Енси тормош ғүмерҙе оҙайта
Ләззәткә өлгәшеү ҙә белем талап итә
Билдәле рәсәй ғалимы фекеренсә, халыҡҡа енси мәҙәниәт тураһында мәғлүмәт етмәй. Шул сәбәпле парҙар бер-береһенән ояла, был турала асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә баҙнат итмәй. Быныһы, үҙ сиратында, ҡәнәғәтһеҙлеккә, аңлашылмаусанлыҡҡа килтерә. Күп кенә айырылышыуҙарҙың да ысын сәбәбе ошонда икән. Был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ бар. Ысынлап та, ғаиләнең ныҡ һәм татыу булыуында, рухи һәм матди ҡиммәттәр менән бер рәттән, енси мөнәсәбәттең дә әһәмиәте ҙур. Ошо юҫыҡта һөйләшеү өсөн Өфө ҡалаһының 4-се бала табыу йорто эргәһендәге Ғаиләне планлаштырыу үҙәге етәксеһе, сексолог Арсен Эрнст улы Камаловҡа мөрәжәғәт иттек.
- Арсен Эрнстович, медицина күҙлегенән ҡарағанда, ғаилә тормошонда енси мөнәсәбәттәр ниндәй әһәмиәткә эйә?
- Енси яҡынлыҡ – хис-тойғолар берләшеүенең, үҙ-ара аңлашыуҙың иң бейек нөктәһе. Енси тормош физиологик һәм эмоциональ яҡтан бай икән, парҙарҙың дөйөм кәйефе лә юғары. Яҡынлыҡ ҡылыу ваҡытында организмда күп төрлө биохимик процестар барлыҡҡа килә: ҡан әйләнеше шәбәйә, тимәк, матдәләр алмашыныу яҡшыра, нервы бөтөмдәренең һиҙгерлеге көсәйә һ.б. Былар барыһы ла кешенең һаулығына ыңғай йоғонто яһай. Хатта гинекология, урология, онкология сирҙәрен һәм психик ауырыуҙарҙы профилактикалау сараһы ла.
- Яратып ҡауышҡан осраҡта ла, ваҡыт үтеү менән, бер-береңә булған ялҡынлы мөхәббәт, көслө теләк һүрелә тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Быны нисегерәк аңлата белгестәр?
- Мөхәббәтте өс өлөшкә бүлеп ҡарарға була. Мөнәсәбәттәрҙең тәүге осоронда барлыҡҡа килеүсеһе - дәрт (страсть). Ул уртаса бер йылдан өс йылға тиклем дауам итә. Биология фәне тәҡрарлауы буйынса, тап ошо мәлдә буйға уҙырға кәрәк. Күпмелер ваҡыттан һуң, парҙарҙың үҙ-ара яраҡлашыуы, өйрәнеүе һөҙөмтәһендә, әүәлге дәрт һүрелә, әммә был мөнәсәбәттәрҙе өҙөргә кәрәк тигәнде аңлатмай. Киләһе баҫҡыс – интимлыҡ – бер-береңә ышаныу, хис-тойғолар һәм психологик яҡынлыҡ дәрәжәһенә етеү кимәле. Ҡағиҙә булараҡ, ваҡыт үткән һайын был кимәл көсәйергә, үҫергә тейеш. Өсөнсөһө - тоғролоҡ – бер нәмәгә ҡарамай, тик ошо кеше менән генә буласағың тураһында ҡарар ҡабул итеү.
Мәҫәлән, беҙгә мөрәжәғәт иткән ирле-ҡатынлыларҙың мөнәсәбәттәрен асыҡлай башлаһаң, күп осраҡта улар икеһе ике тормош алып бара: ҡатын-ҡыҙ, балаһы тыуғандан һуң, ғәҙәттә, әсә роленә күсә, ир үҙ аллы йәшәй, йәғни интимлыҡ юғала. Үҙҙәре әйтеүенсә, элек улар бөтә нәмәне уртаға һалып һөйләшкән, ә хәҙер аралашмайҙар ҙа тиерлек. Тимәк, сексуаль ялҡын да, эмоциональ яҡынлыҡ та юҡ. Бындай осраҡта гүзәл заттар - кәрәкле мөнәсәбәтте, ир-ат үҙе мохтаж булған хис-тойғоно ситтән эҙләй башлай.
- Хис-тойғолар яҡынлығын һаҡлап ҡалыу буйынса ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
- Төп проблема – теләгеңде әйтмәй ҡалдырыу. Әгәр ир менән ҡатын икәү-араһындағы мөнәсәбәттәр хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшһә, енси өлкәлә ҡатмарлыҡтар булмаясаҡ.
- Тәүҙә барыһы ла яҡшы булып, күпмелер йылдан һуң аңлашылмаусанлыҡ, килешмәүсәнлек килеп тыуа икән, бының сәбәптәрен ҡайҙан эҙләргә?
- Йылдар үткәс ҡатмарлыҡтар барлыҡҡа килә икән, береһенең мотлаҡ һөйәре йә һөйәркәһе барлыҡҡа килгән тип уйларға ярамай. Был иң ҙур хаталарҙың береһе. Кешенең эштән арып ҡайтыуы ихтимал; гормондарға, бигерәк тә ҡалҡан биҙенә бәйле ауырыуҙарҙың сағылышы ла кире йоғонто яһарға мөмкин. Береһе икенсеһенә гел генә үпкә һүҙҙәре әйтеп, тупаҫ өндәшһә лә һуңғыһының теләге уянмауы бар. Йәки икәүҙең береһе, үҙенең ярһыуын көсәйтеү өсөн, махсус рәүештә конфликт тыуҙыра һәм, талашып алғандан һуң, ялҡынлы һөйөү утына сума. Һүҙ ыңғайында шуны әйтеп үтергә кәрәк: агрессия менән көсөргәнештән ҡотолоуҙың ике генә тәбиғи юлы бар – секс һәм туҡланыу.
Шулай итеп, сәбәптәр бик күп төрлө, уларҙы һәр ваҡыт эҙләргә кәрәк.
- Даими секс нимәһе менән файҙалы?
- Беренсенән, янбаш өлкәһендә ҡан әйләнеше яҡшыра; тамырҙарҙың варикоз киңәйеүенән, геморройҙан, ирҙәрҙе - простата биҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы бәләкәй янбаш органдары елһенеүенән һаҡлай. Мәҫәлән, гүзәл заттарҙа йыш ҡына енси күҙәтелгән фибриомалар ихтыяждары ҡәнәғәтләндерелмәү сәбәпле барлыҡҡа килә. Икенсенән, даими секс – иммун системаһын нығытыу сараһы һәм, өсөнсөнән, спорт менән шөғөлләнеүгә тиң.
- Ә даимилыҡтың нормаһы ниндәй?
- Енси тормоштоң шартлы рәүештә билдәләнгән физиологик ритмы бар, уртаса аҙнаһына 2-3 мәртәбә. Шәхси ихтыяжына, организмының ҡоролошона ҡарап һәр кемдең үҙенә генә хас йышлығы ла була. Шулай ҙа енси яҡынлыҡ теләгәндән бер-ике тапҡырға әҙерәк булырға тейеш. Ә көн дә енси бәйләнеш талап итеү, ғәҙәттә, иғтибар йәлеп итергә теләүҙән барлыҡҡа килә, ҡыҙғаныуҙан да килеп сығыуы ихтимал.
- Шәһүәт (оргазм) мотлаҡ булырға тейешме?
- Ирҙәрҙә шәһүәт аталыҡ орлоғоноң бүленеүе менән бәйле. Ә орлоҡ бүленмәй икән, был - дауалау талап иткән сир. Эякуляция (яҡынлыҡ ҡылғанда орлоҡ бүленеү) булырға тейеш һәм, нигеҙҙә, ул шәһүәт менән тап килә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ләззәт тойғоһон кисереү-кисермәүе уның енси әүҙемлеген билдәләмәй, шулай ҙа уға өлгәшергә кәрәк. Сөнки шәһүәт мөнәсәбәттәрҙе һаҡлау һәм яҡшыртыуҙың иң яҡшы ысулы. Оҙайлы ләззәт кисереү – үҙе бер сәнғәт. Быға һәр кеше өйрәнә ала һәм оргазм ваҡытын 30 секунд түгел, ә биш-ун, егерме минутҡа еткереүгә өлгәшкәндә, “һулға” йөрөү теләге лә уянмай. Тимәк, ғаиләнең тотороҡлоғона булышлыҡ итә.
- Был ҡатын-ҡыҙҙың ғына маҡсатымы, әллә парҙарҙың икеһе лә яуаплымы?
- Яуаплылыҡтың ҙур өлөшө ҡатын-ҡыҙҙың үҙендә. Ул ҡәнәғәтлек алыу өсөн ирҙең нимә эшләргә тейешлеген аңларға һәм аңлатырға бурыслы. Ҡатын-ҡыҙ нәзәкәтлерәк булған һайын, ләззәт алыу мөмкинлеге лә күберәк. Агрессив, ирҙәр тибына ҡараған күпселек гүзәл заттарҙың еңсәһе һиҙгер булмай, шул сәбәпле оргазм кисермәүҙәре лә бар.
- Ә эроген зонаны оргазм булдырыу ниәтенән яһалма ҡуҙғытыу зарарлы түгелме?
- Үҫмерлек осоронда күҙәтелгән көслө енси әүәҫлек ваҡытындағы мастурбация (егеттәрҙә лә, ҡыҙҙарҙа ла) – нормаль күренеш. Өлкәндәрҙең онанизмы йыш ҡына енси бәйләнеште ваҡытлыса алмаштырыусы ролен үтәй (командировкала, яңғыҙ булғанда, төрмәлә ултырғанда һ.б.) йәки өҫтәмә рәүештә ҡулланыла. Сексты алмаштырыусы мастурбацияның һаулыҡҡа зыяны юҡ, әммә мөнәсәбәттәргә йоғонто яһауы бар. Шуға күрә психологик яҡтан зарарлы тип әйтергә була.
- Спорт менән шөғөлләнеү ирҙәрҙең эякуляцияһына йоғонто яһаймы?
- Ыңғай йоғонто яһай. Ә күнекмәләр кәрәгенән артыҡ көсөргәнешле булһа, ярһыуҙы бер аҙ кәметә.
- Партнерҙарҙың ихтыяждары, теләктәре тап килмәгәндә нимә эшләргә?
- Бындай тигеҙһеҙлек ярылып ята икән, ғәмәлдә, парҙар айырылыша, йәки өҫтәмә бәйләнештәр булдырыла.
- Ниндәй осраҡта һәм ҡасаныраҡ сексологка мөрәжәғәт итергә?
- Енси өлкәләге проблемалар енси тәрбиәнең дөрөҫ булмауы һөҙөмтәһендә килеп тыуа. Беҙҙең илдә башҡа кешене аңлауға, хистәрен тойоуға, йәғни шәхестең альтруистик яҡтарын үҫтереүгә иғтибар бүленмәй тиерлек. Әгәр мәсьәлә килеп тыуа икән, хәлде уртаға һалып һөйләшегеҙ. Был енси ҡыҙыҡһыныуҙың һәм ир менән ҡатындың бергә йәшәү оҙайлығының нигеҙе. Ғаилә ағзалары араһындағы иң киң таралған проблема – сексуаль дисгармония, йәғни парҙарҙың бер-береһенә тап килмәүе. Енси норманан патологияға күсеү осоро, тип әйтергә лә була. Был ярашһыҙлыҡ ир менән ҡатындың бер-береһенә енси ҡыҙыҡһыныуы юғалып, йәш ғаиләнең тарҡалыуына килтерә. Әгәр үҙ аллы хәл итә алмаһалар, белгестәргә барһындар. Ни тиклем иртәрәк мөрәжәғәт итһәләр, шул тиклем яҡшыраҡ, әлбиттә.
- Нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, көн һайын енси яҡынлыҡ ҡылған ир-егеттәрҙең потенцияһы һәр ваҡыт яҡшы була тигән фекер дөрөҫмө?
- Көн һайын – юҡ. Иртәме-һуңмы, енес функцияһы ҡаҡшай. Енси мөнәсәбәттәр тик теләк буйынса ғына башҡарылырға тейеш.
- Күп кенә йәштәр гражданлыҡ никахы сексуаль яҡтан тап килеү-килмәүҙе асыҡларға ярҙам итә, тигән фекерҙә. Был төр никахҡа һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?
- Был осорҙа йәштәр енси тап килеште генә түгел, ә ғөмүмән бер-береһенең йәшәү рәүешен, ҡылыҡтарын өйрәнә. Сөнки нисә йыл дуҫлашып йөрөһәң дә, күп нескәлектәр бергә йәшәй башлағас ҡына күренә. Шуға күрә өйләнеп айырылышҡанға йәки ғүмер буйы ыҙа сигеп йәшәгәнгә ҡарағанда, берәй йыл “репетиция” эшләп алыу дөрөҫтөр ҙә. Сөнки береһе “өкө”, икенсеһе “һабан турғайы” икән, егет менән ҡыҙ нисек кенә яратышмаһындар, тыныс тормош булмаясаҡ.
Ыңғай күренешме ул, түгелме, әммә шуны әйтә алам: бындай никахтар артасаҡ.
- Енси өлкәлә белем етмәй тигән фекер менән килешәһегеҙме? Һәм бындай белемде кем бирергә тейеш?
- Ысынлап та, сексуаль культура юғары булған һайын, ир менән ҡатындың бер-береһенән ҡәнәғәтлек алыу мөмкинлеге лә күберәк. Был йәһәттән Японияны миҫалға килтерергә мөмкин. Унда юғары кимәлдәге енси мәҙәниәт бәләкәйҙән өйрәтелә. Халыҡ-ара тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса, был илдә уртаса йәшәү оҙонлоғо юғары, енси әүҙемлек дауамлыраҡ, ә ауырыуҙар һаны түбән. Ә беҙҙең ил енси революция эҙемтәләрен кисерә. Элекке ҡиммәттәр, тыйыуҙар һанланмай, йәғни хыянат итеү, никахҡа тиклемге енси бәйләнештәр арта. Төрлө мәғлүмәт саралары, Интернет күрһәткән, һөйләгән әйберҙәр (фото, видео һ.б.) үҫмерҙәргә тейешенсә, юғары кимәлдәге тәрбиә бирә алмай. Был өлкәләге белемһеҙлек арҡаһында йәштәр иртә енси бәйләнешкә инә, һөҙөмтәлә, енси юл менән таралыусы ауырыуҙар, үҫмер-ҡыҙҙарҙың ауырға ҡалыуы, психологик тетрәнеүҙәр арта. Үҫмерҙәр үҙҙәренең “өлкәнәйеү”енең күңелһеҙ эҙемтәләре хаҡында уйлап та бирмәй. Пациенттар араһында, мәҫәлән, 30 йәшкә етеп килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың балаға уҙа алмайым, тиеүен асыҡлай башлаһаң, күптәре иртә енси тормош башлаған, аңһыҙлыҡтан йә аборт эшләткән, йә берәй төрлө ауырыу кисергән булып сыға.
Тәрбиә, әлбиттә, ғаиләнән башлана. Бала ата-әсәһенең мөнәсәбәтен күреп, үҙенә һеңдереп үҫә. Был йәһәттән өлкәндәргә балаларын енси мөнәсәбәттән тыйыу ғына түгел, ә эҙемтәләрен яҡшылап аңлатыу һәйбәт булыр ине. Юғиһә, күп ғаиләләрҙә енси яҡынлыҡ, интим мәсьәләләр тураһында һүҙ йөрөтөү оят һанала.
- Бындай сетерекле һөйләшеүҙе ата-әсәләр нисегерәк ойошторорға тейеш?
- Ғөмүмән, секс тураһында һүҙ йөрөткәндә, шул иҫәптән балалар менән аралашҡанда ла, миҫалдарҙан башлау хәйерлерәк. Мәҫәлән, “ҡайҙалыр уҡығайным”, “шулай тип һөйләгәйнеләр” һ.б. Ә мәктәп тыйырға түгел, буласаҡ шәхескә дөрөҫ йүнәлеш бирергә бурыслы. Был йәһәттән сексолог-табиптарҙы йәлеп итергә мөмкин. Улар үҫмерҙәрҙе (нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан) ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табырға ярҙам итер.
- Ауырға ҡалыуҙан һаҡланыу саралары күп бөгөн. Шулар араһында гормональ препараттар ҙур урын биләй. Ләкин улар организмға зарарлы түгелме?
- Гормональ контрацепцияның зарары хаҡындағы фекерҙәр – миф! Улар хатта төп үҙенсәлегенән тыш, башҡа төрлө ыңғай сифаттарға ла эйә.
- Журнал уҡыусыларына, бигерәк тә йәштәргә ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
- Әүҙем енси тормош алып барһындар, сөнки ул ғүмерҙе оҙайтыусы ғына түгел, ә үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең дауамлығына йоғонто яһаусы төп сараларҙың береһе: енси яҡынлыҡ ни тиклем даими, шул тиклем үҙеңде физик яҡтан яҡшыраҡ тояһың. Әммә әүҙемлекте төрлө кеше менән түшәк бүлешеү тип аңларға ярамай. Һәр кемдең даими партнеры булыу фарыз.
Ләйсән ШӘРИПОВА әңгәмәләште.