Һуңғы ваҡытта пневмония ҡурҡынысы көсәйҙе. Уның төп билдәләре – тән температураһы 39 градусҡа тиклем күтәрелеү, тын алыу ауырлаша, күкрәк ситлеге ауырта, йөрәк, тибеше йышая, ныҡ тирләтә, ҡалтырата, хәлһеҙлек яфалай. Ҡайһы ваҡыт баш ауырта, тиҙ арыта, ҡоҫаһы килә. Һуңғы ваҡытта билдәһеҙ пневмония осраҡтары ла теркәлә. Табипҡа барғансы үпкә ике яҡлап шешергә өлгөрә. Ауырыуҙың ҡанын анализға алалар, пневмония булғанда, лейкоциттар арта.