Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ғаиләм усағы...

Күп балалы ғаиләләрҙе ғәҙәттә ,,бахырҙар" иҫәбенә ҡуйырға күнеккәндәр... Моғайын, күмәк ғаиләлә үҫеп ҡарамағандарға киләлер ундай уй...


Күп балалы ғаиләләрҙе ғәҙәттә "бахырҙар" иҫәбенә ҡуйырға күнеккәндәр... Моғайын, күмәк ғаиләлә үҫеп ҡарамағандарға киләлер ундай уй...

Юҡ, мин үҙемде бик бәхетле итеп тоям. Аллам биш малайымды насип итеп, миңә бик ҙур әсәйлек бәхетенән өлөш биргән. Нисә бала булыуға ҡарамаҫтан, әсәй булған һәр кем бала үҫтереү кеүек мәшәҡәтле лә, һөйөнөслө лә бурыстың бөтә кимәлдәрен үтә. Ҙур ғаиләле булыу бик ҡыуаныслы бит ул. Ундай өйҙәрҙә бер ҡасан да күңелһеҙ булмай, яңғыҙлыҡ тойолмай. Иң мөһиме, кемдер һәр саҡта ла кемгәлер кәрәк,терәк.

...Рәхмәтлемен Аллама. Балаларым өсөн. Улар миңә йәшәү көсө биреп торған ҙур терәк. Тормоштоң төрлө сетерекле хәлдәренән дә мин тик ошо малайҙарыма йәбешеп сыҡтым. Арығанда арымай, йоҡлар саҡта йоҡламай, йыбанмай, бөгөлгәндә һынмай, ҡолап киткәндә лә уларға таянып тороп баҫтым. Илағанда ла, инде түҙмәҫ саҡтарҙа ла түҙеп, тик ошо балаҡайҙарыма һыйынып, артабан йәшәр көс таптым.

Эйе, рәхмәтлемен уларға. Хәҙерге көндә ян-яғымдан "әсәй" тип торған ошо төрлө йәштәге ир-егеттәргә ҡарап, үҙемде һаҡлаулы, яҡлаулы, ҡәҙерле тоям. Хатта 42 йәштә сағымда бишенсе балама әсәй булғанда ла, үҙемдә йәш барыуын тойманым. Сөнки улар янында минең уҙған йылдарым тойолмай. Гел генә кәрәкле булғанлығымдан тормошомдоң бәҫе арта.

Бер ҡасан да балаға йонсоманым. Күпме ыҙалы мәлдәр үткәрһәк тә, гел генә Аллам һәр кемгә үҙенә тейеш йөк һала бит, тип ҡабул иттем. Һәр береһенең үҙ ҡылығы булһа ла, бөтәһен дә тигеҙ күрәм, әсәй йылылығын да тигеҙ бүләм.

Улар өсөн йыбанмайым бер ҡасан да. Тәүлектең ҡайһы өлөшө булһа ла, мин улар өсөн һәр саҡ уяу, ваҡытым сикһеҙ.

Һәр нәмәнең дә үтер сағы бар бит. Өлгөрөп ҡалырға кәрәк. Тыуған оянан осҡан ағайҙары артынан бәләкәйҙәре лә ҡуҙғалыр, аллабирһә, мәле еткәс. Әле уларҙың ошолай бишәүләп янымда шаулап уйнап-көлөп, йүгереп туп тибеп йөрөүҙәренә лә алдан һағынып ҡарайым. Уларҙың тауыштары ла һәр саҡ танһыҡ миңә. Бешергән аштарымды ла, яһаған сәйҙәремде лә Алламдан егеттәремә көс, яҡшылыҡ бир инде, тип теләп әҙерләйем.

Өй эсендә аталары менән бергә алты ир-уҙаман. Йәйгелеккә бергә йыйылғанбыҙ. Ваҡытлыса. Уларға ҡарап ҡыуанам да, ошо үтер бәхетле мәлдәрҙе аҙаҡтан ҡат-ҡат иҫләрмен, тип алдан һағышланам да...

Бер ҡасан да балаларымдан тарһынманым. Айырып ҡараманым. Булдыра алғанса һәр береһенең йөрәгенә яҡшылыҡ, күңелдәренә ыңғай сифаттар миҫалдарын һалырға тырыштым. Үҙ-ара ирешеп-талашып үҫмәнеләр. Үҙебеҙ ҙә алмашлап төнгө сменаларҙа эшләгәнгәме, берен-бере риза булып ҡараштылар. Бүлешә беләләр. Был да бик һәйбәт сифат. Берәрләп бирә алғанда ла, бер нәмәне бүлеп биреп өйрәттем. Ғәҙәт бит өйрәнеүҙән килә.Бүлешеп өйрәнгәндә генә үҙ-ара бер-береңдән ҡыҙғаныу булмаясаҡ...

Аллам беҙгә бала итеп бирһә лә, һәр әҙәм балаһы ла уның ҡолдары. Әсә булған кешенең баланы үҫтереп ебәреүенә ҡушылып, кеше итеп дөрөҫ тәрбиәләү бурысы ла бар. Раббым алдында аҙаҡтан улар өсөн атай-әсәй ҙә һынау тота бит. Күп дөрөҫлөктәр бала саҡта нығыраҡ һалынһын ине шул сабый аңына. Йыбанмайым. Һөйләйем, өйрәтәм. Әле бит улар минең янымда Ишетер, аңлар, ҡабул итер ваҡыттары бар.

Биш тағанға оҡшатам уларҙы. Аталары ошо тағандарҙы бергә тоташтырған терәк. Ә мин инде - улар ышығындағы тулы ҡаҙан. Ә ерҙә ошо ғаиләмде нығытып, йылытып, туйындырып, ҒАИЛӘМ УСАҒЫ яна. Быҫҡымай ул. Әлхәмдүлиллаһ, балҡып ,яҡтырып яна. Күп көс һалдым ошо уттың гел ялҡынланып тороуына. Үҙемде йәлләмәнем. Һынауҙарҙан һынманым. Шөкөр. Намыҫым да таҙа. Кеше күҙенә тура ҡарап, әйтер һүҙҙәрем дә бар. Йәшенмәнем. Ҡасманым. Урлашманым. Алдашманым.Эштән йыбанманым. Гел генә: "Балаларым ни әйтер аҙаҡ, нисек улар өсөн өлгө булырмын?" - тип, үҙемдән яҡшылыҡ эҙләнем.

...Ғүмер үтә. Мин дә һөҙөмтәләрен алдыма һалырлыҡ ғүмеремдең ниндәйҙер йәшәйеш баҫҡыстарын үрләнем.Ҡыҙармайым үҙем өсөн. Сөнки минең тырышып яҡҡан ҒАИЛӘ УСАҒЫМ яна. Ҡаҙаным ҡайнай. Биш таяулы терәгем бар. Бөтәһе лә ҡәҙимгесә, ябай, кешесә. Аллам насип иткәнсә. Мең шөкөр!



Читайте нас: