Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Урамда аҡса таратһаң...

Ергә икмәк валсыҡтары һипһәң, аяҡ аҫтын шунда уҡ күгәрсендәр һырып ала. Ашайҙар-ашайҙар ҙа осоп китәләр. Улар рәхмәт әйтә белмәй. Осоп барышлай, башыңа “мисәт” һуғып китмәһәләр шәп


Ергә икмәк валсыҡтары һипһәң, аяҡ аҫтын шунда уҡ күгәрсендәр һырып ала. Ашайҙар-ашайҙар ҙа осоп китәләр. Улар рәхмәт әйтә белмәй. Осоп барышлай, башыңа “мисәт” һуғып китмәһәләр шәп. Ә бына улар араһында һандуғастар, бөркөттәр булмаясаҡ. Сөнки был ҡоштар икенсе төрлө: аҫыл, абруйлы, ғорур заттан. Улар үҙҙәренә аҙыҡты үҙҙәре таба.

Урамда аҡса йә бушлай әйбер тарата башлаһаң да, оҙон сират теҙеләсәк. Әммә ғорур, абруйлы, үҙ-үҙен хөрмәт иткән кешеләр туҡтамай үтерҙәр. Сөнки улар өйөр эсендә терһәк менән төрткөләшеп, талашып, үҙ бәҫен ебәреп йөрөмәйәсәк. Ундайҙар үҙҙәренә ризыҡты үҙҙәре таба.

Бөтәһенә лә ярҙам итергә яратҡан ИЗГЕ КҮҢЕЛЛЕ, ЙОМАРТ КЕШЕНЕҢ ТРАГЕДИЯҺЫ шунда ла инде. Уны әрһеҙ “күгәрсендәр” генә уратып ала, эргәһендә эй этешә, төртөшә, ә “бөркөттәр” юғарынан күҙ һалып ҡына осоп үтеп китәсәк. Уның изгелегенә шул тиклем өйрәнеп китерҙәр, хатта күп ваҡыт рәхмәт әйтергә лә оноторҙар. Башына сы…п китмәһәләр әле. “Кисә күберәк биргәйне, бөгөн әҙ” тип һөйләнеүселәр табыласаҡ. Ҡайһы бер президентлыҡҡа, Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар урамда халыҡҡа аҡса таратыуҙары тураһында телевизорҙан күрһәтеп торалар. Шул кешеләр бөтәһе лә һайлауҙа уға тауыш бирәме ни? Күбеһе унда барып та тормай. Аҡсаны алғас та, эстән “Пошел ты…” тип китеүселәре лә етерлектер…

Минең яҡын кешеләрем араһында ла шундай икәү бар. Изгелекте уңлы-һуллы тараталар. Уларҙан күпме аҡса алһаң да, һуңынан ҡайтармаһаң да була. Көтөп йөрөй-йөрөйҙәр ҙә “оноталар”, тағы һорап килһәләр, ҡыуана-ҡыуана тағы биреп сығаралар. Тик ниңәлер уларҙың изгелеге менән иң күп файҙаланған кешеләр аҙаҡтан яуызлыҡ менән яуап ҡайтарып ҡуялар. Берәүһен хатта үҙе телефон бүләк иткән кеше шул уҡ телефонды урлауҙа ғәйепләп ҡуйҙы. Һуңынан телефонын өйөндә тапҡас, ғәфү үтенергә намыҫы етмәне. Билдәле, тормош законы шундай: ит изгелек – көт яуызлыҡ. Ысынлап та, изгелекте үҙең изгелек эшләгән кешенән һәр саҡ көтөп алып та булмай. Изге кешегә изгелекте һуңынан Аллаһы Тәғәлә үҙе ебәрә. Әлеге ике ҡатын да хәлле генә йәшәйҙәр, аҡса унан-бынан инеп тора. Тимәк, бумеранг законы ла эшләй. Әммә быныһы инде – бөтөнләй икенсе тема…



Читайте нас: