Инде алты йәшен тултырыусы Айзиләнән башҡа бала алдырғыһы килмәгән ирен һис аңлай алманы Нурия. "Берҙе юҡҡа һана, икене бергә һана", - тип тә әйтеп ҡараны, булманы, "өлгөрөрбөҙ" ти ҙә ҡуя. Ә уның йәш бала һөйгөһө, уны йыуындырғыһы, бәпәй еҫенән иҫергеһе килә. Йәш бала илағанын төштәрендә ишетеп, ҡайһы саҡта түштәре һыҙлап уянып китә. "Бала яратмай" тиер инең, ҡыҙын "ашап" ҡына алып бара - яратыуы күҙҙәренән күренеп тора. Әллә ата-әсәһе ныҡ ҡына эскегә бирелеп, бала саҡта үҙҙәре күргән ыҙа онотолмаймы икән? Нурия балалар йортонда үҫкән. Һөйләүҙәренсә, әсәһе уны тапҡан да мәңгелеккә күҙҙәрен йомған. Атаһы кем, ни өсөн ҡыҙы янына бер тапҡыр ҙа килмәгән – уныһы яҙмышының мәңге асылмаҫ серелер инде... Хәсән менән институтта уҡығанда дуҫлашып йөрөп, һуңғы курста өйләнеште улар. Был ваҡытта Хәсәндең ике ағаһы ла ауылға ҡайтып төпләнгәндәр ине. Кесе ағаһы Тайфур өйләнгән, ә өлкән ағаһы Әбүзәр һаман кәләш алмай, атай нигеҙендә йәшәй ине. Хәсән Нурияны тура төп йортҡа алып ҡайтты.
- Кәләште төп йортҡа төшөргөм килде, - тине ул аптырап ҡалған Тайфурға.
Икеһе бер мәктәптә эш башланылар. Әбүзәр уларға төп йортта ҡалырға тәҡдим итеп, үҙе сығып китергә уйлаһа ла, унда ҡалмай, иҫке генә, элек-электән килгән-киткән уҡытыусылар йәшәгән мәктәп өйөн йүнәтеп,йыуып, таҙалап, шунда сыҡтылар.
Ата-әсәһенең эсергә яратыуынан оялған Хәсән күңелләнеп алырға яратыусы Әбүзәр ағаһын "йәшел йылан" арбауынан мөмкин ҡәҙәре ҡотолдорорға тырышты. Ниндәй генә эш башҡарһа ла (утын ярамы, бесән өйәме, тиҙәк сығарамы), эргәһендә Әбүзәр ағаһы булды.
Нурияның ҡулына эш тейҙермәне улар. Әммә элекке шаян, шаталаҡ Әбүзәргә ниҙер булды, ул шымға әйләнде. Ваҡыт-ваҡыт бер нөктәгә төбәлеп уйға сума, тоҡтомалдан көрһөнгөләп ҡуя ине.
Өйләнеүе лә сәйер генә булды уның. Әзмәүерҙәй Әбүзәр бер көн бер ҡыҙҙы етәкләп килеп инде лә: "Таныш булығыҙ, Гөлшат еңгәгеҙ булыр", - тине. Һөйкөмлө генә, әммә Әбүзәр янында бала ғына күренгән Гөлшат шунда уҡ килендәштәр араһында үҙ кеше булып китте. Ни өсөндөр Әбүзәр генә үҙ итә алманы уны. Ҡыҙҙары Гүзәл тыуғас, бер аҙ Гөлшат тирәләй йүгергеләп алды ла тағы ла үҙ кәлебенә төштө. Ҡаҡманы ла, һуҡманы ла ул ҡатынын, күҙенә лә элмәне...
"Кешенән ҡалышмайым әле", - тигәндәй генә машина алып ебәрҙе, тик... машинаһында ғына күп йөрөй алманы, аварияға осрап, һәләк булды...
Бер көндө иртәнге сәйҙе лә көтмәй машинаһына ултырып сығып китә һәм боролошта автубусҡа бәрелә.
- Иҫерек булһа бер асыу, бүтән бөтөнләй эсмәйем, тип кенә йөрөй ине... Машинаны ла алмайыҡ тип күпме ныҡыштым, еңмешләнеп алды бит, - тип иланы Гөлшат.
Автобусҡа ла, ундағы кешеләргә лә әл дә артыҡ бер ни ҙә булмай, ә Әбүзәр, өс көн ғазапланып ятҡандан һуң, йән бирҙе. Һуңғы көнө янында Хәсәнде генә ҡалдырып, Тайфур үпкәләгәндәй итһә лә, уны ла сығарып, кесе ҡустыһына ниҙер һөйләне ул. Хәсән дә "Нимә әйтте ағай?" - тигән һорауға "Бәхилләште",- тип кенә яуап бирҙе.
Әбүзәрҙең үлеменә өс-дүрт ай үттеме-юҡмы, Гөлшат, әле берҙе лә өйләнмәгән, кемдеңдер диме-өйрәтеүе буйынса үҙен һоратып килгән йәш кенә егеткә кейәүгә сығырға булды.Кәңәш һорап ( кем белә, һөйләшеп эс бүҫкәртергә лә уйлағандыр инде), Нурия янына килде ул.
- Кемдән һорайым һуң, килен, һиңә килдем.
- Үҙең беләһең, еңгәй, мин һиңә бары бәхет кенә теләйем.
- Һәйбәт кешегә оҡшаған, былай. Әбүзәр булмаҫ, әлбиттә... Шулай ҙа бәхетте тағы бер һынап ҡарайым әле, бәлки, йәшәп китербеҙ.Йыуаш күренә, Гүзәлде лә ҡаҡмаҫ, моғайын, - Гөлшат, бер аҙ тын торҙо ла күңеле менән һыҡтап, һүҙен дауам итте, - тиңһенмәне ул мине, ә мин яраттым... Уға ярарға тырышып, нимәләр генә эшләмәнем, бер генә теләгенә лә ҡаршы сыҡманым, ҡаршы әрәпләшмәнем, ирешмәнем... "Яратаһыңмы?" - тип һорарға ла ным, барыбер өндәшмәҫ ине. Яуапһыҙ яратыу, ирең була тороп та үҙеңде унан кәм тойоу, сит арбаға ултырғандай йәшәү – ғазап бит ул, ғазап!... Камилға ризалыҡ биреүем дә тиген түгел – тиңдәр араһында тиң булып йәшәге килә, ни хәл итәйем?... Бәлки, ғәйепләйһегеҙҙер...
- Нисек кенә ғәйепләйек беҙ һине – еләк кеүек сағың бит?!
- Мин бит күләгәһе инем уның... Ҡаҡманы ла, һуҡманы ла, ҡайһы саҡта бөтөнләй күрмәне лә... Төшөндә бер көн һыҙланып тороп һинең исемеңде әйтте. Уянғас, әллә Нурия еңгәй индеме төшөңә, тигән инем, яндыра ҡараны ла "бөткәнме ни бүтән Нуриялар?" – тип сығып китте. Төшөн һөйләмәне, мин дә төпсөнмәнем... Һинән шикләнмәнем, тик... күңелем ҡуҙғалды минең.
- Борсолма, еңгәй, барыһы ла яҡшы булыр, - тине Нурия үҙен ҡулға алырға тырышып, - яйлап тынысланырһың. Ваҡыт иң һәйбәт дауа, тиҙәр бит.
- Ултыр, - тине Хәсән, ҡуйынынан сығарып өҫтәлгә ярты ҡуйғас, Нурияға сәйер ҡараш ташлап. Ярты янына рүмкәләр ҡуйҙы, һыуытҡысты асып ҡына ҡараны ла бер ни алманы, өҫтәлгә икмәк ҡуйҙы.
- Ултыр, - тип ҡабатланы ул, - аптырама, мин эсергә йыйынмайым, тик...
- Минең эсмәгәнде беләһең, - ул ҡатынын ҡосаҡлап күҙҙәренә ҡараны, - тик... ултыр әле, ултыр,- ул Нурияны ултыртып ике рүмкәгә лә тултырып араҡы ҡойҙо, үҙе Нурияға , эсһәң эс, эсмәһәң мәйелең, тигәндәй ҡараны ла эсеп тә ебәрҙе, - ағайым күҙҙәремде асты бит минең, Нурия, һине нисек ныҡ яратыуымды аңланым. Беләһеңме, һине минең кеүек, бәлки, минән дә нығыраҡтыр, тағы ла берәү яратҡан бит, - ул Нурияның ҡулдарынан тотоп алды, - һин ҡатын-ҡыҙ булараҡ , бәлки, һиҙгәнһеңдер, белгәнһеңдер... ә бына мин уйламаным да.
- Кит, әллә ниҙәр һөйләйһең, берәй ләстит ишетеп ҡайтҡанһыңдыр...
- Юҡ шул, ике ай һиңә һөйләргә ҡыйынһындым. Әйтергә уҡталдым да тағы туҡталдым, һүҙҙе нисек башларға ла белмәнем.
- Юҡ, өндәшмә, юғиһә тағы әйтә алмаҫмын... – Хәсән тағы ҡатынына ҡарап, көлөмһөрәп ҡуйҙы, - беләһең бит, ағайым һуңғы көнөндә һеҙгә йөрөп килергә ҡушты ла янында мине генә ҡалдырҙы. Һеҙ сыҡҡас: Хәсән, әйтер һүҙҙәрем өсөн ғәйепләмә, бер серемде үҙем менән алып китәһем килмәй, - тип ауыр көрһөндө лә бына ниҙәр һөйләне: "Һиҙгәнһегеҙҙер, мин еңгәгеҙҙе ярата алманым, сөнки минең йөрәгем ҙур йәшерен һөйөү менән яна ине... Гүзәлебеҙ тыуғас, тынысланырмын, тип уйланым, булманы, сөнки уны күреүем була - кире ҡабынам... Ә уны һәр саҡ күрергә тура килә... Күсеп китергә лә уйланым, тик көсөм етмәне, уны күрер өсөн генә кире әйләнеп ҡайтырмын төҫлө тойолдо... Ул... Ул... Нурия килен... -
Башҡа күҫәк менән тондорҙомо ни!? Мин һикереп торғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ағайым ым менән генә ултырырға ишараланы ла һүҙен дауам итте. - Киленде алып ҡайтҡаны бирле миңә тынғылыҡ бөттө... Килен, бәлки, мине егәрле, уңған, тип тә уйлағандыр, ә мин һеҙгә уны күрер өсөн генә бара инем... Онотормон, тип кенә өйләнеп ҡуйҙым, булманы... Төндә - төшөмдә, көндөҙ уйымда булды ул. Хата аҙым яһап ҡуймайым, тип эсһәм дә иҫермәҫкә, йоҡлағанда ла һаҡ йоҡларға тырыша инем... Ҡустым, юҡ, мин һинең бәхетеңдән көнләшмәнем, мин бары киленде ярата инем... Авария алдынан да төшөмдә уны күрҙем. Ап-аҡ күлдәктә... Эй минән ҡаса, мин тота алмайым... Тота алмай абынып ҡолап киттем... Шыбыр тиргә батып уяндым да шул ярһыулыҡ менән машинаға ултырып сығып киттем... Күҙ алдымда аҡ күлдәкле Нурия ғына... Боролоштан автобус килеп сыҡҡанын яҙа-йоҙа ғына аңғарып ҡалдым - һуң ине инде... Минең бер насар уйым да булманы. Яратыу ғәйеп түгелдер, моғайын... үпкәләмә, ҡустым... Киленгә әйткең килһә, үҙең әйтерһең, әйткең килмәһә - юҡ... Ә еңгәңде... бәхетле итә алманым мин уны... ярҙам итеп тороғоҙ уға. Килендең ҡәҙерен бел, ундайҙар һирәк була... Бәхил бул... – тине лә күҙҙәрен йомдо...
Бына шулай,Нурия. Һеҙ килгәндә ағайым яҡты донъя менән бәхилләшкән ине инде... Ике ай һиңә әйтмәнем, үҙем дә һиҙмәҫтән һине күҙәтә башлай инем. Мин, һармаҡ, әллә ысынлап та араларында бер-бер нәмә булдымы икән? - тип тә уйлап ҡуйғылай инем. Ағайымдың эскерһеҙлеген белгәнгә, бәләкәйҙән уға һыйынып үҫкәнгә микән, уның һөйләгәндәрен ҡабул итә алмай ыҙаланым. Нисек бер нәмә лә һиҙҙермәне икән,- тип аптыраным.
- Йә, әйтәм, һөйләшмәҫ булып киттең, ә мин, ҡайғыһынандыр, тигән булам, ҡыҫыр көйөгөң бар икән дә. Ҡайнағаны мин бик ихтирам иттем, ауыр тупрағы еңел булһын. Ул һиңә ни һөйләгәндер - уныһы мөһим түгел, мәрхүмдәрҙе тик яҡшы яҡтан ғына хәтергә алыр кәрәк, ҡайнаға былай ҙа яҡшы кеше булды.
Нурия, бөгөн еңгәһен күргәс, ошо һөйләшеүҙе иҫенә төшөрҙө. Көн артынан көн үтте. Нурия, һиҙемләүе дөрөҫмө икәнен белер өсөн, поликлиникаға барып ҡайтты. Бөтәһе лә дөрөҫ – ул ауырлы ине. Табам, тип уйланы ул, тик иренә нисек аңлатырға? Әмәлгә ҡалғандай, һүҙҙе ире үҙе башланы:
- Кәләш, - тине ул, ҡатынын иркәләп, - һин мине ғәфү ит, яңылышҡанмын, әйҙә бер-ике бәләкәс ал әле һин, үҙебеҙ олоғайып китмәҫ элек.
- Мин һиңә нисек әйтергә белмәйерәк тора инем, - тине ҡатын ай кеүек балҡып, иренә һыйынды, - нигеҙ һалынған, атаһы.
Ошо көндән һуң Хәсән бөтөнләй үҙгәрҙе. Бөтә эште үҙе башҡарырға тырышты. Нурия бик ауыр йөрөнө һәм иренә бына тигән игеҙ малайҙар табып бирҙе. Түбәһе күккә тейгән Хәсән бер малайына Әбүзәр , икенсеһенә Илгизәр тип исем ҡуштырҙы. Бер тигән йорт бөтөрөп инделәр, машина алып ебәрҙеләр. Мәктәптә лә эштәре һәйбәт бара ине. Уҡытыусылар араһында ла, ата-әсәләр араһында ла ҙур абруй ҡаҙанған Хәсәнде директор итеп үрләттеләр.
Тормоштары ал да гөл ине... Уйламағанда район үҙәгенә йомош менән барған Нурия урам сатында Гөлшат килендәше менән осрашты.
-Ә, һаумы! – әллә ҡайҙан ҡысҡырып килгән килендәшен таный алмай торҙо Нурия. Өҫтөндә, көҙгө һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, йоҡа ғына кофта, иҫке генә юбка. Аяғына галош кейеп алған. Сәстәре туҙып, күҙҙәре шешеп бөткән Гөлшат әллә ҡайҙан һаһылдап килеп күреште. Иҫерек ине ул. Нурия уның эскегә бирелгәнлеген ишетә йөрөй, әммә был тиклемдер тип уйламай ине.
- Ни хәл? – тип ҡабатланы ул, көрмәлгән телен көскә әйләндереп, - ҡайнағаң әйтмәһә лә һиңә ымһынғанын һиҙә инем, Ҡарындағы балаһына ҡыҙ булһа Нурания тип ҡушырға ҡушты, - элекке килендәше һүгенеп ебәрҙе, ә Нурия шаҡ ҡатты ла ҡуйҙы. - Ниңә өндәшмәйһең, гөнаһһыҙ булып ҡыланаһыңмы? Ана, бар, балаларын үҙең көт, минән тартып алып детдомға бирҙеләр. Көтә алмай, ҡарамай, имеш. Минең эстә ни янғанын беләме ни улар? – Гөлшат һыңҡ- һыңҡ итеп илай башланы. - Яратманы...яратманы... шуға ла мин уның балаларын да көтөп тормайым! - ҡулындағы һыра шешәһендә ҡалған шыйыҡсаны ғолҡолдатып һемерҙе лә шешәһен ергә ырғытып, кемдәндер үсен алғандай, тибеп осорҙо. - Бына хәҙер типтереп йәшәйем. Камил да сығып китте, китһен, ирҙәр быуа быуырлыҡ, - тип үҙ-үҙен мыҫҡыл иткәндәй ерәнгес итеп көлдө лә ергә ласҡылдата төкөрөп боролоп китеп барҙы.
Шаңҡып ҡалған Нурия күпме торғандыр, Хәсән килеп еңенән тартҡанға тертләп китте.
- Һин нимә, әллә ауырыйһыңмы? – тине ул борсолоп, - ап-ап булғанһың, етмәһә, ҡысҡырам- ҡысҡырам – ишетмәйһең.
- Баш әйләнеп китте, тиҙерәк ҡайта һалайыҡ, Хәсән!
- Ҡайтайыҡ, ятып алһам үтә ул...
Ире, яурындарын һикертеп, мәйелең, тигәндәй аптырап ҡараны ла машина ҡалған яҡҡа ыңғайланы. Өйгә ҡайтҡас та яҡшырманы Нурияның хәле. Бер өшөнө, бер янды ул, һаташты, күҙен йомһа күҙ алдына бер Гөлшат еңгәһе, бер үҙе бер тапҡыр ҙа күрмәгән кескәй Нурания килеп баҫты. Хәсән уға өндәшмәй генә фелдьшер саҡыртты. Фелдьшер килеп укол ҡаҙап, ниндәйҙер таблеткалар ҡалдырып китте, шунан һуң ғына Нурия тынысланғандай булып, йоҡлап китте. Тик Хәсәндең генә күҙенә йоҡо кермәне, ул һаташа-һаташа, тертләй-тертләй йоҡлаған ҡатынының аяҡ осонда ултырҙы. Был донъяны бик иртә ташлап киткән ата-әсәһе, Әбүзәр ағаһы китмәне уның күҙ алдынан, эскелектән ыҙалаған бала сағы, Нурияһы менән йәшәгән бәхетле көндәре...
- Нурияма ғына бер-бер хәл булып ҡуймаһын инде, эй Аллам, ҡөҙрәтең киң бит һинең, айырма мине бәхетемдән, - тип теләне ул.
Хәсән малды ҡарап инеп сәй ҡуйыуға күҙҙәрен асты Нурия. Ул ныҡлы ҡарарға килгәйне инде.
- Хәсән, - тине мейес тирәһендә булашыусы иренә, - кил әле.
- Ну ҡурҡыттың, әй, - күҙҙәре шатлыҡтан баҙлап янған Хәсән, ҡулдарын таҫтамалға һөртә-һөртә, ҡатыны янына ашыҡты, - нимә, сәй кәрәкме, хәҙер ҡайнай.
- Һин ни әйтерһең, Хәсән, әммә мин үҙ һүҙемдән сигенмәйәсәкмен, - Нурия әйтер һүҙен алдан кәртәләп ҡуйҙы, - кисә мин Гөлшат еңгәйҙе күрҙем...
- Нимә, берәй ауыр һүҙ әйттеме әллә? Мин дә күрҙем, әммә күрмәмешкә һалышып үттем дә киттем.
- Эй, Хәсән, кешене урап үтеүҙәме ни хикмәт? – Нурия уға Гөлшат еңгәһенең һүҙҙәрен бәян итте, - беҙ, бер нәмәгә ҡарамай, ҡыҙҙарҙы үҙебеҙгә алырға тейешбеҙ.
- Үҙебеҙ күмәк, тимәксе булаһыңмы? Ә ул сабыйҙарҙы яҙмыш ҡосағына ташлаһаҡ, күңелебеҙ тыныс булырмы һуң? Үҙебеҙ көтәбеҙ, балаларға иптәш булып, беҙҙе туған тип танып үҫерҙәр.
- Гөлшат еңгәй килеп ҡамасаулап йөрөһә...
- Күсеп китәбеҙ. Ҡайҙа ла бер ҡояш. Беҙ икебеҙ ҙә тормош һынауҙарын үткән кешеләр -бирешмәбеҙ. Унан... бәлки, яйлап еңгәй ҙә аҡылына килер.
Ниндәй аҡыллы уның Нурияһы, ағаһы тиген яратмағандыр инде...
Гүзәл менән Нуранияны эҙләп табыу оҙаҡҡа һуҙылманы. Йәһәтләп кәрәкле документтарҙы йүнәттеләр ҙә приютҡа барҙылар. Директор, документтарҙы ҡараны ла:
- Бик дөрөҫ эшләгәнһегеҙ, әсәйҙәре килеп тә урағаны юҡ ... Ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеге һәйбәт. Өлкәне һәйбәт уҡый. Тик тәрбиәселәр менән дә, балалар менән дә аралашмай. Бәләкәйе шуҡ ҡына.Ҡыҙҙарҙың икеһен бер бүлмәгә урынлаштырҙыҡ, сөнки апаһын һеңлеһенән айырып булмай, - тине лә бергәләшеп ҡыҙҙар йәшәгән бүлмәгә киттеләр.Бүлмәгә инеүгә ҡурсаҡ менән уйнап ултырыусы өс-дүрт йәшләк ҡыҙ ишек яғына боролдо. Нурияның йөрәге һикереп ҡуйҙы, ул, үҙе лә һиҙмәҫтән ҡыҙҙы күтәреп алып күкрәгенә ҡыҫты ла "Нурания" тип бышылданы, сөнки ҡыҙ шул тиклем Айзиләһенең бәләкәй сағына оҡшаған ине.
- Һин бит минең әсәйем түгел, - тине ҡыҙсыҡ, Нурияны тикшереп сыҡҡандан һуң, ә беҙ апайым менән әсәйемде көтәбеҙ. Һин илама, - тине ул, ҡатындың йәштәрен һөртөп, - беҙҙе алып ҡайт.
- Мин һеҙҙе алып ҡайтырға килдем дә инде, балаҡайым, - йөрәге өҙөлөүҙән ни эшләргә белмәй, ҡыҙҙы күкрәгенә нығыраҡ ҡыҫты ҡатын.
- Апай, апай, - ҡысҡырҙы ҡыҙ, өҫтәл артында өнһөҙ-тынһыҙ башын эйеп, күҙҙәрен йәшереп ултырған Гүзәл апаһына, - әйҙә яңы әсәй менән китәйек. Әсәй, беҙҙе ҡалдырма, - тине лә, иламһырап, Нурияны һығып ҡосаҡлап алды.
- Мине хәтерләйһеңме, онотманыңмы, Гүзәл?
Ҡыҙ, һүҙһеҙ генә дөрөҫләп, баш ҡаҡты.
- Беҙҙә йәшәргә ризаһығыҙмы?
Күҙҙәренән субырлап йәш ҡойолған ҡыҙ тағы ла баш ҡына ҡаҡты
Ағаһының балаларының күңелен ҡабат-ҡабат яраламаҫ өсөн, Хәсән күсеп китеүҙе хуп күрҙе, өй ҙә, машина ла, мал-тыуар ҙа йәһәтләп һатылды. Хәсәндең барып төпләнер урындарын алдан йүнләп, икеһенә лә эш белешеп ҡуйыуы ла күсенеүгә еңеллек килтерҙе. Яңы урында ла тиҙ өйрәнеп китте улар.
Эш менән, балалар менән мауығып ғүмер үтеп тә китте. Айзилә юрист һөнәрен үҙләштереп эшләп йөрөй инде. Гүзәл дә уҡытыусы һөнәрен үҙләштерҙе. Тик... бер көн бүлмәһенән Гүзәл ни өсөндөр ашарға сыҡманы, уны саҡырырға тип менеп киткән Нурания ла юғалды.
- Туҡта, - тине Нурия, - үҙем менәйем әле, бәлки, берәй сәбәбе барҙыр, - тип Айзиләне туҡтатты ла ашығып икенсе этажға менде, Гүзәлдең бүлмәһенең ишеген шаҡыны, өндәшеүсе булмағас, ишекте асып ебәрҙе. Койкала ҡосаҡлашып илап ултырған ҡыҙҙар уға төбәлде.
- Нимә булды ҡыҙҙар? - тип Нурия улар янына сүгәләне.
- Әсәйемде һағындым, хатта төштәремә керә, - күҙ йәштәрен тыймай, Гүзәл тураһын әйтте.
- Эй, ҡыҙҙарымды-ҡошсоҡтарымды минең. Беҙ бит быйыл йәйгелеккә ауылға ҡайтабыҙ. Әсәйең ауылда, Гүзәл.
- Хәсән ағайың уны дауалауға күп көсөн һалды. Еңгәм хәҙер шәбәйҙе. Ауылға күсеп ҡайтты, һыйыр алып ебәрҙе, ҡош-ҡорт үрсетә. Әйткәндәй, Камил ағайығыҙ ҙа уның менән бергә йәшәй.
- Ниңә беҙгә бер ни ҙә әйтмәнегеҙ һуң? – Гүзәл уға үпкәле ҡарашын ташланы.
-Тәүҙәрәк еңгәм дауаланырға теләмәне. Унан һуң операция үткәрҙе. Ныҡлап аяғына баҫҡансы һеҙгә әйтмәй торорға ҡушты, һуңынан "сюрприз" булһын, тине. Бына быйыл бөтәбеҙҙе лә һабантуйға саҡырҙы.
- Ур-р-аа! – тип һөрәнләне лә Нурания, аптыранып, - ә беҙ уға "әсәй" тип әйтәйекме? – тип һорап ҡуйҙы.
- Әлбиттә, әсәй бит берәү генә була, - Нурия уларҙың үҙен еңгәй тип үҫеүҙәренә сикһеҙ ҡыуанды. Хәйер, "әсәй" тип әйттерергә уйламаны ла ул. Бына бит, дөрөҫ эшләгән. - Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, ашарға, ҡалғанын өҫтәл артында һөйләшербеҙ,- ул ҡыҙҙарҙы ҡосаҡлап үпте лә ишеккә ыңғайланы. Ҡыҙҙар, шатланышып, уға эйәрҙеләр.