Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Зәйнәб Биишева беҙҙең хәтерҙә

З.Биишева Билал ауылына уҡытырға килгәс, Нурия һәм Мортаза Айытбаевтарҙа фатирҙа торҙо. Минең хәтеремдә, ул йәш кенә, бәләкәс кенә кәүҙәле, ҡыҫҡаҡ сәсле, ҡыҫҡа, тар итәкле күлдәк кейеп, башына бер ваҡытта ла яулыҡ ябынмаған апай булып уйылып ҡалған. Уның шулай кейенеп, сәсен ҡыҫҡаҡ йөрөтөүен күреп, ололарҙың һуҡранып йөрөүҙәре әле булһа иҫемдә.

Зәйнәб Биишеваның ижады менән мин бәләкәйҙән таныш. Бәләкәй саҡтан “Дуҫ булайыҡ”, “Партизан малай”, “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйә һәм повестарын ҡабат-ҡабат китапхананан алып уҡый инем. Үҫә төшкәс “Кәмһетелгәндәр”, “Оло Эйек буйында”, “Емеш” романдарына ғашиҡ булдым. Яҙыусының яҙыу оҫталығына йылдар үткән һайын һоҡланам. 28 йыл китапханасы булып эшләү дәүеремдә әҫәрҙәренә әленән-әле әйләнеп ҡайтам. Төрлө китапхана дәрестәре, осрашыуҙар, китап күргәҙмәләре янында әңгәмәләр үткәреп яңынан-яңы әҫәрҙәрен генә түгел, З.Биишеваның тормош юлын да өйрәнергә тура килде. Сөнки Зәйнәб Биишеваның 1929 -1930 йылдарҙа Баймаҡ районы Билал ауылында эшләп китеүе тураһында уҡып белә инем. 2008 йыл яҙыусының 100 йыллығын үткәрергә әҙерләнгәндә, уның тормош юлын яҡындан белеүселәр, осрашыу шатлығы кисергәндәр менән аралашып бик күп мәғлүмәттәр тапҡайным. Быйыл, 110 йыллығына яңылары билдәле булды. Бөгөн шулар менән уртаҡлашмаҡсымын.



2007 йылғы “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының 11-се һанында ауылдашыбыҙ, мәғариф ветераны, бер нисә китап авторы, хәҙерге көндә Әбйәлил районы Хәлил ауылында йәшәүсе Флүрә апай Низамованың “Күк Ирәндек буйында” исемле дәрес сценарийы баҫылып сыҡҡайны. Дәрес З.Биишеваның 100 йыллығына арнап үткәрелә. Унда шундай юлдар бар: “Ырымбур педагогия техникумын тамамлағас, Зәйнәб Биишева Баймаҡ районының Билал мәктәбендә уҡыта. Ленин ордены менән наградланған алдынғы уҡытыусы Ғилминур Юламанова апайҙан уҡытыусы һөнәрен һайлауының сәбәбен һорағас: “Зәйнәб Биишева кеүек булғым, уның шикелле күп белгем, аңлағым, шуларҙы башҡаларға ла өйрәткем килде”, - тип яуаплай. Ғилминур апай 1923 йылда Билал ауылында тыуған. Уның атаһы Абдулла бик көслө мулла була. Ауылда уның туғандары бик күп. Ырымбур педагогия техникумын тамамлағас, Билал ауылында балалар уҡыта. Әбйәлил районы Хәлил ауылына яҙыусы Шәкирйән Биҡҡоловтың бер туған ағаһы Хәмитйән Биҡҡоловҡа кейәүгә сыға. Шунда мәрхүм була. З.Биишеваның “Яҡтыға” триллогияһының 274 - 276-сы биттәрендә ошондай юлдар бар: “Волостан, ҡатын-ҡыҙ бүлегенән килгән ҡатындың белеме лә, Баҙыян еңгәләге шикелле, халыҡсан аҡыл эйәһелек тә, күренеп тора, бик юғарынан түгел. Етмәһә, халыҡ менән халыҡса һөйләшеү, аңлашыу рәтен дә онотҡан йәки уны бер ҡасан да белмәгән. Ул, ике һүҙҙең береһендә “значит” менән “конечно”ны ҡыҫтырып, бутай-бутай бик оҙаҡ һөйләне. Көҙгө юл шикелле ҡытырмалы был һүҙ ағымынан йыйып алып еүеш таҫтамал кеүек итеп һыҡҡанда: “Бисәләр, йәшелсә, картуф сәсергә кәрәк”, - тигән бер тулы һөйләм килеп сығыр ине. “Яҡтыға” романындағы ошо эпизодҡа Бибеш образына өҫтәмә һыҙат булып ингән был прототиптың Билал ауылынан Фәйрүзә Аманова тигән инәй булыуын, уның төрлө әкиәттәр, бәйеттәр, “Ҡуңыр буға” эпосын көйләп, ятҡа һөйләй алыусы сәсәниә икәне өҫтәп һөйләп кителә. Бибеш ауыҙынан әйттерелгән “кәртүк” һүҙе лә тап Билал диалектындағыса, тип яҙа Флүрә апай Низамова. Ауылдашым Флүрә апайҙың тап ошо сценарийы миңә артабан ауылдаштарым араһында Зәйнәб Биишеваның тормош юлы тураһында эҙләнеү эше башларға этәргес булды ла инде. Артабан ауылдаштарымдың һөйләгәндәрен түкмәй-сәсмәй ҡағыҙ биттәренә теҙәм. Яҙыусының 100 йыллығы осоронда әңгәмәләшкән ауылдаштарым, яҙыусыны яҡындан белгән ололар күбеһе беҙҙең арала юҡ инде. Ләкин хәтер йәшәй, хәтер мәңгелек.

Рабиға инәй Боҫҡонова, 1924 йылғы, мәрхүмә
- З.Биишева Билал ауылына уҡытырға килгәс, Нурия һәм Мортаза Айытбаевтарҙа фатирҙа торҙо. Минең хәтеремдә, ул йәш кенә, бәләкәс кенә кәүҙәле, ҡыҫҡаҡ сәсле, ҡыҫҡа, тар итәкле күлдәк кейеп, башына бер ваҡытта ла яулыҡ ябынмаған апай булып уйылып ҡалған. Уның шулай кейенеп, сәсен ҡыҫҡаҡ йөрөтөүен күреп, ололарҙың һуҡранып йөрөүҙәре әле булһа иҫемдә. З. Биишева эшкә килгәс тә иң беренсе уҡырға йөрөрлөк кешеләрҙең исемлеген төҙөп алды. Аҙаҡ минең әсәйем Сәрбиямал Хамматова (1898 йылғы), Зарифа, Ғилминиса Юлмөхәмәтова, Фатима Әбйәлилова, Хәбирә Әхмәҙина, Яңылбикә Заманова, Ғәйниә Байбурина, Хомра Камалетдинова, Мәғрифә Сәлихова байҙарҙан алынған бер өйҙә киске уҡыуға йөрөнөләр. Уҡырға көн аша баралар. З. Биишева бөтәһенә лә дәфтәр биттәре, ҡәләм таратып бирҙе. Мин әсәйемә эйәреп барам, сөнки атайым әсәйемде уҡырға ебәргеһе килмәй, мин эйәреп барһам, ебәрә. Шулай итеп, мин теләһәм, теләмәһәм дә мәктәпкә йөрөйөм. Әсәйем дә бармаҫ ине, кемдәр уҡырға йөрөмәй, һалым һалабыҙ тип ҡурҡыталар. Барлы-юҡлы аҡсаларын һалымға түләгәнсе тине әсәйемдәр. Мин бармаҫҡа булып мыжыһам да булмай. Барып еткәнсе атайымды әрләй-әрләй бара. Кемдәрҙең ире көнсөл, улар кис һайын барып, ҡатындарының нимә менән шөғәлләнгәндәрен тәҙрә аша ҡарап, тикшереп йөрөйҙәр. Заманаһы шулай ине бит...Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе ҡәләмде тота ла белмәй. Мин ҡыҙыҡ күрепме, уҡыуға теләк көслө булғанға күрәме, өйгә ҡайтҡас та яҙыу-һыҙыуға ултырам. Мәктәптә лә З.Биишева сәмләндереп, осондороп ебәрә. Әсәйеңдән дә матурыраҡ яҙаң, тигән һүҙен ишетеп, тағы ла дәртләнеберәк тотонам. Нисә ай уҡығандарҙыр, апайҙарҙың бөтәһе лә үҙ фамилияларын яҙырлыҡ яҙыу – һыҙыуға өйрәнде. Иң яҡшы уҡығандар Хөмра Камалетдинова, Мәғәрифә Бикбаевалар һаналды. Минең дә иң беренсе өйрәтеүсем Зәйнәб Биишева булды. Уҡытыусы өйгә эш тә биреп ҡайтара, уны кем генә яҙып ҡарамай, мин дә яҙып маташам. Ауылға ҡыҫҡа сәс килде лә, бисәләрҙе ҡотортто, тип ауыл ҡарттары ныҡ һөйләнә, ләкин үҙҙәре бер нәмә лә эшләй алмай. Уға ауылға килгән ыңғайы “ҡыҫҡа сәс” тип исем дә ҡушып ҡуйҙылар. Шул йылдарҙа З.Биишеваның өгөтләүе буйынса иң беренселәрҙән булып Ғәйниә Байбурина, Фатима Әбйәлилова, Яңылбикә Замановалар партияға инде. З.Биишева Темәскә киткәс, уҡытыусы булып Менәүәрә апай Рәхмәтуллина килде. Ҡатын-ҡыҙҙар, бер михнәттән ҡотолдоҡ, тип башҡа уҡырға йөрөмәне. Яңы уҡытыусы Менәүәрә апайҙы тыңларға ла теләмәнеләр. З. Биишева кешеләргә шул тиклем алсаҡ, түҙемле, сабыр булды. Бер ваҡытта ла ауыр һүҙ әйтмәне. Мин үҙем дә уҡытыусымды ныҡ ярата инем. Миңә ул һәр ваҡыт, уҡырға өйрән, ҙур кеше булырһың, һинән була ул, ти торғайны. Уҡыу эләкмәне шул. Көндөҙгө мәктәптә ир-егеттәр уҡыны. Улар: Сәғәҙи Маликов, Насип Алтынбаев (аҙаҡ милиция булып эшләне), әрме сафынан ҡайтҡан егеттәр, Кирам Әхмәҙин һәм башҡалар. Ул ваҡыттағы комсомолецтар Сабир Юлмөхәмәтов, Әбүзәр Әминев, Фәрүҡ Сәғитовтар менән бергә ең һыҙғанып комсомол эше менән дә шөғәлләнде, һәр ергә һүҙе үтә, бер ваҡытта ла аптырап ҡалмаҫ, тәүәккәл кеше ине. З. Биишева Иҫән ауылы егетенә кейәүгә сыҡҡас, тормош иптәше Ғәзиз Әминев менән Билал ауылына Мортаза Айытбаевтарға килеп китәләр. Аҙаҡ Нурия апай: “Зәйнәб ауылды, кешеләрен әле булһа һағынып һөйләй, бөтәгеҙгә лә сәләм әйтте. Ҡыҙым Менәүәрәне яратып һөйөп-һөйөп китте”, - тип һөйләне...

Асҡаров Рәис Ишмөхәмәт улы, хеҙмәт ветераны, мәрхүм
-
З.Биишева китабында телгә алған Фәйрүзә инәй 1900 йылда Баймаҡ районы Өмөтбай ауылында тыуған. Билал ауылына кейәүгә сығып, тормош юлдашы Илһам ағай менән 4 бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Иң өлкән удары Аманов Зөбәйер һуғышта үлеп ҡалды. Фәйрүзә инәй һәр ваҡыт төрлө бәйеттәр, таҡмаҡтар әйтеп, әкиәттәр һөйләп ултыра торғайны. Өйҙәре ауылдан ситтә, Фәруҡ ағай Сәғитовтарҙың күршеһе ине. З. Биишева бик үткен, талапсан, белемле ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе булып хәтерҙә ҡалған.

Айытбаев Морат Мортаза улы, хеҙмәт ветераны, хаҡлы ялда, Билал ауылында йәшәй
1929 йылдың йәй айында З. Биишева уҡытыусы булып эшкә килә. Йәш уҡытыусыны минең атайым Мортаза йортона фатирға һалалар. Атайым Мортаза менән әсәйем Нурия З. Биишеваны йыш ҡына иҫкә алырҙар ине. "Бәләкәс кенә булһа ла, ут бөрсәһе һымаҡ булды. Бөтә кешене ауыҙына ҡаратып һөйләр ҙә, арымай-талмай эшләне. Йәш кенә булһа ла, ныҡ белемле, һәләтле ҡыҙ булды", - тиерҙәр ине. З. Биишева үҙенең эшен комсомол эше менән тығыҙ алып бара. Шуға ла, 1930 йылда Фәрүҡ ағайҙың ауыл Советы башҡарма комитеты секретары булып китеүе һис тә ғәжәп түгел. Ауылда тәүге китапхананы ла З. Биишева ойоштора. Тәүҙә унда бер нисә генә китап була. Яйлап ауыл халҡынан гәзит-журналдар йыя, ҡайҙандыр китаптар килтерә, фондты арттыра. З. Биишеваның беренсе ярҙамсыһы Фәруҡ ағай Сәғитов Билалда ғына түгел, яҡын-тирәләге ауылдарҙа ла колхоз ойоштороуҙа яҡындан ҡатнашыусыларҙың береһе һәм комсомол ячейкаһының актив етәксеһе булараҡ билдәле. Уның тураһында ололар, Билалдағы колхозлашыу осорон иҫкә алғанда, беҙ уны Фәруҡ ағай Сәғитовтан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ, тиҙәр. Ауылға йәш, белемле ҡыҙ Зәйнәб килеү менән бөтә эште Фәруҡ менән бергәләп эшләнеләр. Зәйнәбтең шул тиклем белемле, ныҡышмаллылығына аптырамаған кеше булмағандыр тип хәтерләр була ололар. Тик З. Биишеваны яратмаусылар ҙа табыла. Бигерәк тә, ир-егеттәр, ҡатындарыбыҙҙы аҙҙыра, мәктәпкә уҡырға йөрөтә, тип йыш һөйләнәләр. Үҙҙәре йәш уҡытыусыға һүҙ әйтергә баҙнат итмәйҙәр. З. Биишеваның тағы ла ярҙамсылары комсомолецтар З. Рәхмәтуллин, Н. Ибраһимов, Ф. Әхмәҙин, Ә. Әминев һәм башҡа активистар була. Фәрүҡ ағай йыш ҡына З. Биишеваны хәтергә алыр ине. Бер һөйләгәне иҫтә ҡалған. “Зәйнәб Биишева менән һәр эште кәңәшләшеп башҡара торғайныҡ. Бының өсөн мәктәп өйҙәренең береһенә йыйылабыҙ. Бер көн шулай икәүләп һөйләшеп ултырғанда, тыштан кулак ялсыларының береһе беҙҙең тәҙрәгә кирбес ярсығы ташланы. Бәхеткә күрә, ул беҙгә теймәне”.

Нурмөхәмәт Мөхәмәҙей улы Шәмсетдинов, 1934 йылғы, Билал ауылында йәшәй,
Өләсәйем Сәрбиямал һөйләүҙәренән тип хәтерләй. Бер ваҡыт малайы Мөхәмәзей пионерға алына, аҙаҡ комсомолға инәм тип һөйләй башлай. Сәрбиямал өләсәй мәктәпкә барып, уҡытыусы Зәйнәб Биишеваны әрләп ҡайттым, тип һөйләй торғайны. Мин мәктәпкә ингәндә З.Биишева картуф үҫтереү тураһында һөйләп тора ине. Мин уға: “Бына миңә ҡара, мин картуф ашап йәшәмәһәм дә, ярҡалаймын, ә һин картуф ашап йәшәһәң дә нәп-нәҙекһең. Кеше башын бутап йөрөмә. Малайым комсомол да булмаясаҡ", - тип Мөхәмәзейҙе елкәһенән тотоп алып сығып киттем. Аҙаҡ 1963 йылда һыбай урам буйлап үтеп барғанымда сельсовет эргәһенә бер машина килеп туҡтаны ла “Фәруғым да, Фәруғым” тип Фәруҡ ағайҙы ҡосаҡлап алды. Аҙаҡ ҡына белдем, ул Зәйнәб Биишева булған икән. Темәстә осрашыуҙа булғандар ҙа Билалға ла һуғылғандар. Араларында Вара Буранбаев, Рысҡужин дә бар ине.

Әминев Сәлимйән Фәхрислам улы, 1923 йылғы, һуғыш ветераны, мәрхүм
1929 – 1930 йылдарҙа алты, ете йәшлек мине ағайым Әбүзәр Әминев (1907 йылғы) һәр ваҡыт үҙе менән киске уйынға эйәртеп алып бара торғайны. Мәктәптә ауыл йәштәре йыйыла. Мәктәп ҙур ғына, ул ике класлы рус – башҡорт училищеһына типовой проект буйынса төҙөлгән. Ауылда клуб булмағас, мәктәп залында сәхнә әтмәләп ҡуйғандар. Ағайҙар араһында бер-ике апай ҙа бар. Шуларҙың береһенә Зәйнәб тип өндәшәләр. Уның сәсе елкәһенә тиклем ҡырҡылған, күлдәге ҡыҫҡа, башында яулығы юҡ. Улар уйын әҙерләйҙәр, Әбүзәр ағайым һәр ваҡыт әсәйемдең кейемдәрен кейә лә әбей ролен уйнай торғайны. Аҙаҡтан белеүемсә, Зәйнәб Биишева менән ағайым ауылда йәштәрҙең политик уҡыуын да ойошторғандар, уларҙы комсомол ойошмаһына йәлеп иткәндәр, ә ағайым ойошманың секретары була. Зәйнәб апай менән ағайым араһында дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре урынлаша. Ағайым Бәләбәй ҡалаһында хеҙмәт иткәндә Өфөгә барып З. Биишеваның ире Ғәзиз Әминев менән таныша, уның менән Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ла хат аша бәйләнеш өҙмәйҙәр. Әбүзәр ағайым 1945 йылдың 23 мартында Польша территорияһында һәләк була. Уның хеҙмәттәше майор Зайцев, миңә Мәскәүҙә ағайымдың блокнотын тапшырҙы, ул блокнотта Ғ. Әминевтың Өфөләге адресы бар ине. Мин бер нисә тапҡыр уның менән осрашырға тырышып ҡараным, ләкин барып сыҡманы. Мин ул ваҡытта Ғәзиз Әминев Зәйнәб апайҙың ире икәнен белмәнем. Фамилиялар бер үк булғас беҙҙең берәй туған кешеләр тип уйланым. 1963 йылда мин ауылда мәктәп директоры булып эшләнем. Зәйнәб Биишевалар Темәстә осрашыуҙа булғандар ҙа ауылға һуғылып киттеләр. Мәктәпкә лә инеп сыҡтылар. З.Биишева менән Вара Буранбаев, Рысҡужин, Фәруҡ Сәғитов та бар ине. Йәй көнө ине ул ваҡытта, бөтә уҡытыусылар ялда, алдан хәбәр иткән булһалар, осрашыу үткәрергә булыр ине, әйтелмәгәс, осрашыу булманы. З. Биишева тәү башлап эшләп киткән мәктәбен, ауылды күреп китеү теләге менән дә килгәндер. Фәруҡ ағай менән ныҡ дуҫ булғандар күрәһең, бер-береһенә һөйләп һүҙҙәре бөтмәй ине. З. Биишева ауылды һағынып килгәндер тип шунан әйтә алам, ул “Үткәндәргә бер әйләнеп” китабында ошолай тип яҙа: “Мин дә был яҡтарға тиҙ арала ғашиҡ булдым. Уның балаларса саф, киң күңелле, батыр, тоғро йөрәкле эшсән халҡы ла, күк Ирәндек буйының ҡырыҫ һәм мөһәбәт тәбиғәте лә күңелемде үҙенә мәңгелеккә табындырып ҡуйҙы. Шуға, ахры, үҙ йөрәгемдә был гүзәл яҡҡа һүрелмәҫ мөхәббәт тойғоһон һаҡлайым ..” З. Биишева үҙенең хеҙмәт юлын, мәҙәни-әҙәби эшмәкәрлеген Билал мәктәбендә башлап ебәрә. Уның иҫтәлеген мәңгеләштереп, Билал мәктәбенә, йә булмаһа Билал ауыл китапханаһына Зәйнәб Биишеваның исеме бирелһә, бик яҡшы булыр ине, минеңсә.

Илдүсә Азат ҡыҙы Әминева, мәғариф ветераны
З.Биишева менән Өфөлә осрашыу ваҡытында: “Мине иң беренсе иң төпкөл райондарҙың береһе Билалға эшкә ебәрҙеләр”, - тип һөйләне. Мин аҙаҡ осрашыуҙан һуң эргәһенә барып: “Бына мин шул һеҙ һөйләгән, иң төпкөл Билал ауылынан килдем, миңә Билалда эшләгән йылдарығыҙ тураһында тулыраҡ һөйләгеҙ әле", - тип үтендем. Ул: “Мин артыҡ бер ни ҙә һөйләй алмайым, минең бөтә әйтер һүҙем яҙған китаптарымда”, - тине. Ысынлап та, уның ниндәй генә китаптарын алып ҡараһаҡ та, районыбыҙ кешеләре, тәбиғәте тураһында һүҙҙәр йыш осрай.


Минең был эҙләнеү эштәрем барышында яратҡан яҙыусыбыҙ Зәйнәб Биишева тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр асыҡланды. Ауылыбыҙҙың тарихының бер киҫәге генә булһа ла арҙаҡлы шәхестең эшмәкәрлеге менән бәйле булыуы, яҙған әҫәрҙәренә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Зәйнәб Биишева беҙҙең ауылда үҙенең беренсе мөхәббәтен дә осратҡандыр. Ул кеше – Әбүзәр ағай Әминев. Сөнки уның ҡустыһы Сәлимйән ағай һөйләүенсә: “Һуғыштан һуң бер осрашҡанда, мине еңгәй итмәнең тип үпкәләне”, - тине. Әбүҙәр ағайҙың ҡатынының исеме лә Зәйнәб, ә З. Биишева үҙе лә Әминев фамилиялы кешегә кейәүгә сыға. Был осраҡлы хәлме, нисектер инде. З. Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” әҫәренең нигеҙендә, моғайын, Фәруҡ ағай менән булған дуҫлығы яталыр. Улар бит шул тиклем ныҡ дуҫ буғандар. Зәйнәб апай беҙҙең ауылдашыбыҙ Кәримов Усман Мөжәүир улы менән Ырымбур педтехникумында бергә уҡыған. Усман ағай ҙа Зәйнәб Биишева тураһында йыш ҡына хәтерләп һөйләр булған. Минең 10 йыл элек башланған эҙләнеү эштәре артабан да дауам итәсәк. Ғаиләбеҙ менән Күгәрсен районында булырға тура килде. Зәйнәб Биишеваның тыуған ауылы Төйөмбәткә һуғылып, музейына инеп сығырға тигән уй менән ауылға боролдоҡ. Музейға барһаҡ, ишектә йоҙаҡ. Ауылға тәүгә генә килеүебеҙ, музей хужаһын табайыҡ, бәлки, беҙҙе тыңлап, ял көнө булһа ла музейҙы асыр, тигән уй менән урам буйлап киләбеҙ. Ҡаршыға ике ҡатын осраны. Туҡтап уларға хәлде аңлатабыҙ. Баҡтиһәң, ул көндө ауылда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы бара икән. Беҙ, ике лә уйлап тормай, байрам барған яланға ашыҡтыҡ. Мин тура тирмә янына барҙым. Аш-һыу менән булып торған ҡатын-ҡыҙҙар янына барып, ҡайҙан килеүемде, кем булыуымды, килеү сәбәбен аңлаттым. Ләлә апай Биишева ла байрамға килгәнме тип һорайым, эйе, тиҙәр. Миңә бер килгәс, Ләлә апайҙы ла күреп китер кәрәк ине, тием. Музей хужаһы балалар өсөн уйын үткәрә, шулар янына барығыҙ, ә Ләлә апай ҡунаҡтар менән төшкө аш ашай, көтөгөҙ, тинеләр. Мин ризалашып, бер нисә аҙым атлап өлгөрмәнем, арттан кемдер ҡысҡырғанға кире боролдом. Мине кире борған ҡатын Айгөл исемле китапханасы булып сыҡты. «Әйҙәгеҙ, тирмә эсенә, беҙ һеҙҙе шулай ғына кире бороп ебәрә алмайбыҙ,» - тиҙәр. Юҡ, тип ҡырталашыуыма ҡарамай, тирмә эсенә индерҙеләр. Тирмәгә инһәм, эсе тулы кеше, ҡунаҡтар, хужалар төшкө табынға йыйылған. Мин һүҙ алдым. Үҙемдең кем, ҡайҙан, нимә эшләп йөрөүем хаҡында тағы аңлатам. Мин, һеҙҙең ауылдашығыҙ, яратҡан яҙыусым Зәйнәб Биишева тәү хеҙмәт юлын башлаған Баймаҡ районы Билал ауылынан килдем. Беҙ юлсылар. Ауылға яҙыусының музейын ҡарап ҡайтыу маҡсатында туҡтаныҡ. Зәйнәб Биишева һеҙгә нисек яҡын, миңә лә берҙәй яҡын, ҡәҙерле. Сөнки мин үҙемде Зәйнәб Биишеваның юлын дауам итеүсе тип иҫәпләйем. Үҙем дә 29 йыл инде Билал ауыл китапханаһында китапханасы булып эшләйем. 2015 йылда районда З. Биишева ижадына арналған кисәлә йәш Зәйнәб булып ҡатнаштым. Әҙәбиәт йылында район һабантуйында Зәйнәб Биишева ролендә парадта үттем. Бөгөн ауылдаштар байрамы булғанын ишетеп, Ләлә апай Биишева, яратҡан яҙыусымдың ауылдаштарын күрмәй, уның музейында булмай ҡайтһам яҙыҡ булыр, тием. Мине әйҙүкләп ҡаршы алдылар, табынға Ләлә апай Биишева ҡаршыһына ултырттылар. Шунда уҡ йылы аш килтерҙеләр, сәй тәҡдим иттеләр. Ләлә апай шунда уҡ төрлө һорауҙарын яуҙыра башланы. Иң әүәл Фәруҡ, Әбүзәр ағайҙар, уларҙың балалары хаҡында һорашты. Зәйнәб апайым улар тураһында йыш телгә ала ине, ти. Зәйнәб Биишева йәшәп киткән Нурия инәй менән Мортаза Айытбаевтар, уларҙың балалары тураһында ла белеште. Зәйнәб апайым бит Билалды һуңғы көндәрендә бигерәк йыш телгә алды, һәр береһен исемләп һөйләп ятыр ине, ти. Тимәк, уның өсөн беҙҙең Билал ауылы, уның кешеләре тормошонда ҙур роль уйнаған. Ашап алғас, Ләлә апай тороп баҫты. Артабан уның һүҙен эҙмә-эҙлекле килтерәм. "Хөрмәтле ауылдаштар, ҡәҙерле дуҫтар, бөгөн минең тәңре ҡунағым бар. Ул Баймаҡ районы һылыуы Райхана һеңлем. Бөгөнгө байрамға тап Зәйнәб апайымдың тәү башлап хеҙмәт юлы үткән, уның юлын дауам итеүсе китапханасының беҙҙең арала булыуы үҙе бер мөғжизә. Беҙгә уны Хоҙай ебәргән. Музей асҡысын алып килегеҙ, ҡунағымды музейға үҙем алып барам, беҙҙең менән йәнә Сәрүәр бара, ти. Эргәмдәге апайға күҙ һалам. Янымда ғына Сәрүәр Сурина ултырған икән. Өсәүләшеп тирмәнән сығабыҙ. Зәйнәб Биишеваның тирәктәре янында иҫтәлеккә фото төшкәс, иптәшем көтөп ултырған машина янына барабыҙ. Бына музей. Һаҡ ҡына баҫып Зәйнәб Биишеваның иҫтәлектәрен һаҡлаған бүлмәгә үтәм. Бына яҙыусының өҫтәле, ошо өҫтәлдә күҙ нурҙарын түгеп ҡулъяҙмаларын яҙғандыр инде. Бер-бер артлы теҙелгән таныш китаптар. Һәр береһенә күҙ йүертәм. Бөтәһе лә нисә йыл эшләгән дәүеремдә ҡулымдан үткән. Ҡайһыларын ҡабат-ҡабат ҡарайым, иҫкә төшөрөп яңынан уҡып сығырға тип үҙемә маҡсат ҡуям. Бына фотолары, кейемдәре. Районда үткән сараларҙа йәш, оло Зәйнәб ролендә ҡатнашҡанда яҙыусыны һынландырырға тырышып атлап үтеүемде, кейенеүме, сәсемде ҡуйыуымды иҫләп көлөмһөрәп алам. Үҙемде бөйөк әҙибә менән сағыштырам. Ундай бейеклеккә күтәрелер өсөн ниндәй белемле, ниндәй оло йөрәкле кеше булырға кәрәклеген бизмәнгә һалам. Ләлә апай менән Сәрүәр апай бер-береһен бүлә-бүлә З. Биишева тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлаша. Мин үҙем белгәндәрҙе һөйләйем. Күберәк Ләлә апай һөйләй. Уларҙы рәхәтләнеп, йотлоғоп тыңлайым. Зәйнәб апай тураһында күп мәғлүмәт белгәнемә аптырап, ҡабат-ҡабат һорау бирәләр. Белгәндәремде яҙып музейға тапшырыуымды үтенәләр. Музейҙа ваҡыт иҫәбен юғалтабыҙ. Юлсыларҙың юлда булғаны яҡшы, беҙгә ҡуҙғалырға ваҡыт. Ләлә, Сәрүәр апайҙар менән йылы хушлашабыҙ. Тирмә кеүек эшләнгән музей эсенән үҙемә күп яңы мәғлүмәт алып, журналға рәхмәт һүҙе яҙып, ҡайтыр юлға сығабыҙ.

Зәйнәб Биишеваның музейынан ҡайтҡас ошоға тиклем китапханала үткәргән сараларыма өҫтәләмә бик күп яңылыҡтар, иҫтәлектәр алып ҡайтым. Артабан инде Билал мәктәбендә, үҙем эшләгән ауыл китапханаһында бик күп әҙәби кисәләр, китапхана дәрестәре үткәрҙем. Яҙыусының уҡымлы әҫәрҙәре китапханала саң йыйып ятмай, әле булһа уның әҫәрҙәрен олоһо ла, кесеһе лә уҡый. Ауылымдың ололары тере, хәтер тере саҡта Зәйнәб Биишева хаҡында әл дә мәғлүмәт туплап ҡалғанмын тип һөйөнәм, ҡыуанып бөтә алмайым.
Читайте нас: