Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Табип мөйөшө
22 Апрель 2019, 19:50

Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге – милләттең киләсәге

Юғары категориялы табип Ринат Рәшит улы ҒӘЛЛӘМОВ: Дөйөм алғанда, әгәр гинекология өлкәһенә ҡағылышлы зарланыуҙар, сир билдәләре булмаһа, 35 йәшкә тиклем – йылына бер, 35-те ашатлағас ике тапҡыр ҡаралыу кәрәк. Сөнки, статистика буйынса, 35 йәштәре тулып уҙған гүзәл заттарҙа гинекологик ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеү хәүефе бермә-бер арта. Ә репродуктив системала барлыҡҡа килгән сирҙәр иһә йыш ҡына бер ниндәй билдәһеҙ башланыуы ихтимал.

Фәҡәт ҡатын-ҡыҙ, буласаҡ әсә һәм йөрәк аҫтында яралған сабый сәләмәтлеген ҡайғыртыусы ир затынан булған табиптар әүәлерәк, бәлки, ғәжәпләнеү, тартыныу, хатта ки икеләнеү кеүек тойғолар уятһа, бөгөн иһә уларға ҡарата хөрмәт вә ышаныс көндән-көн арта, нығына ғына. Һаулығы йә гөманлылыҡ буйынса тап ир акушер-гинекологка эләккән ҡатындар иң элек табиптың илтифатлы, ихтирамлы мөнәсәбәтенә, үҙ эшенә ҡарата үтә яуаплы, талапсан булыуына иғтибар итә.

Белорет бала табыу йортонда хәҙер инде 12 йыллап акушер-гинеколог, хирург бурысын атҡарған йәш, әммә тәжрибәле, алтын ҡуллы белгес, юғары категориялы табип Ринат Рәшит улы ҒӘЛЛӘМОВ тураһында ла тик яҡшы фекерҙә пациенттар. Бихисап ҡатмарлы операциялар арҡылы әллә күпме ғүмерҙе ҡотҡарған, ауырыуҙарға мәлендә тейешле дауа күрһәтеп, сирҙән арынырға ярҙам иткән табип менән, башлыса, ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеген яҡтыртҡан темаға әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Ринат Рәшит улы, тәүҙә ни өсөн тап акушер-гинеколог һөнәрен һайлауығыҙ тураһында һөйләп үтегеҙ әле.
– Медицина өлкәһен һайлауым, әлбиттә, осраҡлы яһалған аҙым түгел. Атайым Рәшит Ғәҙелйән улы, әсәйем Рәлиә Ҡәҙим ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо даирәлә ҡайнаны, ағайым Марат Рәшит улы ла тәғәйенләнешен балалар хирургы сифатында тапты. Үҙем иһә мәктәп эскәмйәһенән үк биология фәнен башҡа ғилемдәрҙән артыҡ күрҙем. Ун беренсе класты тамамлағас, минең алда кем булырға, ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау тормай ине.
Өфө дәүләт медицина университетын тамамлап ҡайтҡас, үҙемде тик хирург булараҡ күҙ алдыма килтерҙем. Ләкин ул мәлдә хирургтар етерлек булғандыр, күрәһең, бала табыу йортоноң баш табибы атай-әсәйемә, шулай уҡ үҙемә лә гинекология өлкәһенә иғтибар итергә кәңәш бирҙе. Тәүҙәрәк икеләнеп, албырғап ҡалһам да, бөгөнгө көндә тап ошо йүнәлештә эшләүемә һәләк бәхетле мин. Эшем, үҙемде уратып алған мөхит менән сикһеҙ ҡәнәғәтмен. Хатта яҙмышымды ла ошо диуарҙарҙа осраттым бит.
– Ҡайһы яғы менән күңелегеҙгә ята һуң һөнәрегеҙ?
– Беҙҙең эштә иң мөһиме – кеше сәләмәтлеген һаҡлау, пациенттарҙы төрлө бәләләрҙән, өҙлөгөүҙән йолоп ҡалыу, сирҙе аҙҙырмау. Һаулығын тергеҙгән, әсә булырға йыйынған йә тәү тапҡыр сабыйын күкрәгенә һалған ҡатын-ҡыҙҙың, уларҙың яҡындарының сәғәҙәтле мәлдәренә шаһит булыу – үҙе оло бәхет, минеңсә. Сабый тыуыуы ғына һуң ни тора! Сафтан-саф йән эйәһенең был донъяға башлап ауаз һалыуы – мөғжизәләрҙең дә мөғжизәһе бит!
– Һеҙҙеңсә, һайлаған йүнәлешегеҙҙә иң ҡатмарлыһы нимә?
– Ваҡыт бер урында ғына тормай. Әгәр табиплыҡ менән шөғөлләнәһең икән, тимәк, заман менән бергә атлау, хатта ниндәйҙер кимәлдә алдараҡ барыу фарыз. Ҡасандыр үҙ һөнәре йәһәтенән ғилем алып та, уны даими рәүештә тулыландырып тормаған, башында нимә бар, шуның менән генә мөрхәтһенгән, медицина даирәһендәге яңылыҡтарҙы һанламаған табип менән әллә ни эш ыратып булмаясаҡ. Ә хәҙер пациенттар ҙа ғәләмәт мәғлүмәтле, белемле. Шуның өсөн дә, әгәр үҙ эшеңде яратаһың, һиңә ярҙам менән мөрәжәғәт ҡылғандарҙы ихтирам итәһең икән, ваҡыт яғың нисек кенә тығыҙ булмаһын, һин һәр саҡ үҫешергә, камиллашырға, эҙләнеү юлында булырға тейешһең. Үҙемә килгәндә инде, медицина өлкәһенә ҡағылышлы әҙәбиәтте уҡырға, әленән-әле квалификация күтәреү курстарында белем алырға, төрлө ғилми конференцияларҙа ҡатнашырға яратам.
– Үҙҙәрен дауалаясаҡ ир гинекологты ҡатын-ҡыҙҙар нисек ҡабул итә?
– Ғәҙәттә, уйынлы-ысынлы, медицинала ир йә ҡатын-ҡыҙға бүленеш юҡ, тиҙәр. Тимәк, табип – ул енесһеҙ зат булып сыға инде. Ғөмүмән, был йәһәттән бер ниндәй ҡатмарлыҡтар тыуғаны юҡ. Һәр хәлдә мине күреп, ишекте кире ябып сығып китеүселәр осраманы әлегә J.
– Бөгөнгө гүзәл заттарыбыҙҙың сәләмәтлеге тураһында ни әйтерһегеҙ?
– Был һорауға гинекология өлкәһендә хәтһеҙ йылдар тир түккән тос тәжрибәле табип яуап бирһә, дөрөҫөрәк булыр ине, әлбиттә. Шулай ҙа, үҙем эш башлаған осор менән бөгөнгө көндө сағыштырып, шуны әйтә алам: хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙар үҙ һаулығына күпкә яуаплыраҡ, йәғни, теге йәки был сирҙе иҫкәртеү өсөн даими рәүештә медицина тикшереүе үтә, үҙен борсоған һорауҙар тыуһа, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итә. Ауырыуҙар тураһында һүҙ ҡуҙғатҡанда иһә, пациенттар йышыраҡ түллек биҙҙәренең елһенеүенә, янбаш ағзаларының төшөүенә, бәүел тотмауға, ауырға ҡала алмауға, күрем циклының боҙолоуына зарлана, шулай уҡ интим характерҙағы проблемалар менән килеүселәр ҙә юҡ түгел. Һис шикһеҙ, мәлендә күрһәтелгән табип ярҙамы күп кенә етди сирҙәргә сик ҡуя. Тап шуның өсөн, ваҡыт яғы нисек кенә тығыҙ булмаһын, ниндәй генә сәбәп табылмаһын, Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына юлды онотмау фарыз.
– Гинеколог кабинетына ниндәй ваҡыт арауығы һайын күренеп тороу зарур?
– Был һорау, минеңсә, һәр йәштәге ҡатын-ҡыҙ өсөн дә бик актуаль. Шуныһы мөһим, белгескә алып килгән сәбәптәр күп төрлө булыуы мөмкин. Һәм бары тик табип ҡына, ентекле тикшереүҙәрҙән һуң, артабанғы консультацияларҙың даимилығын билдәләй ала.
Дөйөм алғанда, әгәр гинекология өлкәһенә ҡағылышлы зарланыуҙар, сир билдәләре булмаһа, 35 йәшкә тиклем – йылына бер, 35-те ашатлағас ике тапҡыр ҡаралыу кәрәк. Сөнки, статистика буйынса, 35 йәштәре тулып уҙған гүзәл заттарҙа гинекологик ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеү хәүефе бермә-бер арта. Ә репродуктив системала барлыҡҡа килгән сирҙәр иһә йыш ҡына бер ниндәй билдәһеҙ башланыуы ихтимал.
Тимәк, даими рәүештә гинекологка күренеп тороу ҡатын-ҡыҙ һаулығын һаҡларға, сирҙе башланғыс осоронда асыҡларға, йөклөлөктө билдәләргә йәки ауырға ҡалмау ысулдарын һайларға ярҙам итәсәк.
– Аборттар тураһында ла һеҙҙең фекерҙе ишетергә ине...
– Һис шикһеҙ, ниндәй генә аборт булмаһын, ул пациент өсөн дә, табипҡа ла күңелле күренештән түгел. Шулай ҙа, әгәр һин был һөнәрҙе һайлағанһың икән, теләйһеңме-юҡмы, үҙеңдән талап ителгәнде башҡарырға бурыслыһың. Аборт һәр саҡ теләнмәгән йөклөлөк арҡаһында ғына эшләнмәй. Йыш ҡына бик көтөп алынған гөманлылыҡ осрағында ла, медицина күрһәтмәһе буйынса, аборт талап ителеүе ихтимал.
Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы йылдарҙа был аҙымға барыусы гүзәл заттар һаны һиҙелерлек кәмене.
– Бөгөн йәшен дә, ҡартын да тигәндәй борсоуға һалған түлһеҙлек бәләһенә лә ҡараш ташлайыҡ.
– Нисек кенә үкенесле булмаһын, замандың киҫкен мәсьәләләренең береһенә әйләнде был һорау. Донъяла парҙарҙың яҡынса 15 проценты түлһеҙлек проблемаһы менән осраша. Эйе, үҙ бәпесеңде һөйә алмау бер ҡыйыҡ аҫтында көн күргән ике кеше өсөн оло фажиғә ул.
Гүзәл зат вәкилдәренең түлһеҙлегенә репродуктив системаға тәьҫир иткән бихисап факторҙар “ғәйепле”. Мәҫәлән, енси ағзаларҙың функцияһы боҙолоуы, организмдың ағыуланыуы, психик йә неврологик ҡаҡшауҙар, иртә йәштә эшләнгән аборттар, йәш үҙенсәлеге, алама ғәҙәттәр һәм башҡаһы. Шуныһы мөһим – түлһеҙлек ул хөкөм ҡарары түгел. Тейешле ысулдар ҡулланып, уны дауалау форсаты бар. Әгәр улар һөҙөмтә бирмәй икән, ул саҡта партнерҙарға репродукцияның өҫтәмә технологиялары менән файҙаланып ҡарарға тәҡдим ителә.
– Табиптарҙың эш графигы үтә тығыҙ. Айырыуса хирургия йүнәлеше буйынса махсуслашҡандар төрлө кисектергеһеҙ хәлдәргә һәр саҡ әҙер булырға тейеш. Арып-талып киткән саҡтарҙа һөнәр алыштырыу теләге тыумаймы?
– Шөкөр, ундай төшөнкөлөккә бирелгән мәлдәр булғаны юҡ әлегә. Атайым менән әсәйемә ҙур рәхмәт – ағайымды ла, мине лә һынмаҫ рухлы, ихтыярлы, маҡсатҡа ирешеүсән, көслө характерлы итеп тәрбиәләгәндәр.
– Ә шәхси тормошҡа, ялға ваҡыт ҡаламы һуң?
– Әлбиттә, беҙ ҙә шул бер әҙәми заттан. Барыбыҙҙың да ғаиләләре, күңел тыныслығы бирер үҙ мөйөшө бар. Башта әйтә биреп ҡуйғайным, буласаҡ кәләшемде мин хеҙмәт урынымда осраттым. Ҡатыным Надежда ла үҙем кеүек үк акушер-гинеколог. Эштән бушаған арала, ял көндәрендә ҡыҙыбыҙ Диана, улыбыҙ Денис менән бергәләп тәбиғәт ҡосағына сәйәхәт ҡылырға, кино-концерттарға йөрөргә, дуҫ-туғандар менән аралашырға яратабыҙ.
– Журнал уҡыусыларға ни теләрһегеҙ?
– Ир-егеттәргә – һөйгәндәренә ҡарата иғтибарлы-ихтирамлы мөнәсәбәт, ә ҡатын-ҡыҙҙарға иһә үҙ сәләмәтлегенә ҡарата битараф булмауҙарын теләйем.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Ринат Рәшит улы!
Читайте нас: