Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хаттарҙа - яҙмыштар
27 Февраль 2018, 11:31

Беҙ үҙебеҙ - Таһирҙан

Хәҙерге Баймаҡ районының төньяғында, Һаҡмар йылғаһының үрге ағымында, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған Өмөтбай, Билал, Һәмән, Баймырҙа һәм Таһир ауылдары бар. Әйткәндәй, таһирҙарҙан республика, район тарихына ингән шәхестәр байтаҡ. Милләтебеҙҙең күңеленә тәрән һеңгән йыр ҡомартҡыларының береһе “Ғилмияза” тарихы Таһир ауылы менән бәйле.


Таһир ауылында тыуып үҫеп, әлеге ваҡытта күрше ауылдарҙа йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар тыуған ауылыбыҙҙы, беҙгә йәшәү һулышы биргән йәнтөйәгебеҙҙе, ата-әсәләребеҙҙе, туғандарыбыҙҙы, әхирәттәребеҙҙе, ауылдаштарыбыҙҙы, йырҙарҙа йырланған, шиғырҙарҙа маҡталған, бик күп шәхестәргә бай Таһир ауылына дан йырларға тип бергәләп йыйылдыҡ. Үҙебеҙҙең дәртле бейеүҙәребеҙ, моңло йырҙарыбыҙ, слайдта күрһәтелгән фотолар менән тамашасыларҙы алыҫ үткәндәрҙән бөгөнгө көнгә алып ҡайттыҡ.




Хәҙерге Баймаҡ районының төньяғында, Һаҡмар йылғаһының үрге ағымында, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған Өмөтбай, Билал, Һәмән, Баймырҙа һәм Таһир ауылдары бар. Рәсәй алып барған һуғыштарҙа, хәрби походтарҙа, Бөйөк Ватан һуғышында Таһир ауылы егеттәре әүҙем ҡатнашып, үҙҙәренең ҡаһарманлыҡтары менән билдәле булған. Әйткәндәй, таһирҙарҙан республика, район тарихына ингән шәхестәр байтаҡ. Милләтебеҙҙең күңеленә тәрән һеңгән йыр ҡомартҡыларының береһе “Ғилмияза” тарихы Таһир ауылы менән бәйле. Таһир ауылы егеттәре һәм ҡыҙҙары бер ваҡытта ла һынатмаған. Ғөмүмән, совхоз ваҡытында алһыҙ-ялһыҙ эшләүсе һауынсылар, быҙау ҡараусылар, механизаторҙар, эшселәр, етәкселәрҙең кемеһен генә алып ҡараһаң да улар хөкүмәт эшенән ҡайтып та инмәгән. Сәләх Кулибаев, Хөсәйен Ҡунаҡбаев кеүек яҙыусыларға, Байтүрә, Сәлимйән, Ғәлимйән Биктимеров, Барый, Зөлфәр, Әхтәм Хәйбуллин, Йәноҙаҡ Йосопов кеүек ҡурайсыларға бай яҡ ул Таһир ауылы. Һаулыҡ һағында тороусы шәфҡәт туташтары. Беҙ бигерәк тә, Миссурия инәй Биктимерваны һағынып иҫкә алабыҙ. Уҡытыусылар. Оло быуын уҡытыусылары мәңге халыҡ хәтерендә. Сабира һәм Вәкил Сәйәховтар, Әхтәм Хәйбуллин, Хәйбулла Әлибаев, Бикйән Әлибаев, Таңһылыу Әлибаева, Ғилминур Әлибаева, Нәғимә Нурғәлина, Рәсимә Шәрипова, Фәйрүзә Яҫыбаева, Гулнур Хәжиева, Рәмилә Биктимерова, Әлифә Биктимерова, һ.б., һ.б. Бөгөн уларҙың күбеһе беҙҙең арала юҡ инде, ләкин хәтер йәшәй, хәтер мәңгелек!

Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда Һәмән, Билал ауылында 1031 кеше йәшәй. Быйылғы Ғаилә йылында “Беҙ үҙебеҙ – Таһирҙан” исемле сарала ҡатнашҡан һәр бер ғаиләне айырым әйтеп үтәм.

Беҙҙең арала иң оло ауылдашыбыҙ Таһир ауылының ҡурайсылар династияһынан булған Фәүҡинур апай Аманова. Уның барыһына ла күңел йылыһы ла, тәмле-татлы аш-һыуы ла етә. Өйөнә инһәң, әкиәт донъяһына барып эләккәндәйһең. Күҙ нурҙарын түгеп, ҡайып эшләгән яҫтыҡтар, төрлө биҙәкле һөлгөләр. Быларҙың барыһы ла күҙҙең яуын алып, бәләкәй генә ауыл өйөнә айырыуса йәм өҫтәй. Көтөп үҫтергән Шәүрә ҡыҙы һәм уның ғаиләһенең ярҙамын күреп, ейән-ейәнсәр һөйөү бәхете татып йәшәй. Фәүҡинур апай мөнәжәт әйтә, башҡорт кейемдәрен кейеп өйрөлөп бейергә лә төшөп китә. Шәүрә апай тормош иптәше Ансар ағай Мәхмүтов менән дүрт ҡыҙ үҫтерҙеләр. Шәүрә апай әлеге көндә мәктәп ашханаһында эшләй. Улар ҙа өләсәй-олатай булып матур ғүмер итә.

Беҙҙең арала 50 йылдан ашыу тормош иптәштәре менән бергәләп йәшәгән парҙар бар. Һәмән ауылында йәшәүсе ҡәйнәм Рәйлә, ҡайным Рәфҡәт Кинйәбулатовтар шатлыҡ-ҡайғыларҙы уртаҡ бүлешеп йәшәй. Кеше алда үҙен нимә көтөрөн аныҡ ҡына әйтә алмайҙыр. Маңлайыңа яҙылған хаҡ яҙмышты ҡул менән генә һыпырып ташлап булмай икән, тип йыш ҡына ҡабатларға ярата ҡәйнәм. Ул тыуған ауылы Таһирҙан Һәмәнгә ҡунаҡҡа килгәс: "Был ауылда ла кеше йәшәр икән. Мин бында ғүмерҙә лә тормаҫ инем", - ти. Ләкин, "мәңге йәшәй алмам" тигән ауылда ҡайным Рәфҡәт менән бына 55 йылдан ашыу матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп йәшәй. Ҡайным менән ҡәйнәм оҙаҡ йылдар совхозда малсы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Ҡурайсылар, йырсылар династияһынан булған ҡәйнәм үҙе лә матур йырлай, бер мәҙәни сараларҙан ситтә ҡалмай.

Ғәлиә һәм Ирек Зәйнуллиндар. Ирек ағайға 1966 йылда Таһир ауыл фермаһының һөтөн Билалдағы һөт ҡабул итеү пунктына трактор менән ташырға ҡушалар. Бына шул ферманың һауынсылары араһында Ғәлиә Нурғәлина менән танышып өйләнешәләр. Ул заманда халыҡ партия ҡайҙа ҡуша, шунда эшләй. Ирек ағай ҡайҙа эшкә бара, ғаиләһе лә шунда була. Ә Ғәлиә апайға хужалыҡта төрлө эштәрҙә эшләргә тура килә: һауынсы, хат ташыусы, балалар басаһында ла эшләй. Әле лә уның бер ваҡытта ла буш ултырғанын күрмәҫһең. Ғаиләләге дүрт баланы тәрбиәләү уға күберәк тейә. Зәйнуллиндар бөгөн дүрт балаһының ҡәҙер-хөрмәтен күреп, уларҙың шатлыҡ-ҡыуаныстарын уртаҡлашып йәшәй. Һәмән ауылында йәшәүсе ҡурайсылар, бейеүселәр династияһынан булған Гөлшат апай Йәрмөхәмәтованы йәштәрсә дәртле, һылыу, мәрәкәсел, ярҙамсыл булғаны өсөн һәр береһе хөрмәт итә. Оҙаҡ йылдар фермала һауынсы, аҙаҡ магазинда йыйыштырыусы булып хаҡлы ялға сыға ул. Хаҡлы ялдамын тип өйҙә генә ултырмай, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә, ҡош-ҡорт аҫрай, мал-тыуар көтә. Тормош иптәше Хөрмәтулла ағай менән бер-бер артлы балалар үҫтереп, уларҙы уҡытып, кеше итеп, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәрен тупылдатып һөйөп, балаларының ҡыуанысына төрөнөп йәшәүе менән бәхетле ул.

Һәмән ауылында йәшәүсе Зәйнәп апай Нурғәлина тормош иптәше Марс ағай менән 3 бала тәрбиәләп үҫтергән. Зәйнәб апай фермала һыйыр ҙа һауа, тегенсе, һатыусы булып та эшләй. Совхоз бөтөрөлгөс, ҡайҙан аҡса табайым, нисек балалар үҫтерәйем тигән һорау тыумай Нурғәлиндарҙа. Күп йылдар тегенсе булып эшләүсе Зәйнәб апай өйҙә ауылдаштары өсөн генә түгел, тирә-яҡ ауыл кешеләре өсөн дә күлдәк, салбарҙар тегә, тормош иптәше Марс менән еләк-емеш йыйып та һатыу итеп аҡса эшләй. Әлеге көндә Зәйнәб апай ауылдағы “Колибри” тегеү цехында тегенсе, Марс ағай ҡырҙа эшләй. Улар ҙа бәхетле ата-әсәй, ҡәйнә-ҡайны, өләсәй-олатай булып ғүмер итә.

Таңһылыу апай Һәмән ауылында йәшәүсе Сәғит Исхаковҡа кейәүгә сығып ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Улар ҙа ауыл ерендәге бөтәһе кеүек үк мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап ғүмер итә. Таңһылыу апай оҙаҡ йылдар һатыусы булып эшләне. Һәр кемгә лә яғымлы һүҙле, ипле Таңһылыу апайҙы бөтәһе лә иғтирам итә.

Гөлсәсәк һәм Альберт Әминевтар Һәмән ауылында өс малай тәрбиәләп, матур тормош ҡорғандар. Ғаилә башлығы әлеге ваҡытта ҡырҙа эшләй. Баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтереп, өйөн гөл-сәскәгә күмгән Гөлсәсәккә һоҡланырлыҡ. Ул сәхнә тултырып бейей ҙә, матур йырлай ҙа. Тиккә генә уларҙы бейеүселәр династияһы тимәйҙәр. Аҡыллы кәңәштәрен биреп, бәхетле ҡартлыҡ кисереүсе оло быуын ағай-апайҙарға эйреп, алсаҡ, матур йәштәрҙең йәшәүе әле ауылымдың киләсәге бар, ауыл йәшәйәсәк тигән өмөт уята. Оҙаҡ йылдар һауынсы, һатыусы, балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләүсе Зәлифә апай тормош иптәше Салауат ағай Камалов менән ҡура тултырып мал көтә. Һыйыр ағын эш итеп, уны һыр аҙна баҙарға сығарып һатып иш янына ҡуш итеп йәшәйҙәр. Уларға һоҡланырға ғына ҡала. Сөнки ауыл ерендә йәшәп, малһыҙ ултырыуҙы күҙ алдына ла килтермәй улар. Мал көтөү егәрлеләрҙең эше икәнен һәр кем аңлайҙыр. Балалары итәғәтле, кешелекле, кеселекле. Бәхетле ата-әсә, олатай-өләсәй өсөн ошонан да артығы кәрәкмәйҙер.

Айгөл тормош иптәше Әмир Сәғитов менән күп балалы ғаилә. Улар ҙа ҡош-ҡорт көтә, ма-тыуар аҫрай. Хужабикә тәмле итеп бешеренергә ярата.

Миңлегөл тормош иптәше Рәмил Аманов менән ике малай тәрбиәләп үҫтерҙе. Миңлегөл әлеге ваҡытта магазинда һатыусы булып эшләй. Һәр кемгә лә итәғәтле, ярҙамсыл булғаны өсөн уны ауылдаштары ихтирам итә. Балалары ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙҙылыҡ килтермәй, матур уҡый.

Һәр ауыл үҙенең уңған, матур, күп бала тәрбиәләгән ғаиләләре менән күркәм. Бөгөн минең һүҙем "Әсәлек даны" миҙалы алған әсә һәм уларҙың ғаиләһе тураһында. Таһир ауылында тыуып үҫеп, 10–ар бала тәрбиәләп үҫтергән әсәләр элек тә булған. Мәҫәлән, Нурғәлина Миңлебикә, Үҙәнбаева Миңзифа, Сәйәхова Нәфисә. Хәҙерге көндә “Әсәлек даны” миҙалы алыусылар араһында ла Таһир ауылынан сығыусылар күп.

Нәсимә апай Боҫҡонованың донъя көтөүгә маһир икәнен барлыҡ ауылдаштары ла белә. Ул тәмле-татлы бешеренергә, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерергә ярата, ҡош-ҡорт көтә. Яҙмыш һынауҙары алдында бөгөлөп төшмәй Нәсимә апай. Тормош иптәше Иштимер ағай мәрхүм булғас, яҙмышын Фәиз ағай менән бәйләй. Фәиз ағай ауылда ғына түгел, тирә-яҡта билдәле ҡул оҫтаһы. Уның ҡулдары менән эшләнгән төрлө әйберҙәрҙе халыҡ яратып һатып ала. Был ғаилә олатай-өләсәй булып, балалар ҡыуанысына төрөнөп йәшәй. Нәсимә апай Зәйнуллина ла күп бала әсәһе. Бөгөнгө көндә балаларының күбеһе эйәле-башлы булып бөттө, бер-бер артлы туйҙар үтте. Бәхетле өләсәй. Сәғилә һәм Марсель Ғайсиндар 20 йыл инде иңгә-иң терәп, ауылдаштарына үрнәк булып йәшәй. Ике улы әлегә ваҡытта Өфө ҡалаһында уҡып йөрөй. Ҡалғандары урындағы мәктәптә белем ала. Марсель йыл һайын ауыл көтөүен көтә, ҡышҡы айҙарҙа ауыл мәҙәниәт йортонда - кочегар, ә Сәғилә ошонда уҡ йыйыштырыусы булып эшләй. Был ғаиләләрҙең барыһы ла Башҡортостан Башлығы ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалы алып һөйөндө. Ә миҙал ике яҡлы була. Был әсәләргә ауылдаштары ғына түгел, ил башлығы ла ышаныс күрһәтә икән, уны аҡларға тейештәр. Билал балалар баҡсаһында эшләүсе тәрбиәселәр Сәғиҙә Ҡотоева, Шәүрә Үҙәнбаева, тәрбиәсе булып эшләп, әлеге көндә эшҡыуарлыҡ менән шөғәлләнеүсе Гөлнара Үҙәнбаевалар хаҡында һүҙем.

Сәғиҙә бына 30 йылға яҡын яратҡан эшендә. Ул ике бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Әлеге ваҡытта өлкән ҡыҙы кейәүҙә, бәләкәс малайы Рамазан Баймаҡ лицей интернатында уҡып йөрөй. Сәғиҙә эшкә әрһеҙ, талапсан ҡатын-ҡыҙ булараҡ, донъяһын да сынъяһау итеп көтә.

Шәүрә һәм Гөлнара – килендәштәр. Улар тормош иптәштәре менән бергәләп ҙур, яҡты, яңы өй ҙә һалып сыҡтылар. Күптән түгел Гөлнара менән Фаяз ҡәйнә-ҡайны, олатай-өләсәй булыу бәхете татыны. Гөлнараларҙың өлкән ҡыҙҙары Яҙгөл Ишембай ҡалаһында Зәки Вәлиди исемендәге лицейҙа информатика уҡытыусыһы булып эшләп йөрөй. Малайҙары Фәнүз – шәхси эшҡыуар. Шәүрә һәм Илшаттың өс малайы ла әлеге көндә Билал мәктәбендә белем ала. Уҙәнбаевтар ат йәнле, ике хужалыҡта ла ҡура тулы мал, урам тулы ҡош-ҡорт үҫә. Билал мәктәбе уҡытыусылары араһында, мәҙәниәт өлкәһендә лә Таһир ауылынан сыҡҡан ауылдаштар эшләй. Сәғирә Кәримова Билал ауылында тормош иптәше Фәнил ағай Кәримов менән ғаилә ҡорғандар. Уҡытыусылар династияһынан булған ғаилә булыуын раҫлап, улдары Азамат, әлеге ваҡытта Билал мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Сәғирә апай ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаһа, Фәнил ағай шул уҡ мәктәптә директорҙың хужалыҡ ярҙамсыһы. Кәримовтар ҙа килен алып, ейәнсәр һөйөп ултыра. Динә апай Кәримова тормош рәхимһеҙлеге арҡаһында яңғыҙ ҡалһа ла, матур итеп донъяһын да көтә, мәҙәни сараларҙа ҡатнашырға ла ваҡыт таба. Уның моңло итеп йырлауын, гармунда уйнауын, тыпырлап бейеп китеүен һәр ваҡыт тамашасылар көтөп ала. Утыҙ йылға яҡын педагогик стажы булған ханым балаларға физиканан белем биреп, әлеге көндә хаҡлы ялда. Ике малай тәрбиәләй.

Мәктәптә "Йәйғор" бейеү түңәрәгендә уҡыусылар ҙур теләк менән шөғөлләнә. Бейеү серҙәренә балалар ижады үҙәгенең юғары категориялы педагогы Дилара Әхмәтова өйрәтә. Дилара район, республика конкурстарынан ситтә ҡалмай. Ҡурайсылар, бейеүселәр династияһынан булған ҡыҙҙар һеңлеһе, әлеге көндә Әбйәлил районы Рыҫҡужа ауылында тормош иптәше Сәлим менән бер ҡыҙ тәрбиәләп йәшәүсе, клуб мөдире булып эшләүсе Фирүҙә Хөсәйенова менән Кремль һарайында байрам концертында, Бельгияла үткәрелгән "Берҙәмлек" фестивалендә ҡатнашыуы оло мәртәбә. Улар "Байыҡ" бәйгеһендә лә көс һынап ҡараны.

Раушания тормош иптәше Илдар Күсәрбаев менән 3 бала тәрбиәләй. Раушания башланғыс кластар уҡытыусыһы. Тормош иптәше Илдар – шәхси эшҡыуар. Улар ауылда бер нисә кешегә эш урындары булдырҙы. Хәҙерге эшһеҙлек ваҡытында был иң ҙур баһаға лайыҡ. Флүрә Яруллина тормош иптәше Вәсил Мөхәмәтйәров менән бер малай тәрбиәләй. Уҡытыусылар династияһынан булған Флүрә лә Билал мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.

Мин үҙем, Райхана Булатова, Билал ауыл китапханаһында 30 йылға яҡын китапханасы булып эшләйем. Тормош иптәшем Радмир менән 3 бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Күптән түгел олатай-өләсәй булдыҡ. Әле сәхнәгә сыҡҡан ауылдаштар менән генә түгел, Билал, Һәмән ауылында йәшәүселәр менән бергәләшеп донъяһын да көтәбеҙ, сәхнәләрҙә теттереп бейейбеҙ ҙә, йырлайбыҙ ҙа.

Таһир ауылында тыуып-үҫеп, әлеге көндә күрше ауылдарҙа бөтәһе 24 ҡатын-ҡыҙ йәшәй, беҙ тромош иптәштәребеҙ менән бергәләп 71 бала тәрбиәләгәнбеҙ. Ул балаларҙың күбеһе белем алып, төрлө өлкәлә эшләп, йә уҡып йөрөй, күбеһе үҙҙәре атай-әсәй, олатай-өләсәй булып бөттө, Алаға шөкөр!

Тамашала Билал мәктәбендә уҡыған уҡыусы балаларыбыҙ ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла мәктәптә яҡшы уҡый, бейеү түңәрәгенә йөрөй, мәктәптә, районда, республикала үткән төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, һәр ваҡыт юғары уңыштарға өлгәшә. Айнур Әхмәтов дәртле бейеүҙәре менән “Илһам” Бөтә рәсәй халыҡ-ара бәйгеләрҙә 2-се уры, Аҡъярҙа үткән төбәк-ара “йондоҙҙар тоҡандыр” исемле бәйгелә Гран-при яулап, бүләккә велосипед алды. Шулай уҡ Байыҡ телевизион бейеү бәйгеһендә ҡатнашып 2-се урын яуланы. Айнур бейеүҙән тыш район, республика кимәлендә үткән ҡурай бәйгеһендә ҡатнашып һәр ваҡыт юғары урындар яулай. Район һабантуйҙарындағы көрәштә бил бирмәҫ көрәшсе Азамат ағаһы кеүек районда үткән көрәш бәйгеләрндә ҡатнашырға ла ваҡыт таба. Айгүзәл Кинйәбулатова матур йырлай. Ул районда үткән төрлө йыр бәйгеләрендә һәр ваҡыт юғары урындарға лайыҡ була. Үткән йыл тик яҡшы билгеләргә өлгәшкәне, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн районда үткән шыршы байрамына барып ҡайтты. Юлдаш Булатов бейеү, ҡурай түңәрәгенә йөрөй. Былтырғы йыл республикала “Иң күп китап уҡыусы” бәйгеһендә ҡатнашып, өсөнсө урын яуланы. Әлфир Әминев мәктәп, район, республикала үткән олимпиадаларҙа ҡатнаша. Республикала үткән информатика буйынса олимпиядала ике йыл рәттән юғары урын яуланы. Мәктәптең мәҙәни сараларынан ситтә ҡалмай. Матур бейей. Азамат Үҙәнбаев матур йырлай. Мәктәптә үткән сараларҙа моңло йырҙары менән ҡыуандыра. Нәргизә Ғайсина бейеү түңәрәгенә йөрөй. Яҡшы уҡый, мәктәптә үткән мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Илсур Ишморатов ҡурай, бейеү түңәрәгенә йөрөй. Ауыл, районда үткән ҡурай бәйгеләрнедә ҡатнаша. Олатаһы менән каникул көндәрендә шашка, шахмат өйрәнгән, хәҙер уйын ҡомары менән яна. Бына ошондай дәртле, тырыш, белемле, йыр-моңға маһир балалар үҫә беҙҙең арала. Тыуған ауылыбыҙ Таһирҙа рашыуҙан алған хис-тойғоларҙы артабан да тамашасыларға өләшәйек тип, Билал, Өмөтбай, Әбйәлил районы Рысҡужа ауылдарында ла сығыш яһаныҡ. Билеттан килгән аҡсанан Билал мәктәбенең тәҙрәләрен алмаштырыуға ла өлөш сығарырбыҙ, тип уйлайбыҙ. Сөнки быйылғы йыл мәктәп «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһына ҡушылды. Беҙ, Таһир ауылынан сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар, балаларыбыҙ ҡасандыр уҡып киткән, йә уҡып йөрөгән, хәҙер инде күбебеҙҙең ейән-ейәнсәрҙәребеҙ уҡыған мәктәптең йылы, яҡты, матур булыуын теләйбеҙ.

Һәр ерҙә лә беҙҙең сығыштарҙы тамашысылар йылы ҡабул итте. Тағы ла күп йылдар үтер, ауылдарҙа үткән “Беҙ үҙебеҙ – Таһирҙан” исемле осрашыу ауыл тарихында яҡты эҙ булып ҡалыр.



Читайте нас: