Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Табип мөйөшө
20 Декабрь 2018, 11:59

Бруксизм

Теш шығырлатыу менән һәр өсөнсө, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, һәр икенсе бала яфалана. Хатта өлкәндәрҙә лә осрай (был осраҡта, әлбиттә, дауалау талап ителә). Дөйөм алғанда, илдәге халыҡтың 15 процентында күҙәтелә. Бруксизмды ауырыу типме, әллә билдәле ҡуҙғытыусыларға организмдың яуабы тип ҡарарғамы – ғалимдар һаман бер фекергә килә алмай. Теш шығырлатыу, ғәҙәттә, 2-3 йәшлек балаларҙа күҙәтелә һәм 6-7 йәштәргә үтә.

Теш шығырлатыу менән һәр өсөнсө, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, һәр икенсе бала яфалана. Хатта өлкәндәрҙә лә осрай (был осраҡта, әлбиттә, дауалау талап ителә). Дөйөм алғанда, илдәге халыҡтың 15 процентында күҙәтелә. Бруксизмды ауырыу типме, әллә билдәле ҡуҙғытыусыларға организмдың яуабы тип ҡарарғамы – ғалимдар һаман бер фекергә килә алмай. Теш шығырлатыу, ғәҙәттә, 2-3 йәшлек балаларҙа күҙәтелә һәм 6-7 йәштәргә үтә.


Бруксизмдың сәбәптәре лә аныҡ билдәле түгел. Баланың стресс, психологик һәм эмоциональ көсөргәнеш кисереүе, ҡурҡыуы төндә уның теш шығырлатыуы аша сығырға мөмкин. Бәлки, ул нимәгәлер хәүефләнәлер, ғаиләләге мөнәсәбәттәр яҡшынан түгелдер. Ошоларҙың һәр береһе, хатта ҡуҙғытыусы обой ҙа, бруксизмдың нигеҙе булыуы ихтимал. Шулай уҡ нәҫелдән күсеүен дә инҡар итмәй белгестәр.


Теш сығыуға бәйле ҡысытыу, дискомфорт теш шығырлатыуға (йоҡлағанда ла, уяу ваҡытта ла) килтереүе мөмкин. Был ваҡытлыса һәм зыянһыҙ күренеш. Әгәр бала шаярып тешен шығырлата икән, иғтибарын икенсе нәмәгә йүнәлтергә тырышығыҙ.


Тешләнештең (прикус) дөрөҫ булмауы, теш-яңаҡ системаһының стоматологик үҙгәреше шулай уҡ мускулдарҙы көсөргәндереп, шығырлау теләген уятыуы бар. Шул рәүешле тештәр бер-береһенә яраҡлаша.


Тәрән йоҡоноң боҙолоуы. Ҡайһы бер белгестәр бруксизмды хырылдау, һаташыу, энурез кеүек йоҡо боҙолоуы менән бер рәткә ҡуя. Был күренештәрҙең малайҙарҙа күберәк күҙәтелеүе лә телгә алына.


Күптәр теш шығырлатыуҙы организмда паразиттар үрсеүе менән бәйләй. Шулай ҙа ғалимдар, бруксизмдың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен асыҡлау буйынса аныҡ бер фекергә килә алмаһалар ҙа, уның организмда гельминттар (һәм бүтән паразиттар) йәшәүе менән бәйле булмауын дәлилләй, инҡар итә алған.


Йоҡлағанда бала тешен шығырлатһа, нимә эшләргә?


Бруксизмдың тәбиғәте лә, барлыҡҡа килеү сәбәптәре лә аныҡ билдәле булмағас, дауалау тураһында ла шартлы рәүештә һүҙ йөрөтөргә кәрәктер. Шулай ҙа баланы невролог һәм стоматологка күрһәтеү зарур. Уларҙың тәүгеһе теш шығырлатыуҙың яҡынса сәбәптәрен асыҡлаһа, икенсеһе тештәрҙе һәм эргә-тирәһендәге туҡымаларҙы һаҡлау сараларын тәҡдим итергә бурыслы. Бәлки, төндә тештәргә кейеп йоҡлау өсөн махсус шина әҙерләргә кәрәк булыр.


Оҙаҡ дауам итмәгән (10 секундтан артмаған), һирәк-һаяҡ күҙәтелгән теш шығырлатыу зыянһыҙ һанала. Төн дауамында йыш ҡабатланһа һәм 10 секундтан оҙағыраҡ икән, бигерәк тә иртән торғанда бала теш мускулдары һәм башы ауыртыуға зарланһа, дауалау мотлаҡ.


Был йәһәттән ата-әсәнең тырышлығы күп осраҡта бруксизмды кәметеүгә килтерә йәки унан тулыһынса ҡотолоуға булышлыҡ итә.


Беренсенән, бала менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеп, әлеге күренештең психоэмоциональ яҡтарын асыҡлау фарыз. Ҡурҡыу, күңел ҡайтыу, борсолоу, көсөргәнеү булһынмы – мөмкин ҡәҙәр балаға ярҙам итегеҙ, проблемаһын аңлатығыҙ һәм киләсәктә уның бындай “йомшаҡлыҡтарына” иғтибарлы булығыҙ. Тештәрҙең ял итергә тейешлеген, бының өсөн өҫкө һәм аҫҡы тештәрҙең бер-береһенә әҙ генә теймәй тороуын, әммә ауыҙҙың ябыҡ торошта булыуын аңлатыу яҡшы (“Ирендәр бергә, тештәр айырым” күнегеүе). Йоҡлағанда ла быны һаҡлау зарур.


Шулай уҡ көндөҙ яңаҡтарға “эш йөкмәтеү” һәйбәт һөҙөмтә бирә. Мәҫәлән, кискә табан ҡаты ризыҡ (кишер, алма һ.б.) ашатырға мөмкин (яҡшылап сәйнәүен талап итергә онотмағыҙ). Шул уҡ ваҡытта балаға йоҡларға бер сәғәт ҡалғас һыуҙан башҡа бер нәмә лә ашатырға, эсерергә ярамай – мускулдар хәлһеҙләнеп өлгөрөргә, ә аш һеңдереү һуты бүленеүҙән туҡтарға тейеш.


Баланың көнөн һөҙөмтәле итеп ойошторорға, әммә үтә ныҡ арыуына юл ҡуймаҫҡа кәрәк.


Шаян уйындарҙы ла (йәшенмәк, көрәшеү һ.б.) кискә ҡалдырмау фарыз. Йоҡлар алдынан изге әкиәттәр уҡығыҙ йәки балыҡтар төшөрөлгән матур һүрәттәр ҡарағыҙ. Төнгөлөккә уны әрләмәү хәйерле, тәрбиәүи дәрестәрҙе көндөҙ үткәреү отошло. Бала үҙе менән дә, һеҙҙән дә ҡәнәғәт булып, барыһы ла яҡшы тигән уйҙа йоҡлап китһен.


Үҙенсәлеклелеге менән айырылып торған “Өсөнсө күҙҙе эҙләү” тигән күнегеү мускулдарҙы көсөргәнештән арындырыуға һәләтле. Йоҡларға ятҡас, балағыҙға күҙен йомоп, маңлайында өсөнсө күҙе бар икән тип күҙ алдына килтерергә ҡушығыҙ. Белгестәр билдәләүенсә, бындай күнегеү теш шығырлатыуға килтереүсе көсөргәнештән ҡотолорға ярҙам итә.


Йоҡлар алдынан биткә йылы компресс эшләү (махра таҫтамалды һыулап биткә һалырға) ярҙам итә. Биш минут дауамында баланың битенә еңелсә массаж яһарға мөмкин.


Бруксизмды дауалау “ауырыуҙың” ҡасан башланыуына (баланың йәше), сәбәбенә, сағылышына бәйле. Әгәр белгестәр ярҙамына мохтажлыҡ булһа – оҙаҡҡа һуҙмау хәйерле. Сөнки ҙурайғас ҡыйынлыҡтар тыуыуы ихтимал. Шығырлатыу тештәрҙе боҙа, кариес, пародонтит кеүек ауырыуҙар барлыҡҡа килеүгә нигеҙ була. Улай ғына ла түгел, сикә-яңаҡ быуындарының артрит, артроз ауырыуҙарына сәбәпсе булыуы ихтимал.


Илвира ИШМОРАТОВА,

теш табибы

Читайте нас: