Бына нисәнсе көн инде Гөлнисаның башы ауырта. Иртән хәлдән тайып, лысма тир булып, дер ҡалтырап уяна. Ҡатын төрлө дарыуҙар эсеп ҡараһа ла, һис кенә шәбәймәне. Температураһы саҡ ҡына төшөп торған һымаҡ була ла йәнә күтәрелә. Тора-бара хәле бөтөнләй насарланды, күҙ алдары ҡараңғыланды, бер нисә тапҡыр иҫен юғалтты.“Ашығыс ярҙам” уны дауаханаға алып килгәндә уның хәле үтә мөшкөл ине.
Үлемесле сысҡан биҙгәге йоҡҡан ҡатын оҙаҡ ҡына дауаланды. Күптән түгел генә ул ауылға атай-әсәһе янына ҡайтып, йорт-тирәһен йыйыштырҙы, мунса иҙәненән сысҡан тиҙәктәрен һепереп алғайны... “Саҡ ҡына һуңлаһаң, үлер инең”, - тине табиптар.
Йәй етте. Әммә был осорҙа оло хәүеф – сысҡан биҙгәген йоҡтороу ҡурҡынысын оноторға ярамай. Республикабыҙҙа был хәтәр ауырыуҙың таралыуына тәбиғәт шарттары бик ҡулай. Урмандарыбыҙҙа йүкә һәм имән ағастары күпләп үҫә, сир таратыусы сысҡандар, уларҙан ҡойолған орлоҡто ашап, йылдам үрсей. Вирус Һауа саңы менән ҡушылған вирус тын юлдары аша үтеп инә. Ҡаралты-ҡураны, байтаҡ йәшәлмәгән баҡса йорттарын таҙартҡанда, бесән әҙерләгәндә, йә иҫке бесәнде аҡтарғанда, балыҡҡа, һунарға сыҡҡанда, еләк, бәшмәк йыйғанда сысҡан биҙгәген йоҡтороусылар күп. Тәбиғәттә ҡул йыумайынса тәмәке тартыу, сысҡан кимереп йә ҡағылып киткән ризыҡты ашау сәбәпле сиргә тарығандар ҙа бихисап.. Әлегә был сиргә ҡаршы вакцина юҡ. Вирус эләгеп, ауырыуҙың тәүге билдәләре күренгәнгә тиклем яҡынса ике-өс аҙна үтә. Ауырыу киҫкен башлана, температура 39-40 градусҡа ҡәҙәр күтәрелә. Күҙ ҡыҙарып тороуы, урыны менән тән сабыртыуы ихтимал. Биҙгәк тотоуға баш ауыртыу, тән һыҙлау ҡушыла. Бил тирәһендә ауыртыу барлыҡҡа килә, ахыр сиктә бәүел тәүлегенә 500 грамдан алып 50 грамға тиклем ҡалыуы, ҡан килеүе бар. Ауырыуға кисекмәҫтән, ваҡытты һис әрәм итмәйенсә, табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Был осраҡта һәр көндөң ғүмергә торош булыуы мөмкин. Геморрагик биҙгәк иң ҡурҡыныс йоғошло сирҙәрҙән һанала. Ул бөйөрҙө генә түгел, башҡа ағзаларҙы ла зарарлай, ваҡ ҡан тамырҙарына зыян килтерә. Хатта ҡайһы берәүҙәрҙең көнө аҙаҡ “яһалма бөйөр” аппаратына ҡала. Ғөмүмән, сысҡан биҙгәге менән сирләгәндәр бик оҙаҡ һауыға. Шуныһын әйтергә кәрәк: сир кешенән кешегә йоҡмай. Урман-яланда булғандан һуң ҡулды мотлаҡ һабынлап йыуырға кәрәк. Бысраҡ ҡул менән аҙыҡҡа үрелмәгеҙ. Урманда ризыҡты сысҡан теймәҫлек ерҙә, мәҫәлән, ябыҡ машинала йәки ағасҡа элеп тотоғоҙ. Ял итер өсөн түңгәкле, ҡороған ағаслы ерҙә түгел, асыҡ аҡланда туҡтау хәйерле. Баҡса өйөн йыйыштырғанда саң борҡотмағыҙ, битлек, бирсәткә кейегеҙ, иҙәнде өс процентлы хлорамин иретмәһе ҡушылған һыу менән йыуығыҙ, һауыт-һабаны ла шулай уҡ эшкәртергә мөмкин. Түшәк-яҫтыҡты ҡояшта әйләндереп елләтегеҙ, саңын ҡаҡҡанда битег
битегеҙҙе ҡаплағыҙ. Баҡсағыҙға сысҡан эйәләшмәһен өсөн, сүп-сарҙы, иҫке ботаҡтарҙы даими яндырығыҙ. Ер ҡаҙығанда, сүп йолҡҡанда туҙан танауығыҙға инмәһен тиһәгеҙ, тупраҡҡа һыу һибеп алығыҙ. Ауырыуҙың тәүге билдәләрен тойғас та, табипҡа күренегеҙ. Үҙ ваҡытында дауаханаға бармаһағыҙ, сирҙең аҙыуы, һөҙөмтәлә хатта үлемгә илтеүе ихтимал.
Белгестәр сысҡандарға ҡаршы "Бактороденцид" тип аталған дарыуҙы ҡулланырға кәңәш итә.
Фото: