Бөтә яңылыҡтар

Иҫкәртеү. Хикәйә.

- ...Һеҙгә йәшәргә бик аҙ ҡалған, әйтмәй булдыра алмайым. Туған-тыумасалар, балаларығыҙ менән хушлашырға ашығығыҙ...


Рифат, ҡара һөрөм баҫҡан йөҙөн йәшереп, башын баҫып тынып ҡалған. Тәне йомшарған, аяҡ быуындары еңелсә ҡалтырай, үҙе уттай яна.

Табипҡа күренеп, тейешле анализдар биргәс, барыһы ла асыҡланды.

- Һеҙгә йәшәргә бик аҙ ҡалған, әйтмәй булдыра алмайым. Туған-тыумасалар, балаларығыҙ менән хушлашырға ашығығыҙ.

- ...

-Эйе, эске ағзаларығыҙ ныҡ йәрәхәтләнгән, был осраҡта бер нимә лә эшләй булмай шул! Хәйер, үҙегеҙҙә бөтә ғәйеп - һаулыҡ һәр кемдең үҙ ҡулында бит!

Ҡатынының күҙенә нисек ҡарар инде, күпме әйтте бит уға, өгөтләп тә, әрләп тә ҡараны, юҡ, тыңламаны! Бына хәҙер ул әйткәндәрҙең барыһы ла дөрөҫкә сыҡты! Аҡыллы шул ҡатыны, алтын, тик һуңлап аңланы быны ире.

Дауахананан ҡайтҡас, нимә эшләргә белмәй, аптырап ҡалды. Ваҡыт аҙ ҡалған тине бит әле табип. Бер минутты ла бушҡа әрәм итергә ярамай! Тәүҙә бынау ауырға торған бағаналарҙы тигеҙләп ултыртайым, рәшәткәләрҙе ҡағып, йорт алдын тәртипкә килтерергә кәрәк, юғиһә ҡатынына ҡыйынға тура килер бит былай ҙа, тип уйлап алды ла эшкә тотондо. Ихата янын матурлағас, үҙе лә иҫе китеп ҡарап торҙо - нисәмә йыл ҡулы етмәне бит ошо эшкә, баҡтиһәң ,пүстәк кенә булған икән.

Тыштағы эштәрен бөтөрөп, өй эсенә ингәс, тынып ҡалды, бөтмәҫ һағыш баҫып, илап ебәреүҙән көскә тыйылды. Балаларының фотоларына ҡараны, ҡалтыранған ҡулдары менән яратып, һыйпап алды. Был ялда ҡайтһалар, туйғансы яратып алыр бәләкәстәрен, юҡһа теге юлы йүнләп күрә лә алманы, вахтанан ялға ҡайтҡан әшнәһе менән оҙаҡлап күңел асып ултырғайны, бына бер йүләр - балаларын көн дә байрам кәйефен көҫәп йөрөгән дуҫына алмаштырған бит! Юҡ, был хатаһын да төҙәтер, аҙаҡ мине гел яҡшы яҡтан ғына иҫкә алырлыҡ булһын, тип уйланы атай кеше. Үҙенең уйҙарынан күҙҙәренә йәш тулды... Мәрхүм атаһы менән әсәһенең рәсеменә ҡарағас оят булып китте, күптән зыяратты барып күргәне юҡ, ятҡан урындарын сүп-сар баҫып киткәндер инде, иртәгә үк быны төҙәтергә кәрәк, ҡайтышлай мәсеткә инеп улар рухына хәйер ҙә һалып сығыр...

Йорт эсен тағы бер байҡап алды Рифат: матур гөлдәр күҙ яуын алып ултыра, бөтә ерҙә тәртип, бөхтәлек. Бынау шкаф ишеге генә ҡайырылып төшөргә тора, уныһын да һә тигәнсе төҙәтеп урынына ултыртып ҡуйҙы.Аһ,аһ, нимәгә тотонһа - шул ҡулынан килә икән дәбаһа! Ә ул...ҡатынынан инәлттереп, мең тапҡыр әйттермәйенсә бер эш ҡыйратманы, эх, әле булһамы! Йүгереп йөрөп донъяһын бөтәйтер, әйткәнен дә көтмәйенсә эсен-тышын ялт иттерер ине! Шунанмы... шунан ҡатынына көн һайын сәскә, йә берәй бүләк тотоп ҡайтыр - донъяла бер генә йәшәйбеҙ бит! Әтеү, 8 мартта ғына эләкһә эләгеп ҡуя бер сәскә...Ҡәҙерен белмәне, бер йылы һүҙ әйтмәне шикелле нисәмә йыл йәшәп. Ҡатыны балаларын ҡарарға ла, эшкә барырға ла, йорт эсен тәртиптә тоторға ла, уның ҡайтыуына ашарға хәстәрләргә лә өлгөрҙө. Рифаттың күңелен әрнеү ҡатыш үкенес биләп алды. Туҡта, бөгөн ҡатын ҡайтыуына берәй тәмле ризыҡ бешереп ҡуяйым әле, тип аш бүлмәһенә йүнәлде. Ҡатыны иртән өлгөрмәгән һауыт-һабаны йыуайым тиһә - һыу бөткән. Хәҙер һәр кемдең йортонда һалҡын һыуы,эҫе һыуы крандан ағып тора, улар ғына ауыл уртаһындағы ҡойоға һыуға йөрөй. Ҡатынының өй эсенә һыу кертәйек тигән һүҙҙәрен ҡолағына ла элергә теләмәне:

- Һыуға ла бармайынса нисек ваҡыт үткәрергә итәһең, - тип битәрләне. Үәт, иҫәүән, ҡатынының әҙерәк кенә тормошо еңеләйһә, бөгөн ошолайтып үкенеп тормаҫ ине бит.

Рифат һыу килтереп, аш ҡуйҙы. Иҙәнгә сайпылған һыуҙы һөртөп алайым тиһә, серей башлаған таҡта ярығына аяғы ҡыҫылып, ауыртыуҙан ҡысҡырып ебәрҙе...

...Шыбыр тиргә батып уянып китте Рифат. Бәй, был бит төш кенә булған! Эй, Хоҙайым ниндәй бәхет - уға бер нимә лә янамай, ул тере, йәшәй! Белгән доғаларын ҡабатлап, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәр уҡыны...Янында йоҡлап ятҡан ҡатынын уятмаҫҡа тырышып, карауатынан торҙо ла тышҡа сыҡты. Яҙ һауаһын тәрән итеп һулап, ғәҙәттәгесә тәмәке ҡабына үрелгәйне, утҡа тейгән кеүек ҡулын тартып алды.

- Юҡ, бөгөндән тартмаясаҡмын, һинең арҡала саҡ ҡалдым, - тип үҙенән-үҙе һөйләнеп ихатаға атланы. Тормош матурлығына беренсе тапҡыр күргәндәй һоҡланды.