Ҡатын-ҡыҙ өсөн донъяла әсә булыуҙан да оло бәхет юҡтыр. Юҡҡа ғына халыҡ борондан “сабый көлөүе ишетелмәгән өй – буш өй ул” тимәгән. Үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа балаһыҙ ғаиләләр һаны ишәйгәндән-ишәйә. Был осраҡта ЭКО меңәрлгән йәштәргә атай-әсәй булыу ҡыуанысын бүләк иткән берҙән-бер сара.
Республикала йыл һайын ике меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ ошондай мөмкинлектән файҙалана. Быйыл Башҡортостанда ошо маҡсатҡа өҫтәмә 83 миллион һум аҡса бүленде. Был төбәктә әсәлек бәхетен татырға теләүселәр сиратын тағы ла 650 кешегә кәметергә форсат бирәсәк. Был процедураны эшләтеү өсөн нимәләр ҡаралған, кемдәр уны бушлай эшләтеүгә иҫәп тота ала?
Экстракорпорораль аталандырыу халыҡ араһында башлыса “яһалма аталандырыу” кеүек булараҡ билдәле. Был операция ваҡтында ҡатын-ҡыҙ организмынан инә күҙәнәктәрен алып, “пробиркала” аталандыралар. Эмбрион ике-биш көн инкубатор шарттарында үҫешә һәм унан һуң уны бала ятҡылыҡҡа күсереп ултырталар.
Йәштәр өйләнешеп, бер йыл һәм унан күберәк йәшәү осоронда ҡатын балаға уҙмаһа, тимәк, түлһеҙлек тип әйтергә нигеҙ бар. Был осраҡта ир менән ҡатын дәүләт иҫәбенә үткәрелгән ЭКО программала ҡатнашыу хоҡуғыан эйә була ала.
Иң тәүҙә ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына акушер-гинекологҡа мөржәғәт итергә кәрәк. Табип ир менән ҡатындың икеһенә лә тикшерелеү һәм ниндәй анализдар тапшырыу хаҡында йүнәлтмә бирә. Былары үҙ иҫәбеңә. Түлһеҙлек диагнозы раҫланған осраҡта табип ЭКО алымы буйынса дауаланыу хаҡында яҙма әҙерләй. Был документтарҙы Республика медик-генетик үҙәгенә алып килергә кәрәк. Адресы: Өфө, Чернышевский урамы, 41, 2-се ҡат, ЭКО кабинеты. Ҡабул итеү ваҡыты: дүшәмбе, шаршамбы, йома – сәғәт туғыҙҙан өскә тиклем; шишмәбе, кесеаҙна – ун икенән алтыға тиклем. Телефон: +7(347) 246-83- 97.
Комиссия барлыҡ документтарҙың дөрөҫлөгөн тикшерә һәм сиратҡа ҡуя. Күпме көтөргә кәрәклеге һеҙҙең ҡулға биреләсәк документта билдәләнә. Комиссия һеҙҙең мәсьәләне ыңғай хәл итһә, үҙегеҙ был теләгән клиниканы һайлай алаһығыҙ. Уларҙың бишеһе лә Өфөлә урынлашҡан. Улар:
Республика медик-генетик үҙәк – (347) 251-20-12
“Әсә һәм бала” клиникаһы – (347) 293- 03-03
“Ғаилә” клиникаһы – (347) 246 – 10- 20
“Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге” – (347) 248 – 13- 56
“Медикал Он Груп” клиникаһы – (347) 255 – 88 – 00,
Ҡайһы бер ауырыуҙар йөклө ҡатындың һаулығын етди тәьҫир итеүе ихтимал. Мәҫәлән, туберкулез, гепатит, ВИЧ, сифилис, ҡайһы психик тайпылыштар, онкология кеүек ауырыуҙар. Тулы исемлек менән Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының махсус исемлегендә танышырға мөмкин.
Социаль йәһәттән һәм йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең рәсми йәки граждандар никахында ла булыуы ихтимал. Шулай ҙа йәш үтеү менән инә күҙәнәктәр һиҙелерлек кәмей һәм донор кәрәк булыуы ихтимал. Яңғыҙ ҡатындар ҙ ЭКО-ға иҫәп тота ала, әммә уларға донор спермаһы өсөн өҫтәмә түләргә тур киләсәк.
Процедуралар һаны сикләнмәгән. Тәүгеһе уңышһыҙ тамамаланһа, ҡабаттан йүнәлтмә алырға мөмкин.
Сираттағы урынды нисек белергә?
Сират электрон вариантта билдәләнә. Ысын исем һәм фамилияны яҙыу закон буйынса тыйылған. Шуға ла пациентҡа шәхсән код тәғәйенләнә. Ошо код буйынса төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығының сайтында үҙ сиратыңды күҙәтеп барырға мөмкин.
Нимә түләүле, ә нимә бушлай?
Һеҙҙе сиратҡа ҡуйғас, бөтә процедуралар мотлаҡ страховкалау фонды буйынса түләнә, йәғни һеҙҙең өсөн бөтәһе лә түләүһеҙ. Бында табиптарҙың ҡабул итеүе, процедуралар, препараттар ҙа инә.
Кәрәк булһа, түләүһеҙ программаға ярашлы эмбрионды, гаметты йәки сперматозоидты туңдырырға мөмкин. Был уларҙы бер нисә йыл һаҡларға мөмкинлек бирә. Йәки буласаҡ әсәй ҡапыл ауырып китһә аналыҡҡа һалынсаҡ эмбрионды туңдырырға һәм күпмелер ваҡыттан һуң урынлаштырырға була.
Донор ооциттар (ҡатын-ҡыҙ күҙәнәктәре), сперматозоидтар, эмбриондар йәки суррогат әсәлек хеҙмәте ҡулланған осраҡта мотлаҡ страховкалау фонды түләмәй. Былар өсөн, кәрәк булһа, үҙегеҙгә түләргә тура киләсәк.
Бөтә мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итергә:
Үҙегеҙҙең страховка компанияһына (һаны полиста яҙылған)
Республика генетик-медицина үҙәгенә +7 (347) 218-00-53; 218-00- 76; 218-00-83.