Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Табип мөйөшө
2 Октябрь 2021, 12:11

Сәләмәтлектең ҡан дошмандары

 Табиптар кешенең иммун системаһын юҡҡа сығарыусы 6 ғәҙәтте атаған.  

Сәләмәтлектең ҡан дошмандары
Сәләмәтлектең ҡан дошмандары

“Рәсәй гәзите” хәбәр итеүенсә, организмдың һаҡлау системаһының тѳп дошмандарының береһе тип тәмәке тартыуҙы иҫәпләйҙәр, сѳнки тәмәке тѳтѳнѳ ҡурылдайҙағы (бронхи) “керпексәләр”гә зарар килтерә, был иһә үпкәләге ағыулы матдәләрҙең сығыуына ҡамасаулай. Спиртлы эсемлектәр менән мауығыу ҙа бактерияларға ҡаршы тороу һәләтен кәметә. Белгестәр ялан аяҡ йѳрѳү ғәҙәте менән насар иммунитет араһында ла бәйләнеш тапҡан. Аяҡтарҙың гелән ѳшѳүе ҡан йѳрѳшѳнѳң насар булыуына бәйле, был, үҙ сиратында, зарарлы бактерияларҙың үрсеүенә сәбәп.Иммун системаһына шулай уҡ һуң йоҡларға ятыу, даими стрестар, юғары калориялы ризыҡ менән мауығыу ҙа йоғонто яһай. Тимәк, оҙон ғүмерле, һау-сәләмәт булам тиһәң, насар ғәҙәттәрҙән арынырға ваҡыт!

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: