Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Табип мөйөшө
30 Май 2021, 19:00

Яман шеш табылһа..

Организ­мы­ғыҙҙы тыңларға өйрәнегеҙ. Нин­дәй ҙә булһа ризыҡтан һуң үҙе­геҙ­ҙе насар хис итәһегеҙ икән, артабан һынау үткәреүҙең кәрәге юҡ.

Американың танылған табибы, онколог Марк ХайманЯман шеш табылған осраҡта ни эшләргә?” тигән һорауға яуап биргән. “Онкологтар иҫәпләүенсә, яман шеш организмдың энергетик системаһында тайпылыштар арҡаһында килеп сыға, — тип яҙа ул. — Ауырыу әкренләп барлыҡҡа килә, кеше күп йылдар буйы шеш менән йәшәй һәм был хаҡта белмәй. Ракдөрөҫ йәшәмәүҙең аяныслы һөҙөмтәһе, эште уны үҙгәртеүҙән башларға кәрәк. Был кәңәштәр яман шеште киҫәтергә ярҙам итәсәк. Иммун системаһы билдәле бер шарттарҙа рак күҙәнәктәрен эҙләп табып, юҡ итә ала”.

1. Шәкәр ҡулланыуҙы туҡтатыр­ға кәрәк. Ул яман шеш күҙәнәк­тәрен туҡландыра һәм уларға үҫергә булыша. Донъяла 1,7 миллиард кеше һимереүҙән интегә. Яман шеш күҙәнәктәре барлыҡҡа килеү, үҫеүҙе киҫәтеү өсөн инсулин миҡдарын нормала һаҡларға яр­ҙам итә торған диета тоторға кә­рәк, йәғни күҙәнәктәргә бай, тәбиғи ризыҡтарға өҫтөнлөк биреү мөһим.
2. Үҙегеҙгә тура килмәгән ризыҡ­ты ашамаҫҡа. Ул ниндәй аҙыҡ һуң? Әйтәйек, глютенға һиҙгер кешеләр бар, улар быға иғтибар итмәйенсә көн һайын икмәк ашай икән, иртәме-һуңмы, яман шеш йәки йөрәк ауырыуҙары ҡалҡып сыға. Күп кешенең организмы һөт­тө ҡабул итә алмай. Организ­мы­ғыҙҙы тыңларға өйрәнегеҙ. Нин­дәй ҙә булһа ризыҡтан һуң үҙе­геҙ­ҙе насар хис итәһегеҙ икән, артабан һынау үткәреүҙең кәрәге юҡ.

  1. Ялҡынһыныу процестарын туҡтатырға кәрәк, уның хроник ауырыуҙарға, шул уҡ ваҡытта яман шешкә килтереүе ихтимал. “Омега-3” элементына бай ризыҡтарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Мәҫәлән, ҡыҙыл балыҡ, етен орлоғо. Улар ялҡынһыныу барышын туҡтатырға ярҙам итә.
    4. Эсәктәрҙе сәләмәтләндереү мөһим. Унда йәшәгән бактериялар һаулыҡты ҡаҡшата. Әсе һөт ризыҡтары (кефир, йогурт) ашағыҙ. Урман еләк-емеше, виноград эсәктәрҙәге ялҡынһыныуға ҡаршы көрәшә.
    5. Организмдағы токсиндарҙы мөмкин ҡәҙәр кәметергә кәрәк. Пластик һауыттағы эсемлектәрҙе һатып алмағыҙ, ярым­фабри­кат­тарҙан баш тартығыҙ. Ҙур ҡала­ларҙа йәшәгәндәр ҙә парк, урманға сығырға тырышһын. Ҡала үҙә­гендә һауа бысраҡ, атмо­сфераға эләккән газдар тәнде ағыулай.
  2. Читайте нас: