Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Табип мөйөшө
13 Июнь 2019, 21:29

Психиатрия. Оялыу урынһыҙ

Институтта яҡшы ғына уҡып йөрөгән еренән балабыҙ кинәт психик ауырыуға дусар булды һәм уны психиатрия дауаханаһына һалырға тура килде. Хәҙер ул: “Иҫәрҙәр йортона бикләнегеҙ ҙә, берәүгә лә кәрәгем юҡ”, - тип борсола. Һөйләргә “ем” табылды, тигән кеүек тел сарларға яратыусылар ҙа тик тормай, кеше яраһына тоҙ ғына өҫтәй. Әлеге хәлгә төшмәһәк, бәлки беҙ ҙә был дауахананы иҫәрҙәр йорто тип уйлар инек.

“Һаумыһығыҙ, “Шоңҡар” журналы хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙгә бер үтенес менән хат яҙам. Тәүҙә хәлебеҙҙе һөйләп үтмәксемен. Институтта яҡшы ғына уҡып йөрөгән еренән балабыҙ кинәт психик ауырыуға дусар булды һәм уны психиатрия дауаханаһына һалырға тура килде. Хәҙер ул: “Иҫәрҙәр йортона бикләнегеҙ ҙә, берәүгә лә кәрәгем юҡ”, - тип борсола. Һөйләргә “ем” табылды, тигән кеүек тел сарларға яратыусылар ҙа тик тормай, кеше яраһына тоҙ ғына өҫтәй. Әлеге хәлгә төшмәһәк, бәлки беҙ ҙә был дауахананы иҫәрҙәр йорто тип уйлар инек.

Гәзит-журнал биттәрендә психик ауырыуҙар тураһында бер ниндәй мәғлүмәт бирелмәй. Ә күпме кеше оялып дауаханаға мөрәжәғәт итмәй. Нимә ул психик ауырыу, психиатрик дауахана? Сирләүселәргә нисегерәк ярҙам итергә? Ошондайыраҡ һорауҙарға яуап эҙләйбеҙ. Журнал биттәрендә психиатр менән әңгәмә тәҡдим итһәгеҙ, күптәргә файҙаһы тейер ине. Бәлки, журнал уҡыусылары араһында шундай сиргә юлығып та, һауығып, матур итеп уҡып, эшләп йөрөүселәр барҙыр?”

Ысынлап та, тормош һынауҙарын күп кисерә әҙәм балаһы. Улар араһында дуҫтарҙан, һөйгән йәрҙәрҙән айыра торғандары ла бихисап. Шундайҙарҙың береһе – күңел ауырыуына дусар булыу. Күптәрҙең психиатрия дауаханаһын иҫәрҙәр йорто тип һанауы бәхетһеҙ осраҡтарға юлыҡтыра ла инде.

Ошо йәһәттән 1-се республика психиатрия дауаханаһының медицина буйынса баш табип урынбаҫары Тулбаева Наталья Риф ҡыҙы менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

- Наталья Рифовна, дөйөм алғанда, психик ауырыуҙар хаҡында нимәләр әйтә алаһығыҙ?

- Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, донъяла һәр дүртенсе кеше нервы-психик сир менән яфалана.Ойошманың күҙаллауы буйынса, 2020 йылға психик ҡаҡшауҙар, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан ҡала, икенсе урынды биләйәсәк һәм хеҙмәткә яраҡлылыҡты кәметеүсе 5 ауырыу исемлегенә инәсәк. Белгестәр билдәләүенсә, Рәсәй халҡының 40 проценты психиатр йә психотерапевт ярҙамына мохтаж, ә ярҙам һорап 3 процент ҡына кеше мөрәжәғәт итә.

- Ә ни сәбәптән барлыҡҡа килә икән бындай төр сирҙәр?

- Ниндәй генә сығанаҡлы булмаһын, психика ҡаҡшауға бәйле сирҙәр баш мейеһе эшмәкәрлеге боҙолоу менән аңлатыла. Әммә мейеләге патологик процестарҙың бөтәһе лә психик тайпылышҡа килтермәй. Психик ауырыуҙар формаһы, сағылышы буйынса төрлө-төрлө. Тимәк, сәбәптәре лә күп. Шулар араһында нәҫел үҙенсәлектәре ҙур әһәмиәткә эйә. Әммә ҡайһы бер осраҡтарҙа психоз барлыҡҡа килеүҙең нигеҙендә нәҫелдән килгән бирешеүсәнлек менән башҡа кире факторҙарҙың (йоғошло ауырыуҙар, имгәнеү, ағыуланыу, психиканы йәрәхәтләүсе хәл-ваҡиғалар) берләшеүе ята. Йөклө саҡта әсәнең сирләүе, имгәнеүе арҡаһында яралғының киләсәктә психик үҫеше тотҡарланыуы, балала эпилепсия кеүек ауырыуҙар үҫешеүе ихтимал. Ата-әсәнең эскелеге (бала яралғанда икеһенең береһе генә иҫерек булғанда ла) йәиһә ауырлы саҡта алкоголь ҡулланыуҙың нәҫелгә ҡурҡыныс янауы бөтәһенә лә мәғлүм. Психик сиргә ағыуланыу (оҙайлы алкоголизм, наркомания һөҙөмтәһендә), баштың йәрәхәтләнеүе, эске ағзаларҙың ҡаҡшауы ла юлыҡтырыуы бар. Ә психоз тыуҙырыусы йоғошло ауырыуҙар рәтенә энцефалит, мейе сифилисы, бруцеллез, токсоплазмоз, киҙеүҙең ҡайһы бер төрҙәрен индерергә мөмкин. Ауырыуға бирешеүсәнлек кешенең шәхси үҙенсәлектәренә лә бәйле. Мәҫәлән, сифилис менән яфаланғандарҙың бөтәһендә лә сифилитик психоз күҙәтелмәй, ә баш мейеһе ҡан тамырҙарының атеросклерозы булғандарҙа ғына еңел аҡыллыҡ, һаташыулы голлюцинация психозы барлыҡҡа килә.

Ябығырға ынтылыу, компьютерға бәйле булыу, невроздар шулай уҡ психик тайпылышҡа этәргес булып тора.

Психик ауырыуҙар үҫешеүендә йәш һәм енес үҙенсәлектәре лә билдәле бер әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән, психика ҡаҡшауы ирҙәрҙә, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда, йышыраҡ осрай. Ир-ат күберәк баш мейеһе йәрәхәтләнеү һөҙөмтәһендәге йәки алкоголь психозына дусар булһа, ҡатын-ҡыҙҙарҙа, ғәҙәттә, маниакаль-депрессия һәм ҡартайыу психозы күҙәтелә. Йәшкә килгәндә, күп кенә психик ауырыуҙар балаларҙа һәм оло кешеләрҙә күҙәтелә. Ә ҡайһы бер сирҙәрҙең, мәҫәлән, шизофренияның иң йыш күҙәтелгән осоро - 20-35 йәш арауығы.

Психиатрик хеҙмәтләндереү мөмкинлектәренең бөгөнгө көн талаптарына тура килмәүе; бөтөн йәмғиәттең психик һаулығына кире йоғонто яһаусы иҡтисади, экологик факторҙар ҙа юҡ түгел, әлбиттә.

- Психика ҡаҡшауын сағылдырыусы билдәләрҙе атап китһәгеҙ ине?

- Психик ауырыуҙарҙың йыш күҙәтелгән билдәләре - галлюцинациялар; һаташыу, бәйләнсек хәл-торош, аң, иҫ боҙолоуы, еңел аҡыллыҡ.

Галлюцинациялар – психик һәм ҡайһы бер йоғошло ауырыуҙар ваҡытында ағыуланыу, баш мейеһе йәрәхәтләнеүе арҡаһында юҡ объекттарҙы бар тип күреү, ишетеү, һиҙеү. Формаһына ҡарап, уларҙың сағылыштары төрлөсә була. Мәҫәлән, аутоскопик галлюцинация булғанда сирле - үҙ һынын, ә макроптик, микроптик төрө күҙәтелгәндә кешеләрҙең, нәмәләрҙең образын бик ҙур йәки бәләкәй итеп күрә, панорамалы галлюцинация хәрәкәтһеҙ арауыҡ, күберәк пейзаж күренеү менән билдәләнә. Күҙ алдында булмаған (артында йә эргәһендә) образдарҙы күреү экстракампик галлюцинация тип атала. Ауырыуҙың енес ағзаларына ҡылынған әҙәпһеҙ күренештәр тойоуы; тәненә баҫыу, киҫкен рәүештә тейеү йәки тотоу тойғоһо; эске ағзаларҙа сит предметтар йәки тере нәмәләр барлығын йәки тәндә дым тойоу кеүек кисерештәр биләүе бар. Ауырыуға бойороп, ниндәйҙер ярамаған эш ҡылырға саҡырған, ғәйепләгән йәки маҡтаған тауыштар һ.б. ишетелеүе ихтимал.

Һаташыу, илереүпсихик һаулыҡ ҡаҡшауҙан була. Уның да төрҙәре бик күп. Мәҫәлән, ауырыу ҙур асыштар яһаным, йә булмаһа башҡа кешеләр уны бушҡа ғәйепләй, ағыуларға тырыша тип һаташа. Ҡара көстәр, бөйөклөк (ауырыу үҙенең сығышын икенсе юғары урында эшләгән кешеләрҙең балаһы булыу идеяһы менән һаташа), дерматоз (тиреһендә йәки уның аҫтында үрсегән, ҡыбырлап йөрөгән бәләкәй генә бөжәктәр бар, тип уйлау), кемдеңдер ғашиҡ булыуы, дәғүәләшеү, ҡыҙғаныу менән һаташыу һәм башҡа илереү төрҙәре бар.

Бәйләнсек хәл ауырыуға ят булған фекерҙәрҙең, күҙаллауҙарҙың, хәтирәләрҙең, икеләнеүҙәрҙең, ҡурҡыуҙарҙың яфалауы менән билдәләнә. Сирле кеше был йөҙәткес уйҙар менән даими көрәшергә мәжбүр.

Кәйеф боҙолоуға бәйле үҙгәрештәрҙе маниакаль һәм депрессия хәленә айырып йөрөтәләр. Маниакаль торош саманан тыш күтәренке кәйеф, хеҙмәткә ынтылыш, фекерләү тиҙлеге шәбәйеүе менән ҡылыҡһырланһа, депрессия хәлендәгеләргә, киреһенсә, һағышланыу, борсолоу, яй уйлау хас.

Аң томаланыу – реаль тормош, предмет, күренеш һәм уларҙың бәйләнештәренең сағылышы боҙолоу, тирә-яҡты ҡабул итә алмау, ваҡытты белмәү, урынды, кешеләрҙе танымау, хәл-ваҡиғаларҙы тулыһынса йәки өлөшләтә онотоу.

Еңел аҡыллыҡ – психик эшмәкәрлектең кәмеүе сәбәпле, фекер йөрөтөү кимәле түбәнәйеү, эмоция ярлыланыу һәм ҡылыҡ боҙолоу. Тыумыштан булыуы йәки кисергән ауырыуҙар һөҙөмтәһендә үҫешеүе ихтимал, ололарҙа, ғәҙәттә, баш мейеһе атрофияһы сәбәпле, ҡартайғас башлана торған аҡыл еңеләйеүе күҙәтелә.

Шизофрения – кешенең шәхесе үҙгәреүҙә сағылған өҙлөкһөҙ йәки өйәнәк рәүешендә үткән эндоген психик ауырыу; психик әүҙемлек кәмей, фекерләү боҙола. Сәбәптәре билдәһеҙ, әммә йыш ҡына нәҫелдән күсеү осраҡтары билдәләнә.

Сирҙең башланғыс осоронда кешенең әҙ һөйләшеүе, аралашырға теләмәүе, үҙ-үҙенә йомолоуы күҙәтелә; эшенә, уҡыуына, яҡындарына һәм дуҫтарына булған ҡыҙыҡһыныуы юғала. Быға тиклем ылыҡтырмаған белем өлкәһе (философия, математика, дин, конструирование) менән мауыға башлай. Элек борсоған күп нәмәләргә (ғаилә, хеҙмәт эштәре, туғандарының ауырыуы һ.б.) битараф ҡала, ә ваҡ-төйәк өсөн һиҙгергә әүерелә. Ҡайһы берҙәре үҙенең ҡиәфәтенә иғтибар бүлмәй, әрпешкә, һүлпәнгә әйләнә, берәүҙәре һәр ваҡыт көсөргәнешле, ығы-зығылы, нимәлер хаҡында туҡтауһыҙ уйлай, нимәлер эшләй. Ундайҙар һорау биргәндә, аныҡ ҡына яуап бирмәй, буталсыҡ фекерҙәр менән нигеҙһеҙ һүҙ ҡуйыртыусандар.

Бындай үҙгәрештәр кемдәлер ҡапыл барлыҡҡа килә, икенселәрҙә - һиҙҙермәй генә. Сәбәптәре билдәле булмаһа ла, шизофренияны дауалау ихтималлығы ҙур. Шуға күрә, ваҡытында табиптарға мөрәжәғәт итеү мотлаҡ. Ә был тәңгәлдә “оялыу”, “өйҙә дауаланыу” тигән һүҙҙәр бөтөнләй урынһыҙ. Сөнки, формаларының да, сығанаҡтарының да, үҫешеүенең дә төрлө булыуын иҫәпкә алғанда, психикаға бәйле сирҙәргә дөрөҫ диагнозды тик табип ҡына ҡуя ала.

- Бындай сирҙәр дауаланамы?

- Әлбиттә дауалана. Сирленең тулыһынса һауығыуы йәки психик хәле яҡшырыуы уның үҙенән тора. Бының өсөн төп шарттарҙың береһе – оҙаҡҡа һуҙмай ғына, ваҡытында табипҡа мөрәжәғәт итеү. Унан табиптарға ышаныс та күп нәмәне билдәләй, уларҙың кәңәш-тәҡдимдәрен теүәл үтәгәндә барыһы ла сирле файҙаһына буласаҡ.

- Ауырыуға дусар булғандарҙың, бигерәк тә балаларҙың, үҫмерҙәрҙең яҡындарына үҙҙәрен нисек тоторға?

- Иң мөһиме - балаға иғтибарлы булыу, уны яратыу. Ышаныслы мөнәсәбәт булдырыу мотлаҡ, ул ғаиләһенең үҙенә терәк икәнен тойорға тейеш. “Бөтәһе лә үтер” кеүек дөйөм һүҙҙәр менән тынысландырырға тырышмаһындар. Уйлағандарын әйтеп бирергә мөмкинлек бирергә кәрәк. Әйтеп үткәнебеҙсә, үҙ аллы дауалау менән шөғөлләнмәһендәр ине, күрәҙәселәргә, имселәргә йөрөп ваҡыт уҙғарғансы, тәүҙә белгестәргә - психологтарға, психиатрҙарға мөрәжәғәт итһендәр. Ни тиклем иртәрәк табиптарға киләләр, дауалауҙың файҙаһы ла шул тиклем ҙурыраҡ.

- Белгестәр тигәндәй, үҙегеҙҙең дауахана, эшмәкәрлегегеҙ тураһында ла һөйләп китһәгеҙ ине?

- Беҙҙең беренсе республика психиатрия дауаханаһы халыҡҡа социаль, психиатрик, психотерапевтик ярҙам күрһәтеүгә махсуслаштырылған ҙур стационар. Һәр бер сирлегә шәхсән дауалау билдәләнә. Төп йүнәлешебеҙҙең береһе – физиотерапия. Эшебеҙҙә күп төрлө дауалау ысулдары - электромагнит, массаж, гидромассаж, солярий, сифатлы яңы препараттар ҡулланабыҙ. Лаборатория бүлегендә ябай анализдарҙан башҡа, психик ауырыуға бирешеүсәнлекте лә тикшерергә мөмкин.

Һуңғы йылдарҙа психиатрҙар һәм уларҙың хеҙмәтенә ҡарата кешеләрҙең ҡарашы, фекере ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Беҙҙең хеҙмәттең төп принцибы – анонимлыҡ, табип серен һаҡлау. Йәмғиәттә “ябыҡлыҡ” (закрытость), “ҡурҡыныс серҙәр” тойғоһо барлыҡҡа килмәһен, тигән уй менән, йылына бер нисә мәртәбә сирлеләрҙең яҡындары өсөн “Асыҡ ишектәр көнө” уҙғарыла. Пациенттарға спорт секцияларында шөғөлләнеү мөмкинлеге бар, оҫтаханалар эшләй, уйындар, ярыштар, ижади күргәҙмәләр, ҡалаға экскурсиялар ойошторола.

Дауаханала тәүлек әйләнәһенә ышаныс телефоны эшләй: 8 (347) 2 95-02-36.

-Ентекле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Наталья Рифовна. Беҙгә иһә еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар ғына теләргә ҡала.

Читайте нас: