренә. Әйтерһең дә ямғыр яуып үткән.

«Бына һөйөү ҙә үтте. Һәм мин тағы яңғыҙ. Дауыл кеүек килеп инә лә, һөйләшеп тә өлгөрмәйбеҙ, кире юҡҡа сыға»,—тип уфтанды. Унан: «Ялда ярты сәғәт булһа ла ваҡыт тапҡан бит»,—тип үҙен йыуатты. Артабан ни эшләргә? Был хәл оҙаҡ барырмы? Айгөл оҙаҡ шулай мөхәббәт валсығына риза булырмы? Киләсәккә өмөт юҡ бит. Иртәме, һуңмы бының аҙағы буласаҡ. Яратҡан саҡта тиҙ генә баш тартып булмай икән шул...

Рәсүл аҙна тирәһе булманы, күренмәне, шылтыратманы. Йома көнө шылтыратып ресторанға саҡырҙы.

—Бәләкәсем, һағындым. Бер сәғәт буш ваҡытым бар. Ресторанға килерһең,—тип ресторан адресын әйтте.

Айгөл тороп өҫ-башын рәтләп, ирендәренә помада һөрттө лә, коллегаһы Маринаға: «Тешем һыҙланҡырай, тиҙ генә стоматологка барып киләм»,—тине лә сығып йүгерҙе.


Бәлтә төймәләрен эләктерә-эләктерә ҡабаланып атланы ул. Янындағы кешеләрҙе лә күрмәне. Шул саҡ бер ҡарттың яуырынына төкөнө. Бабайҙың ҡулындағы таяғы төшөп китте.

—Уй, ғәфү итегеҙ,—тип Айгөл ерҙәге таяҡҡа үрелде.

—Ярай, була торған хәл. Һөйгәнең менән осрашыуға ашығаһыңдыр? Һинең йәштә беҙ ҙә шулайта инек. Бер нигә ҡарамай һөйгәнебеҙ янына ашыға инек. Хәҙер ҡабаланыр ер юҡ,—тип бабай көрһөндө.



Айгөл бабайҙың ҡулдарындағы ромашка гөлләмәһенә иғтибар итте. Ноябрҙә ҡайҙан алған уны? Ниңә дүрт бөртөк һуң сәскә?

—Олатай, ғәфү итегеҙ инде,—тине Айгөл.

—Ярай, ярай, бар йүгер. Йүгерә алғанда йүгер, ҡыҙым. Һөйгәнең дә түҙмәй көтәлер. Мин дә Фәрзәнәм янына бик йүгерер инем дә, хәлем юҡ шул.

 

«Ҡайҙан белә был бабай Айгөлдөң осрашыуға китеп барғанын?» Ҡыҙ аптырауға ҡалды.

—Олатай, һеҙ әллә зыяратҡа китеп бараһығыҙмы?

—Эйе. Фәрзәнәм алдан китте. Көн дә бара инем янына. Хәҙер хәлем юҡ. Минең дә ваҡытым етеп киләлер инде. Тиҙҙән осрашырбыҙ һөйгәнем менән. Беҙ бер-беребеҙҙе шул тиклем ныҡ яраттыҡ. Бер яҡтан, уның алдан китеүенә ҡыуанам да. Мин алдараҡ китһәм, ул ҡалай ҙа ыҙалар ине бит. Ҡыҙым, һин Фәрзәнәмдең йәш сағына ла оҡшап тораһың,—тип ҡарт моңһоу ҡараш ташланы.

 

Айгөлдөң телефоны шылтыраны.

—Ҡыҙым, бар, мин һине тотҡарлайым шикелле.

Айгөл телефонын ҡолағына ҡуйҙы:

—Һин ҡайҙа, Айгөл. Ваҡытым аҙ минең. Тиҙерәк бул,—тип асыулыраҡ тауыш сыҡты.

Айгөл телефонын һүндерҙе лә бабай артынан йүгереп, уға юл аша сығырға ярҙам итте.

—Олатай, бында машиналар күп йөрөй, һаҡ бул инде.

—Рәхмәт, ҡыҙым. Тик минең йәштә тәгәрмәс аҫтында үлеү ҙә ҡурҡыныс түгел,—тине.

Айгөл бабайҙың артынан оҙаҡ ҡарап торҙо. Ҡыҙ ҙа ошондай мәңгелек мөхәббәт хаҡында хыяллана. Оҙон-оҙаҡ бергә йәшәргә теләй ул. Уны ла кемдер яратһын, һағынһын, ноябрҙә ромашкалар бүләк итһен...

Айгөл кире эшенә барҙы.

—Ҡалай тиҙ килдең?—тине коллегаһы.

—Әй, теш һыҙлауы баҫылғандай булғас, кире боролдом,—тине Айгөл.

Эштән ҡайтҡас ҡына телефонын ҡабыҙҙы. Рәсүл күп тапҡырҙар шылтыратҡан. Айгөл телефонын ҡулына алып уйнатып ултырҙы. Рәсүлгә шылтыратҡыһы ла килә... Тик тыйыла. Ә бәлки Рәсүл уны берәй ир исеме менән һаҡлап ҡуйғандыр. Ҡатыны алыр ҙа ҡыҙ тауышын ишетеп янъял ҡуптарыр. Айгөл Рәсүлдең ҡатынын йәлләп ҡуйҙы. Ул бит иренә ышана, ярата, ике бала тапҡан шул ир тип...

 

Айгөлдөң уйланғанын һиҙгәндәй, Рәсүл шылтыратты.

—Ниңә алманың? Ниңә килмәнең? Килә алмайым тип әйтә алмай инеңме? Ниңә һүндерҙең телефоныңды?

—Көттөңмө ни?—тине Айгөл. Рәсүлдең көйөнгән тауышын ишетеп, бер яҡтан, ҡыҙ ҡыуана ине.

—Нимә булды, Айгөл?

—Бер нәмә лә. Бары тик өйләнгән ир менән осрашҡым килмәй. Мин дә ир менән ятып йоҡлап, иртәнсәк уға ашарға әҙерләп, ашатып эшкә оҙатҡым, унан эштән ҡаршы алғым килә. Ҡабалан, ярты йә бер сәғәтлек осрашыуҙарҙан ялҡтым,—тине Айгөл.

—Нууу...мин бит алдан әйттем кәләшем, ғаиләм барлығын...барыһы ла ғәҙел булды.

—Ғәҙеллегең кемгә ҡарата?

—Башлама...

—Рәсүл, мин һинең ҡасан килереңде көтөп йәшәй алмайым. Һиңә нисек ҡулай, нисек уңайлы шулай йәшәйһең. Ә мин? Һин килмәгән көндәрҙә минең нисек йәшәүем менән дә ҡыҙыҡһынмайһың,—тине лә Айгөл үкһеп иламаҫ элек тип телефонын һүндерҙе.

Шулай ҙа Рәсүл кире шылтыратыр тип көттө. Әммә телефон шым ине. «Бына бөттө лә»,—тип Айгөл йәнә тәҙрә янына баҫты. Ҡараңғы. Бер кем дә уның күҙ йәшен күрмәҫ.

Бер аҙҙан Айгөл кейенде лә тышҡа сыҡты. Ҡулсатырын тағы алманы. Магазиндарҙың яҡты, сағыу витриналарына күҙ һалды. Ямғыр көсәйгәс, бер офистың ҡыйығы аҫтына барып торҙо. Уның янынан кешеләр ашыҡмай ғына үтте.

—Сибәркәй, әйҙәгеҙ инегеҙ ҡулсатыр аҫтына, өйөгөҙгә илтеп ҡуяйым,—тигән тауышҡа һиҫкәнеп китте. Ҡаршыһында бер егет йылмайып баҫҡан.

Айгөл күп уйлап торманы. Егет янына баҫты ла ҡулсатыр аҫтында йәнәшә атлай башланы. Өйөнә тиклем арыуыҡ ҡына һөйләшеп барҙылар.

—Ваҡытығыҙ булһа, бәлки, тағы ла йөрөй бирербеҙ,—тине егет.

—Мөмкин. Мин ҡайтырға ҡабаланмайым,—тине Айгөл.


Автор:Резеда Валиева

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/portrait-of-beautiful-brunette-model-in-summer

Автор:
Читайте нас: