Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Табип мөйөшө
24 Ғинуар 2019, 19:00

Ирен буяуыңды күрһәт, кемлегеңде әйтермен

Ирен буяуы һатып алғанда нимәгә иғтибар итергә? Ирендәрҙе дөрөҫ тәрбиәләү һәм помада ҡулланыу серҙәре.

Иғтибар иткәнегеҙ бармы икән? Буяй торғас, помадалар төрлө форма ала: йомро, осло, тигеҙ һ.б.


Психологтар иренен ипле, ыҡсым итеп буяған ҡатын-ҡыҙ үҙ-үҙенә ышанған, үҙ эшен белгән кеше булараҡ тәьҫир ҡалдыра, тип билдәләһә, ғалимдар ирен буяуының формаһы менән ҡатын-ҡыҙҙың характеры араһында бәйләнеш барлығын раҫлаған. Баҡһаң, ҡатын-ҡыҙҙың холҡон уның нимә һөйләгәненән генә түгел, ә ирен буяуының төҫөнә, формаһына, һөртөү ысулдарына ҡарап та белергә була икән. Шулай итеп, “помадология” дәресенә рәхим итегеҙ.

Помада төрҙәре

1. Кремлы помадалар иренгә яҡшы яғыла һәм жожоба, авокадо, какао майы кеүек тирене туҡландырыусы витамин һәм дауалаусы матдәләргә бай. Ыуалмаусанлығы һәм һырҙарға тиҙ үтеп инмәүе менән өҫтөнлөклө.
2. Юйылмай торғандары иренде ҡуйы ҡатлам менән ҡаплай. Улар ҡатмарлы химик берләшмә һәм буяусы пигменттар һеңгән шекәрә барлыҡҡа килтерә. Бындай помадалар менән ҡулланғанда ирендәр тоноҡ төҫ ала, үбешкәндә лә юйылмай.
3. Үтә күренмәлеләре ирендәрҙе кибеүҙән һәм ярылыуҙан һаҡлай, тәбиғи күренә.
4. Ҡоро тире булғанда һаҡлаусы һәм майлы помада һатып алыу кәңәш ителә. Майһыҙландырылған һәм үтә күренмәлеләр иһә ялтырамай, һиҙгер тирене ҡыҙарта, ярһыта. Әгәр помада йыш буяла икән, тимәк ул үтә йомшаҡ һәм уны алыштырыу яҡшыраҡ.
5. Контур ҡәләме ирендәрҙе ҡаймалау йәки бәләкәй иренде ҙурайтып күрһәтеү өсөн ҡулланыла. Ирен ҡәләмен аныҡ, тигеҙ итеп һыҙған һылыуҙар үҙҙәре нимә теләгәнен яҡшы белә, маҡсатҡа ынтылышлылар, һаҡсыл, ойошҡан һәм һалҡын ҡанлылар. Ҡарышмалыҡтарына таянып түгел, ә йөрәктәрен дә тыңлап эшләһәләр, тағы ла яҡшы булыр ине.

Төҫө

Ялтырауыҡтар, үтә күренмәле һәм барлыҡ пастель төҫөндәге ирен буяуы ҡулланған ҡыҙҙар, ғәҙәттә, һиҙгерҙәр, нескә күңеллеләр, хисле, романтик тәбиғәтлеләр. Уларҙың бар эштәре лә йөрәк ҡушыуы буйынса башҡарыла.
Сағыу төҫ яратыусылар (ҡыҙыл, баҙыҡ алһыу, һандал (ал ҡыҙыл), ҡағиҙә булараҡ, оптимист характерлылар, шат күңеллеләр, ҡылансыҡтар. Уларҙың маҡсаты – тормоштан барыһын да алып ҡалыу.
Ҡуйы, ҡуңыр төҫтәр хужабикәһенең еңел булмаған характерлы икәнен, иғтибар яратыуын бәйән итә.
Сәрмәһендә төрлө төҫлө помада йөрөткән ҡатын-ҡыҙҙар иһә, килеп тыуған хәлгә ҡарап, тиҙ арала имиджын үҙгәртеп ебәреүгә һәләтле тыумыштан актрисалар, йә елбәҙәк һәм үҙгәреүсән холоҡлолар.
Шулай ҙа, бер төҫтө яратып та, тәбиғәт биргән сифаттарыңа бәйле, икенсе төҫтәге ирен буяуын ҡулланырға тура килгәнен дә иҫәптә тотоу мөһим.
Модаға ярашлы, помада төҫтәре үҙгәреп тора. Әммә барыһы ла күҙ төҫөнә һәм кейемгә тап килмәй.
1. Ҡуңыр йә ҡара күҙлеләргә нәфис һарғылт сағылышлы помадалар килешә. Әгәр зәңгәр күлдәк кейәһегеҙ икән, ирен буяуында күкһел йәки һары төҫтәр төҫмөрләнергә тейеш түгел. Ҡуңыр күҙлеләргә көҙ көнө ирендәрен ҡыҙғылт-көрән төҫкә буярға мөмкин.
2. Күк күҙ хужабикәләренә ирендәренә зәңгәрһыу сағылышлы буяу ҡуланырға кәңәш ителә. Әгәр һары йәки алтын төҫөндәге күлдәк кейһәгеҙ, помада һарғылт төҫтә булырға тейеш.
3. Йәшел, һоро йә үҙгәреп тороусы күҙҙәр булғанда аҡһыл тондағы ирен буяуы килешә. Шулай уҡ кейем төҫө менән дә яраҡлашырға тейеш.

Формаһы

Әгәр помада үҙенең тәүторошон һаҡлаһа, тимәк һеҙ:
·ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәйһегеҙ, эҙмә-эҙлелек яратаһығыҙ
· артыҡ иғтибар яратмайһығыҙ
· бер аҙ оялсаныраҡһығыҙ
· баҫалҡы, тотанаҡлыһығыҙ
· йыйнаҡһығыҙ
2. Әгәр йомроға әйләнһә, тимәк һеҙ:
·аралашыусан
·күңелсәк
·баҫалҡы
·принципиаль кеше
·яғымлы
·киң күңелле, миһырбанлы
3. Әгәр ирен буяуығыҙ 45 градусҡа осланһа, һеҙ:
· үҙенә ныҡ ышанған, дәртле кеше
· сик ҡуйыуҙы яратмайһығыҙ
· дуҫтарығыҙға талапсан
· асыҡ кеше
· иғтибар яратаһығыҙ
· бәхәсләшергә әүәҫ
4. Һөҙәк, әммә осло ауыш булһа, һеҙ:
·ижад кешеһе
·мауығыусан, аралашыусан
·етеҙ һәм дәртле
·иғтибар яратаһығыҙ
·йыш ғашиҡ булыусан
·ярҙамға килергә әҙер
·йыйнаҡлыҡҡа мохтаж
5. Түңәрәк, әммә осло башлы помада хужабикәһе:
·һөйкөмлө
·үҙен ғаиләһенә бағышлай
·эш кешеһе
·еңел идара итә белә
·арттырып ебәреүгә һәләтле
·аралашыуға мохтаж
6. Помадағыҙ тигеҙләнә икән, тимәк һеҙ:
·теүәллек, ентеклелек яратаһығыҙ
·юғары әхлаҡлы
·тышҡы ҡиәфәтегеҙгә ҙур иғтибар бүләһегеҙ
·ышаныслы
·һаҡ, абай
·ҡарарҙарҙы тиҙ ҡабул итәһегеҙ
7. Ирен буяуы эскә соҡорайып торғандар:
·детектив һәләтенә эйә
·тиҙ дуҫтар таба
·артыҡ ҡыҙыҡһыныусан
·ҡыйыу һәм йүнсел
·ябай булмаған характерлы
8. Әгәр помадағыҙ ике яҡтан осланып тамамланһа, һеҙ:
· күтәренке рухлы
· ҡыҙыҡһыныусан
· серле
· тормошто яратаһығыҙ
· тоғро
· мин-минлекле кеше.
Ирен буяуы һатып алғанда нимәгә иғтибар итергә:
- сифатлы помада тик косметика магазиндарында ғына һатыла;
- яраҡлыҡ ваҡытын ҡарағыҙ: помада өсөн яраҡлыҡ ваҡыты 18 ай;
- һайлағанда яҡтылыҡты иҫәпкә алығыҙ: көндөҙгө макияж өсөн косметиканы ут яҡтыһында һайламағыҙ;
- ҡәләм менән ирен буяуын бер фирманыҡын алығыҙ – тондарҙың яраҡлашыу мөмкинлеге күберәк;
- тиренең төҫөнә иғтибар итеү мотлаҡ: ҡуңыр йөҙлөләргә - йылы тондағы (ҡыҙыл, ҡыҙылһыу (терракота төҫө), аҡһыл-көрән), аҡһыл битлеләргә алһыу, шәмәхә төҫөндәге ирен буяуын һайлау кәңәш ителә. Ҡыҫҡаһы, тире ҡуңырыраҡ булған һайын, помада төҫө сағыуыраҡ һәм киреһенсә булырға тейеш;
- ирен буяуы макияж менән тулыһынса яраҡлашырға тейеш. Иренде лә, күҙҙәрҙе лә сағыу итеп буяу вульгар күренә, шуға күрә, ирендәр баҙыҡ тонда булһа, күҙҙәрҙе еңелсә биҙәү урынлы;
- тештәрегеҙҙең аҡлығы менән маҡтана алмайһығыҙ икән, ҡыҙғылт-һары – көрән тондан ситен тороғоҙ (тештәрегеҙ тағы ла һарыраҡ булып күренер), слива, бургунд төҫөндәге помадаларға өҫтөнлөк бирһәгеҙ яҡшыраҡ;
- перламутрлы ирен буяуҙарын бер ниндәй һырһыҙ ирендәргә һөртөргә мөмкин, сөнки перламутр тиренең бар етешһеҙлектәрен “күрһәтеү” һәләтенә эйә; бындай помадаларҙы шулай уҡ ҡояшта ныҡ янғандан һуң да ҡулланыу кәңәш ителмәй.

Ирендәрҙе дөрөҫ тәрбиәләү һәм помада ҡулланыу

Уларға ике хәүеф янай:
1. Кибеү һәм елдән ярылыу. Был осраҡта төп ярҙамсылар – майлы крем, бальзам һәм иренде киптермәй торған һәйбәт помада. Халыҡ ысулдарынан бал йәки йылытылған үҫемлек майы яҡшы сара.
2. Герпес. Был вирус һәр кемдең тигәндәй организмында бар. Уның менән көрәшеп булмай, әммә еңеләйтеү мөмкин. Бының өсөн медицинала дауалаусы майҙар етерлек.
Төҫтө нисек дөрөҫ һайларға? Тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап ҡатын-ҡыҙҙарҙы дүрт төркөмгә бүлеп йөрөтәләр: “яҙ”, “йәй”, “көҙ”, “ҡыш”. Һәр береһенең төп билдәләре:
“Яҙ”
Был төркөмгә ҡараған гүзәл заттарҙың тиреһе йоҡа, аҡһыл, бер аҙ алһыуланып тора һәм еңелсә алтынһыу төҫ бирә, йыш ҡына – һипкелле. Киң таралған сәс төҫө: алтынһыу, аҡһыл һары, аҡһыл һоро (көлһыу), аҡһыл ҡуңыр. Күҙҙәр, ғәҙәттә, зәңгәр, һоро-зәңгәр, һоро-йәшел, алтынһыу ҡуңыр, гәрәбә төҫөндә була. Тәҡдим ителгән помада төҫтәре: алһыу, шафталы (персик) төҫөндә, коралл кеүек ҡып-ҡыҙылдан кирбес төҫөнә тиклем.
“Йәй”
“Йәй” ҡыҙҙары - һөт (йәки фарфор) төҫөндәге нәфис тире хужабикәләре. Сәстәренең төҫө: ағылтын һары, һары, көлһыу-ҡуңыр. Күҙҙәре зәңгәр, һоро-зәңгәр, һоро-йәшел, һарғылт-йәшел, һарғылт-ҡуңыр. Ирен буяуы: алһыу ағас төҫө, ҡыҙыл, ҡуйы ҡыҙыл.
“Көҙ”
Был төргә ҡараған һылыуҙар алтынһыу, аҡһыл, шафталы төҫөндәге тирегә эйә. Бик йыш һипкелле булалар. Күҙҙәре – ҡуңыр, гәрәбә төҫөндә, йәшел, һарғылт-йәшел, зәңгәр, йәшел-зәңгәр. Күберәк ерән сәслеләр. Ҡыҙғылт-һары, алтынһыу, ҡуйы көрән, бөтә йылы ҡыҙыл төҫлө помадалар ҡулланыу кәңәш ителә. Перламутрлы ирен буяуҙары ҡәтғи тыйыла.
“Ҡыш”
Тиреләре көлһыу, фарфор төҫөндә; сәстәре ҡуйы ҡуңыр төҫтән күкһел ҡараға тиклем, һирәк кенә ағылтын. Күҙҙәр ҙә ҡуйы төҫтәрҙә була (ҡуйы ҡуңыр, ҡара, сағыу күк). Һыуыҡ тондағы алһыу һәм ҡыҙыл помадалар һөртөү отошло.
Ирен буяуын нисек дөрөҫ һөртөргә? Визажистар кәңәшенә ҡолаҡ һалһаҡ, улар иң тәүҙә ирендәрҙе тональ нигеҙ менән ҡаплап, ситенән ҡәләм менән йөрөтөргә (ҡәләм помада тоны менән тап килергә, йәки бер тонға ҡуйыраҡ булырға тейеш) һәм бер ҡат помада һөртөп, салфеткаға һеңдереп алырға ҡуша, һуңынан икенсе мәртәбә буярға . Был ысул ирен буяуының оҙағыраҡ һаҡланыуына булышлыҡ итә. Төҫөн сафландырыу өсөн көн дауамында өҫтәмә рәүештә ялтырауыҡ яғып торорға мөмкин.
Ирен буяуын һөртөп алыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Иренде кибеүҙән һаҡлау йәһәтенән косметика фирмалары тәҡдим иткән махсус матдәләр ҡулланырға мөмкин.
Ә шулай ҙа, иң мөһиме - йылмайыуҙыр.Сөнки, йөҙөгөҙ нурлы булмаһа, иҫ киткес шәп макияжығыҙ ҙа юҡҡа сығасаҡ.

Л. ҒӘЙНИТДИНОВА.

Читайте нас: