Университетта уҡып йөрөйбөҙ. III курс… Бер мәл бергә уҡыған иптәштәрем күмәкләп көрәш залына йөрөй башланы. Унда егеттәр ағыла ғына, курсташтарым ай-вайыма ҡуймай мине лә алып барырға булды. Ысынлап та, беренсе көндән үк грэпплинг тигән үҙенсәлекле спорт төрө оҡшап ҡалды, ауыр күнекмәләрҙән хәлдән тайып ҡайтһаҡ та, бик ҡәнәғәт инек. Шулай бөтә ятаҡ егеттәре менән ҡанатланып көрәш менән шөғөлләнә башланыҡ, унда шул тиклем йылы мөхит, етмәһә, күбеһенсә башҡорт егеттәре шөғөлләнә (Хәйер, бөгөнгө көндә күп башҡорт егеттәрен көрәшкә ылыҡтырып, спорт дуҫлаштырҙы). Талапсан тренерҙар, һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәне.
Ошо һөйләгәндәрҙең башында “Тархан” көрәш клубы етәксеһе, грэпплингг буйынса Европа чемпионы Динар Аҡмырҙин тора, һүҙем тап уның хаҡында.
Грэпплинг – ярайһы уҡ ҡатмарлы көрәш төрө. Ул көс һәм таһыллыҡ ҡына түгел, аҡыл, уйлап эш итеүҙе лә талап итә. Был спорт төрөндә сикләүҙәр юҡ тиерлек, унда кешене төрлө көрәш ысулдары менән (муйындан быуыу, ҡул, аяҡ быуындарын билдәле алым ярҙамында ауырттырыу һ.б.) еңеү мөһим, йәғни көрәшсенең бирелеүе кәрәк. Алымдың ҡатмарлылығына ҡарап мәрәйҙәр ҡуйыла, алыш аҙағында дөйөм иҫәп менән еңеүсе билдәләнә.
Динар Аҡмырҙин Учалы районы Мансур ауылынан. Бәләкәйҙән спортҡа ғашиҡ була, 14 йәшендә футбол менән шөғөлләнә башлай. Донъя кимәлендәге футболсы булырға хыяллана үҫмер. Яратҡан көрәшен дә ташламай, БДУ-ла уҡыған осорҙа грэпплинг менән мауығып китә. Башҡортостанда, Рәсәйҙә бер ҙә таныш булмаған, яңы үҫешә башлаған спорт төрөн һайлауы бик осраҡлы килеп сыҡҡан. “2010 йылда танылған көрәшсе, донъя чемпионы Федор Емельяненко менән Американан Фабрисио Вердумдың алышын ҡарағайным, шунда ҡыҙыҡһыныуым уянды. Вердум арҡаһында ятҡан килеш еңелеү белмәгән кумирымды ҡыйратты. Минең башыма һыймаҫлыҡ хәл булды ул. Бер килке аптырап йөрөнөм”, - тип асыҡлыҡ индерҙе Динар. Уның күңел төпкөлөндә ятҡан ата-бабаларыбыҙҙың яугир рухы тынғылыҡ бирмәгәндер, күрәһең. Яңы көрәштең алымдарын да тиҙ генә өйрәнеп ала, әммә беренсе 6 алышының бөтәһендә лә еңелә. Тик бирешмәй, алынған ауыр йәрәхәттәр ҙә уны туҡтатмай. Европа чемпионы булырға тигән маҡсат ҡуя ул.
Динар университетты тамамлағанда ла оҙаҡ уйланып тормай, үҙ көрәш клубын булдырырға ҡарар итә. Әйтеүенсә, тәүҙә ҡыйыуһыҙыраҡ башлай, үҙен бүтән атаҡлы тренерҙар менән сағыштырып юғалып та ҡала, әммә ныҡышмал егет алдына алғандан тайпылмай, биш йыл эсендә республика, ил чемпиондарын үҫтереп өлгөргән.
Төньяҡ амурҙары, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, француздарҙы яулағанса, Динар Аҡмырҙинға ла Европа еңел генә бирелмәй. Алты мәртәбә барып ҡайтырға тура килә уға. Тәүге йылда 3 еңеүсе рәтенә эләкһә, икенсе йылына икенсе урынға ҡыуанып ҡайта, ә уҙған йылдың аҙағында, ниһайәт, чемпион исемен алыуға өлгәшә. Әйткәндәй, танылған көрәшсе, UFC чемпионы Конор Макгрегорҙың залында шөғөлләнеү бәхете тәтей Динарға. Көрәш менән мауығыусы һәр кем Конор менән күрешергә хыял итәлер, Динар иһә уның үҙен күрмәһә лә, тренерының ҡулы аҫтында тәжрибәһен арттыра, бар донъяға билдәле спортсылар менән майҙан тота. Хәйер, Көнбайыш илдәренең бөтәһен тиерлек урап сыға Динар. Дублин, Амстердам, Барселона һ.б.
UFC-ға эләгер өсөн Өфөлә шөғөлләнеү генә етмәйҙер, моғайын. Ошо хаҡта һорауыма: “Европа чемпионатына әҙерләнгәндә Өфөлә шөғөлләндем. Минең уйым шундай: спортсы үҙенең тренерына, залына ғүмергә тоғро булырға тейеш. Залдан – залға, уҡытыусынан уҡытыусыға күсеп йөрөү минең өсөн түгел. Шул уҡ Конорҙы алып ҡарайыҡ, ул Ирландияла ғына шөғөлләнә бит. Тренеры менән видеокассетанан ҡарап өйрәнә башлаған”, - тип яуапланы көрәшсе.
Аҡсаны ҡайҙан табаһың, тигән һорауыма иһә аптырап ҡалды. “Дәүләттән ниндәйҙер ярҙам көтөп ултырмайым. Аллаға шөкөр, барыһын да үҙем булдырырға тырышам, дуҫтарым, яҡындарым ярҙам итә. Бөгөнгө көндә исемдәре билдәле талантлы башҡорт спортсылары ситтә үҫешергә мәжбүр икән, бында асыҡлыҡ индереп торорға кәрәкмәйҙер”, - тип етди яуапланы Динар. Республика, ил данын күтәреп йөрөүсе спортсыларға ярҙам булырға тейештер ҙә бит!? Хәйер, Динар хаҡлылыр ҙа…
Егеттең киләсәккә маҡсаттары ла етди. Донъя кимәлендәге спортсы булараҡ танылырға иҫәп тота ул, грэпплингты бөтә Башҡортостан буйынса йәйелдерергә, һәр районда көрәш клубтары асырға ла теләй. Әйткәндәй, Динар Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Дыуан райондарын урап сыҡҡан, унда оҫталыҡ дәрестәре биреп, яңы залдар асыуға өлгәшкән. Был төбәк егеттәре лә хәҙер Рәсәй кимәлендә һынатмай.
“Һинең һуғышырға яратмауың да мөмкин, әммә һуғыша белергә тейешһең. Һәр ваҡыт ир-егет булып ҡала белергә кәрәк. Егеттәр – ғаилә тотҡаһы, һаҡсыһы, иленә терәк тә”, - ти Динар. Уның фекере буйынса, һәр башҡорт егете спорт менән дуҫ булырға тейеш. Ысынлап та, ата-бабаларыбыҙҙың яуға сапҡан рухын күрҙем унда. Үткер ҡарашы, бәһлеүән кәүҙәһе ғәскәр батырын, башлығын тип әйтергә мөмкин, хәтерләтә. Ҡойоп ҡуйған һуғышсы, көрәшсе ул. Уға ҡарайһың да, шундай башҡорт егеттәре күберәк булһын ине, тип әйтке килә.