Шоңҡар
+2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Табип мөйөшө
22 Октябрь 2020, 21:40

Коронавирус инфекцияһы раҫланған осраҡта ла

Сир еңел үткәрелгән осраҡта, пациент табип күҙәтеүе аҫтында өйҙә дауалана ала.

Әгәр ҙә һеҙ үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, яңы коронавирус инфекцияһына шик бар, йә иһә ошо диагноз раҫланһа, ни эшләргә?

Артабанғы алгоритмды һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов билдәләгән. Был хаҡта “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.

Шулай итеп, белеп тороғоҙ: коронавирус билдәләре киҫкен респиратор инфекцияныҡына бик оҡшаған.

— юғары температура,

— тын алыуы ауырлашыу,

— сөскөрөү, йүткереү, тымау,

— мускулдар һәм күкрәк ауыртыуы,

— баш ауыртыуы, хәлһеҙлек,

– эс китеү, уҡшытыу, ҡоҫоу ихтимал.

СOVID-19 раҫланған кеше менән аралашһағыҙ, сир ҡоторған сит илдән ҡайтһағыҙ, юғары температура, тын быуылыу, йүтәл булһа өйҙә ҡалығыҙ!

Ауырып китеп, нимә эшләргә белмәһәгеҙ, табип саҡыртығыҙ.

Евгений Кустов әйтеүенсә, быйыл коронавирус пандемияһы осоронда медицина ярҙамы температура ниндәй кимәлдә булһа ла өйҙә күрһәтелә, элеккесә 38,5-кә тиклем тигән сикләү юҡ.

Артабан медицина хеҙмәткәре нимә эшләргә кәрәклеген хәл итәсәк, пациентҡа клиник тикшереү үткәрәсәк (температураны, ҡан баҫымын, пульсоксиметрияны үлсәйәсәк), анализдар билдәләйәсәк.

Тән температурһы оҙайлы ваҡыт 38,5 градустан юғарыраҡ булһа, тын быуылһа, сатурация күрһәткесе ҡандағы кислородтың 90-92 проценттан түбәнерәк икәнлеген күрһәтһә, интоксикация булһа, табип ҡандың биохимик анализын, компьютер томографияһы йә рентгенография билдәләйәсәк.

Коронавирус инфекцияһы раҫланған осраҡта ла, госпитализациялау мотлаҡ түгел. Сир еңел үткәрелгән осраҡта, пациент табип күҙәтеүе аҫтында өйҙә дауалана ала.

Сир урта кимәлдә һәм ауыр үтә икән, терапевт “ашығыс ярҙам” саҡыра. Бик ауыр булһа, пациент быны үҙе лә, йә яҡындары ла эшләй ала һәм медиктар уны стационарға алып бара.

COVID-19-ҙы иҫкәртеү:

Социаль дистанция һәм битлек режимын һаҡлағыҙ!

Ҡулдарҙы йыуығыҙ һәм дезинфекциялағыҙ!

Ҡулығыҙ менән битегеҙҙе тотмағыҙ!

Күп кеше йыйылған урындарға бармағыҙ!

Сәйәхәттәрҙән баш тартығыҙ!

Читайте нас: