Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Эт өсөн 45 мең дә йәл түгел!..

Мин дә ҡыҙыҡһынып тыңлайым, күҙем - хаҡында: 45 мең генә тора шул! Ирекәй бер аҙ тыңлап торҙо ла: "Уларҙы миңә нимәгә һөйләйһегеҙ? Уны мин үҙемә түгел, этемә алам...


Магазинда йөрөйөм. Быуып алып барған эҫенән һуң бында һалҡын, рәхәт. Спорт тауарҙары бүлегенә барып индем. Һатып алырға уйым булмаһа ла, ҡараштырып йөрөйөм. Уныһына ла күҙ ҡыҙа, быныһына ла. Их бынау тренажерҙарҙың береһен булһа ла алып өйгә ултыртып ҡуйғанда, тип хаҡтарын байҡайым: ун меңгә, ун бишкә алырға була икән дәрт иткәндә... Консультантты эйәртеп бер ир килеп торҙо. Егет кеше теге иргә беговая дорожканың уңайлы яҡтары, файҙаһы тураһында һөйләргә, аңлатырға тотондо. Мин дә ҡыҙыҡһынып тыңлайым, күҙем - хаҡында: 45 мең генә тора шул! Ирекәй бер аҙ тыңлап торҙо ла: "Уларҙы миңә нимәгә һөйләйһегеҙ? Уны мин үҙемә түгел, этемә алам... - тип консультантты туҡтатты. Һораулы ҡараштарға асыҡлыҡ индерергә теләп шикелле, өҫтәп ҡуйҙы: - Көнө буйы эштәбеҙ, этебеҙ менән йөрөргә ваҡытыбыҙ юҡ, уға ла энергияһын нисектер сығарырға кәрәк бит!.." Бәхетле ирекәй менән консультант касса яғына атланы...Бына бит, кемдер үҙенең һаулығы өсөн ун меңлек тренажер ала алмай, кемдер ҡырҡ биш меңлекте эте өсөн йәлләмәй. Шуның менән ҡыҙыҡтыр ҙа инде был донъя!..
Читайте нас: