Билдәһеҙ тип исем таҡҡандар!...
Билдәһеҙ түгел мин – исемем дә бар!
Иҫкән һуғыш елдәре – минуттар –
Исемде юйып, ҡалдырмағандар.
Ҡалдырыр инем дә яҙып таштарға,
Ҡалдырыр инем дә әйтеп яттарға:
“Мин бар!” тип, тик ул ваҡытта,
Тыуған йорттан бик алыҫта,
Мөһим түгел ине дошмандарға,
Бары илем тип янғанда алда, артта...
Теге яҡта ла, был яҡта ла
Улар – исемһеҙ ине барыһы ла...
Хәтер тигәнең – аяу икән, онотола.
Онотола булдымы был Кавказда,
Әллә Брянскта ҡола яланда.
Онотола, онотола исемдәр, ваҡиғалар...
Хәтерҙә тик һуңғы алыш, аҙымдар!
Ҡамалдыҡ тигән генә иҫтә,
Йәшәү юҡ тигән уй йөрәктә.
Ҡурҡыу – кемдер ҡастыҡ тине.
Батырлыҡ – кемдер ҡалдыҡ тине.
Ҡалдырмаҡсыһың халҡыңды?!
Ҡурҡаҡ, һатлыҡйән тигән исемде
Аяҙ көн күҙгә ҡарап үҙгәрә.
Әйтерһең дә булды был хәл төнөн!
Тик... Себеште сүпләгәндәй кисен
Бөрөшөп мөйөшкә һырышҡан..
Бер һалдат ҡына үлемдән ҡурҡмай,
Һалдат ҡына ғүмерен һанға һуҡмай...
Ҡан ҡатып тупраҡ әйләнгәндә,
Дошман түгел, әжәл беҙҙең менән алыша!
Һуңғы тын – һуңғы мөмкинселек –
Илем алдында яуап бирерлек!
Ғәйрәт һәм утҡа ялмандым,
Әжәл генә ҡырҡты юлымды...
Нимә генә булғандыр – белмәйем!
Үҙемде генә һаман эҙләйем:
Ерҙән, күктән, һауанан...
Билдәһеҙ һалдат – юғалған!
Тынлыҡ, тымды илауынан ер,
Был яуҙа ҡалды беҙҙең исем,
Уныһы булһа ла билдәһеҙ...
Исемең дә юҡ тиҙәр, һалдат.
Ҡайтмайса ярҙарына ҡабат.
Тарих битенә яҙылмағандар?!
Әҙме һуң эшләнгән батырлыҡтар
Үҙең менән ҡуша онотолғандар?!
Билдәһеҙ һалдат һәйкәле!...
Ҡараһаң ипләп кенә ялҡынын
Күрерһең билдәһеҙ һалдат батырлығын...
Рәхмәт һиңә, билдәһеҙ һалдат!
Рәхмәт һеҙгә, билдәһеҙ һалдаттар!