Һис ниндәй сығымдар талап итмәгән универсаль спорт төрө. Ул барлыҡ мускулдарҙы нығыта, тонусты күтәрә һәм юғары кәйефтә булырға ярҙам итә. Әммә һауа температураһы 25 грдустан юғары булғанда йөрәк сирлеләр өсөн алама йоғонто яһауы ихтимал. Әгәр ҙә быға тиклем йүгеремәгән булһағыҙ, был шөғөлдө йәйгеһен башлау кәңәш ителмәй.
Арҡа, ҡул, аяҡ шулай уҡ пресс мускулдарын нығытыусы шәп кардиойөкләнеш. Ҡырҡ биш минуттан торған аҙнаһына өс сеанс организмдың кардиойөкләнешкә бәйле булған ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә. Әлбиттә, йөҙөү өсөн урын һайлау бер аҙ ауырлыҡ тыуҙырыуы ихтимал. Сөнки күп бассейндар йәйге мәлдә ябыла, ә ҡайһы бер йылға-күлдәргә төшөү шикләндерә.
Кардиойөкләнештәр өсөн яҡшы вариант. Уны бөтә ерҙә лә: паркта ла, ихатала ла, пляжда ла уйнарға мөмкин. Бадминтон яурын, ҡул, арҡа мускулдарын нығытырға ярҙам итә. Әммә аҙнаһына ике-өс тапҡыр берәр сәғәт шөғөлләнгәдә генә ғәҙәти күңел асыуҙан айырыласаҡ.
Координацияны үҫтерә һәм барлыҡ мускул төркөмдәрен нығыта. Команда ике кешенән тора ала. Шуға ла уйынсыларҙың күп булыуы мотлаҡ түгел. Сәғәт көндөҙгө ун икенән дүрткә тиклем ҡояштың иң ҡыҙыу мәлендә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡулланыу хаҡында оноторға ярамай. Был ваҡытта бер спорт төрө меннә дә шөғөлләнергә кәңәш ителмәй.
Был спорт төрө йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына ыңғай йоғонто яһай, аяҡ, ҡул һәм арҡа мускулдарын нығыта. Велоспорт менән автомобиль юлдарынан алҫыта шөғөлләнеү яҡшы. Үҙ хәлегеҙгә ҡарап йөкләнеш билдәләгеҙ. Ҡышҡыһын йә яҙғыһын велосипедҡа яҡын да килмәһәгеҙ, тәүге мәлдәрҙә үк оҙаҡ йөрөмәгеҙ.
Роликтарҙа эшкә саҡлы барып етергә лә була. Ҡала шарттарында улар велосипедтан күпкә тиҙерәк хәрәкәтләнә. Автобуста, автомобилдә күсереп йөрөтөүҙә лә ауырлыҡ тыуҙырмайҙар. Нисек ҡайҙа һаҡларға тип тә баш ватырға кәрәкмәй.
Донъялағы иң популяр спорт төрө. Уны һәр ерҙә лә төрлө һауа торошо шарттарында ла уйнайҙар. Йәйгеһен футболды яланда уйнау яҡшы. Түләүле һәм түләүһеҙ махсус майҙандар ҙа етерлек.
Баҡса һәм бесән эштәренән бушағанда йәйге спорт төрҙәренә ваҡыт ҡалдырайыҡ, дуҫтар! Ялдарығыҙ күңелле һәм фәһемле үтһен!