Статистика буйынса, ер йөҙөндәге халыҡтың 15 проценты артроз ауырыуына дусар була. Күберәген был сир 30 йәште уҙғас үҙен һиҙҙертә, 60 йәшкә етәрәк унан һәр бер кеше тиерлек яфалана. Ҡатын-ҡыҙ ирҙәргә ҡарағанда ике тапкырға йышыраҡ ауырый. Әгәр тубыҡ шытырлауы йәки янбаш-бот быуыны ауыртыуы арыуҙан икән тип уйлаһағыҙ, хаталанаһығыҙ. Ваҡыт үтеү менән ауыртыу көсәйәсәк, быуын хәрәкәте сикләнә. Артрозды аҙҙырған осраҡта тулыһынса хәрәкәтһеҙлек, инвалидлыҡ янай.
Ауырыуҙы иртәрәк асыҡлаған һайын, эҙемтәләр ҙә аҙыраҡ.
АРТРОЗ - БЫУЫНДАҒЫ КИМЕРСӘК ТУҠЫМАҺЫНЫҢ ТАРҠАЛЫУЫ. БЫУЫНДАРҘЫҢ “ШЫТЫРЛАУЫ», АУЫРТЫУЫ МЕНӘН БИЛДӘЛӘНГӘН, АҘҘЫРЫП ЕБӘРГӘН ОСРАҠТА ХӘРӘКӘТТЕ СИКЛӘҮСЕ КИҢ ТАРАЛҒАН АУЫРЫУ.
Артроз күп осраҡта тубыҡ һәм янбаш-бот быуындарын зарарлай. Иңбаш, терһәк, бармаҡ һөйәктәре артрозы ла осрай, һуңғыһы, ғәҙәттә, пианистар өлөшөнә төшә. Шулай уҡ спортсыларға, ауыр физик эштә эшләгәндәргә, хеҙмәт көнө оҙаҡ ултырыуға йәки баҫып тороуға бәйле булғандарға әлеге ауырыуға дусар булыу хәүефе янай. Әгәр ошоларҙың берәйһе һеҙгә тап килә икән, артроз билдәләрен иғтибарлап уҡығыҙ.
1. Быуындарҙың һыҙлап ауыртыуы. Бигерәк тә баҫҡыстан йөрө-гәндә, ауырыған быуынға көс төш-кәндә ул үҙен һиҙҙертә.
2. Шытырлау һәм һынығыу. Тәүҙәрәк шытырлау ныҡ булмай, әммә һуңынан, әгәр дауаламағанда, ул тауыш эргә-тирәләгеләргә лә ишетелерлек була. Һыҙланыу өшөгәндән һуң үҙе хаҡында белдерә.
3. Быуын тирәһе шешмәкләнеүе. Был билдә тағы бер быуын ауырыуы – артритҡа (быуындарҙың елһенеүе) хас. Тик артроз ваҡытында шешеү ауырыу киҫкенләшкән осорҙа барлыҡҡа килә һәм һулҡылдап һыҙлау менән оҙатыла. Ярайһы уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.
Атап үтелгән билдәләрҙең береһенә лә битараф ҡалырға ярамай. Быуындың ауыртыуы, шытырлауы йәки шешеүе – табипҡа күренергә сәбәп.
АРТРОЗ БАРЛЫҠҠА КИЛЕҮҘЕҢ СӘБӘПТӘРЕ
Төрлө ауырыуҙарға хас булғанса, артроздың барлыҡҡа килеү сәбәптәре лә күп. Өлкәнәйеү ауырыуы һаналһа ла, был сир йәштәрҙә лә осрай.
Быуындарҙың йәрәхәтләнеүе (посттравматик артроз);
Быуындарҙың оҙаҡ ваҡыт хәрәкәтһеҙ торошта булыуы;
Олоғая килә быуын кимерсәге туҡымаһының төҙөлөшө үҙгәреүе;
Артыҡ тән ауырлығы. Бигерәк тә аяҡ быуындарына көс ныҡ төшә;
Матдәләр алмашыныуы боҙолоу (шәкәр диабеты, эске секреция биҙҙәре ауырыуҙары). Был осраҡта кимерсәк туҡымаһы синтезы боҙола.
Яҫы табанлылыҡ – ауырлыҡ үҙәге ҡуҙғыу сәбәпле, быуындарға көс нығыраҡ төшә;
Аяҡ ҡан тамырҙарына бәйле проблемалар кимерсәк туҡымаһының туҡланыуына ҡамасаулай.
Йылдар үтеү менән артроздың бүтән сәбәптәре лә килеп сығыуы ихтимал. Ә әлегә, әгәр "хәүеф төркөмөнә” ҡарайһығыҙ икән, мотлаҡ профилактика менән шөғөлләнеү кәңәш ителә.
Артрозды тулыһынса дауалап булмай. Табиптар ауырыуҙың ағышын туҡтатып тороу, быуын кимерсәгенең тарҡалыуына юл ҡуймау көсөнә генә эйә.
Дауалау комплекслы үтергә, йәғни бер нисә төр дауаланыуҙы үҙ эсенә алырға тейеш. Табип дөрөҫ диагнозды рентген тикшереүен үткәс кенә ҡуя һәм ауырыуҙың ниндәй стадияла икәнен билдәләй ала. Шулай уҡ артроздың барлыҡҡа килеү сәбәбен асыҡлау мотлаҡ һәм мөмкин ҡәҙәр уны юҡ итеү фарыз.
Быуын артрозын дауалау этаптары:
►► Ауыртыуҙы баҫыу. Йыш осраҡта табипҡа быуындар ауырта башлағас мөрәжәғәт итәләр. Шуға ла, ғәҙәттә, ауыртыуҙы баҫыусы саралар – анальгетиктар тәҡдим ителә.
►► Елһенеүҙе бөтөрөү. Әгәр елһенеү, быуындың шешеүе күҙәтелһә, ошо билдәләргә ҡаршы препараттар тәғәйенләнә.
►► Кимерсәк туҡыманы тергеҙеү – дауалауҙың төп маҡсаты. Әгәр уны тергеҙеү мөмкин түгел икән, туҡымаларҙың сирле үҙгәрешен (тарҡалыуын) туҡтатыу мотлаҡ. Бының өсөн составында хондропротектор булған дарыуҙар кәңәш ителә. Әммә тиҙ дауаланыуға өмөт итергә ярамай. Шулай ҙа индивидуаль һайланған дарыуҙарҙы бер нисә ай дауамында эскәндә һәм курсты йылына бер нисә мәртәбә ҡабатлағанда, һөҙөмтә ҡыуанырлыҡ булыр.
Ошо өс төп этап менән берлектә физиопроцедуралар (электрофорез, энә терапияһы, массаж, магнит терапияһы) уҙғарыла. Улар мотлаҡ табип күҙәтеүе аҫтында һәм индивидуаль схема буйынса ғына уҙғарылырға тейеш. Ауырыу киҫкенләшкән ваҡытта был ысулдар тыйыла.
Байтаҡ клиникаларҙа артрозды (ауыртыуҙы һәм елһенеүҙе баҫыу өсөн) һөлөк менән дауалау ҙа ҡулланыла.
Кимерсәктең яҡшыраҡ тергеҙелеүе өсөн батҡаҡ менән дауаланыу, радон ванналары ҡулланыу зарур. Шифаханаға барыу мөмкинлеге булмаһа, күберәк йөҙөргә кәңәш ителә.
Профилактика маҡсатында дауалау физкультураһын да тәғәйенләйҙәр. Күнегеүҙәрҙең үҙенсәлеге шунда: улар ауыртҡан быуынға көс төшөрмәй; ятҡан килеш, ултырғанда йәки бассейнда башҡарыла.
Быуындар хәрәкәтһеҙләнеп, кимерсәк туҡымаһы тарҡалған осраҡта хирургик ысул ҡулланыла. Ауырыу үтә ҡатмарлашҡанда быуындарҙы протезлау ихтималлығы ла бар. Әммә был хәлгә төшөрмәү яҡшыраҡ һәм арзаныраҡ.
►► Быуындар артрозы барлыҡҡа килмәһен өсөн уларҙы хәрәкәтһеҙлектән ҡурсаларға кәрәк;
►► Даими рәүештә бейек үксәлә йөрөүҙән баш тартығыҙ;
►► Аяҡты аяҡҡа һалып ултырмағыҙ;
►► Тән ауырлығы артыҡ булһа, кәметеү хәйерле. Быға быуындар ҙа, аяҡ ҡан тамырҙары ла шатланыр;
►► Ауыр күтәрергә тырышмағыҙ;
►► Эш көнөнән һуң ятып алығыҙ, бер нисә мәртәбә «велосипед» күнегеүен эшләгеҙ;
►► Йәй көндәре быуындарығыҙға ла ял бирегеҙ - күберәк йөҙөгөҙ, һыу аҫты гимнастикаһын башҡарығыҙ.
Лилиә КИЛМӨХӘМӘТОВА, терапевт.