Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сыҡ майҙанға
16 Октябрь 2019, 17:25

Хәүеф-хәтер янағанда...

Былтыр яҙ дәрескә китеп барған төркөмдәшемә бер ауырыу ҡатын бәйләнгәне хәтеремдә. Ярай әле яңғыҙы булмаған, янында барған һабаҡташыбыҙ ҡотҡарып ҡалған. Шизофрения менән ауырыған апайҙы полиция менән шунда уҡ алып киткәндәр, ә уның урынында ир кеше булһа? Хәл нимә менән тамамланыр ине? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көндәлек тормошта бындай хәлдәр йыш осрап тора. Бер ағайым: “Һаҡланыр өсөн мылтыҡтан башҡаһы кәрәкмәй”, — тигәндәй, ул шаярып әйткән ысулды ҡулланырға Хоҙай ҡушмаһын, әлбиттә.Һәр ир-егет үҙен һәм үҙенең яҡындарын һаҡларға тейеш, кәрәк саҡта яҡларға бурыслы. Ошо йәһәттән журнал уҡыусыларға, үҙ тәжрибәмдән сығып һәм уҡытыусымдың материалдарына нигеҙләнеп бер нисә ябай кәңәш еткерәм. #Сыҡмайҙанға #Һаҡланыуалымдары

Былтыр яҙ дәрескә китеп барған төркөмдәшемә бер ауырыу ҡатын бәйләнгәне хәтеремдә. Ярай әле яңғыҙы булмаған, янында барған һабаҡташыбыҙ ҡотҡарып ҡалған. Шизофрения менән ауырыған апайҙы полиция менән шунда уҡ алып киткәндәр, ә уның урынында ир кеше булһа? Хәл нимә менән тамамланыр ине? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көндәлек тормошта бындай хәлдәр йыш осрап тора. Бер ағайым: “Һаҡланыр өсөн мылтыҡтан башҡаһы кәрәкмәй”, — тигәндәй, ул шаярып әйткән ысулды ҡулланырға Хоҙай ҡушмаһын, әлбиттә.

Һәр ир-егет үҙен һәм үҙенең яҡындарын һаҡларға тейеш, кәрәк саҡта яҡларға бурыслы. Ошо йәһәттән журнал уҡыусыларға, үҙ тәжрибәмдән сығып һәм уҡытыусымдың материалдарына нигеҙләнеп бер нисә ябай кәңәш еткерәм.

Шуны иҫкәртеү мөһим, үрҙә яҙып үтелгәнсә, урамда, спорт залындағы кеүек, бер кем дә ниндәйҙер ҡағиҙәләрҙе, әхлаҡи нормаларҙы үтәмәйәсәк. Тағы ла көтөлмәгәнлек факторы ҙур роль уйнай.

Иң тәүҙә һөжүм итеүсене үҙеңә бер метрҙан яҡыныраҡ ебәрмәү. Артҡа сигенеү уны ҡуҙғытасаҡ. Шуға күрә, урында ҡалып, яҡын килмәүен һорарға.

Ҡул һуғышының нигеҙе – тура һуғыу. Һөжүмсенең йә яңағына, йә танауына, йә күҙҙәренә эләктереү етә. Йоҙроҡ менән һөҙөмтә яҡшыраҡ, әммә әҙер булмаған кешегә бармаҡтар суғын йәрәхәтләү хәүефе бар, ус йә бармаҡтар менән һуғырға мөмкин. Был алым ҡапыл башҡарыла (1-се фото).


Ғүмерегеҙ ҡыл осонда булғанда тыйылған алымдарҙы ҡулланыу урынлы. Был һөҙөмтәле ысул барығыҙға ла таныш: һөжүмсенең аяҡ араһына тибеү. Тубыҡ йә аяҡтың башы менән тибергә була. Һөжүмсе муйындан быуырға йә сәстән тотоп алһа, тубыҡ менән эләктереү уңайлы. Сәсте эләктергән ҡулдарын баш менән бергә ҡыҫып (2-се фото) йә ҡул суғын шаҡарып тибергә мөмкин (3-сө фото).


Аяҡтың табаны менән тубыҡ ҡапҡасына тибеү. Алым уңышлы килеп сыҡһа, һөжүмсе ыҙғышты дауам итә алмаясаҡ. Шулай уҡ сәстән эләктергәндә табан менән тубығына тибергә, уның быуыны сығырға мөмкин (4-се фото).


Енсеккә тибеү – был алымдан һуң һөжүмсе тигеҙлекте юғалта, йә ҡолауы ихтимал. Бынан һуң беренсе йә икенсе ысулдарҙы ҡулланырға мөмкин (5-се фото).


Эскә (йәғни русса “поддых”ҡа) һуғыу. Был хәрәкәтте ҡапыл эшләргә кәрәк. Бала саҡта ошо урынға туп килеп эләкһә, минут буйы тын ала алмай ятҡан осраҡ күптәргә таныштыр. Ошо алымдан һөжүмсенең тыны ҡыҫыла һәм рәттән сығасаҡ. Ус йәки йоҙроҡ менән һуғырға йә тубыҡ менән тибергә мөмкин. Мәҫәлән, һөжүмсе ҡул менән ҡуша ҡыҫып алһа, уның янбаш һөйәгенән мөмкин тиклем артҡа этелергә (6-сы фото) һәм тубыҡ менән эсенә тибергә кәрәк (7-се фото). Әгәр күтәреп алһа, муйындан йә ҡолаҡтан тешләргә ҡала.


Шулай уҡ һөжүмсе муйындан йә билдән эләктереп алһа, күҙ алмаларына баҫырға кәрәк. Был алым менән һөжүмсе ҡулынан ысҡынырға мөмкин (8-9-сы фотолар).


Ус менән танауға һуғыу. Был алым һөжүмсене туҡтатырға ярҙам итәсәк, көтөлмәгән һуғыуҙан шаңҡып торған арала башҡа алымдарҙы ла ҡулланырға мөмкин. Асыҡ ус менән танауға өҫкә ҡарай һуғыу дөрөҫөрәк булыр (10-сы фото).


Ҡолаҡҡа һуғыу. Бик танылған алым. Ике ҡуллап ус менән ике ҡолаҡҡа бер юлы һуғырға кәрәк (11-се фото). Түҙеп булмаҫлыҡ ауыртыу һәм шаңҡыу яуыз уйлыны мотлаҡ туҡтатасаҡ.


Боғаҙға һуғыу. Ус менән йә йоҙроҡлап һуғыла (12-се фото). Һөжүмсенең боғаҙына бармаҡтарҙы батырырға һәм тартып алырға мөмкин (13-сө фото). Был иң уңышлы һәм ҡурҡыныс алымдарҙың береһе. Әлеге ысулды ғүмерегеҙгә хәүеф янағанда ғына ҡулланырға мөмкин булыр.


Сумкағыҙҙа газ баллоны йөрөтөү ҙә ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡаласаҡ. Һаҡланыу алымдарын өйрәнеү өсөн ир-егеттәрҙән ҡалышмай гүзәл заттарға ла залға йөрөү ҡамасауламаҫ. Был кәңәштәрҙе мин үҙемдең тренерым, кикбоксинг буйынса Рәсәй кимәлендәге ярыштар еңеүсеһе, спорт мастерлығына кандидат Рушан Хәсәнов менән яҙҙым. Ул М. Аҡмулла исемендәге БДПУ, Көнсығыш иҡтисад-юридик гуманитар академияһы студенттарына ҡул һуғышы серҙәрен өйрәтә. Был залдарға ишектәр һәр кемгә асыҡ. Бындағы яҙылғандар ғына бик аҙ, артабан һаҡланыу алымдарын өйрәнергә кәңәш ителә.

Үрҙәге рөхсәт ителгән һаҡланыу алымдарын ҡулланғандан һуң артабанғы һуғыш енәйәтсе эскәмйәһенә алып барып ултыртыуы ихтимал. Һеҙҙең маҡсатығыҙ – һаҡланыу, һөжүм итеүсене туҡтатҡас, артабан яуыз уйлы әҙәм хәрәкәттәр ҡылмаһа, полиция саҡыртып тиҙ арала ул урындан китергә кәрәк. Шуға күрә, барыһын да һалҡын аҡылға таянып эшләргә, бик һаҡ булырға кәрәк. Әлбиттә, бер кемгә лә ундай хәлдә ҡалырға яҙмаһын. Хәүеф-хәтәрҙән Хоҙай үҙе һаҡлаһын. Яҡындарыбыҙға һәм балаларға ҡарата иғтибарлы булайыҡ, бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп йәшәйек.
Читайте нас: