Ирекһеҙҙән тыңлап ултырырға тура килгәйне...
- Ҡара әле, һинең теге беренсе мөхәббәтең менән хәлдәр нисек әле?
- Һыуға төшкән кеүек юҡҡа сыҡты...
- Минең турала тапшырыу эшләгәйнеләр. Ҡайҙа эшләйем, нимәләр менән шөғөлләнәм, буш ваҡытта нимәләр менән булам - барыһы ла телгә алынды. Ҡарамаҫ тип уйлағайным... күрәһең, ҡараған...
- Һәйбәт булған! Бизнесың күтәрелеп бара, ғаиләң бына тигән... Нимәгә ауыл мужигына иҫең китәлер! Аптырайым... Етмәһә эсергә ярата, осон-осҡа ялғап ғаиләһенә аҡсаһын саҡ еткерә тиһең...
- Шулай тиһең дә ҡалаһың!.. Ундай кешене яратып була тиме икән ни?!. Күҙ алдыма ла килтерә алмайым! Нимә тураһында һөйләшмәк кәрәк! Һыйырҙар, ҡаҙҙар тураһындамы?
- Ниңә улай тиһең?.. (тауышы рәнйеп сыҡты) Мин дә ауыл балаһы инде. .. Һөйләшә торған һүҙҙәр ҙә күп беҙҙең...
- Күп булһа, ул зарланалыр, һин хәлеңдән килгәнсе йыуатаһың, кәңәштәр бирәһеңдер...
- Шулай булһа ла... Миңә уның менән рәхәт.
-Уф! Аңлат әле, нимәһе рәхәт?
- Мине уратып алған проблемаларҙан ял итеп алам. Үҙемде ябай хеҙмәткәр итеп күрһәтеп, бөтөнләй икенсе донъяла йәшәп алам... Ул донъяла нимәгәлер өлгәшәм тип көнө-төнө сабырға түгел, яһалма ҡиәфәт яһап, әллә кем булып күренергә тырышырға кәрәкмәй. Арҡама кем бысаҡ ҡаҙар тип шикләнмәйһең... Уның янында мин дә ябай ғына бер ҡатын...