Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Германияға сәйәхәт йәки Заксенхаузен концлагеры буйлап

… Шулай бер көндө киләһе маршрут юлында Заксенхаузен концлагеры урынлашҡанын белеп ҡалдыҡ. Ул маршрутта юҡ ине. Экскурсовод ҡыҙҙарҙы шул концлагерга алып барырға күндерҙек. Улар өҫтән рөхсәт алғас, бара торған ерҙән баш тартып, төшкө аш та ашамайынса юлландыҡ лагерға.



Күҙҙәргә йәш ала торған тулҡынландырғыс 9 Май яҡынлаша…

Мин һуғыш тамамланып 15 йыл үткәс тыуғанмын. Әле лә хәтеремдә Еңеүҙең 25, 30 йыллығын байрам иткән йылдар.

Йәш саҡта дәшһәтле һуғыш үткән ерҙәрҙә булырға тура килде. Һуғыш үткән урындарҙы күреү һуғыштың ниндәй ҡот осҡос күренеш, уның бер ҡасан да онотолмай торған яра икәнен күңелгә һеңдерҙе. Мин был сәйәхәттән тетрәнеп ҡайттым.

(Бер эпизод тураһында ғына булыр һүҙем)


…Германияға сәйәхәткә барып ҡайтыуға ла 31 йыл булып киткән. Был сәйәхәт тураһында 31 йыл яҙырға йыйынам инде. Оҙон итеп яҙырға иҫәп бар былай. Уныһы һуңғараҡ булыр, алла бирһә.

1987 йылдың июнь айында беҙ, бөтәһе Бөрйәндән 4 кеше, Башҡортостан делегацияһы составында Чехословакия - Польша - ГДР - ға сәйәхәткә юлландыҡ…

…Германияла беҙҙе Советтар Союзында уҡып йөрөгән немец студенткалары экскурсовод булып оҙатып йөрөнөләр…

… Шулай бер көндө киләһе маршрут юлында Заксенхаузен концлагеры урынлашҡанын белеп ҡалдыҡ. Ул маршрутта юҡ ине. Экскурсовод ҡыҙҙарҙы шул концлагерга алып барырға күндерҙек. Улар өҫтән рөхсәт алғас, бара торған ерҙән баш тартып, төшкө аш та ашамайынса юлландыҡ лагерға.

Лагерь Ораниенбург ҡалаһы эргәһендә урынлашҡан. Ингән урында ҡапҡа эргәһендәге киоскыла дежур-экскурсовод ултыра. Ул беҙҙән ҡайһы илдән икәнде һорашты ла, Советтар Союзынан икәнде белгәс, төркөмгә бер нисә кешегә рус телендә яҙҙырылған аудиогид (магнитофон), лагерҙың картаһын бирҙе. Эстә ҡаршы алған, өйрәтеп ебәргән кеше әҫәре юҡ. Шулай ҙа була икән, тип лагерь территорияһына индек тә туҡтап ҡалдыҡ. Үҙебеҙгә үҙебеҙ ышанмай, алға атларға ҡыймай торабыҙ. Карталарҙан ҡарап, магнитофонды эшкә ҡушып, сәйәхәтте башланыҡ.

… «А» башняһы. Был башняға электропульт урынлашҡан. Өсмөйөш формаһында урынлаштырылған сәнскеле тимер сымдарға ошо пульттан ток китеп торған. Башняла (бындай башнялар байтаҡ ҡына) Заксенхаузендын комендатураһы , КПП-һы урынлашҡан.Ҡапҡала немец телендә «Работа делает свободным» тигән яҙыу тора. Алда ҙур майҙанда арҡыры ҙур блоктар ята. Аңламайбыҙ, бер яҙыу ҙа юҡ. Бик күптәр. Аудиогидты тынлайбыз: тотҡондар өсөн барактар урыны икән дә. Барактар алынып, улар урынына символик рәүештә блоктар һалып сыҡҡандар икән. Артабан китәбеҙ. Павильонға оҡшаған урындарға инәбеҙ. Музей-павильондар. Ҡурҡыныс күргәҙмәләр…

Заксенхаузен нацистик концентрацион лагеры 1936 йылдың июль айында үҙенең ҡара эшен – кешелеккә ҡаршы корәшен башлай. Был лагерь барлыҡҡа киләсәк башҡа лагерҙар өсөн “кадрҙар” әҙерләүсе зур үҙәк булып китә. Үлем фабрикаһында 100000 меңдән ашыу тотҡон һәләк була. Совет армияһының беренсе тотҡондары Заксенхаузенга килтерелгән. Крематорий торбаларынан көнө-төнө музыка аҫтында ҡара төтөн сығып торған. Нацистар режимына ҡаршы булған төрлө миллэт кешеләре бөтә Европанан ошо лагерға килтерелә. Улар хөрмәтенә лагерь майҙанында төрлө милләттәрҙе берләштергән стела ҡуйылған. Иң билдәле тотҡондарҙан И.В.Сталиндың улы Джугашвили Яков та ошонда килтерелгән була. Ҡасырға маташҡаны өсөн 1943 йылдың апрель айында һаҡсылар тарафынан атып үлтерелә. Украин националистарының лидеры Степан Бандера ла ошонда килеп эләгә. Ләкин немец етәкселеге уны иреккә сығара. Ошондай информацияларҙы белеп, тағы аптыраныҡ.

…Тотҡондарҙан йыйылған әйберҙәр күргәҙмәһе. Ҡырҡылған оҙон сәстәр һалынған моҡсайҙарҙы , алтын теш коронкалары йыйылған һауыттарҙы, башка бик куп нэмэрзе куреп тәндәр семерләп китә. Хатта кеше тиреһенән тегелгән сумкалар ҙа булған. Фотокүргәҙмәләрҙә ҡот осҡос күренештәр…

Барактар больницаһына инәбеҙ. Быяла һауыттарҙа төрлө ағыулы матдәләр яҙылған этикеткалар, ғәҙәти булмаған медицина инструменттары быяла шкафтарға урынлаштырылған. Фотоларҙа эксперимент үткәрелгән ябыҡ тотҡондар шешкән ҡулдары, аяҡтары, кәүҙәләре менән шарҙарҙан үрелеп фото төшөрөүсе гестапосыга текәлгәндәр. Нимәһе тетрәндерә: эксперименттарҙы совет кешеләрендә генә эшләгәндәр. Тәндәренә төрлө нәмәләр индереп, шуның ваҡытын теркәп, күпме ваҡытҡа тиклем сыҙағандарын һынап ҡарағандар. Һөҙөмтәләрен Германияның медицина институттарына ебәреп торғандар.

Кешеләрҙе үлтереү өсөн нимә генә эшләмәгәндәр. Бына матур итеп утындар стена хәтле итеп өс яҡлап теҙелгән ҙур соҡорға төшәбеҙ. Аптырайбыҙ: ҡалай матур итеп ярылған утындарҙы өйөп ҡуйғандар. Баҡтиһәң, бында тотҡондарҙы атҡанда, бындай утындан торган стеналар тауышты йота икән.

Дар ағастары күңелгә шом өҫтәй. Төрлөләре бар. Ырғаҡ менән ғәйепленең ҡабырғаһынан элеп ҡуйғандар. Ҡарап тора торғас үҙеңдең ҡабырғаң ҡыбырлап ҡуйған һымаҡ булып китә. Язаланған тотҡондарҙы күҙ алдына килтереп, күҙҙән ирекһеҙҙән йәштәр килеп сыға.

Артабан китәбеҙ. Z cтанцияһы. Бында массовый үлтереүҙәр ойошторолған. Асыҡ майҙанда ҙур мейес ауыҙҙары… Крематорий тигән ҡурҡыныс мейестэр. Ни эшләп аҫ яғы ғына ҡалған икэн, тигән һорауға аудиогидты тынлап, нацистар еңелә башлағас, крематорийҙың шартлатылыуы хакында белдек. Беҙҙе оҙатып йөрөүсе гидтар за совет армияһы яҡынлаша башлағас, лагерь етәкселеге мейестәрҙе шартлатып өлгөргән, тинеләр. Тотҡондо медицина бүлмәһенә индереп ҡарағандар. Буйын үлсәйбеҙ, тип уны стена буйыны баҫтырғандар, ә артта елкә тапҡырында тишек булған. Ул белмәй ҙә ҡалған, арттан, тишектән башына атҡандар. Икенсе бүлмәгә крематорийға һөйрәп сығарғандар. Мейес эсенән каталка сығып тора , шуға һалып мейес эсенә оҙатҡандар. Газ бүлмәләре лә ал-ял белмәй эшләгән. Тәндәр семберләп китә. Аңлы кеше аңлы кешене аңлы рәүештә фәхшиҙәрсә юҡ иткэн. Кемдәрҙер үҙҙәрен мәңгелеккә килгәнбеҙ, тип ҡыланғандарын тарихка эз итеп калдырыузарын куз алдына килтерзелэрме икан? Юктыр.

Карта беҙҙе тикшереу плацына алып килде. Трибуналар ҙа бар. Бында көнөнә 3 тапҡыр тикшереу уткәрелгән. Плацты уратып төрлө матдәләрҙән торган - ҡырсын, ер, асфальт, күмер һ.б. – 9 төрлө йугереу юлы һалынған. Был дорожкалар буйлап тоткондарҙы 40-50 километр йүгерткәндәр. Хәлдәре бөткәндәрен трибунала ҡарап, байрам итеп ултырған гестапосылар ярышып атып ултергәндәр. Язаны ҡатмарландырып, тотҡондарға 1-2 размерга бәләкәй аяҡ кейеме кейҙереп, ошо дорожкаларҙан йүгерткәндәр, өҫтәп 10—25 кг ауырлыҡтағы мешоктар йөкләткәндәр. Куҙ алдына килтерергә фантазия етмәй. Ә уларҙың фантазия иҫ китмәле. Кеше язалауға ла фантазия кәрәк икән дә. Фашизмдын ысын йөҙөн үҙ куҙебеҙ менән күреп, һүҙһеҙ ҡалдыҡ.

Лагерҙан сыҡҡан да бер кемдең дә тауышы сыҡмай ине. Әйтерһең дә беҙҙе алмаштырып сығарҙылар.

…Һуғыш – һуғыш ҡына түгел, кешене кешелектән сығара торған ҡорал икәненә инанып ҡайттым мин фашизм ҡоторған ерҙән.



Читайте нас: