Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә тигән мәҡәл ни тиклем дөрөҫ икәнен ошо йәшкә етеп яңы инандым. Тормош иптәшем һүҙ араһында минең өсөн ҡолап киткәндәй яңылыҡ әйтеп ысҡындырҙы: баҡһаң, элекке бер коллегам беҙ өйләнешер алдынан уға ла, туғандарына ла барып, минең турала ҡот осҡос ғәйбәттәр һөйләп, арабыҙҙы бутарға маташҡан икән. “Шуны һөйләү өсөн һиңә ун биш йыл ғүмер үтеүе кәрәк булдымы?” – тинем асыуланып. “Кәйефеңде төшөргөм килмәне. Барыбер мин уны тыңламаным даһа”, - булды яуабы. “Ә мин белмәй, ул ҡатын менән дуҫ булып йөрөнөм, уны хөрмәт иттем, хатта идеал тип һананым, уға оҡшарға тырыштым”, - тинем үкенеп. Һуңыраҡ был ханымдың тағы әллә күпме аҫтыртын этлектәре асыҡланды.
Тағы бер миҫал. Яңы ғына эшкә килгән бер коллегам минең өҫтән ялыу яҙҙы. Йәш кешенең тик торғандан этлеккә бармаҫын, кемдер уны оҫта файҙаланғанын аңлағанлыҡтан, мин уға артыҡ асыу тотманым, әлбиттә. Тормош юлдарыбыҙ аймылышҡайны, әммә күптән түгел ул ҡыҙ урамда тап итеп, минән ғәфү үтенде. Намыҫ ғазабы кисереүен һөйләп: “Йәш булдым, кемдең кемлеген аңламай инем, кеше ҡотҡоһона бирелдем. Бер һүҙ ҙә үҙемдеке түгел ине, Фәлән апай миңә диктовать итеп яҙҙырҙы”, - тип ихлас күңелдән кисереүемде һораны ул. Иң аптыратҡаны шул: уны ҡотортҡан кешеләр, мин бығаса уйлағанымса, дошмандар түгел, ә әлеге лә баяғы үҙем ышанып йөрөгән, кәрәк саҡта ярҙам ҡулымды һуҙған, бер табаҡтан ашаған “дуҫтар” булыуын асыҡлап тағы ҡолай яҙҙым. Теге “Фәлән апайҙың” аҙаҡтан бер нәмә булмаған кеүек ҡыланып, хатта үҙенең ҡара эштәрендә мине “иметь” итергә тырышып йөрөгәндәрен иҫләп кенә асыу ҡабарҙы.
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан беленә, тиһәләр ҙә, тәүге осраҡта миңә 15 йыл, икенсеһендә 6 йыл дөрөҫлөктө белмәй, арҡаға бысаҡ ҡаҙарға һәләтле кешеләр хаҡында яңылыш фекерҙә йәшәргә тура килде. Әммә тормош барыбер бөтәһен дә үҙ урынына ҡуйҙы: ханымдарҙың тәүгеһе үҙе ғаилә бәхете күрә алманы, икенсеһе баштарҙы ашап, өҫкә үрмәләһә лә, бер нисә айҙан “ҡолап” төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Былары инде икенсе бер мәҡәлдең дөрөҫлөгөн раҫланы: “Кешегә баҙ ҡаҙыма, үҙең төшөрһөң”…