Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Татыулыҡта уҙған ғүмер

Атайым менән әсәйемдең ғүмер юлын яҙғанда, иң беренсе уларҙың ата-әсәләре тураһында бәйән иткем килә. Атайым Хәжиәхмәттең атаһы Хажмөхәмәт Асҡар улы, әсәһе Хөпъямал Шаһиғәле ҡыҙы ун бала тәрбиәләп үҫтерә. Олатай Бөйөк Ватан һуғышына тәүге көндәрендә үк алына. Сталинград өсөн барған һуғыштарҙа, ҡаты яраланып, бер ҡулын ҡалдырып ҡайта.

Атайым менән әсәйемдең ғүмер юлын яҙғанда, иң беренсе уларҙың ата-әсәләре тураһында бәйән иткем килә. Атайым Хәжиәхмәттең атаһы Хажмөхәмәт Асҡар улы, әсәһе Хөпъямал Шаһиғәле ҡыҙы ун бала тәрбиәләп үҫтерә. Олатай Бөйөк Ватан һуғышына тәүге көндәрендә үк алына. Сталинград өсөн барған һуғыштарҙа, ҡаты яраланып, бер ҡулын ҡалдырып ҡайта.

Һуғыш йылы балаларына нужа ҡамытын бик иртә татырға тура килә. Ул йылдарҙы тетрәнмәйенсә иҫкә алырлыҡмы һуң? Тамаҡ ас. Өҫ-ашҡа кейем, аяҡҡа сабата етерлек түгел. Күрше ауылға йөрөп уҡый атайым. “Аяҡ кейеме булмағас, ҡышҡы һыуыҡтарҙа тере күмерҙе һоҫҡо менән алып, ярты юлда ергә һибеп, аяҡты йылытаһың да артабан йүгерәһең. Мәктәпкә килгәс, ҡаҙ тәпәйе кеүек булған аяҡты аҫҡа тығып ултырып уҡый торғайныҡ“, - тип хәтерләй ул.

Артабан уҡыу теләге уны данлы Темәс педучилищеһенә алып килә. Тамамлай алмай, Совет армияһы сафына алына. Армиянан һуң уҡыуын дауам итә алмай, сөнки ғаиләлә өсөнсө булған атайыма кескәй тыуғандарын ҡарашырға тура килә.

Өйләнеүе лә ҡыҙыҡ була атайымдың. Олатайым ат менән Билал урамы буйлап китеп барһа, көйәнтәһен яурынына һалып, оҙон балитәкле күлдәк кейгән, оҙон сәсен икенән үреп, толомдарын күкрәгенә төшөргән, юлын ҡыймай, тыйнаҡ ҡына йылмайып баҫып торған һылыуҙы, минең әсәйемде күрә. Кем ҡыҙы икәнлеген асыҡлап, шул көндө үк өлкән ҡыҙы Ғәлиә инәйҙе аҡса һорарға әсәйемдең әсәһенә ебәрә. Яңғыҙ ишле балалар тәрбиәләгән Әминә өләсәйем булған ғына аҡсаһын биреп ебәрә. Шулай итеп олатайым буласаҡ ҡоҙағыйының һаран түгеллеген асыҡлай. Шул уҡ йомала атайыма әсәйемде әйттерәләр. Бер-береһен әйттергән ваҡытта ғына күрһәләр ҙә, йәштәр бик матур йәшәп китә. Күрше ауыл булһа ла, улар бер-береһен белмәй, сөнки әсәйем күберәк Һаҡмар ауылында, өләсәйҙең апайында йәшәгән була.

Мин атайымдың ата-әсәһен томан аша ғына хәтерләйем. Олатайҙың буш еңен тотоп эйәреп йөрөр инем, йылғаға өйрәктәрҙе ҡыуа торғайныҡ. Һуғыш яраларынан мандымай, бик йәшләй генә мәрхүм булды олатай, һуңынан, биш йәшлек ҡыҙының сәсен үреп ултырған ерҙән - өләсәй.

Әсәйем Мөнирәнең атаһы Муса олатай Беренсе Донъя һуғышында ҡатнаша. Ауыр яраланып пленға эләгә, бер байға эшләп, Германияла йәшәй. Өйләнә, Луиза исемле ҡыҙы тыуа. Октябрь революцияһынан һуң ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта ала. Илдә граждандар һуғышы бара. Совет власы ойошторорға тура килә уға. Тиф ауырыуынан ҡатыны үлеп ҡала. Улы Шәрифйән менән ҡала.

Ун ике йәшлек Әминә өләсәйемде икенсе бисәлеккә Таһир ауылына бер байға көсләп бирәләр. Ул саҡтарын өләсәй гел хәтерләп һөйләй торғайны: ”Байҙың бөтмәҫ эштәре күп булды. Эй уйнағы килә ине, байҙың минең менән тиңдәш балалары менән уйынға ҡасып сығам да китәм”. Бабайы үлгәс, кире ҡайтҡан өләсәйемде Муса олатайым күреп, өйләнешәләр. Бик татыу йәшәйҙәр. Биш балалары тыуа. Шәрифйән апаны ла үҙ балаһы кеүек күрҙе, уның хатта ата бер, әсә башҡа икәнен берәү ҙә белмәне. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Муса олатайҙы һуғышҡа алалар. Хаттары бик һирәк килә. Ә 1943 йылда ҡаты ауырыған олатайҙы ҡайтаралар. “Олатаңды Ырымбурға самолет менән алып килгәндәр, ә был ғына военкоматтан машина менән ҡайтарғандар”, - тип һөйләне өләсәй. Хәрби серҙе сисмәгәндер, һуңынан ғына немец телен һыу кеүек эскән олатайыбыҙҙың разведчик булғанын, дошман тылында йөрөгәнен белгәндәр. Ауырыуынан мандымаған олатай оҙаҡламай баҡыйлыҡҡа күсә. “Үлер алдынан аҡ йыланды күргән, юлын ҡыйып үткән”, - тип өләсәй һөйләй торғайны. Өләсәйем алты балаһын аяҡҡа баҫтыра. Төндәрен кешегә йөн иләй, көндөҙ – колхоз эшендә. Мин иләгән йөндө һуҙһаң, ер шарын әллә нисә тапҡыр уратыр ине, тип һөйләй торғайны. Бына шундай ғаиләлә тыуғандар минең әсәй-атайым.

Улар бик татыу ғүмер итте. Быйыл бергә йәшәгәндәренә алтмыш йыл, гәлсәр туйҙары. Икеһе лә эшләне, беҙҙең менән ултырырға ваҡыттары ла булмағандыр инде. Ауылдағы тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй торған эш менән булыштыҡ. Утынын да быстыҡ, ярҙыҡ та. Көйәнтәләп алыҫтан һыу ташыныҡ. Иң өлкәне булараҡ, бәләкәй туғандарымды ҡарау минең елкәгә төштө. Бесән эшләгәндә ҡустымдың эргәһенән китмәй торғайным. Йоҡлап ятҡанында ауыҙына йылан инеп китмәһен, тип ҡурҡа инем. Дүрт ҡыҙ араһында бер бөртөк малай булғас, ел-ямғыр тигеҙмәй, иркә үҫтерҙек. Бәләкәс һеңлемде йөкмәп алып йөрөп буй еткерҙек, илаҡ булды. Уйындарға сыҡһаң да, туғандарыңды ҡара, беҙ эшкә китәбеҙ, тип ҡайтарып алдылар.

Атай ҡыш көнө санаға бесән тейәп, Тубин баҙарына һатырға йөрөнө. Аҡсаһына өйгә кәрәк-яраҡ, китап алып ҡайтыр ине. Беҙ бала-сағаның ҡыуанғанын күрһәгеҙ! Ул китапты ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыныҡ. Тағы ҡағыҙға төрөлгән нимәлер алып ҡайта ла ишек башына һалып ҡуйыр ине. Ҡыҙыҡһынып асып ҡарайбыҙ, ап-аҡ, әммә шәкәр түгел, телебеҙҙең осо менән генә тәмләп ҡарайбыҙ, әсе. Аҙаҡ ҡына уның сусҡа салоһы булғанын белдек. Әсәй өҫтәлгә һалырға рөхсәт итмәгән.

Атай иптәштәре менән байрам итеп ҡайтһа, әсәйҙең күҙенә салынмаҫҡа тырышты. Әсәйең әрләй бит, тип тиҙ генә йоҡларға ята ине.

Тәрбиәнең бер алымы булғандыр инде. Эштән ҡайтһа, беҙҙән ҡабатлау таблицаһын һорар ине. Ҡапыл-ҡапыл ғына итеп һигеҙ туғыҙың нисә, ике өсөң нисә, һәм башҡалар. Шул таблица шул хәтлем башыбыҙҙа һеңеп ҡалды, уҡығанда, магазинға барһам, тиҙ генә суммаларҙы һанап сығарам. Эргәмдә торған башҡаларға ла һанайым.

Әсәй ашарға тәмле бешерҙе. Мейескә ут яға ла, ауыҙын асып, ҡоймаҡ ҡоя. Ул ҡоймаҡтың тәме әле лә телем осонда. Төтөнгә ыҫланған ҡоймаҡ. Газ,электр плиткаһы булмағас, бөтә аш-һыу мейестә беште. Бәрәс, быҙауҙар өйҙә торҙо. Ояның өҫтөндә һәндерә, шунда йоҡлар инек.

Атай бил бирмәҫ көрәшсе булды. Һабантуй булһынмы, шәжәрә, ауылдаштар байрамымы, көрәшкә сыҡмай ҡалманы, олоғайғансы көрәште. Һикһән йәше тула яҙғансы ҡустым менән бесәнгә йөрөнө. Бына ике йыл инде бесәнгә китһәләр, илап тороп ҡала. Оҫта гармунсы, оҙон халыҡ йырҙарын йырлай.

Көҙ етһә, картуф һатып, малдарҙы һуйып, атай-әсәй икәүләп Магнит баҙарына барып, бер көн йоҡлап, тоҡ тултырып кейем-һалым, уҡыу кәрәк-яраҡтары алып ҡайтырҙар ине. Нисек һайлағандарҙыр, кейемдәр бөтәбеҙгә лә ярай ине. Нимә алып бирәләр, шуны шатланып кейҙек. Бәләкәсәйһә, бер-беребеҙҙекен кейҙек.

Һәр беребеҙгә белем бирҙеләр. Техникумдарҙа уҡыныҡ, һәйбәт эштәрҙә эшләйбеҙ. Барыбыҙға ла өй һалырға ярҙам иттеләр, ҡыҙҙар тип торманылар. Әле ҡустым, киленем менән бергә торалар. Барыбыҙ ҙа уларҙың һаулыҡтарын ҡайғыртып торабыҙ. Ейәне Ассы санаторийына путевка бүләк иткәйне, ял итеп ҡайттылар.

Хәжиәхмәт Хәжмөхәмәт улы менән Мөнирә Муса ҡыҙы Асҡаровтарға һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем. Балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең ҡыуанысына һөйөнөп, оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ, атай-әсәй!..

Баймаҡ районы.



Читайте нас: