Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Тәүбәгә килеү

Ул ҡатынды мин күптән беләм. Бала саҡтан тиһәм дә була. Бергә уйнап үҫмәһәк тә, бер парта артында ултырмаһаҡ та, юлдар йәнәшә барғандай ине.

Ул ҡатынды мин күптән беләм. Бала саҡтан тиһәм дә була. Бергә уйнап үҫмәһәк тә, бер парта артында ултырмаһаҡ та, юлдар йәнәшә барғандай ине. Ипле холоҡло, саманан тыш баҫалҡы, әҙәпле был ҡыҙ урта мәктәпте уңышлы тамамлап, юғары уҡыу йортона инде. Уҡытыусылары уның киләсәген ҙурға юраны. Унан бынамын тигән уҡытыусы сығасаҡ, яҡшы белгес, хатта ғалимә, юғары вазифалы етәксе булып китеүе лә ихтимал тип күҙалланы барыһы ла.

Һәм шулай булды ла. Бөгөн ул - юғары вазифа биләгән етәксе, өс ҡыҙ бала әсәһе, һөйөклө ҡатын, иң яҡшы дуҫ һәм башҡа, һәм башҡа… Әммә, уға ул урау ғына юлдар аша килде. Урау юлдар тигәнем, үҙе әйтмешләй, “мәҙәниәтле” тип аталған эскелек һаҙлығы аша үтә яҙған, һикәлтәле-батҡаҡлы һуҡмаҡ. Ул эскесе түгел. Беҙҙең йәмғиәттә ундайҙар бихисап. Ундайҙарҙы сама белеп эсеүсе тип һанайбыҙ. Әммә самамы икән ул…
Беренсе тапҡыр иҫерткес эсемлекте тәмләп ҡарауын Динә әле һаман булһа йәне әсеп хәтергә ала.

- Мәктәпте тамамлағас, сығарылыш кисәһендә ата-әсәләр, нишләптер, беҙҙе инде ҙурға һанапмы, шампан шарабы (тәү ҡарашҡа ябай бер газлы еңел эсемлек кеүек кенә күренә бит инде) ҡуйҙы өҫтәлгә. Ул ваҡытта фужер –ғәләмәт тә юҡ, ашхананың тимер көрөшкәләренә ҡойоп биргәндәре хәтерҙә. Үҙебеҙҙе әллә ниндәй оло кеше итеп хис итеп, уртлап ебәргән булабыҙ. Бер ҡасан да тәмләп ҡарамаған ят эсемлек шундуҡ башты әйләндереп ебәрҙе. Иләҫ-миләҫ килеп, баш әйләнеп, саҡ йөрөнөм. Иртәгәһенә таң ҡаршылап, мал көтөүгә киткәндә ҡайтып инелде. Ярар, матур йөрөнөк. Еңел-елпе түгел икәнлегемде класташтарым белгәс, минең шул шарапты уртлауыма, хатта таңға ҡәҙәр улар менән бергә булыуыма тәүҙә сәйерһенеп ҡаранылар, шикелле. Сөнки, мәктәптә йә мәктәптән тыш үткән кисәләргә бер ҡасан да тиерлек йөрөмәнем, кисен клуб юлын тапаманым, ҡосаҡ-ҡосаҡ китаптар алып ҡайтып, төнөм китап уҡып үтә торғайны.

Икенсе тапҡыр “шайтан һыуы” менән әхирәт ҡыҙыҡайҙың сығарылыш кисәһендә осраштым. Был юлы бер “рүмкә” “көмөшкә” тәмләп ҡараным. Тәмләп ҡарауҙың да әлеге лә баяғы киң таралған “не уважаешь” тигән ҡәһәрле сәбәбе бар. Ике битем ут булып янып, нисек әсәй күҙенә күренәйем тип, әрнейем эстән. “Ярар, бер рүмкәнән нимә булған”- мине шулай йыуатҡан булалар. Үҙемә оят. Әле булһа оят.

Шунан инде, мин юғары уҡыу йорто студенты булараҡ, бүлмәләш ҡыҙҙар менән һирәк-мирәк булһа ла, шарап, һыра кеүек нәмәләрҙе тәмләп ҡараным. Лаяҡыл эскән осраҡтар булмаһа ла, ҡыҙ балаға күп кәрәкме инде. Шулай ҙа, ундай дуҫтарҙан йыраҡлашыу көсөн таптым үҙем. Башҡаса эсмәнем.

Кейәүгә сығып, бала тапҡансы ҡулыма ла тотҡаным юҡ ине. Ҡәйнәм бер көн ҡунаҡ йыйҙы. Һуғым мәле инеме, әллә яңы йыл байрамымы, онотолған, балам бәләкәс, мин дә ҡунаҡ табынында ултырам. Ҡунаҡҡа саҡырылған кешеләр барыһы ла абруйлы, урынлы эштә эшләйҙәр, матур ғаилә ҡороп, тәрбиәле балалар үҫтергәндәр, араларында уҡытыусылар ҙа бар. Шунда минең улар менән бергә рюмка күтәреп эсмәүемә бер уҡытыусы апай былай тине: “Һин, Динә килен, беҙҙең менән эсергә өйрән. Беҙ бит әллә ниндәй алкаш түгел, дарыу өсөн, самаһын белеп, күңел өсөн генә эсәбеҙ. Ҡайны-ҡәйнәләрең дә бынамын тигән кешеләр, эсеп, теләһә ҡалай йөрөгән кешеләр түгел, уларҙы барыһы ла ихтирам итә. Һин дә беҙҙең “круг”ҡа инергә тейешһең”. Шулай тип бөтә ҡунаҡ алдында тост әйткәндәй итеп сығыш яһаны уҡытыусы апай. Ә мин бирешмәнем. Нишләп әле мин топ-тоҡандан ҡәйнә арбаһына ултырырға тейеш? Хәҙер үҙемде маҡтайым ошо ныҡлығым өсөн.

Артабан инде эскелек (эскелек тип атамай хәл юҡ, хәйер, минең мауығыуҙы күптәр “мәҙәниәтле” эсеү тиер ине, миңә ҡалһа, эсеү – ғүмерҙә лә мәҙәниәттең өлөшө булмаған һәм булмаясаҡ) минең тормошомда эшкә урынлашыу, яңы дуҫтар, ғаилә дуҫтары аша нығына яҙҙы. Үҙемде әлеге лә баяғы эскесе итеп түгел, “мәҙәниәтле” итеп һанайым. Тәгәрәп ятып эсмәйем, ҡунаҡтарҙа, дуҫтар килгәндә генә. Шулай итеп, тора-бара һыра тигән яуыз ныҡлы “дуҫҡа” әйләнә яҙҙы. Эштән ҡайтышлай икмәк-һөткә тип магазинға һуғылғанда мотлаҡ бер шешә һыра ла алам. Йәнәһе, ауыр эш көнөнән һуң ял итергә лә кәрәк. Ҡайтыу менән бер тынала эсәм дә, ял итәм, йоҡлап алам. Был күренеш бер заман ғәҙәтигә әйләнә башланы. Шуны тойоп ҡалдым. Ярай, үҙемдә намыҫ, сама тигән нәмә бар. Дилбегәне ҡулыма алдым. Эскән кешеләр (ул дуҫтарым ғәфү итһен, сама менән эскән кешене алкаш тимәһәң дә, эсмәгән кеше тип әйтеп булмай) менән араларҙы һыуыта башланым. Хәйер, улар үҙҙәре минән йыраҡлашты. Сөнки мин уларҙан көслө инем. Эсмәгәс, йөҙөм йәшәреп киткәндәй булды. Ғүмер буйы, көн һайын, айыҡмай эскәндәр нисек тояларҙыр үҙҙәрен, тәүбә, әстәғәфирулла… Йоҡо ла туя, баш та эшләй, йәшәүгә көс-дәрт артып китте, яңы шөғөлдәр таптым, эшем дә, тормошом да алға китте. Хәҙер ҡунаҡ йыйһаҡ та, өҫтәлгә бер ҡасан да иҫерткес эсемлек ҡуймайбыҙ. Элегерәк ҙур ҡыҙымдың бер тыуған көнө лә араҡыһыҙ, шарапһыҙ үтмәй ине. Аллам һаҡлаһын, нисек йәшәлгән, ғәрлеге, ояты ни тора… Ҡыҙҙар тәрбиәләп тә, “шайтан һыуы” менән дуҫ булыу –башҡа һыймаған күренеш бит!

“Мәҙәниәтле” эсеү генә булған бит йыуатма. Ҡабатлап әйтәм, эсеү бер ҡасан да мәҙәниәтле булмай. Минең был һүҙҙәремдән эскән кешеләр уйланмаһа ла, ана шул “мәҙәниәтле” эскеселәр уйланыр, исмаһам. Сама белеп эсеү-алкашлыҡ түгел, тиер берәү. Алкоголизмдың башы ул ана шул самалы эсеүегеҙ…

Хәҙер килеп уйлайым: нишләп бөтөнләй эсмәй генә йәшәмәгәнмен инән? Ҡалай һәйбәт булыр ине, ә?

Элегерәк эсмәгән кешегә сәйерһенеп, ул йә сырхау йә кисәге “алкаш” тип ҡарайҙар ине бит. Һау-сәләмәт икәнлегеңде, дуҫ-иштәреңде ихтирам итеүеңде күрһәтеү өсөн мотлаҡ эсергә тигән нәмәне кем уйлап сығарғандыр, ҡәһәрең… Күпме яҙмыштарҙы боҙҙо бит инде ана шул ҡараш. Һин үҙеңде, дуҫтарыңды ихтирам итәһең икән, үҙең дә айыҡ тормош алып барырға, дуҫтарыңды ла шул юлға әйҙәргә тейешһең.

Әлдә Хоҙай ҡыҙҙар биргән миңә. Өсөнсөгә лә ҡыҙым тыуғас, ҡыҙ балалар әсәһе булараҡ, исмаһам, былары иҫерткес эсемлек тигән нәмәне күрмәй-белмәй үҫһендәр инде тип бөтә көсөмдө һалдым. Ҙур ҡыҙымды ғына йәлләнем. Ҡыҙым ғәфү итһен ине…Бала сағын, үҫмер сағын ошо ҡәһәрле нәмә менән ҡатыштырып үҫтергәнем өсөн. Әлбиттә, ҡыҙым тәүфиҡлы, әҙәпле, баҫалҡы. Әммә, әсәнән күргән-тун бескән тигәндәй, минең хатамды ҡабатламаһын ине тип мин уны дин юлына ылыҡтырҙым. Сөнки ошо юлдан да хаҡлы, тоғро юл юҡ ул, минеңсә.

Мин эскесе түгел. Күреп тораһың бит, донъям гөрләп тора. Ҡурам тулы мал, ирем һәйбәт (әйткәндәй, ул бөтөнләй эсмәгән кеше), шыңғырлап торған йортта йәшәйем, эшем уңышлы бара, балаларҙың уҡыуы һәйбәт, гел “бишле”гә уҡыйҙар, ҙур ҡыҙым табип һөнәрен һайланы. Эскесе булмаһам да, эскелектән йыраҡ тора алмағаныма үкендем. Хәйер, йәмғиәтебеҙ тотош шул нәмә менән һуғарылған бит инде.

Бер ныҡ ҡына эстем. Һөйләүе лә оят инде. Кемдеңдер тыуған көнө ине, ҡырға сыҡтыҡ. Этеп-баҫып эсерәләр, араҡы ла түгел, буръяҡланып торған “көмөшкә”. Ике-өс рюмканан сайҡалып, баҫып та тора алмаҫ хәлгә еттем. Үҙем ҡайта алмаҫтай булғас, иремә шылтыраттым. Нишләһен инде, килеп алды. Өйгә тура алып ҡайтманы, балалар күҙенә шул килеш күренмәһен тигәндер инде, йылға буйына алып китте. Өҫ-баш танырлыҡ түгел, йығылып бөткәнмен. Йылға буйына килеп туҡтағас, ҡомо-ниһе менән йыйылып ятҡан күләүектән һыу эсәм. Ауыҙға ҡом-таш тулды, уға ла иғтибар итмәйем, шул тиклем сарсағанмын. Аяҡ кейемендә килеш һыу кисеп, бит-йөҙөмдө йыуам, көҙгө һалҡын һыуҙа сайҡанғас, айнып киттем. Айнып киттем дә, шаҡ ҡаттым. “Минме ул был? Нишләп әле мин был хәлгә төшөп торам?” тигән уй мейемде телеп үтте. Ирем артыҡ бер нәмә лә өндәшмәй. “Матурлап йыуын да, ҡайтабыҙ”, -тигән була. Ғүмерҙә лә ҡулына хәмер тотмаған ир ҡатыны шулай хайуани хәлгә төшәме? Ғәрлек бит! Илай-илай иремә башҡаса араҡыға әйләнеп тә ҡарамаҫҡа, эскенән йыраҡ торорға, ҡыҙҙарымды ысын әсә булып тәрбиәләргә, матур, айныҡ ҡатын булырға һүҙ бирәм. Бер туҡтауһыҙ һөйләнә-һөйләнә илайым, үкенәм, Хоҙайҙан ярлыҡауын һорайым… Һәм бына ошо ваҡиға минең өсөн ысын мәғәнәһендә сик булды. Үҙем һаман оялам шул мәлдәге үҙемдән…

Үкенеп, тәүбәгә килдем. Аллаға шөкөр, шул ваҡиға ғүмерлек һабаҡ булғандыр, йөрәкте өйкәп, намыҫыма тейеп торһа ла, ни хәл итәһең… Кеше күрәсәген күрмәй, гүргә инмәй тиҙәр, бәлки, Аллаһы Тәғәлә мине ошо хаталар аша үтеп, хаҡлыҡты таныуымды теләгәндер, тип күңелемде йыуатам. Әммә барыбер ҙә, үҙемде көслө тип һанап та, ваҡытында шул “ҡотортҡос” һәм “ҡоротҡос” алдында көсһөҙ булыуыма йәнем әсей…

- Әй, Динәү, Динәү…Бөтәһе лә һинең һымаҡ аңлы булһа икән дә! Мин һине, әгәр үҙең һөйләмәһәң, ғүмерҙә лә эскәнеңде белмәҫ инем. Бер кем дә был осраҡта “фәрештә” түгел, өҙгөләнмә юҡ-бар өсөн!- тием танышымды бүлдермәй генә тыңлағандан һуң.

- Шулай ҙа ул… Барыбер күңелде өйкәп тора. Ир-егеттәрҙең генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙарҙың да эсеүе ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара бит. Ғаиләләр тарҡала, зәғиф балалар тыуа, йәндәр ҡыйыла, ғүмерҙәр фажиғәле тамамлана, ҡот осҡос хәл-ваҡиғалар йышая… Быларҙың барыһы ла бит ана шул эскелек менән бәйле.

Беләһеңме, кешеләр үҙҙәрен бер ҡасан да эскесе булдым, йә эскесемен тип әйтмәй ул. Бер ҡатынды беләм. Ҡоро булмаған көнө юҡ, тәүбә-әстәғәфирулла. Әммә бер туҡтаһа, ғүмер буйы эсмәгән кеше һымаҡ үҙе. Үҙенең ялт итеп тормаһа ла, донъяһына ҡот ҡунып китә, гөлдәре шаулап сәскә ата, тәмле итеп бешеренә, ҡул эшенә оҫта. Тик, “дуҫ” тип йөрөгәндәр харап итә лә ҡуя баяғыны… Бер эсһә, туҡтамай аҙналап эсә. Иҫерек килеш урам буйында ятҡанын да осратырға тура килә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Ҡасан айнығырын көтәүелләп йонсой яңғыҙ улғынаһы… Ул ҡатын да бер заман аңға килер тип ышанам. Һуң ғына була күрмәһен.

Үҙенең тормошон үҙе бәҫһеҙләп, ҡәҙерһеҙләп, былай ҙа күбәләк ғүмере шикелле ҡыҫҡа ғына ғүмерҙәрен тағы ла ҡыҫҡартып, “йәшел йылан”дан быуҙырып йәшәмәһен ине ул кеше. Ҡәҙеркәйҙәрен генә белеп йәшәрлек бит был фани донъяларҙың!

Бер аҙ тын ултырғас, Динә эске бер тәүәкәллек менән:

- Яҙ әле һин шуны. Исмаһам, һабаҡ булыр, уйһыҙҙарға уй, көйһөҙҙәргә –көй булһын, “мәҙәниәтле”ләргә лә бер ғибрәт булыр. Юғиһә, улар үҙҙәрен эскесе тип һанамай бит. Эскеселәр шул… -тип матбуғатта яҡтыртыуыма ризалыҡ бирҙе.

Был яҙманы уҡығас, әйтерһең дә ғүмер буйы эскән бисә тәүбәһе һымаҡ та ул, тип күптәр аптырап китер. Юҡ. Ғүмер буйы эсмәгән. Йәмғиәтебеҙҙә ҡабул ителгәнсә, ғәҙәти күрешенкә әйләнгәнсә сама белеп кенә “осрашҡан” ҡатын-ҡыҙ, әсә һүҙҙәре ул. Динәнең күңелендә нимәләр ҡайнағанын белмәгәндәр, уны, ысынлап та, ҡасандыр иҫерткес менән мауыға биреп ҡуйғандыр тип һис ҡасан да уйламаҫ. Һәр икебеҙ кисерәбеҙ бындай күренеште, һәр икебеҙ спиртлы эсемлектәр менән сама белеп кенә “дуҫбыҙ” тип иҫәпләйбеҙ үҙебеҙҙе. Һәм күптәребеҙ был ауға ғүмерлеккә эләгә, һаҙлыҡҡа бата. Йәмғиәтебеҙҙә “мәҙәниәтле” эскән тип иҫәпләнгән Динә кеүектәрҙең тәүбәһен тыңлап, бер ҡасан да эсмәгәндәр күңел тыныслығында йәшәгәндәре өсөн Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итһәләр, ғүмер буйы эскәндәр аҙ ғына булһа ла уйланһын ине…


Читайте нас: