Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Табип мөйөшө
28 Февраль 2019, 15:49

Күҙҙе һаҡлар контакт линзалар

Cтатистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаң, Рәсәйҙә һәр өсөнсө кешенең күҙҙәре насар күреүе билдәле. Һәм улар, нигеҙҙә, контакт линзаларға өҫтөнлөк бирә. Күреү һәләтенең насарайыуына булышлыҡ иткән сәбәптәрҙе асыҡлау һәм контакт линзыларын тәрбиәләү хаҡында кәңәштәр алыу ниәте менән Өфө ҡалаһы хужалыҡ иҫәбендәге муниципаль учреждениеһының тәжрибәле врач-офтальмологы Әғзәмов Вадим Тазелғаян улына мөрәжәғәт иттек.

Cтатистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаң, Рәсәйҙә һәр өсөнсө кешенең күҙҙәре насар күреүе билдәле. Һәм улар, нигеҙҙә, контакт линзаларға өҫтөнлөк бирә. Күреү һәләтенең насарайыуына булышлыҡ иткән сәбәптәрҙе асыҡлау һәм контакт линзыларын тәрбиәләү хаҡында кәңәштәр алыу ниәте менән Өфө ҡалаһы хужалыҡ иҫәбендәге муниципаль учреждениеһының тәжрибәле врач-офтальмологы Әғзәмов Вадим Тазелғаян улына мөрәжәғәт иттек.


- Вадим Тазелғаянович, контакт линзаларҙы күпселек нисә йәштәрҙә ҡуллана башлайҙар?

- Ҡулланыусыларҙың йәш арауығын 16-18-ҙән алып 50-гә тиклем тип билдәләр инем. Әлбиттә, шартлы рәүештә. Пациенттарыбыҙ күҙҙең сифатын яҡшыртыу өсөн тәғәйенләнгән махсус сараларға башлыса үҫмерлек осоронда мохтажлыҡ кисерә башлай.

- Күҙҙәрҙең йәштән үк насар күрә башлауына, һеҙҙеңсә, нимә сәбәпсе?

- Был проблеманың нигеҙе заман технологияларына бәйле. Бигерәк тә компьютерҙарҙы киң ҡулланған осорҙа миопия менән ауырыусылар һаны артыуы ғәжәпләндермәй. Сәғәттәр буйына мониторға текәлеп ултырыусыны күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ әле. Ниндәй һын хасил була? Алға төбәлгән килеш һис ҡымшанмай ваҡыт үткәргән кеше. Ул шул рәүешле үҙен дә, күҙҙәрен дә хәрәкәттән бөтөнләй мәхрүм итә. Күҙҙәр яҡындағы предметтарҙы ғына ҡарарға өйрәнә, алыҫтан күреү һәләте насарая, йәғни күреү даирәһе кескәй ара менән генә сикләнә. Ошо рәүешле заман ауырыуы – күрәшлек (близорукость) барлыҡҡа килә. Ә үткән быуатта хәлдәр бөтөнләй башҡаса булған. Совет заманында райондарҙа медицина тикшеренеүе үткәргән саҡта яҡшы күреүселәр һаны 98-99 % тәшкил иткән, тимәк, күҙ менән сирлеләр бары тик 1-2 %-ҡа ғына еткән. Бының сере ябай. Оҙаҡ ваҡыт телевизорға йәки компьютерға текәлеп ултырыусылар менән сағыштырғанда, көн дауамында физик эш башҡарғандарҙың күҙҙәренә көс аҙыраҡ төшә. Сөнки бер туҡтауһыҙ хәрәкәтләнеү һөҙөмтәһендә ҡан йөрөшө яҡшыра, күҙ кислород менән туҡлана, һеңерҙәр тонуста тора, тимәк, күреү һәләтенең түбәнәйеү мөмкинлеге сикләнә тигән һүҙ.

- Был сирҙең нәҫелдән күсеү мөмкинлеген дә инҡар итеп булмайҙыр?

- Ул икенсел фактор. Тәү сиратта, күҙҙәргә көсөргәнешлек ҙур зыян килтерә. Мәҫәлән, китап, гәзитте яҡын тотоп йәки ятып уҡыу, тура ултырмау, яҡтылыҡтың дөрөҫ төшмәүе, эйелеп яҙыу күҙҙәргә көсөргәнеш килтерә. Ә транспортта уҡыуҙың зыяны тураһында әйтеп торорға ла кәрәкмәйҙер. Күҙҙәрҙе хәстәрләмәү башҡа ағзаларға ла кире тәьҫир итә, мәҫәлән, умыртҡа һөйәге, муйын ауыртыуына килтерә. Шуға күрә китап-дәфтәрҙе күнегелгән аранан аҙ ғына алыҫҡараҡ ҡуйып уҡырға, һәм компьютерға ла текәлмәҫкә кәңәш итер инем. Нисек кенә булмаһын, сирҙе дауалағансы уны булдырмау хәйерлерәк бит.

- Ә линзаның кеше һаулығына зыяны бармы?

- Зыяны юҡ, киреһенсә, ул күҙ һәм күҙ мускулдарын өҫтәмә йөкләмәнән азат итеп, яҡшы күреүгә булышлыҡ итә. Күреү даирәһен киңәйтә. Контакт линзаларҙы йөрөтөү артыҡ уңайһыҙлыҡ тыуҙырмай, сөнки беҙҙең поликлиникаға килгән һәр пациент күҙ үҙенсәлектәрен асыҡлаусы шәхси тикшеренеү үтә. Шунан һуң уға форма, күләм йәһәтенән тап килгән линзалар тәҡдим ителә.

Күҙ төҙөлөшөнә һәм мөгөҙсәнең бөгөлөшөнә ҡарап төрлө линзалар яһайҙар. Күптәрҙең күҙ мөгөҙсәләре бер радиуслы, ялпаҡ формала. Уларға ғәҙәти контакт линзалар уңайлы. Әммә ҡайһы бер мөгөҙсәләрҙең текәрәк форма алыуы арҡаһында махсус линзалар булдырылған. Күҙ ҡабағының күҙ алмаһына ниндәй кимәлдә ятыуына ҡарап төрлө ҡалынлыҡтағы линзалар ҡулланыла. Әгәр күҙ ҡабаҡтары иркен һәм бушаҡ икән, тимәк линзаның ситтәре ҡалынырағы, ә күҙгә тығыҙ ятҡандарына йоҡарағы һайлана. Шулай уҡ күҙ алмаһының диаметрын үлсәү ҙә мөһим. Сөнки бәләкәйерәк диаметрлы контакт линза бушағыраҡ, ә киңерәк диаметр тығыҙыраҡ ултыра.

Контакт линзалар ентекле тәрбиәләүгә мохтаж: уларҙы көн дә махсус һыу менән таҙартырға, контейнерҙағы шыйыҡсаны алыштырырға кәрәк. Күҙгә саң инеүенән һаҡланырға, һәм иң мөһиме, билдәләнгән ҡулланыу ваҡыты үткәс тә линзаны яңыһына алыштырырға кәрәк.

- Контакт линза йөрөтөүҙең мәшәҡәте күп, шуға, бәлки, күҙлек кейеү уңайлыраҡтыр?

- Контакт линзаны ла, күҙлекте лә хуплайым. Икеһенең дә ыңғай һәм кире яҡтары бар. Күҙлек менән сағыштырғанда контакт линза ҡулланыу йәһәтенән уңайлыраҡ: ул ысынбарлыҡты боҙмай, сифатлы итеп сағылдыра. Күреү даирәһе лә киңәйә. Ә күҙлек менән күҙ араһындағы һауа арҡаһында предметтар, һындар алыҫыраҡ күренә. Күреү даирәһе лә сикләнә, йәғни эргә-тирәне күҙлек аша ҡарау өсөн башты кәрәкле йүнәлешкә борорға тура килә, ә контакт линзала бары күҙ йөрөтөү ҙә етә. Шул арала күҙҙәр автоматик рәүештә хәрәкәтләнеп, файҙалы матдәләр һәм кислород алышыныуын һәм ҡан йөрөшөн тиҙләтә.

Линзаны күҙҙәрҙе ял иттергәндән һуң ғына кейеү кәңәш ителә. Бигерәк тә оҙаҡ файҙаланыуға тәғәйенләнгәндәрен йыш таҙартып тороу фарыз. Көнө буйы линзала йөрөү күҙҙәргә кислород менән туҡланырға ҡамасаулай. Һәм был төрлө бактерияларҙың үрсеүенә килтереүе ихтимал. Шулай итеп, кисен өйҙә булғанда күҙлек кейергә тәҡдим ителһә, төрлө мәҙәни сараларға йөрөгәндә, спорт менән шөғөлләнгәндә (бигерәк тә ҡыш көндәрендә) контакт линзалар уңайлыраҡ. Мәҫәлән, физик күнегеүҙәр эшләгәндә, ауыр эштәр башҡарғанда күҙлек ҡамасаулай, ямғыр яуғанда, ҡышҡы һалҡында һыулана, парлана.

Шулай уҡ линзаларҙың ультрафиолет нурҙарынан һаҡлау сифаты ла бар. Улар күп ваҡыттарын тышта үткәргән һөнәр эйәләре өсөн ҡулайлы.

- Бөгөнгө көндә һеҙҙең поликлиника ниндәй контакт линзаларына өҫтөнлөк бирә?

- Беҙҙең пациенттар контакт линзаларҙың хилафилкон, окуфилкон, гидрогель, гиполан кеүек материалдарҙан етештерелгәндәре араһынан гиполан нигеҙендә яһалғанына туҡталды, сөнки улар тейешле кимәлдә һыу һәм һауа үткәрә, үтә ҡиммәт тә түгел. Составындағы һыу 50-60%-ҡа етә. Мәҫәлән, гидрогель линзыһының һыуы 70%-ҡа етеүе күҙҙең ҡоролоғон булдырмай һәм ул ике тапҡыр яҡшыраҡ тын ала. Әммә һыу күләме юғары булған һайын линза йомшаҡ төҙөлөшлө, саңды тиҙ һеңдереүсәнгә әйләнә. Үтә йоҡа булыуы арҡаһында уны ҡулланыуы ла ҡатмарлаша. Бындай линзаларҙы йыш алыштырырға тура килә. Әммә әлеге сығымдарҙы оптимәлләштереү осоронда был бик отошло түгел, шуға ла бөтә линзалар араһында бар күрһәткестәр буйынса гиполан өҫтөнлөк ала тип уйлайым.

- Контакт линза төрҙәренең ҡайһыһы уңайлыраҡ: йомшағымы әллә ҡатыһымы?

- Улар араһында артыҡ ҙур айырма юҡ та тиерлек. Бары тик ҡаты линзаларға өйрәнеү күберәк ваҡыт талап итә. Линза кеймәй йөрөп алғас, күҙҙе ҡайтанан уларға өйрәтергә кәрәк була. Шул йәһәттән бер аҙ ҡыйынлыҡ тыуыуы ихтимал. Ә йомшаҡ линзаларҙы ҡабаттан “үҙләштерергә” кәрәкмәй. Йәнә улар күҙгә ныҡлы, тығыҙ ултырыуы менән дә уңайлы. Линза диаметры күҙ мөгөҙсәһенән киңерәк булғанға күрә күҙҙең һынын ҡабатлай. Ҡаты линзалар менән бөтөнләй икенсе хәл күҙәтелә: диаметры күҙ мөгөҙсәһенеке менән тап килә, тимәк, ултырыу майҙаны ла бәләкәй.

- Күҙҙең төҫөн үҙгәртеүсе төҫлө ҡаты линзалар хаҡында нимә әйтерһегеҙ?

- Төҫлө линзалар матурлыҡ йәһәтенән генә ҡулланыла. Уның күреү һәләтенә ыңғай йоғонтоһо юҡ. Үҫмер ҡыҙҙарға күҙ төҫөн төрлөләндереү имидж үҙгәртеү мөмкинлеген бирә. Әммә уның кәмселлектәре лә юҡ түгел. Төҫлө йәки ниндәйҙер биҙәк, һүрәт кеүек өҫтәмә ҡатламдар күҙҙең тын алыуын сикләй, ҡараш даирәһен тарайта. Кеше тирә-яҡты бәләкәй генә аранан ҡарарға мәжбүр була. Һөҙөмтәлә күҙгә өҫтәмә көс төшә.

- Тормошта көтөлмәгән хәлдәр ҙә осрап тора. Мәҫәлән, төнгөлөккә линзаны һалыу мөмкинлеге булмаһа нимә эшләргә? Линзала йоҡларға яраймы?

- Линзаны кейем менән сағыштырайыҡ. Беҙ тәүлек әйләнәһенә: өйҙә, эштә, ҡунаҡта, йоҡлағанда ла бер үк кейемдә йөрөмәйбеҙ бит. Һәр нәмәнең ҡулланыу ваҡыты бар. Линзаларҙы ла оҙаҡ сисмәү зыянлы. Үҙегеҙ ял итәһегеҙ икән, күҙҙәрегеҙ хаҡында ла онотмағыҙ. Әгәр ҙә һеҙҙең менән бындай хәл китеп тыуһа, линзаны аҙ ғына тоҙ өҫтәлгән ҡайнаған һыуға һалып торорға була. Әммә был ысул менән артыҡ мауыҡмаҫҡа кәңәш итер инем, сөнки линзаларҙың һыу-тоҙ балансы боҙоласаҡ. Аҙаҡ ул формаһын юғалта, бүртә, киңәйә, ҡалыная башлай. Ундай линзаларҙы ҡуллана башлаһаң, күҙҙе ауырттырыуы мөмкин. Шуға ла башта үҙенең махсус шыйыҡсаһы менән ентекләп таҙартып алырға кәрәк.

- Күрәшлелек күрһәткестәрен белеп кенә контакт линза алып буламы?

- Юҡ, кеше мотлаҡ белгестәргә мөрәжәғәт итергә тейеш. Сөнки ул үҙенең күҙ параметрҙары тураһында хәбәрҙар түгел. Шуға бер ниндәй тикшеренеүһеҙ линза алыу, минеңсә, мәғәнәһеҙлек.

- Контакт линзалар менән мунса инергә, һыу инергә яраймы?

- Теоретик күҙлектән ҡарағанда, ярай. Ә бына саунаға йөрөргә кәңәш итмәҫ инем. Сөнки саунала һауа ҡоро, температура 100-120 градустан ашып китә. Ә яртылаш һыуҙан торған линзаның өҫкө ҡатламының эҫегә кибеүе мөмкин. Мунсаның һыулы һауаһы зыянһыҙ, бары тик гигиенаны һаҡларға, йыуыныу сараларын күҙгә яҡын ебәрмәҫкә кәрәк, юғиһә уларҙың реакцияға инеүе бар.

- Кемгә бөтөнләй линза кейергә ярамай?

- Күҙҙәрҙең һәм танау тирә ҡыуышлыҡтың шешеү ауырыуҙары, киҙеү ваҡытында ҡәтғи тыйыла.

- Журнал уҡыусыларына теләктәрегеҙ?

- Йәштәргә иң ҙур теләгем шул: күҙҙәрегеҙҙе артыҡ көсәндермәгеҙ, йышыраҡ ял минуттары ойошторорға тырышығыҙ. Эшегеҙ компьютер алдында оҙаҡ ултырыуҙы талап итә икән, күҙ өсөн махсус күнегеүҙәр яһағыҙ. Иң ябайы, тәҙрә алдына баҫып, алыҫтағы предметтарҙы күҙәтегеҙ йәки күҙҙәрҙе йомоп бер нисә минут ултырығыҙ. Төнгөлөккә йәшел сәйҙән компрестар яһағыҙ. Эшегеҙҙе ваҡ ҡына өлөштәргә бүлергә тырышығыҙ. Эшегеҙ өйөлөп ятһа ла, һаулығығыҙға битараф булмағыҙ. Күреү һәләтегеҙҙе йәштән һаҡлағыҙ. Үҙегеҙҙе күркәм донъяға һау-сәләмәт күҙҙәр менән бағыу бәхетенән мәхрүм итмәгеҙ.

Филүзә СӘЛИХОВА әңгәмәләште.

Читайте нас: