Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Табип мөйөшө
23 Ғинуар 2019, 19:30

Тештәрҙе һаҡлау буйынса халыҡ кәңәше

Ирендәр һәм тештәрҙең торошо кешенең тышҡы ҡиәфәтенә ҙур йоғонто яһай. Тештәр һау һәм таҙа булһын өсөн, тәү сиратта:..

Теш һәм ирендәр
Ирендәр һәм тештәрҙең торошо кешенең тышҡы ҡиәфәтенә ҙур йоғонто яһай. Тештәр һау һәм таҙа булһын өсөн, тәү сиратта ҡаҙналарҙың һаулығын хәстәрләргә кәрәк. Сөнки, йыш ҡына ҡаҙналар ауырығанлыҡтан, тештәр боҙола, ҡойола. Эмалдә бактериялар һәм төкөрөктән торған бысраҡ тупланып, уны һарғайтып күрһәтә. Бынан ҡотолоу өсөн тәм-томдо аҙ ашарға һәм тештәрҙе щетка ярҙамында йыш йыуып торорға кәрәк. Таҙартҡан саҡта щетканы ҡаҙнанан алып теш осона ҡарай йөрөтөргә кәңәш ителә. Шулай уҡ ауыҙ аша тын алмаҫҡа тырышырға кәрәк. Был ауыҙҙы ҡоротоуҙан һәм бактерияларҙың үрсеүенән һаҡлай. Әгәр ҙә ауыҙҙан насар еҫ килә икән, табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Сөнки быға эске органдарҙың ауырыуы сәбәпсе булыуы бар.
Белгестәр әйтеүенсә, кешенең ирендәренә ҡарап уның холҡон белеп була. Йоҡа ирендәр эшсән, әммә аҫтыртын һәм яман холоҡлоларҙа, ә ҡалын ирендәргә тыныс кешеләр эйә. Бәләкәс һәм күперенке ирендәр нәфис һәм һиҙгерҙәрҙә, ҡымтылған, остары аҫҡа төшкәндәр – пессимистарҙа була икән. Әммә, ниндәй генә булмаһындар, уларға дөрөҫ тәрбиә биреп, матур итеп йөрөтөү ҡиәфәтегеҙҙе биҙәр генә. Бының өсөн ирендәрҙең ярылмауын, саф алһыу төҫөн юғалтмауын хәстәрләргә кәрәк. Ғөмүмән, улар һыуыҡ елгә йә А, С һәм В витаминдары етешмәгәнлектән ярылырға мөмкин. Был осраҡта гигиена помадаһы ҙур ярҙам күрһәтер. Шулай уҡ ирендәрҙе алһыуландырыу маҡсатында көн дә тешегеҙҙе таҙартҡандан һуң щетка ярҙамында әкренләп ышҡып алырға кәңәш ителә: ҡан йөрөшө яҡшырасаҡ.

Тештәрҙе һаҡлау буйынса халыҡ кәңәше
1. Тештәрҙе аҙнаһына 3-4 тапҡыр һабынлап йыуырға тәҡдим ителә. Һабын составындағы һелте уларҙы сереүҙән һәм һары ҡуныҡ ултырыуҙан һаҡлай.
2. Ташкүмер порошогын да тештәрҙе таҙартыу маҡсатында ҡулланырға була. Ләкин һағыраҡ ҡулланыу зарур. Сөнки ул теш араһына инеүе бар.
3. Ауыҙҙы бөтнөк, ҡарағай бөрөләренән әҙерләнгән һыу менән сайҡарға мөмкин.
4. Ҡараға һәм шыршының йомшаҡ ботаҡтарын сәйнәп йөрөү – тештәрҙе таҙартыуға тиң. Шулаҡ уҡ тештәрҙе таҙартыу урынына ҡарағай һәм шыршының йомшаҡ ботаҡтарын сәйнәп йөрөргә мөмкин.
Иренде ярылыуҙан һаҡлау буйынса халыҡ дауаһы
1. Көнөнә 3-4 тапҡыр аҡ май йә иретелгән ҡош майы менән һылап торорға була.
2. 1-әр балғалаҡ эремсек һәм кишер һутынан торған битлек ирендәрҙе йомшарта.
3. Төнгөгә бал, ҡыяр йә кишер һуты һөртөргә мөмкин.
4. 1 рауза сәскәһенең таждарын 1 аш ҡалағы сусҡа майына һалып болғарға һәм ярылған ирен, ҡулдарҙы йомшартыу өсөн ҡулланырға мөмкин.

Сәриә ҒАРИПОВА әҙерләне.
Читайте нас: