Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

150 туған-тыумаса - иң шәп бонус!

Ҡартатай-ҡәрсәй-өләсәй, олатай-бабай-инәй, ҡайны-ҡәйнә-бейем, кейәү-килен, бажа-апһын-килендәш, ҡайынбикә-бикәм-бикәс, ҡәйнеш-ҡусты-һеңле... Был матур һүҙҙәр менән өндәшеп, беҙ ҡайһы араға ҡарауыбыҙҙы асыҡлап ҡуябыҙ. Йәғни, туғанлыҡ терминдары үҙенә күрә һәр кемебеҙҙең ырыу эсендәге "паспорты" ул.


"Башҡортҡа өйлән дә/кейәүгә сыҡ та, 150 туғанын бонусҡа ал" тигән лаҡап йөрөй интернетта. Шаяртып әйтелһә лә, был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ бар. Башҡортта ғаилә төшөнсәһе атай-әсәй һәм балалар менән генә сикләнмәй. Ғаилә һүҙе үҙе лә башҡортта тик әҙәби телдә генә ҡулланыла. Ул төшөнсәне беҙ йышыраҡ икенселәй аңлатабыҙ - беҙ, туғандар. Йәки олораҡ быуын телендә - беҙҙең ара, беҙҙең ырыу. Был "беҙ" төшөнсәһе үҙ эсенә атай-әсәй һәм бер туған балаларҙы ғына түгел, ике яҡтан да әллә нисә быуын ағай-энеләрҙе, хатта ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы ла йыйып ала. Шул тиклем дә туған-ара мөнәсәбәттәргә һаҡсыл ҡарашлы халыҡтар һирәктер. Беҙ - йола тотҡан халыҡ. Күпселек матур ғәҙәттәребеҙ ҙә тап ана шул туғанлыҡты һаҡлап тороусы сара. Иң төп ҡанундарыбыҙҙың береһе, мәҫәлән, ололарҙы олола, тип киҫәтә. Беҙҙекеләр олонан алда һүҙ башламаҫ, олонан алда ашҡа ултырмаҫ. Ҡайһы саҡ беҙ, йәштәр, тыпырсынып алабыҙ ул алыуын, сөнки дөйөм кешелек үҫешенең бер этәргес көсө ул йәштәрҙең үҙһүҙләнеүе. Әммә барыбер ҙә, оло быуын фекеренә боролоп ҡолаҡ һалабыҙ. Шулай уҡ, тағы бер ҡаты ҡануныбыҙ бар: кеселәрҙе кесе күр, йәғни күңелен үҫтер. Ана шул ололарҙың беҙҙе күҙ уңынан ысҡындырмай, ҡайһы урында төҙәтеп, ҡайһы урында төрткөләп, ҡайһы ваҡыт маҡтап тороуы беҙҙе миллилектән айырмай.


Туғанлыҡ терминдары аралашыу сараһы ғына түгел беҙҙең халыҡта. Ҡартатай-ҡәрсәй-өләсәй, олатай-бабай-инәй, ҡайны-ҡәйнә-бейем, кейәү-килен, бажа-апһын-килендәш, ҡайынбикә-бикәм-бикәс, ҡәйнеш-ҡусты-һеңле... Был матур һүҙҙәр менән өндәшеп, беҙ ҡайһы араға ҡарауыбыҙҙы асыҡлап ҡуябыҙ. Йәғни, туғанлыҡ терминдары үҙенә күрә һәр кемебеҙҙең ырыу эсендәге "паспорты" ул.

Һуғым һуйыу, кәбән ҡойоу, өй күтәреү кеүек ҙур эштәрҙе борондан өмә итеп атҡарыу булған. Ярҙам һорап ят бауырға бармай бит инде кеше, туғандарына өндәшә. Был йола ла бергәлек һағында тора. Әлбиттә, бындай тығыҙ аралашыуҙың да үҙенсәлектәре барҙыр. Бер уйынсыҡ бүлешә алмаған Саҡ менән Суҡ кеүек, туғандар араһында ла ыҙғыш булып алалыр. Шулай ҙа, ике туған талаша, атҡа менһә яраша, тигәндәй, ҡырҡа ғына хәл килеп сыҡҡанда, бер төркөм булып ойоша белеү һәләте бар беҙҙең башҡорттоң.

Ят бауыр, тигәндәй. Урынлы сағыштырыу, шулай бит? Аҡыл уйлап-уйлап ҡабул итеүе бар, йөрәк ғашиҡ булһа үҙ итә, бауыр үҙ итмәһә - башҡа сараң юҡ.

Ғәмһеҙ үҫмер саҡта, бер апайымдың "Беҙ бит туғандар", тип ете ят күренгән кешеләр менән еңел генә аралашыуы, әллә нисә быуын өләсәй-олатайҙарҙы һанай башлауы ҡыҙыҡ тойола ине. Хәҙер үҙебеҙ шулай, аралашабыҙ, йөрөшәбеҙ, әсәйҙәр тотҡан ғәҙәттәрҙе, атайҙар әйткән һүҙҙәрҙе иҫләйбеҙ - беҙ туғандар бит!

Ошо туғанлыҡ ептәре беҙҙе быуаттар төпкөлөнән бөгөнгәсә һаҡлап алып ҡалған. Бөгөн дә, глобализация, урбанизация һәм тағы әллә күпме "...зация"лар заманында, минеңсә, тап ошо милли үҙенсәлегебеҙ ҡурсыуы аҫтындабыҙ. Шулай булғас, 150 туған-тыумасаны иң шәп бонус, иң яҡшы бүләк итеп ҡабул итәйек!



Читайте нас: