Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Табип мөйөшө
4 Март 2019, 17:45

Ангина һәм уны еңеү юлдары

Ангина – тамаҡ һәм айырыуса аңҡау биҙҙәренең шешеүе менән билдәләнгән көслө йоғошло ауырыу. Был сирҙе йоҡтороуы еңел һәм сәбәптәре лә байтаҡ. Күптәр өсөн аяҡтарҙы өшөтөү, туңдырма ашау йәки һалҡын һыу инеп сығыу ҙа етә. Сирле кеше менән тығыҙ бәйләнештә булыу, йыуылмаған аҙыҡ-түлек ашау, бысраҡ һауыт-һаба организмға төрлө микробтарҙың эләгеүенә килтерә. Тамаҡтың лайлалы ҡатламын төтөн, туҙан, алкоголь менән йыш ярһытып тороу ҙа сиргә һабыштырырға мөмкин.

Ангина – тамаҡ һәм айырыуса аңҡау биҙҙәренең шешеүе менән билдәләнгән көслө йоғошло ауырыу. Был сирҙе йоҡтороуы еңел һәм сәбәптәре лә байтаҡ. Күптәр өсөн аяҡтарҙы өшөтөү, туңдырма ашау йәки һалҡын һыу инеп сығыу ҙа етә. Сирле кеше менән тығыҙ бәйләнештә булыу, йыуылмаған аҙыҡ-түлек ашау, бысраҡ һауыт-һаба организмға төрлө микробтарҙың эләгеүенә килтерә. Тамаҡтың лайлалы ҡатламын төтөн, туҙан, алкоголь менән йыш ярһытып тороу ҙа сиргә һабыштырырға мөмкин.


Ангинаның үҙе айырым ауырыу , шулай уҡ башҡа ауырыуҙың, мәҫәлән, скарлатинаның һөҙөмтәһе лә булыуы ихтимал. Танау ҡыуышлығының хроник процестары, гайморт сире һәм ауыҙ ҡыуышлығы инфекцияһы (кариес) менән дә бәйле булыуы бар.

Инфекция организмға эләккәндән һуң, 1-2 тәүлек инкубацион осор үтә. Аҙаҡ түбәндәге симптомдар барлыҡҡа килә:

- кеше ҡалтырана, хәлһеҙләнә. 15 минут-1 сәғәт дауам иткән ҡалтыраныу тән температураһының 38-40°-ҡа тиклем күтәрелеүенә килтерә. Ул медицина телендә фебриль лихорадка тип атала;

- баш шаулауы 1-2 тәүлек дауам итергә мөмкин;

- сирлегә тамағы тарайған кеүек тойола башлай. “Ангина” – латин теленән тәржемә иткәндә “ҡыҫыу” тигәнде аңлата.

- йотоуы ауырлаша. Бәләкәй балаларҙың был осорҙа һеләгәйе аға;

- быуындар ауырта;

- аппетит, йоҡо юҡҡа сыға;

- баҙау биҙҙәре зарарланыу кимәленә ҡарап төрлөсә була ала: ул ҡыҙарып, аҡ төҫтәге эрен менән ҡапланып торһа – лакунар, ә биҙҙәр өҫтөндә эренле үңәҙ ултырыуы фолликуляр ангинаны булдыра. Был сир аҙһа, лимфатик биҙгә лә йоғоуы мөмкин.

Тән температураһын төшөрөү, ауырыуҙың көсәйеп китеүен булдырмау һәм башҡаларға йоҡтормау өсөн сирлене:

- түшәк режимына күсергә;

- витаминдарға байытылған һәм төрләндерелгән аҙыҡ менән туҡланырға. Күберәк һурпа, шыйыҡ бутҡа, парҙа бешерелгән кәтлит, кеҫәл, йылы һөт һәм лимонлы сәй эсергә. Әсе һәм эҫе аҙыҡтан баш тартыу урынлы;

- тамаҡты йыш сайып тороу ауыртыуҙы бер аҙ баҫыр.

- Ангина йоғошло сир, шуға күрә шәхси һауыт-һабаң, кейемең булыуы мөһим. Ә ҡулланғандан һуң уларҙы ентекләп йыуырға кәңәш ителә.

Ауырыу 7-8 көн дауам итергә мөмкин. Әммә ваҡытында дауаханаға мөрәжәғәт итмәгән осраҡта, хәлдең мөшкөлләнеүе ихтимал. Ул яйлап ҡына организмдың башҡа ағзаларына ла йоғонто яһай башлай. Ревматизм, бөйөр ауырыуы һәм быуындарҙың зарарланыуына ла килтереүе бар.

Дауаланыу курсына алдан иҫкәртеү саралары индереү ҙә мотлаҡ. Уны шартлы рәүештә ике төргә бүлеп йөрөтәләр: урынлы һәм индивидуаль. Табиптар йәш организмды тәүге айҙарҙан алып сыныҡтырырға кәңәш итә. Һыу процедуралары, һауа һәм ҡояш ванналары һәм физик күнекмәләргә айырым иғтибар бирергә кәрәк тип иҫәпләй. Ә урынлы сыныҡтырыуға, мәҫәлән, тамаҡты систематик рәүештә һалҡын һыу менән сайҡатып тороу ҡарай.

Һеҙҙең иғтибарға өйҙә дауалау саралары буйынса бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ:

- 1 стакан йылы һыуға 1 балғалаҡ тоҙ, 1 семтем аш һеркәһе һәм 3 тамсы йод ҡушып болғатырға ла шуның менән тамаҡты 2-3 минут дауамында сайҡатырға. Тамаҡты йомшартыу өсөн махсус спрей һибергә, йылыта торған компрестар яһарға һәм Люголь растворы менән баҙау биҙҙәрен буяуҙы ла онотмаҫҡа кәрәк.

- Муйынға йылытылған үҫемлек майы, спирт, 0,5 л һыуға 1 ҡалаҡ һеркә һалынған шыйыҡса менән йылытҡыс бәйләүес йәки компресс һалырға. Уны 2 сәғәттән дә кәм тоторға ярамай.

- Ангинанан картуф ингаляцияһы ярҙам итә. Бының өсөн ваҡ картуфты алып, аҙ ғына һыуҙа картуфтан быу килгәнсе бешерергә. Уға тағы 2 валидол дарыуы өҫтәргә мөмкин. Аҙаҡ бөркәнеп ултырып, быуҙы 10-15 минут танау һәм ауыҙ менән һуларға. Ингаляциянан һуң шундуҡ төрөнөп ятырға. Был процедураны иртән һәм кис ҡабатларға була. Шулай уҡ бешкән һуған һауаһы ла файҙалы.

- Аяҡтарҙы 15-20 минут дауамында 40-42° йылы һыуҙа тоторға ла, һыуынғас, эҫе һыу өҫтәп тағы бер аҙ йылытып, йөн ойоҡ кейеп ятып торорға;

- Керәнде ваҡ ҡырғыс аша үткәреп, һутын һығып алырға һәм яртылаш һыу менән болғарға. Һуңынан килеп сыҡҡан шыйыҡса менән тамаҡты сайырға.

- 8 эре һарымһаҡ тырнағын ҡырып, 8 аш ҡалағы шарап һеркәһе ҡушып болғап, төнгөлөккә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға. Икенсе көнгә ошо ҡатышмаға 2 аш ҡалағы бал өҫтәп, бутарға. Һуңынан 2 балғалаҡ ҡатнашманы ауыҙҙа иреп бөткәнсе тотоп, яйлап йоторға.

- 1 аш ҡалағы тиҙ иреүсән ҡәһүә, йогурт йәки әсегән һөттө бергә болғап, уға ҡырылған 4-5 һарымһаҡ тырнағы ҡушырға ла 2-3 аш ҡалағы бал һәм кукуруз оно һалып бутҡа массаһына килтергәнсе бутарға. Һәм әҙер крем менән тамаҡты даими рәүештә һылап торорға кәрәк.

- 250 г банкаға һарымһаҡ өҫтөнә бер үк күләмдә һыу һәм алма һеркәһе ҡойоп, йылы урында 4 көн тоторға. Һауытты йыш ҡына болғап торорға кәрәк. Һуңынан 100 мл глицерин өҫтәп, тағы ла 1 көнгә ултыртырға. Уны марля аша һөҙөп, 100 г бал ҡушып бутарға һәм аш алдынан көнөнә 3 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы эсергә.

- 0,5 литр ҡайнатылған йылы һыуға аҙ ғына перманганат калийҙы (марганцовка) иретергә лә, 0,5 балғалаҡ тоҙ һәм аш һеркәһе һалып болғатырға, аҙаҡ уға бер нисә тамсы йод тамыҙырға. Ошо шыйыҡса менән тамаҡты 5-7 минут тирәһе сайҡатырға.

- Тамаҡты ҡайнатылған йылы һыу менән яртылаш шыйыҡлатылған алма һеркәһе менән сайырға.

Халыҡ медицинаһында төрлө үләндәр менән дауалау мөмкинлектәре киң:

1. 10 г аптека ромашкаһы, 10 грамм шалфей япрағы кәрәк була. 1 сәй ҡалағы ваҡланған үлән йыйылмаһын 1 стакан ҡайнаған һыуға һалып, 30-35 минут төнәтергә һәм аҙаҡ һөҙөп алырға. Ошо төнәтмә менән тамаҡты көнөнә 5-6 тапҡыр сайырға.

2. 2 сөгөлдөрҙө ваҡ ҡырғыс аша үткәреп, һутын һығып алырға. Һуңынан уны талғын ғына утта 10 минут ҡайнатырға. Килеп сыҡҡан йылы дарыу менән тамаҡты көнөнә 3-4 тапҡыр сайырға кәңәш ителә.

3. 5-6 алоэ япрағын ваҡ итеп турап, шәкәргә бутап, 3-4 көн ҡараңғы урында тоторға. Аҙаҡ ошо ҡатнашмаға араҡы ҡушып, тағы ла 3-4 көн төнәтергә. Әҙер төнәтмәне һөҙөп алырға. Уны көнөнә 3-4 тапҡыр аш алдынан 1-әр аш ҡалағы ҡабул итергә. Артынан һыу эсеп ҡуйырға.

4. 1-әр аш ҡалағы күк тирәк (осокорь) бөрөһө, гөлйемеште бутап, өҫтөнә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойорға ла 1-1,5 сәғәт төнәтергә. Аҙаҡ бал өҫтәргә була. Ошо төнәтмәне көнөнә 0,5 стакан 3-4 тапҡыр эсергә кәрәк.

6. 1 стакан ҡайнаған һыуға 4 юл япрағын алып, ярты сәғәт төнәтергә. Бал өҫтәп болғағас, көнөнә 3 тапҡыр тамаҡты сайҡарға.

Интернет материалдарын файҙаланып,

Филиә БУЛАТОВА әҙерләне.

Читайте нас: