Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ҡояш ҡына һөйҙө ҡашынан

...Бурандан һуң ҡасабаның иҫке барактары янында кәүҙә таптылар. Өҫтөндәге аламаһына, картон түшәп, картон ябынып ятыуына ҡарағанда йәмғиәттең ниндәй ҡатламынан икәне күренеп тора ине...

Һеҙ ҡояштан үҙегеҙҙе яраттыра беләһегеҙме? Ә ул белә. Яҙғы ҡояш күренеүе була, өҫтәлгә башын һала ла күҙен йома. Һиҙеп-тойоп ята: нурҙар тәүҙә сәстәренә ҡағыла, шунан ике сикәһенән һыйпай. Бик көтһәң, ҡашыңды һыпыра. Ҡаштан да яраталар икәнен ул алты йәштәр тирәһендә белеп ҡалды. Дуҫының туғаны тыуғайны. Шул бәләкәсте әсәһе күтәреп алған да, эй, һәпестүкләй, эй, һәпестүкләй... Шунан, алдына ултыртып, ике бармағын ялап еүешләне лә, бәләкәстең ҡашын һыпырып алды. Иҫе китеп ҡатты ла ҡалды шул ваҡытта. Ҡаштан да яраталар икән! Арҡаһынан һөйгәндәре бар. Күрше-тирә инәйҙәре кәнфит-пишинйә тотторған һайын тупылдатып ебәрә. Башынан да һыйпағандары бар. Ә бына ҡаштан юҡ. Дуҫының әсәһе уның ҡарап торғанын күрҙе лә, бәпесте һалып тороп, уны ла яратып алды. "Ҡашымдан һөй, мине лә ҡашымдан һөй!" - тип ҡысҡырғыһы килде шул саҡ...


Аҙаҡ ҡояштан яраттырырға өйрәнеп алды. Әйткәндәй, ҡояш йыл әйләнәһенә һөйөп тормай. Бына ошо март айыныҡы ғына. Апрелдә, май айында, йәйен, көҙөн уның мәшәҡәттәре күп, ҡосаҡлашып яратырға ваҡыты юҡ. Ҡыш буйы үҙ хәле саҡ. Ә бына март башланһа, ойоп йоҡлауынан уяна ла бөтөнләй икенселәй итеп йылмая башлай. Йәш кенә, матур ғына булып күренә уға март ҡояшы шул саҡта. Хас та теге фотолағы әсәһе. Әсәһенән шул сифатһыҙ "полароид" фото ғына иҫтәлеккә ҡалған шул. Хатта уның ниндәй икәнен дә иҫләмәй. Моғайын, ошо март ҡояшы кеүек салт, сағыу, дәртле булғандыр. Әсәһе уның ҡашынан түгел, башынан да һөйөп өлгөрмәгән. Тулғаҡ йонсоуҙарын күтәрмәгән. Һөйөр ине ул да балаһын...


Ул битен ҡояшҡа бора бирерәк ятты. Бөгөн тағы бер подъездан ҡыуып сығарҙылар. Эй, ҡыуһалар, әле. Март ҡояшы барҙа...

-Һин?!

Эргәһенә кемдер берәү килеп баҫһа ла, ҡыбырламай ҙа ята ине, таныш тойолған тауышҡа башын күтәрә биреп ҡараны. Тороп ултырҙы. Шунан ҡурҡыныс тауыш менән көлөп ебәрҙе.

- Нимә, таныныңмы әллә? Нимә тораһың! Кит! Хәҙер һиңә шаҡшы йоғор! Кит!!!

-Берәй нәмә кәрәкмейме?

- Кит, тим бит! Хәҙер төкөрәм атыу! Кииит!

Дуҫының туғаны әҙерәк арты менән сигенеп бара бирҙе лә боролоп шәп-шәп атлап китте. Эйе, был ул ине. Теге, ҡашына тиклем әсәһенә ҡәҙерле бала. Ә бына уның ҡәҙере булманы, кәрәкмәне берәүгә лә. Мәктәптә туғыҙҙы тамамлауға ҡулына аттестат тотторҙолар ҙа, хуш әйттеләр. Артынса шапылдатып ауылда мәктәпте ябып та ҡуйҙылар. Класташтары кеме ҡайҙа уҡырға китеп бөттө. Ә ул ҡалды. ПТУ ла юҡ бит, исмаһам, баш барып төртөргә. Ун биш йәшлек үҫмер кемгә кәрәкһен инде. Әлеге лә баяғы шул насар компанияға. Ауыл янындағы ҡасабаның шайкаһы ҡармап тотоп тартып алды үҙенә. Эшлектән сығыуы булды, унан да һөрөп сығарҙылар. Бына бит, хәҙер алама подъезға ла индермәйҙәр...


...Бурандан һуң ҡасабаның иҫке барактары янында кәүҙә таптылар. Өҫтөндәге аламаһына, картон түшәп, картон ябынып ятыуына ҡарағанда йәмғиәттең ниндәй ҡатламынан икәне күренеп тора ине. Шуға был хәлгә артыҡ иҫе китеп бошоноусы ла, ҡайғырыусы ла булманы. Бурандан һуң балҡып торған март ҡояшы ғына, бер ҙә сикәнмәй, туҙып төшкән сәстәрҙе, нуры киткән сикәне һәм төйөлөп ҡатҡан ҡаштарҙы һыйпаны.


Читайте нас: