Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хаттарҙа - яҙмыштар
7 Август 2018, 17:46

Тел Ҡытайға еткерер

Ҡытайҙа уҡып йөрөгән ауылдашымдың каникулға ҡайтҡанын ишеткәс, үҙен күрмәйенсә түҙә алманым. Нәйлә Хәйретдинова әләкәйҙән яҡшы уҡыны ул, бала саҡтан төрлө илдәрҙең мәҙәниәте, сәнғәте менән ҡыҙыҡһынды...


Ҡытайҙа уҡып йөрөгән ауылдашымдың каникулға ҡайтҡанын ишеткәс, үҙен күрмәйенсә түҙә алманым. Нәйлә Хәйретдинова Өмөтбай ауылы ҡыҙы. Бәләкәйҙән яҡшы уҡыны ул, бала саҡтан төрлө илдәрҙең мәҙәниәте, сәнғәте менән ҡыҙыҡһынды, уларҙы төптәнерәк өйрәнергә хыялланды. Мин үҙем ауыл китапханаһында эшләнем, ә китапхана Нәйләнең яратҡан урыны булды. Мәҙәниәткә бәйле китаптар һайлауына аптырап та, һоҡланып та ҡарай инем. Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, Башҡорт Дәүләт университетының философия һәм социология факультетының культурология бүлегенә уҡырға инде. Һайлаған һөнәре мәҙәниәткә һәм сәнғәткә бәйле. Рус телен туған теле кеүек белгән ҡыҙ университетта инглиз, ҡытай телдәрен яратып үҙләштерә. Ляонин университетынан килеп уҡытҡан Гун Лэйгә һәм Илүсә Ривал ҡыҙына рәхмәтле Нәйлә. Уҡытыусылары ла ҡыҙҙың ҡытай телен оҡшатҡанын, өйрәнергә ынтылғанын, телдәргә һәләте бар икәнен күрмәй ҡалмай, өҫтәмә дәрестәр биреп, хәлдәренән килгәнсе телде үҙләштерергә ярҙам итә. Сит илгә барып уҡырға ла улар кәңәш итә. Үҙендә ышаныс тойған ҡыҙ бәхетен һынап ҡарамаҡсы булып, халыҡ-ара телдәрҙе өйрәнеү маҡсатында, имтихан тапшыра. Һынауҙы уңышлы үтә Нәйлә, һәм уны Төнъяҡ Ҡытайға, Шеньян ҡалаһының данлыҡлы Ляонин университетына уҡырға саҡыралар .

Атаһы менән әсәһенә ҡыҙҙарының“ сит илгә уҡырға китәм” тигән хәбәре аяҙ көндө йәшен йәшнәгән кеүек тәьҫир итә. Һөйөнөргәме, көйөнөргәме, тип аптырап ҡалалар. Әммә яйлап ҡыҙҙары һайлаған был аҙымға күнеп, фатиха бирәләр. Шулай ҡыҙҙарына булған ышаныстарын, һайлаған юлы менән ризалыҡтарын белдерәләр.

Шулай итеп, нескә һәм шул уҡ ваҡытта көслө, маҡсатлы тәүәккәл башҡорт һылыуы алыҫ тарафтарға юл ала. Уның менән бергә ун студент һәм Башҡортостанға килеп белем алып йөрөгән Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙаҡстан студенттары ла юлға сыға. ”Улар менән тиҙ дуҫлаштыҡ. Ҡәрҙәш телдәр булғас, бер-беребеҙҙе аңлауы ауырлыҡ тыуҙырманы. Әле лә, осрашһаҡ, һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй” – ти Нәйлә.

Өфөнән – Мәскәүгә, артабан Пекинға осалар. “Юлға 25 мең аҡса китте, – тип һөйләне ҡыҙ тәүге тәьҫораттары менән уртаҡлашып. – Килеп төшкәс тә ҡыйын булды. Бөтә нәмә ят. Сит телдә һөйләшәләр... Ҡайҙа ҡарама “социализм”, “коммунизм” тигән яҙыуҙарҙы, ураҡ, сүкеш төшөрөлгән плакаттарҙы күреү ҡыҙыҡ булды. Ҡытай – матур ил. Бөтә ерҙә таҙалыҡ. Йорттарҙың СССР заманында беҙҙең илдә төҙөлгәндәренә оҡшаштары күп, заманса архтектура менән һалынғандары ла бар. Бында йылы, тик... атмосферала бысраҡ төтөн, һуларлыҡ түгел. Ҡалын материалдан тегелгән, күп тапҡыр ҡулланыла торған маска кейеп йөрөйбөҙ. Сәнәғәт ныҡ үҫешкән, аҙым һайын ниндәйҙер химик завод-фабрикалар. Шул заводтарҙың торбаларынан ҡап-ҡара төтөн сыға ла инде. Юҡҡа ғына бөтә донъяны осһоҙло Ҡытай әйбере баҫмаған икән... Әле үҙебеҙ ҙә ҡытай баҙарына барғандан һуң баш ауыртып тора. Быйыл әллә нисә йылға беренсе тапҡыр ҡар яҡған”.

Университетта уҡыуҙар инглиз, ҡытай телдәрендә алып барыла икән. Бөтә йөҙөнөң төрлө төбәктәренән килеп уҡыйҙар. Һиндостан , Пакистан, Африканан килгән йәштәргә уҡыу ауыр бирелеүен телгә алды Нәйлә. Ә Рәсәй студенттәры ҡытай иероглифтарына тиҙ төшөнөп алған.

Нәйлә телде өйрәнеү класында уҡый. Сит ил студенттары бөтә уңайлыҡтары булған ятаҡта йәшәй. Уҡыу, йәшәү бушлай, хөкүмәт ҡарамағында. Өлгәшмәгән студенттарға ярҙам ҡулы һуҙырға һәр ваҡыт әҙер Нәйлә. Урындағы ҡытайҙарға рус телен өйрәтеүҙе лә ҡыҙыҡ күрә. “Студенттар менән аралашыу күңелле, – ти Нәйлә. – Төрлө телдәрҙә һөйләшәләр, һәр береһенең үҙ ғөрөф- ғәҙәте, йолалары, аш-һыуы, бейеү-йырҙары. Улар менән бер-беребеҙҙе таныштырабыҙ, бүтән милләттәр тураһында күп нәмә белеп ҡалабыҙ. Уҡытыусылар ҡытай милләтенән, дәресте инглиз телендә лә, ҡытайса ла аңлаталар. Рәсәйҙе беләләр, халҡына хөрмәт менән ҡарайҙар, “тик һеҙҙә һыуыҡ” тип аптырайҙар. Ҡытай ҡыҙҙары ҡурсаҡ һымаҡ кейенергә ярата, европа кейемдәренә өҫтөнлөк бирәләр. Аҡ күренер өсөн биттәренә ҡалын итеп пудра һөртәләр. Ә егеттәре классикаға өҫтөнлөк бирә. Ни эшләптер сит ил халҡы менән фото төшөүҙе ҡыҙыҡ күрәләр...”

Ҡытай кешеләре кредитҡа әйбер алмай икән. Аҡсаны һәйбәт эшләйҙәр, ҡыйбатлы ғына машиналарҙа йөрөйҙәр. Ныҡ тырыш халыҡ, шуға ла, төрлө ҡатламдан булыуҙарына ҡарамаҫтар, иркен йәшәйҙәр. Юғары белемгә ынтылалар. “Урамда йәйәүлеләр, велосипед, мотоциклда йөрөгәндәр шул тиклем күп, аңғарып ҡына йөрөмәһәң, тапалып ҡалырға ла мөмкин”, – ти Нәйлә. Ҡытайҙа бер генә бала табырға рөхсәт итәләр, икенсеһен тапһаң, налог түләргә кәрәк икән. Тиҙҙән өсөнсөһөн табырға рөхсәт ителәсәк, тигән хәбәр йөрөй, ти.

Ҡытайҙа татар халыҡ үҙәге бар тип ишеттек, тип тә әйтте Нәйлә. Ситтә йәшәп тә үҙ телдәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен онотмай, төрлө милли байрамдарын үткәрергә тырышалар икән.Телебеҙ юғалып бара, тип беҙ бында дәүләтте ғәйепләйбеҙ, ә улар Ҡытайҙа йәшәп тә үҙ телдәрен һаҡларға өлгәшә.

Ҡытайҙар театрҙарға ла ихлас йөрөй. Китапханалары ла бик күп. Китап уҡырға яраталар. Интернет әҙ булғанға, бөтә һорауҙарға яуапты китаптан эҙләйҙәр. Реклама беҙҙең илдәгегә ҡарағанда күберәк.Телевизорҙан дә көнө-төнө күрһәтәләр, аҙыҡ-түлек төрөлгән ҡаптарҙа ла етерлек. Урам буйында ла ҡысҡырып әйберҙәренә реклама яһап йөрөйҙәр.

Ҡытайҙа беҙҙән өс сәғәткә айырма. 16 февраль – уларҙың Яңы йыл байрамы һәм был мәлдә урамдарҙа ҡыҙылға буялған фонарҙәр , плакаттар эленә. Ҡыҙыл – уларҙың яратҡан төҫө – бәхет төҫө.

Ял көндәре йәйәүләп ҡала буйлап йөрөргә ярата Нәйлә. Ҡытай тураһында күберәк белгем килә, ти ул. Ҡытай, Япон һуғышын сағылдырған музейҙарҙа булған. Киләсәктә Пекин, Шанхай, Гуангжоу, Далянь ҡалаларын , данлыҡлы ҡытай стенаһын күрергә хыяллана.

Ағастарҙың һирәк үҫеүе сәйер тойолған ҡыҙға. “Тыуған яғыбыҙҙы иҫкә төшөргән ҡайын ағасын күреп, иҫ киткес ҡыуанғайным! Башҡаларын танымайым, – тип һөйләне ул. – Ятаҡ эргәһендә ят өс ағас үҫә. Япраҡтары йәшел саҡта берәү ҙә килмәй ине, һарғайғайны, кеше өҙөлмәй , һәм шуға иғтибар иттем: уның янында ғаиләләре менән фотоға төшәләр. Күрәһең, үҙҙәренең берәй ырымы бар. Урам уртаһында балалары менән ҡағыҙ яғып ултырған ҡайғылы кешеләрҙе йыш осратырға тура килә. Аптырап, уҡытыусынан һорағайныҡ, “шулай үлгән туғандарын иҫкә алалар.Тәүҙә ҡағыҙ битенә мәрхүм тураһында матур иҫтәлектәр яҙалар ҙа, аҙаҡ яндыралар, тип аңлатты...”

Ололары спорт менән күп шөғөлләнә. Парктарҙа йүгереп, күнегеүҙәр эшләп, йырлап-бейеп йөрөгәнен кешеләрҙе йыш осратам, ти Нәйлә.

Әйберҙәр, хаҡтар тураһында ла бер аҙ һөйләне Нәйлә: “Магазиндарҙың метрола, ер аҫтында урынлашҡандарында әйберҙәр осһоҙораҡ. Ә ер өҫтөндәгеләрендә ныҡ ҡиммәт. Унда әйбер осһоҙ, тиһәләр ҙә, улай түгел. Аҙым һайын ҡытай аш-һыуы һатылған киосктарҙа ла, магазиндарҙа ла хаҡтар тешләшә.Күберәк дөгө, йәшелсәгә өҫтөнләк бирәләр. Тауыҡ итен бөтөнләй күргәнебеҙ юҡ. Эт итенән бешерәләр, тигәнде ишеттек тә, беҙ хәҙер ғөмүәмән ит ризыҡтары ашамайбыҙ...”

Сер түгел, сәнәғәттең һәр тармағында сит телдәр белгән белгестәргә ҡытлыҡ ҙур. Яҡшы уҡыған ауылдашыма ла уҡыуын артабан дауам итергә тәҡдим иткәндәр. Контракт төҙөргә саҡырғандар. Нәйлә әле ризалашмаған. Өс йыл буйына бындағы бысраҡ һауаны һулап, ҡалайтып йәшәмәк кәрәк, тип уйлай ул.

Туғандарына алып ҡайтҡан бүләктәр менән ҡыҙыҡһындым. Цзянсу провинцияһындағы Тайху күлендә үҫкән йәшел сәй, Улун сәйе, рауза сәскәһенең тажынан эшләнгән тәм-том, сей иттән эшләнгән кәнфиттәр... Йәнә өйҙә кейергә әсәһенә ҡаталар, ҡытайҙарҙың милли музыка ҡоралы булған дудочка-флейта , йәшел төҫтәге нефрит ташынан эшләнгән беләҙек, көҙгө менән тараҡ, биҙәнеү әйберҙәре. Ҡытайҙа ҡиммәтле нефрит ташы күп сығарыла икән. Итле кәнфиттән башҡа бүләктәр бөтәһенә лә оҡшған, сәйгә заказ да биргәндәр.

Ҡытайҙа уҡырға, эшләргә теләгән йәштәргә яҡташыбыҙҙың кәңәше: ”Теләгегеҙ, белемегеҙ бар, телде бер ни тиклем һупалайһығыҙ икән, сығып китергә ҡурҡмағыҙ, һәр ваҡыт юғарыраҡҡа үрләгеҙ. Башҡорт – тәбиғәт балаһы тип бөтөнөбөҙгә лә ауылда төпләнергә тимәгән. Сит илгә барып һеҙ үҙегеҙ өсөн әллә күпме тәжрибә туплап ҡайтасаҡһығыҙ. Тик, ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә, Рәсәй уртаһындағы бәләкәй генә Башҡортостандан булыуғыҙҙҙы онотмағыҙ. Сит ил халыҡтары араһында үҙегеҙҙе күркәм тотоғоҙ...”

Бына шулай төпкөл генә ауылда тыуып-үҫкән ябай башҡорт ҡыҙының ер аяғы – ер башында уҡып йөрөүе һоҡландыра һәм ғорурландыра. Бик күптәргә өлгө булырлыҡ ҡыҙ үҫтергән әсәһе менән атаһы.



Читайте нас: