Шоңҡар
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Табип мөйөшө
10 Август 2020, 21:55

Һыра ғына эсәм, тимә

Көндәрҙең береһендә эсе түҙеп торғоһоҙ ауырта башлағас, “Ашығыс ярҙам” саҡырттылар.

Айнурҙың студент сағынан һыра эсергә әүәҫлегенә ата-әсәһе әллә ни борсолманы. “Араҡы түгел, зарары юҡ”, – тип уйланылар. Егет уҡыу йортон тамамлап, эшләй башлағас та һыра менән мауығыуын ташламаны. Бер үҙе лә эсте, дуҫ-иштәре менән йыйылып та һемерҙеләр. Көндәрҙең береһендә эсе түҙеп торғоһоҙ ауырта башлағас, “Ашығыс ярҙам” саҡырттылар. Табиптар егеттең ашҡаҙаны зарарланыуын, быға һыра сәбәпсе булыуын әйткәс кенә Айнур үҙе лә, атаһы менән әсәһе лә был эсемлектең организмға насар тәьҫир итеүенә ышанды, артабан уның менән дуҫлыҡты өҙөргә кәрәклеген аңланы...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр һыраны иҫерткес, һаулыҡ, ғүмер өсөн хәүефле эсемлек тип ҡабул итмәй. Тап шуға ла бөгөн донъяның төрлө илдәрендә лә уны һемереүселәр сафы артҡандан-арта. Байрамдарҙа ғына түгел, сәбәбе булһа ла, булмаһа ла, эш көнөнән һуң арыуҙы баҫырға тип тә һыраға үреләбеҙ. Тәбиғәткә ял итергә сыҡһаҡ та уны күпләп алабыҙ.

Әлбиттә, аҙнаһына берәр бокал эскәндә организм өсөн әллә ни зарары тойолмаҫ ине лә. Әммә сама тигән нәмәне онотоп китәбеҙ шул. Бер шешә асыла, унан икенсеһе, өсөнсөһө... Шуныһы ҡыҙғаныс – ғүмер юлын яңы башлаған үҫмерҙәрҙең, йәштәрҙең дә күбекле эсемлеккә “мөхәббәте” арта бара. Өлкәндәр ҙә быға тыныс ҡарай, йәнәһе, ул араҡы түгел бит.

Градусы әллә ни көслө булмаһа ла, самаһыҙ эселгән һыраның психикаға ла, һаулыҡҡа ла бер үк сама насар тәьҫир итеүе хаҡында уйлап та бирмәйбеҙ. Бер литр һырала 100 грамм араҡыға торошло спирт булыуын иҫтән сығармаҫҡа ҡуша табиптар. Донъя статистикаһы буйынса, бер өлкән ир йылына 200 шешәнән ашыу һыра һемерә. Әлбиттә, был уртаса һан.

Читайте нас: