Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Кәләш әйттереү тарихы

Башҡорт ғаиләһе байрамына саҡырҙылар. Ҡапыл иҫемә бер яп-ябай башҡорт ғаиләһе тарихы килеп төштө. Ул тарихты белгән кешеләр хәҙер күп тә түгелдер, булһалар ҙа, онотоуҙары мөмкин. Балалары барҙыр, ейәндәре. Уҡыһалар, мин был хәлде насарлап түгел, ғаиләләге әсәгә ҙур хөрмәт йөҙөнән яҙғанымды аңларҙарҙыр,тигән уйҙан яҙам))


Башҡорт ғаиләһе байрамына саҡырҙылар. Ҡапыл иҫемә бер яп-ябай башҡорт ғаиләһе тарихы килеп төштө. Ул тарихты белгән кешеләр хәҙер күп тә түгелдер, булһалар ҙа, онотоуҙары мөмкин. Балалары барҙыр, ейәндәре. Уҡыһалар, мин был хәлде насарлап түгел, ғаиләләге әсәгә ҙур хөрмәт йөҙөнән яҙғанымды аңларҙарҙыр,тигән уйҙан яҙам)) Ламик апам үҙе һөйләне, арттырыуҙар булһа, ул минауат)))






Ярылҡапта Әртил бар заман. Ламиҡ апа бригадир. Иртәнсәк әртилгә Андреев тигән түрә килә. Эштәре бөткәс, Асҡарға машина киткәндә, кире алып килеп ташларын белгәс, байтаҡ ҡына кеше тире-йөн барып тапшырып ҡайтырға була. Бер-ике ҡатын, 7-8 ир-егет. Ламиҡ апа, ул саҡта яңыраҡ өйләнгән, балалары юҡ, радио алырға тип йыйған аҡсаһын да һалып ала.

Баралар, эштәрен теүәлләйҙәр, Андреев тик кискә генә бушаясағын әйтә. Көн ҡыҙыуында көтөп ултырыу ҙа ауыр, күмәк булғас, мәрәкәләшеүҙәр ҙә байтаҡ. Ултыра торғас, тызыҡлау сираты Рәхимйәнгә етә. Рәхимйән апа, бала саҡтан хәтеремдә, мөһабәт кәүҙәле, күҙҙәре ныҡ ҡына ҡыҫыҡ, тауышы көслө ир, баһадир инде! "Рәхимйән, буш ултырғансы,әйҙә һиңә кәләш әйттерәйек! " Уйынлы-ысынлы төртмә һүҙҙәрҙән ҡатындарҙың береһе: "Мин Тупаҡ ауылында бер ҡыҙ беләм!" - тип һалдыра. Ламиҡ апаны Андреевтан машинаны һорарға индереп ебәрәләр. Андреев был изге эшкә, артил эштәрен ташлап, үҙе лә ҡушылырға теләк белдерә.

Китәләр былар. План барғанса төҙөлә. Тупаҡтар һуғышҡаҡлығы, ҡыҙҙарына килгән кешене иҙеп кире бороп ҡайтарыуҙары менән дан алған ауыл. Машина менән теге апайҙың таныштарына барып төшкәс, үҙҙәрен Мәғниткә барып ҡайтыусы Ҡағы кешеләре тип таныштыралар. Йәнәһе, төн үткәрергә туҡтағандар. Таныш апай ҡаҙанға картуф тултыра ла, ипләп кенә Мөнирә инәй йәшәгән өйгә барып, ағаһынан ризалыҡ алып килә. Етем ҡыҙҙы йәрәшергә ризалыҡ бирер алдынан, егетте күрергә теләйҙәр. 17 йәшлек ҡыҙ ҡыҫыҡ күҙле бәһлеүәндән өркөр тип, егет булып ҡыҙ күҙләргә Ламиҡ апа бара. Мөнирә риза, тауышһыҙ ғына кис табынға йыйылалар. Мулла мәһәрҙе әйткәс, табындағы кешеләр тире аҡсаларын арттан ғына йыйып бирәләр))) Ламиҡ апаның радио аҡсаһы ла шунда китә.

Табын тамам, ҡараңғыла ҡыҙ янына Рәхимйән апа инә, инде тамамланыҡ, йоҡларға була ғына тигәндә, фатир хужаһы быларҙы ҡабаландырып уята."Егеттәр һиҙенгән, тайып ҡалығыҙ, таң атыуын көтмәгеҙ!" Шул ерҙә тейәлеп ҡайтып китәләр.

Ауылға Асҡарҙа Андреев эшен бөтөргәс кенә, төшләтеп ҡайталар. Мөнирә инәй ҙә илап, күҙ йәштәрен киптергән, яҙмышына күнгән була...

Ирен, иренән бигерәк радиоларын алырға ҡаршы сыҡҡан Асия инәйҙе Рәхимйәндәргә йүгертәләр, әҙерләй торорға, бер нәмә лә аңлап етмәһә лә, Асия инәй барып, килен төшөрөргә икәнде аңлата)) Рәхимйән апа Мөнирә инәйҙе алып, әйттерешкән дуҫтары менән өйгә ҡайтып ингәндә, Аҡыҡ инәй (әсәһеме, әллә берәй апайы йә еңгәһеме, мин белеп бөтмәйем) шаршау элеп йөрөгән була инде)))

Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та тойолдо миңә башта... Мөнирә инәй һылыу ине! Йәтеш кенә, ҡара ғына, иң иҫемдә ҡалғаны, сөм ҡара күмерҙәй күҙҙәр... Сәстәре лә бөҙрәрәк тип иҫләйем. Сос та, үткер ҙә ине. "Ымһындырып, икенсегә биргәндәренә үпкәләне ул, - тине апа. - Бәлки етем ҡыҙҙың рәнйеүе лә булғандыр, балаларыбыҙ булманы бит. Рәхимйән дә башта ҡыҙғанып ыҙаланы. Ҡауғалы ла булды шул үҙе. Боларҙы. Мөнирә килен йүгерер ҙә килер ине миңә. Ә мин депутат бит инде. Асия инәң: "Ана, радияң килгән, бар!" - тип мыҫҡыллап ебәрә ине артымдан. Барып, Рәхимйән айыҡҡанса булып ҡайтам. Атайымдар орошто шулай йөрөгәнгә, берәй нәмә эшләп ҡуймаһын үҙеңә, тип. Ну мин Рәхимйәндән атылғанса йөрөнөм! - Апа көлә. - Бер барып ишектән инеүгә атып ебәрҙе! Мин ҡурҡтым, Рәхимйән минән яманыраҡ ҡурҡты, ҡап-ҡара кеше ҡағыҙҙай ап-аҡ булды. Мин аңғармай ҡалдым, үҙе сығып йүгерҙе. Ну шунан боларманы, мине саҡырманылар", - тип бөтөрҙө һүҙен Ламиҡ апам)))

Рәхимйән апа менән Мөнирә инәйҙең балалары булды. Әсәләренә окшаған һылыу ғыналары ла, аталарына оҡшап, ҡыҫылған күҙле, әммә асыҡ күңелле ярҙамсылдары ла... Матур өй һалып, апаның ата-әсәһен, һеңлеһен һыйындырып йәшәнеләр. Ауылда кәм-хур булманылар. Мине һоҡландырғаны - шул һылыу ҡыҙҙың балаларын етем итмәй, ирен ир итеп йәшәп китеуе... Яратмаған ирен, алдап алған ирен, алдашҡан ауылдаштарын ғәфү итеп, шулар менән аралашып матур ғүмер кисереүе... Аҙаҡ яратып киткәндерме, күнеп түҙгәндерме, етемлекте үҙе күргәс, балаларына теләмәүеме... Оҙаҡ бергә йәшәгәндәргә Президент бүләген дә алдылар)) Ейән-ейәнсәрҙәрен дә тупылдатып һөйҙөләр. Бына шундай матур иҫтәлек минең хәтеремдә))) Был инде, яратып барып, бер-ике йылдан күрә алмаҫлыҡ булып, айырылып атайлы етем бала үҫтереү тугел... Был Әсәнең балаларына бирә алғандың барыһын да биреүе. Тартып алыуы түгел...



Читайте нас: