Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хаттарҙа - яҙмыштар
23 Февраль 2018, 17:03

"Хәтер китабы"н ҡулға алып...

... Әсә йөрәге түҙмәне,Ышанманы улы үлгәнгә...Цинк табутын астырмайЕргә мәңгелеккә күмгәнгә...

"Хәтер китабы"н ҡулға алып

418- се битен асам.

Ағайымдың ғорур йөҙөнә

Йәшле күҙҙәремде бағам.


Әсә йөрәге түҙмәне,

Ышанманы улы үлгәнгә...

Цинк табутын астырмай

Ергә мәңгелеккә күмгәнгә...

Ышанманы әсә,

"Ҡайтыр, тине

Бөгөн булмаһа,

Ҡайтыр иртәгә..."

Аҡ ҡорбандар салып

Туйлар өсөн,

Әҙерләне малын кәртәлә.

Эх, һин, яҙмыш,

Эх, һин, һағыш...

Аңламаның әсә ғазабын.

Улын көтөп -

Ҡара ҡайғыларҙан,

Һағыштарҙан

Мәңгелеккә ергә ауғанын...

Гранит һәйкәле янында

Тағы ҡәбер ҡалҡты -

Һинең ваҡытһыҙ үлемең

Әсәне аяғынан йыҡты...

Үлгәндән һуң һиңә

Ҡыҙыл йондоҙ бирҙеләр.

Афғанса яҙыу менән

Тағы миҙал бирҙеләр.

Һине иҫкә алабыҙ,

Ҡәбереңә сәскә һалабыҙ.

Мәктәпкә отрядҡа

Ҙурлап исемеңде бирҙеләр...



Читайте нас: