Кеше организмы сәғәт кеүек. Барыһы ла бер темпҡа көйләнгән осраҡта ғына тормош та алға бара. Ғөмүмән, әҙәм балаһы киләсәккә яҡты хыялдар менән янып, дәртләнеп эшләһен, йәшнәп йәшәһен өсөн уның һау-сәләмәт булыуы мотлаҡ. Бөгөнгө көндә табипҡа мөрәжәғәт итеүселәр араһында неврология ауырыуҙарының күплеген иҫәпкә алып, Өфө ҡалаһының 38-се поликлиникаһының неврология буйынса табип-эксперты Гүзәл Радик ҡыҙы Вәлиева менән әңгәмәбеҙ тап шул турала – сәләмәт йәшәү өсөн үҙебеҙгә нимәләр эшләргә кәрәклеге хаҡында булыр.
– Гүзәл Радик ҡыҙы, неврология өлкәһендә бөгөн ниндәй ауырыуҙар менән яфаланыусылар күберәк?
– Баш һәм арҡа мейеһе, нервы системаһы ауырыуҙарынан дауалаусы табип булараҡ, беҙгә күпселеген инсульт, остеохондроз кеүек ауырыуҙар менән йышыраҡ киләләр.
– Был ауырыуҙарҙың килеп сығыуы ниҙән башлана икән?
– Әлбиттә, иң беренсе сиратта, кешегә хәрәкәт етмәгәнлектән килеп сыға. Ваҡыт юҡлыҡҡа, эш күплеккә һылтанып хатта атларға ла ялҡауыбыҙ килә. Бер туҡталышҡа алдан төшөп атлаһаҡ, лифтта йөрөүҙе туҡтатһаҡ, бер нисә сәғәт ултырып эшләп алғандан һуң, әҙерәк йөрөштөрөп, төрлө хәрәкәттәр эшләп алһаҡ, организмыбыҙ беҙгә рәхмәт кенә әйтер ине. Компьютерға бер килеш оҙаҡ текәлеп ултырғанлыҡтан арҡа мейеһенең муйын өлөшөнә ҡараған органдар тиҙ зарарлана һәм баш ауыртыуы, ҡулдар һыҙлауы йә ойоуы, хәтер насарайыуы, аппетиттың бөтөүе тап шуға ишаралай. Сирлеләр араһында йәштәрҙең күп булыуы хәүефкә һала.
– Был осраҡта, бәлки, офистарҙа ултырып эшләүселәргә муйындарына бандаж, арҡаларына махсус корсет кейеп ултырырға кәрәктер? Ә ауылда йәшәүселәр, ауыр физик эштәрҙә тир түгеүселәр, аҙ хәрәкәтләнеүҙән йонсомаһалар ҙа, һеҙгә киләләрҙер бит?
– Невролог менән кәңәшләшкәндән һуң, үҙеңә тап килгән был әйберҙәрҙе махсус ортопедия салондарынан йә буйынса дарыуханаларҙан алырға мөмкин. Әммә көн оҙонона кейеү ҙә зарарлы. Үҙен тотоусы булғас, муйын, арҡа буйҙарындағы мускул-һеңерҙәр “ялҡауланып” китеүе, һуңынан улар бандажға, корсетҡа өйрәнеп, уларһыҙ тора алмай башлауҙары ла ихтимал. Шуға ла көнөнә 2–3 сәғәттән артыҡ кеймәҫкә кәңәш итер инем.
Дөрөҫ, күпслеген төҙөлөш эштәрендә йөрөгәндәр, ауыл кешеләре араһында, киреһенсә, ауыр күтәреүҙән, бер туҡтауһыҙ физик эш башҡарыуҙан имгәнеүселәр күп. Ауыл кешеһе бит ҡырылмаһа ҡырҡ урында көтөп ятҡан эшен бөтөрәйем тип, үҙенең һаулығын ҡаҡшатып ҡуя. Ауырый башлағас та аҙаҡҡа тиклем һуҙа әле ул. Башта картуф сәсәйем, бесән әҙерләйем, уны ташыйым, малымды ҡураға индерәйем, һуғым һуяйым тип һуҙып йөрөй ҙә, ауырыу бөтөнләй аяҡтан йыҡҡас ҡына үҙенә ваҡытын бүлергә мәжбүр. Шуға ла ауыртыуға түҙмәгеҙ, ауырыуҙы дауалағансы, алдан иҫкәртеүе еңелерәк тә, тиҙерәк тә, тиер инем.
– Әммә кәрәкле табипҡа ла тиҙ генә эләгеп булмай бит әле. Күп осраҡта алдан яҙылып ике аҙна тирәһе көтөргә кәрәк...
– Нисек кенә булмаһын, нимә генә тимәһендәр, табипҡа көнөндә “тере сират” менән кереп була тип уйлайым. Бары тик алдан яҙылыусы менән яңы килеүсе берәү аша сиратлашып инергә тейеш.
– Иҫкәртеү тигәндәй, йыл һайын һәр беребеҙгә бушлай флюорография үтеү мөмкинселеге бар, бәлки, ауырыуҙы диагностикалау маҡсатында КТ, МРТ кеүек тикшеренеүҙәрҙе лә бер нисә йылға бер тапҡыр булһа ла үтеп торорға кәрәктер?
– Әгәр ҙә, кәрәк тип тапһаҡ, бушлай йүнәлтмә менән КТ (компьютер томографияһы), МРТ (магнит-резонанслы томография) тикшеренеүҙәренә ебәрәбеҙ, ләкин уға сираттың күплеген иҫәпкә алып, күптәр үҙ аҡсаһына үтергә мәжбүр. Ә кемдер, һаулығын алдан ҡайғыртып, үҙ аллы үтергә теләй икән, әлбиттә, бының бер ниндәй ҙә зыяны юҡ. Тағы ла неврология ауырҙарын барлыҡҡа килтереүсе өсөнсө сәбәпте лә әйтеп үтәйек.
– Эшһеҙлектән арып, кеше тормошона ҡарап көнләшеп, юҡ-барға ла тиҙ генә асыулана һалып шартларҙай булып йөрөгән, йә булмышын гелән негатив уйҙар менән генә тултырып, был донъяның матур яҡтарын күрмәгән кешеләр ҙә нервы системаһы ауырыуҙары менән яфалана. Шуға ла һәр кемгә үҙенең күңеленә ятҡан эш-шөғөл менән булышырға, һәр саҡ ыңғай, матур уйҙар уйлап, ихлас булырға кәңәш итер инем. Тормошта, йәшәйешебеҙҙә былай ҙа насарлыҡ күп. Телевизорҙы ғына алып ҡарайыҡ. Кисен эштән, уҡыуҙан һуң зәңгәр экранға текәләбеҙ. Унда йә үлтереш, йә талаш күрһәткән фильмдар, йә насар хәбәрҙәр генә көтөп тора. Унан алынған тәьҫораттар менән йоҡларға ятабыҙ, шул кәйеф менән иртән уянып, көнөбөҙ башланыр-башланмаҫ элек үк кемгәлер асыу менән яна башлайбыҙ. Бөгөнгө көндә мейеләге яман шеш ауырыуҙарының ҡайҙан, нисек барлыҡҡа килгәнен аңлата алыусы юҡ. Тап шул гелән насар кәйефтә йөрөү, үҙеңде нисек барһың, шулай ҡабул итеп яратмау, үс, асыу һаҡлау, ваҡытында ғәфү үтенмәү, кисермәү күңелебеҙҙә ауыр йөк булып, тора-бара ауырыуҙарға әйләнеүен ваҡытында аңлаһаҡ ине.
Бер ниндәй ҙә эш-шөғөл тапмағандарға, күңелдәре тынысһыҙланған ваҡытта балалар өсөн һатылған буяу китаптарын алырға тәҡдим итәм. Үҙегеҙгә оҡшаған ниндәй ҙә булһа һүрәтте кистәрен буяғыҙ, сағыу төҫтәрҙе йәлләмәйенсә ҡулланығыҙ. Үҙемдең тәжрибәмдән сығып әйтәм: тынысланыу, баштағы ауыр уйҙарҙы таратыу өсөн ныҡ ярҙам иткән ысулдарҙың береһе.
– Медицинала һеҙҙе борсоған мәсьәлә?
– Ҡағыҙ эшенең күп булыуы. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағыҙ тултырыу, документ эштәре менән ултырыуға ҡарағанда, ауырыуҙарға күберәк ваҡыт бүлеп, уларҙы ҡараһаҡ, ярҙамыбыҙ нығыраҡ тейер ине, минеңсә.
– Был һөнәрҙе һайлауығыҙҙың сәбәбе?
– Кешегә ярҙам итергә яратам. Бала саҡта йыш ауырыуым да табип һөнәрен һайларға этәргес биргәндер. Студент саҡта өс йыл Өфөнөң 21-се дауаханаһының неврология бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләүем иһә артабан ошо йүнәлеш буйынса китергә ярҙам итте. Әлбиттә, төрлө кешеләр килә, кемдер бөтөн бәләнең башын беҙҙә күрә, йә бөтөнләй өмөтһөҙлөккә бирелеп үҙ-үҙенә ҡул һелтәп ҡуя. Был осраҡта дауалар алдынан йылы һүҙҙәр менән тынысландырыуҙы, үҙенә ышаныс уятыуҙы төп маҡсаттарымдың береһе итеп алғанмын.
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА әңгәмәләште.
2019 йыл.