Шоңҡар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Табип мөйөшө
16 Сентябрь 2022, 11:50

Мәрткә китеү ниҙән килә

Бынан күп йылдар элек медицина әҙәбиәтендә бына ниндәй хәл тураһында яҙылып сыҡты.

Мәрткә китеү ниҙән килә
Мәрткә китеү ниҙән килә

Бынан күп йылдар элек медицина әҙәбиәтендә бына ниндәй хәл тураһында яҙылып сыҡты. Качалкин фамилиялы кеше 1898 йылда йоҡлаған һәм 22 йылдан һуң ғына уянған. Был хәл күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм төрлө һорауҙар тыуҙыра. Качалкин был йоҡо хәлендә һәм йоҡонан һуң нисек йәшәгән? Был 22 йыл дәүерендә ул ҡартайғанмы? Былай оҙаҡ йоҡлауҙың сәбәбе нимәлә.

Был ауырыуҙы И. П. Павлов күҙәткән. Качалкин тураһында ул бына нәмәләр яҙып ҡалдырған: “Был – 60 йәшлек ир кеше. Дауа­ханала 22 йыл буйы бер хәрәкәтһеҙ, бер һүҙһеҙ ятҡан. Уны зонд менән генә ашат­ҡандар. 60 йәшкә етер алдынан әкренләп төр­лө хәрәкәттәр яһай башлаған; хәҙер инде ауы­­рыу урынынан тора, тышта йөрөй, һөй­ләшә ала, үҙе ашай белә. Үҙенең һүҙенә ҡара­ғанда, ул үткән йылдары тура­һында бөтәһен дә хәтерләгән, бөтәһен дә аң­лаған. Тирә-йүнендә нимәләр булғанын белеп-тойоп ятҡан, ләкин мускулдарында еңә алмаҫ­лыҡ хәлһеҙ­лек, ауырлыҡ, булғанлыҡтан, бер ни ҙә эшләй алмаған. Хатта тын алырға ла көсө етмәгән. Качалкин 35 йәштәр тирәһендә шулай ауырыған”.
Ауырыуҙы күп йылдар күҙәтеү һөҙөм­тәһендә уның шизофрения менән сирләүе асыҡлана. Шизофренияның кататоник ступор тип аталған формаһы ваҡытында кешенең бөтә хәрәкәте туҡтай, бер ни эшләмәй, һелкенмәй, һөйләшмәй. Ауырыуҙар күп ай­ҙар, хатта йылдар буйына түшәктә яталар, кеше өндәшкәнгә яуап ҡайтармайҙар, тирә-йүн менән бер ниндәй ҡатнашлыҡ булмай. Һуғыш йылдарында, ҡайһы бер психиатрик дауаханалар бомбаға тотолған ваҡытта ла, кататоник формалы шизофрения менән ауырыу­сылар бар тип тә белмәй урындарында ята биргәндәр, ҡурҡыу билдәһе йөҙҙәренә лә сыҡмаған.
Иван Петрович Павлов был төр ауырыуҙарға айырыуса ҡыҙыҡһыныу һәм иғтибар менән ҡараған. Был хәл, уның фекеренсә, баш мейеһе ҡабығының һәм мейенең тотҡарланыуы менән аңлатыла. Бындай һаҡлағыс тотҡарланыу ауырыу ваҡыт­та мейе күҙәнәктәрен һәләкәттән һаҡлап алып ҡала һәм сәләмәтләнеүгә илтә. Мәҫәлән, Качалкин, 22 йыл буйы хәрәкәтһеҙ ятҡандан һуң, сәләмәтләнгән, дауахананан сыҡҡан, үҙен яҡшы һиҙә башлаған. Был ауырыу дәүерендә ул ҡартайған. Дауаханаға ул 35 йәшлек булып инһә, унан ҡарт кеше булып сыға. Бына ошо ҡартайыуы аҡрынлап уны һауығыуға алып килгән дә. И. П. Павлов аңлатыуынса, кеше олоғая төшөү менән, ауырыу процесы ла аҡрыная.
Качалкин, дауахананан сыҡҡас, ике йылдан һуң үлгән.
Ә инде летаргик йоҡо – ул бөтөнләй икенсе ауырыу. Профессор Л. М. Сухаребский уны бына нисек аңлата. Летаргик йоҡо организмдың ныҡ хәлһеҙләнеүенән һуң йәки артыҡ көслө психик кисерештәрҙән һуң, ә ҡайһы саҡ истерия ваҡытында күҙәтелә. Йоҡоноң дауамы бер нисә сәғәттән бер нисә көнгә тиклем һуҙылырға мөмкин. Әгәр летаргик йоҡо еңел формала булһа, ауырыу кеше ваҡытлыса ашау өсөн генә уяна, унан һуң яңынан йоҡлай. Ә ҡаты формала булһа, кешеләрҙе дауаханаға һалып дауалайҙар, тәрбиәләйҙәр. Был ваҡытта кеше нормаль хәлдә буламы? Кешенең бөтә мускулдары йомшара, йөрәк тибеү, тын алыу бик аҡрыная, ҡайһы саҡ бөтөнләй һиҙелмәй ҙә. Йөрәк тибеүен бик тәжрибәле врач ҡына ишетә ала. Пульс тибеше лә бөтөнләй беленмәй, йә саҡ ҡына беленә. Тән ағара, һыуына.
Оҙаҡ йоҡлау факттары баш мейеһенең шешеүенән дә (энцефалит) килеп сыға. Бындай формалағы энцефалитты “йоҡо ауырыуы” тип йөрөткәндәр, ул бигерәк тә 20-се йылдарҙа эпидемия рәүешендә ныҡ таралған булған.
Летаргик йоҡоға тарыған кешеләр күп кенә илдәрҙә осрай. Чикаго ҡалаһының клиникала­рының береһендә бер ҡыҙ – 17 йыл, Норве­гияла бер ҡатын летаргик йоҡо менән 20 йыл йоҡлаған. Шундай уҡ хәл Башҡортостан медицина институтының нервы ауырыуҙары клиникаһында ла була. 1948 йылдың июль айында республика клиник дауаханаһына Әбйәлил районынан 21 йәшлек кешене алып киләләр. Ул летаргик йоҡоға киткән була. Ошо рәүешле ул табиптар күҙәтеүе аҫтында ике йыл йоҡлай. 1950 йылдың май айында уянғас, уны “Йоматау” шифаханаһына ебәрәләр. Ялдан һуң ул эшкә урынлаша. Һуңғы йылдарҙа Сибай ҡалаһында йәшәй.
Ошо ябай булмаған йоҡоларҙы “мәрткә китеү” тип йөрөтәләр.

Мөхәммәт ҒАТАУЛЛИН, табип.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: