Хоккей, волейбол менән сағыштырғанда, баскетбол тураһында әллә ни йыш ишетергә тура килгәне юҡ ине. Социаль селтәрҙәрҙә йыш ҡына “Рамаҙан Әхмәҙиндың баскетбол мәктәбе”нә бәйле мәғлүмәттәр килеп сыға башлағас, ҡыҙыҡһыныу тыуҙы. Кем ул Рамаҙан Әхмәҙин? Йәш кенә көйө һәм республикала үтә танылыу алмаған спорт төрө буйынса мәктәп асырға нисек йөрьәт иткән? Ошондай һорауҙарға яуап табыу һәм баскетболдың үҫеше тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн егеттең үҙенә мөрәжәғәт иттек.
– Тәүҙә асыҡлыҡ индереп үтәйек әле: кем ул – Рамаҙан Әхмәҙин?
– Иң беренсе сиратта, тренер, спортсы. Белеүегеҙсә, баскетбол мәктәбем бар. Эшҡыуар тип тә әйтергә булалыр, яҡын киләсәктә спорт магазиндары асырға иҫәп тотам.
– Ә ни өсөн тап баскетбол? Мәктәп булдырыу идеяһы нисегерәк тыуҙы, ғөмүмән, спортҡа ылығыуың нисек башланды?
– Атай-әсәйем сығыштары менән Әбйәлил районынан. 13 йәшкә тиклем Белоретта йәшәнек. Спортҡа йәлеп итеүҙә атайым – Мансур Бәҙретдин улының роле ҙур. Рух ныҡлығы, сыҙамлылыҡ, ныҡлы характер тәрбиәләүгә күп көс һалды ул. Бәләкәйҙән ағайым Арсен менән икебеҙҙе төрлө спорт секцияларына: тәүҙә грек-рим алышына, унан дзюдоға йөрөттө, еңел атлетика менән шөғөлләндем. Спорт менән даими шөғөлләнеү тормошта бик ярҙам итә, төрлө проблемалар еңелерәк м хәл ителә. Ғөмүмән, беҙҙең уңыштарыбыҙ артында атай-әсәй тора. Беҙҙең өсөн борсолалар, шулай ҙа һәр башланғысыбыҙҙы хуплап, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙерҙәр. Әлеге проектымды башлауға ла әсәйем, Рәзилә Әхтәм ҡыҙы, аҡса бирҙе.
Идеяға килгәндә, VIII класҡа Рәми Ғарипов исемендәге гимназияға уҡырға килгәс, баскетбол оҡшап китте. Футбол буйынса секция булмауы ла сәбәпсе булғандыр, бәлкиJ. Еңел атлетиканы ла ташламаным. 10-сы синыфта инде, тренер булмау сәбәпле, ағайым менән икәүләп, уҡытыусының рөхсәте менән, әлбиттә, баскетбол буйынса күнекмәләр үткәрә башланыҡ. Тренерлыҡ эше һәм хеҙмәтебеҙҙең һөҙөмтәһен күреү оҡшай ине. Ярты йылдан республикала еңеүгә өлгәштек. Әлеге мәктәпте асыуға нигеҙ шул йылдарҙа уҡ һалынғандыр. Үҙем һәр ваҡыт шәхси тренер менән шөғөлләнеү хаҡында хыялландым. Шуға хәҙер күнекмәләрем шул ысулға ҡоролған.
– Теләк, ниәт – бер, ә эште башлау, үҙеңдең мәктәбеңде булдырыу еңелдән түгел. Нимәләр аша үтергә тура килде?
– Был хаҡта күп уйландым, нисек башларға белмәй аптырандым. Өс йыл тирәһе билдәһеҙлектә йәшәнем. Шунан бер дуҫыма, Динар Шаһиевҡа (Әйткәндәй, ул да “Шоңҡар” геройы булды. – Авт.) мөрәжәғәт иттем. Ҡурҡыу тигән барьер тора, шуны нисек еңергә, тип һораным. Тот та эшлә, тигән кәңәшен бирҙе ул миңә. Шундай идея бар, кәрәкме ул, мохтажлыҡ бармы, тип интернет селтәре аша дуҫтарымдан һорап сыҡтым. Уларҙың хуплауын күреп, шул энергия менән зарядланып, “мәктәп асырға теләйем” тип иғлан бирҙем һәм башланды...
– Баскетбол киң билдәле спорт төрө түгел һымаҡ...
– Эйе, ысынлап та, беҙҙә, республикала, Рәсәйҙә баскетбол популяр түгел. Өфөлә “Уфимец” баскетбол клубы барлығын күптәр белмәй ҙә хатта. Ә мин ошо культураның, әлеге спорт төрөнөң йәшәүен теләйем.
Популяр булмауының сәбәптәренә туҡталғанда, беренсенән, университеттарҙа, мәҫәлән, етәкселек, дәүләт тарафынан иғтибар етмәй тип уйлайым. Күрше өлкәләрҙе ҡараһаҡ, мәҫәлән, Магнитогорск ҡалаһында университет эсендә генә үҙҙәренең спорт клубы эшләп килә. Ярҙам да, командаларҙың менеджерҙары ла бар. Был йәһәттән беҙҙә дәртләндереү саралары насарыраҡойошторолған. Ауыл хужалығы һәм Башҡорт дәүләт университетында ғына, бәлки, барҙыр. Унда ла, айырым стипендия алыу, дәрестәргә ирекле йөрөү өсөн призлы урын яулаукәрәк.
Мәктәптәрҙе алһаҡ, йылына 2-3 кенә ярыш үткәрелә. Был аҙ, минеңсә. Балалар майҙанға оялмай сыҡһын өсөн тәжрибә туплау фарыз. Ҡурҡыуҙы тап шунда ғына еңергә мөмкин.
Тағы бер мәсьәлә. Беҙҙә тейешле майҙансыҡтар юҡ. Америкала балаларҙың йәшенә ҡарап майҙандың ҙурлығы, сыңғаның бейеклеге билдәләнә. Шулай итмәгәндә, һелтәү техникаһын тейешле кимәлгә еткереп булмай, ә ул бала саҡтан һалынырға тейеш. Беҙҙәге сыңғаларға 10 йәштән генә һелтәй алалар, ә уға тиклем нимә эшләргә? Тупты бер ҡул менән ырғытырға кәрәк, ә бәләкәйҙәр ике ҡул менән һелтәргәмәжбүр, йәғни техника тураһында һүҙ йөрөтөү урынһыҙ.
– Быны системаға һалыу өсөн дәүләт ярҙамы талап ителә бит. Әлегә һеҙ эште үҙ көсөгөҙ менән генә ойоштораһығыҙ.
– Эйе, әлегә үҙебеҙ. Ярыштар үткәрергә иҫәп тотам, әгәр ҙә дәүләт кимәлендә күреп ҡалып ярҙам итергә теләһәләр, бик шат булыр инем. Булмаһа ла туҡтап ҡалмаясаҡмын.
– Баланың теге йәки был спортҡа ылығыуы, ғөмүмән, ниндәйҙер фәнгә һөйөү уяныуы уҡытыусы йә тренерға бәйле тигән менән килешәһеңме?
– Әлбиттә. Балаларҙы ҡыҙыҡтырыу, дәртләндереү кәрәк. Күҙеңдә осҡон булғанда ғына балаларҙы “тоҡандырырға” мөмкин. Үҙемдең еңел атлетика буйынса тренерым бик һәйбәт булды. Витамин йә шоколад менән һыйлай торғайны J. Бик теләп йөрөнөм. Баланың ана шул теләген һүндермәү зарур.
– Балаларҙы һайлап алаһығыҙмы, әллә бөтәһен дәме? Йә булмаһа, күпмелер йөрөгәс, “иләк аша үткәрәһегеҙме”?
– Иләктән үткәреүгә ҡырҡа ҡаршымын. Бигерәк тә балаларға ҡағылғанда. Һәр бала уникаль, уны үҫтерә белеү, дөрөҫ йүнәлеш биреү генә кәрәк. Һәр береһенән яҡшы спортсы әүәләргә мөмкин.
Дауамын "Шоңҡар" журналының яңы һанында уҡығыҙ.