Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Пар сынаяҡ - батмуста

Ниндәй өйгә инһәң дә, һәр кемдең үҙе яратып тотонған сынаяғы була. Һәр сынаяҡ ниндәйҙер хәтер һаҡлай. Кемдәргәлер балаһының бүләк иткән сынаяғы ҡәҙерле, кемгәлер ҡәҙерле кешеһе, әхирәте, тормош иптәше, күршеһе бүләк иткәне өсөн яҡын...

Баймаҡ районы Һәмән ауылы ҡатын-ҡыҙҙары менән берлектә 8 Март алдынан “Пар сынаяҡ – батмуста” исемле байрамға йыйылдыҡ.

Самауырҙар ҡуйҙыҡ, тәмле сәйҙәр һалдыҡ,

Алға ҡуйҙыҡ парлы сынаяҡтар.

Сәйҙәр ҡайнар, шыжлай ҡоймаҡтар,

Хәйерле көн, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
Һабыт-һаба, бигерәк тә сынаяҡ, кәсәләр яратмаған ҡатын-ҡыҙ юҡтыр был донъяла. Бәләкәй саҡтан сынаяҡтар теҙеп уйнаған ҡыҙҙарҙың аҙаҡ ҡулынан бер көн дә һауыт-һаба төшмәй. Элегерәк, уйынсыҡтар булмағанда, ҡыҙҙар сынаяҡ ярсыҡтарын йыйып уйнаған. Уны “тәсәй” тип атағандар. Иң яҡын әхирәттәре менән бүлешкән. Һуғыш йылдарында буяуҙары уңған, ҡоршаулы сынаяҡтар иң ҡәҙерле һауыт-һаба булған. Хәҙер һәр бер өйҙә, магазин кәштәләрендә ниндәй генә сынаяҡтар юҡ! Уларҙың шау биҙәктәренән, аллы-гөллө сәскәләренән күҙҙәр ҡамаша. Ниндәй өйгә инһәң дә, һәр кемдең үҙе яратып тотонған сынаяғы була. Һәр сынаяҡ ниндәйҙер хәтер һаҡлай. Кемдәргәлер балаһының бүләк иткән сынаяғы ҡәҙерле, кемгәлер ҡәҙерле кешеһе, әхирәте, тормош иптәше, күршеһе бүләк иткәне өсөн яҡын. Самауыр йәме нимәлә һуң? Әлбиттә, матур-матур пар сынаяҡта һәм табала шыжлап бешкән тәмле ҡоймаҡта. Шуға күрә, бүләк бирер кешебеҙгә лә сынаяҡтар алып килдек, тәмле ҡоймаҡтарыбыҙҙы ла ауыҙ итергә килтерҙек. Бөтәһе 22 төрлө ҡоймаҡ ҡойған уңған ҡатын-ҡыҙ!
Сылтыр ғына сылтыр сын-сынаяҡ,

Йыуып һөртһәң, бөтмәй буяуы.

Барсыллығы менән юҡсыллығын,

Һис күрһәтмәҫ ирҙәр уяуы, -
тип йырҙарҙа йырланған. Эйе, бөгөнгө матур тормошобоҙға тиклемге кешеләрҙең генә түгел, һауыт-һаба, бигерәк тә сынаяҡтарҙың да ғүмере аяныслы булған. Ни өсөн аяныслы һуң, ошо һорау менән Ишһылыу апайға мөрәжәғәт иттек.

Ул беҙгә сынаяҡтар тураһында бына нимәләр һөйләне. Иң тәүгеләрҙән булып сәйҙе Ҡытайҙа ҡуллана башлайҙар. Сәй эсеү һауыты булып хайуандарҙың мөгөҙө, сәтләүек яртыһы, ҡабыҡ, балсыҡтан эшләнелгән һауыт ҡулланылған. Ҡытайҙа тәүҙә сәйҙе кәсә мнән эскәндәр. Ул фарфорҙан булған. 400–сө йылда киң таралған. Ләкин уның серен бер кемгә лә сисмәгәндәр. Әгәр кем дә кем серҙе сисә, уға үлем язаһы янаған. Мең йыл сер итеп тотҡандан һуң Европаға тарала. Унда инде, кәсәне тотоуы ҡулайһыҙ тип, тотҡа ҡуйып сынаяҡ формаһында эшләй башлайҙар. Уны 1780 йылда Германияның Миям ҡалаһында йәшәүсе Шопен исемле немец уйлап таба. Шунан инде сынаяҡ, сәйнүк, һөт, шәкәр һауыттары барлыҡҡа килә. Сәй йыйылмаһы ла (сервиз) иң беренсе Ҡытайҙа барлыҡҡа килә. Уның биҙәге булып лотос (алһыу) сәскә биҙәге, йәки осоп йөрөүсе ҡош һүрәте төшөрөлә. Һуңғараҡ Англияла аҡ фарфор эшләүсе керамика сынаяҡтар килеп сыға. Фарфор сынаяҡ ныҡ таралған була. Сөнки унда сәй тиҙ һыуымай. Сынаяҡтың формаһы һәр халыҡта төрлөсә. Инглиздәрҙә оҙонса, Көнсығыш илдәрендә ауыҙы ҙур, киң сынаяҡтар, Рәсәйҙә бәләкәй мискә формаһында етештерелә. 19 быуатта, мыйыҡтары сынаяҡҡа тығылмаһын өсөн, ирҙәргә моронло сынаяҡтар сығаралар. Аҙағыраҡ инде кешеләр хатта заказ менән сынаяҡтар эшләтә башлай. Елизавета иң ҡиммәтле, матур формалы сәй йыйылмаһын заказ менән эшләтә. Ул әлеге ваҡытта Ленинградта эрмитажда һаҡлана. Бына ошондай ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белдек.
Сынаяҡтар тураһында төрлө шиғырҙар, йырҙар ҙа бар. Фирҙәүес Ҡаһарманова, Мәхмүзә Асҡарова, Гөлсәсәк Әминева сынаяҡ тураһында йырҙар ҙа йырлап ишеттерҙе.

Сынаяҡтар тураһында төрлө шиғырҙар, йырҙар бар. Уларҙы беҙгә Фирҙәүес апай Ҡаһарманова, Мәхмүзә инәй Асҡарова, Гөлсәсәк Әминева башҡарҙы.

Майлы ҡоймаҡ, йүкә балы,

Тәмле генә һөтлө сәй.

Тирләп-бешеп сәй эсәбеҙ

Сынаяҡ матур ниндәй!

Тышта йыр-моң, бейеүҙәр,

Күңел ҡылын сиртеп ала.

Беҙ тышта усаҡ яҡҡанбыҙ

Утыныбыҙ шытыр-шытыр.

Майлап ҡоймаҡ ҡоябыҙ,

Табала йылтыр-йылтыр.

Күмәкләшеп сәй эсәбеҙ -

Сынаяҡтар сылтыр-сылтыр.

Һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй -

Бытыр-бытыр, бытыр-бытыр.

Ҡышҡы аҡ ҡар шығыр-шығыр,

Шығыр-шығыр, сынаяҡтар

Ялтыр йолтор, ялтыр-йолтор!
“Пар сынаяҡ – батмуста” исемле кисә үткәреп, көн дә үҙебеҙ яратып ҡулланған сынаяҡтарыбыҙға дан йырланыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар күргәҙмәгә ҡуйған сынаяҡтары тураһында хәтирәләргә бирелеп һөйләне. Араларында 45 - 50 йылдан ашыу һаҡланған сынаяҡтар булыу таң ҡалдырҙы. Һәр ваҡыт өйҙәребеҙҙә тыныслыҡ булһын, өҫтәлебеҙ өҫтәрендә самауырҙар шыжлап, янында матур-матур кәсәләр, сынаяҡтар теҙелешеп ултырһын. Табыныбыҙ мул булһын, үҙебеҙ һау булайыҡ. Кисәгә килгән һәр кем үҙ-ара аралашып, осрашып, байрам кәйефе алып ҡайтты. Ошо кәйефтәр боҙолмаһын. Байрам менән, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
Читайте нас: