Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хаттарҙа - яҙмыштар
25 Февраль 2018, 12:40

Терһәкте тешләп булмай...

Өйҙә ят кеше булыуын шәйләп ҡалһа ла, һаман ҡысҡырыуҙан туҡтаманы. - Нишләп мин көтөргә тейеш һинең әсәңде, башҡалар нишләп әсәләрен ҡарамай? !Ысын, надоел инде, мине бар урам сәйнәй хәҙер!

...Ишек шарт-шорт итеп асылыуға ҡарлыҡҡан ир тауышы яңғыраны.

- Тышҡа сығарып ырғытам мин һинең әсәңде!

Өйҙә ят кеше булыуын шәйләп ҡалһа ла, һаман ҡысҡырыуҙан туҡтаманы.

- Нишләп мин көтөргә тейеш һинең әсәңде, башҡалар нишләп әсәләрен ҡарамай?! Ысын, надоел инде, мине бар урам сәйнәй хәҙер!

- Ярай, аҙаҡ һөйләшербеҙ. Кеше барҙа ирешмәй тор. Ул үҙе лә һинең эскеңдән ялҡып бөткән инде. Ҡайтам тип көн дә ҡабатлай. Тик мин бергә ҡайтам - рәхәтләнеп йәшәрһең. Әсәйемде үҙем ҡарайым...

Иртәгеһенә ике туған ҡустыһына шылтыратып, тап шулай эшләне лә. Үҙенә кәрәк кейем-һалымын йыйып алды, әсәһенең кейемдәре һалынған төйөнсәкте сығарҙы, һуңынан сабыйын одеалға төрөп тотто ла машинаға сығып ултырҙы. Ул дошманынан ҡасҡан кеүек ҡабаланып сығып китте, әйләнеп тә ҡараманы....

-Эй, балаҡайым, минең өсөн донъяғыҙҙы болғамағыҙ инде. Ҡарттар йортона барырға ла риза. Тик айырыла ғына күрмәгеҙ, зинһар, бала хаҡына булһа ла ...- тиеп күҙ йәштәренә быуылған әсәһен: "Һин мине тапҡанһың - һинән ғәзиз кешем юҡ, әсәй, мин һине йәбергә бирергә тейеш түгел! - тип ҡырт киҫеп тыйып ҡуйҙы. - Унан, эскән ир менән ниндәй донъя көтөү булһын инде!.."

... Эйе, аҙҙы шул һуңғы ваҡытта Вәхит. Эскеһенә лә түҙер ине - теле яман саға башланы, түҙер әмәле ҡалманы Гөлсөмдөң.

Күршеләренең әйтеүен ҡолағына элмәгәйне - ысын булғандыр, күрәһең. Юл ашаһында йәшәүсе яңғыҙ ҡатынға һуҡмаҡ һала, тийеүҙәре хаҡҡа сыға, буғай.

Тиҙ генә ҡайтып еттеләр. Тыуған яҡ тарта шул кешене. Бөтә мәхшәр, йоҡоһоҙ төндәр артта ҡалды, тиеп еңел һуланы Гөлсөм.

Өйөн һә тигәнсе таҙалап, йыуып-йышып, обой йәбештереп ебәргәс, гөлт итеп ҡалды ғәзиз нигеҙе.Тыуған йорт бит ни тиһәң дә!

- Йән тыныслығына бер нәмә лә етмәй шул, ҡыҙым. Көнө-төнө ҡурҡып-боҫоп йәшәгәнсе - йәшәмәүең мең артыҡ инде ул... - тигәс, күңеленә еңел булып ҡалды. Тик сабыйы ғына атаһын һорап йөҙәтте.

Шулай айҙар,йылдар үтә торҙо, яңғыҙлыҡҡа тамам өйрәнде Гөлсөм. Әсәһенең хәле лә яҡшырып киткәс, йәшәүҙәре тағы ла күңеллерәк булып китте. Баҡса тултырып бәрәңге ултырттылар, ҡаҙ себеше лә көтөп өйрәнде улар ҡыҙы менән. Зиләһе лә ҡул араһына инеп, мәктәп йәшенә етеүен һиҙмәй ҙә ҡалдылар.

Ара-тирә ире тураһында сәләмдәр ишетелеп кенә торҙо. Сыуалған ҡатынды алған тинеләр. Ә бер көнө уларҙың янына машина килеп туҡтаны.

Ҡаршы йүгереп сыҡҡан ҡыҙы: "Атай килгән шикелле, әсәй, бар үҙең сыҡ - минең һөйләшкем килмәй..." - тигәс, галош эләктереп ҡапҡаға сығыуға, Вәхиттең һөрөм ҡаплаған йөҙөн күреп, шып туҡтаны.

- Нимә кәрәк һиңә? Бурысым бармы әллә... Ирешә алмай эстәрең дә боша башлағандыр инде! - тиеп артын борҙо Гөлсөм.

- Һаумы, миңә ҡыҙым кәрәк. Һағындым мин уны, Гөлсөм!

- Тағы бер ун йылдан килһәң - тағы ла яҡшы булыр ине. Иҫенә төшкән берәүҙең! Ә уның һине күргеһе киләме икән, һораныңмы?

- Ғәфү ит мине, Гөлсөм, барыһына ла шул эске ғәйепле инде... Хәҙер биш йыл эскәнем юҡ... Бына бит, машина ла һатып алдым.

- Һыуынып бөттөм инде һинән... Эсмәһәң дә, элеккеләреңде онотоп бөтмәгәнмен әле. Оноторлоҡ итмәнең бит, Вәхит! Һин минең иң ғәзиз кешем - әсәйемде рәнйеттең! Ә был ҡылығың ғәфү итерлек түгел шул.

Бер баҫҡан тырмаға икенсе тапҡыр баҫмам инде. Юлыңда бул...

Боролоп инеп киткәнсе Вәхит Гөлсөмдән күҙен дә алмай ҡарап тора бирҙе. "Их, нишләнем мин, нишләнем... Үҙ бәхетемде үҙем аяҡ аҫтына һалып тапаным бит, иҫәр!" - тип эстән генә үҙен әрләне лә әрләне.

Хәйер, ул Гөлсөмһөҙ үткәргән төн-көндәрендә тик үҙен генә тиргәп йәшәне лә бит... Тик терһәкте тешләп буламы ни?! Аҙғынлыҡ яҡшыға алып килмәй тиҙәр бит ололар, хаҡ һүҙҙәр икән ул... Сәскә кеүек яңы бөрөләнгән яҙмыштарҙы көл итә.



Читайте нас: